Хаж – быны атҡарыу өсөн етерлек милке, мөмкинлеге булған
һәр иманлы әҙәм өсөн ғүмере эсендә бер тапҡыр булһа ла үтәлергә тейешле фард...
Әммә Раббыбыҙға һәр ғибәҙәттән айырым бер ләззәт тапҡан Аллаһтың салих ҡолдары,
мөмкинлек тыуыу менән, хаж һәм ғөмрәне йәнә ҡабатларға тырыша.
Хаж исламдың изге
урындарына ябай бер туристик сәйәхәт түгел. Был мәҡәләлә беҙ хаж һәм ғөмрәлә һәр
мосолман өсөн үтә лә мөһим булған тәртип нрмаларына иғтибарығыҙҙы йүнәлткебеҙ
килә.
Хаж һәм ғөмрә
ваҡытында иң мөһиме – хаж һәм ғөмрәгә тәғәйенләнгән ҡыҫҡа ғына ваҡытты яҡшы
файҙаланыу. Бының өсөн ҡәтғи рәүештә үҙегеҙгә кәрәкмәгән, ҡағылмаған, кемдеңдер
хата-етешһеҙлектәрен тикшереүгә ҡоролған
буш әңгәмәләрҙән ҡасырға кәрәк. Беҙҙең хаж һәм ғөмрәләге үҙебеҙҙе
тотошобоҙ – иманыбыҙҙың асыҡ күрһәткесе һәм ҡәлбебеҙ рухиәте кимәле.
Иманлы әҙәм
икенсе берәүгә кәмһетеп ҡарарға, күңелендә дошманлыҡ һаҡларға тейеш түгел.
Кемдең кемлеген беҙ белмәйбеҙ, Аллаһтан ни ҡәҙәр ҡурҡыуыбыҙҙы Аллаһ Үҙе генә
белә.
Бөйөк салих зат Шәйех Халид Бағдадиҙың
тормошонан бер ваҡиға бик ғибрәтле. Халид Бағдади, Аллаһ Илсеһенә (саллалләһу
ғәләйһи үә сәлләм) оло һөйөү менән уҡталып, Бағдадтан Мәккәгә һәм Мәҙинәгә
сәфәр сыға. Мәҙинәгә килеп еткәс, ул йөҙө нур бөркөп торған кешене күрә. Халид
Багдади, Йәмәндән килгән был әүлиәнең рухиәтенә күмелеп, диндән алыҫ булған
әҙәм ғалимдан кәңәш һорғандай, унан рухи нәсихәт биреүҙе үтенә. Йәмән шәйехе уға
былай ти:
«О Халид! Балҡып торған Мәккәгә килеп еткәс, Ҡәғбә
янында әҙәп ҡағиҙәләренә тап килмәгән хәлдәрҙең шаһиты булырһың. Насар уйға
бирелеп, ул кеше хаҡында яңылыш фекер төйнәмә! Күҙеңде һәм йөрәгеңде
башҡаларҙан хата эҙләүҙән әрсәлә! Үҙеңдең әхүәле рухиәң менән генә бул!»
Әммә Халид Бағдади, Исламдың йөрәге булған Мәккәгә
килеп еткәс, ғаләмдең рухи үҙәге атмосфераһына башкөллө сума. Шул халәттә ул
бер йома көндө нурлы йөҙлө, ялбыр, меҫкен дәрүиште күрә. Халид Бағдади уның Ҡәғбәгә
арҡа биреп, үҙенә туп-тура ҡарап ултырғанын күрә һәм фундай фекергә килә:
«Был әҙәмдең
мәшһүр Ҡәғбәгә ҡарата ла дөрөҫ мөнәсәбәте юҡ. Нисек инде уға арҡа биреп
ултырмаҡ кәрәк!»
Халид Бағдадиға ҡаршы ултырған әҙәм, әйтерһең, уның
уйҙарын белеп, былай ти:
«Иманлы әҙәмгә хөрмәт Ҡәғбәгә хөрмәттән күпкә өҫтөн
икәнен белмәйһеңме әллә? (Раббыбыҙҙың ҡарашы йәндәребеҙгә төбәлгән, ә саф ҡәлб
– Аллаһ йорто.) Шулай булғас, ни өсөн йөҙөңә бағыуыма, ә Ҡәғбәгә арҡа биреп
ултырыуыма ҡаршыһың? Нурлы Мәҙинәлә осратҡан әүлиәнең һүҙҙәрен шулай тиҙ
оноттомо ни!?»
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Халид Бағдади уның ябай кеше
түгел, бөйөк салих заттарҙың береһе булыуын төшөнә. Ғәфү үтенеп, ул битен уның
ҡулдарына терәп ялына башлай:
«О Мәғрифәт эйәһе! Зинһар мине рухи ярҙамыңдан
ташлама, үҙеңдең шәкертең итеп ал!»
Дәрүиш, рухи серҙәр океаны тәрәнлегенә сумып, шулай ти:
«Һинең рухи тәрбиәң миңә йөкмәтелмәгән!» - һәм, Һиндостан яғына ымлап, былай ти:
«Һин унан саҡырыу алырһың һәм шунда уңышҡа ирешерһең!»
Халид Бағдади үҙенең рухи тәрбиәһен Делиҙа йәшәгән
шәйех Абдулла Дәхләви етәкселеге аҫтында камиллыҡҡа еткерәсәген ул шулай
аңлатып бирә.
Ошо ваҡиғаны
йыш иҫкә алып, шәйех Муса әфәнде шундай нәсихәт бирә ине:
«Хаж һәм ғөмрә
ҡылырға йыйынғандарға шуны әйткем килә: сәфәрегеҙҙең башынан аҙағына ҡәҙәр хошуғ
халәтен һаҡлағыҙ. Үҙегеҙҙең әхүәле рухиәгеҙ менән генә булығыҙ, буш ғәмәлдәрҙән
ҡасығыҙ. Ислам Ватаны рухи атмосфераһының Илаһи сағылыштарын күңелегеҙгә
һеңдерегеҙ. Һис шикһеҙ, изге урынға сәфәр ҡылыусылар, хаж мәлендәге ыңғай рухи
үҙгәрештәрен үҙҙәре лә тойоп бөтмәй. Күп игелектәре һәм йомартлыҡтары менән
айырылып тороусылар – хаж һәм ғөмрәне йыш ҡылыусылар. Иманлы әҙәмдә сағылыш
тапҡан йомартлыҡ, миһырбанлыҡ һәм бөтә барлыҡ хаҡында хәстәрлек күреү кеүек
сифаттар сәфәрегеҙҙән Аллаһтың риза булыуы тураһында һөйләй. Аллаһу Тәғәлә
ризалығын алыр өсөн, бындай мөьминдәр үҙҙәрендәге иң ҡиммәт нәмәләрҙе иҫ киткес
ләззәт менән менән барса мохтаждарға тарата.»
Комментариев нет:
Отправить комментарий