среда, 12 сентября 2018 г.

Рухи Мәғрифәт - Илаһи мөхәббәт ҡапҡалары




                                     Илһам биреүсе һөйөү көсө
Атомдан Йыһанға ҡәҙәр бөтә ғаләм менән мөхәббәт идара итә. Хайуандар донъяһында ла, үҫемлектәр донъяһында ла, йәнле һәм йәнһеҙ тойолған йән эйәләре араһында ла – һәр ерҙә мөхәббәт хөкөм һөрә. Ун һигеҙ мең донъяның һәммәһе һөйөү арҡаһында ғына йәшәй.

                                           Илһам биреүсе һөйөү көсө
                                        Ғаләмдең барлыҡҡа килеү сере.
Хәҙис-ҡудсиҙа әйтелә:

«Ихласлыҡ – Яратҡан ҡолом күңеленә һалған Минең серҙәрҙән бер серем. Яҙып ҡуйыр өсөн (ғәмәлдәр китабына) бер фәрештә лә, зыян килтерер өсөн бер шайтан да уны аңларға ҡадир түгел.» (ат-Тадж, I, 43)
Ихласлыҡ – Аллаһ бүләге, уға Илаһи һөйөүгә ҡойонғандар ғына, хәҙис-ҡудсиҙа әйтеп кителгән «яратҡан ҡолдар» ғына лайыҡ була ала.
Ҡәлбеләре һөйөү һәм юғары ынтылыш менән менән тулғандар алдында бөтә ишектәр асыла. Һөйөү булмаған ерҙә ихласлыҡ та, эскерһеҙлек тә, игелек  һәм тырышлыҡ та юҡ. Мөхәббәт менән тулы йән ғәҙел, күндәм һәм тыныс, ул бөтә ғибәҙәттәргә илһам бирә...Һөйөү, ҡояш кеүек бөтә тирә-йүнде яҡтыртып, дөрләп янырға тейеш. Саҡ-саҡ мөлкөлдәп янған шәм ише һөйөү әҙәмдең әхүәле рухиәһен сафландырмай, яҡтыртмай, мәңгелек тормоштағы өлөшөнән мәхрүм итә. Шәйех Нәхшәби (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) бәйәне быға асыҡ дәлил:

                       Бөтә бәхетһеҙлектәр ялған һөйөүҙән

Бер йәш егет падишаһ һарайы ҡапҡаһы янына килә һәм падишаһ ҡыҙын һөйөүе хаҡында белдерә. Егеттең һүҙҙәрен падишаһ ҡыҙына еткергәс, ул, ҡапҡа янына килеп, былай ти:

-          – Ошо мең дирһәмде ал һәм үҙеңә лә, миңә лә зыян килтерерҙәй хәбәрҙе башҡаса һөйләмә!

Егет һаман үҙенекен ныҡый, һәм ҡыҙ уға шундай тәҡдим яһай:

-        – Ал ошо 2 дирһәмде!..

Яйлап, тәҡдим 10 мең дирһәмгә барып еткәс, егет ризалаша. Быға яуап итеп, падишаһ ҡыҙы ҡысҡырып ебәрә:

-        – Күҙең аҡса менән томаланып, мине күрмәҫ булғас, нисек һин мине һөйөүең хаҡында һөйләй алаһың? Мине башҡаға алмаштырғандар менән нимә булаһын беләһеңме?

Һөйөүе ихласһыҙ булған, ер ауҙары әсирлегенә эләккән егетте язаға тарттыралар.

Салих заттарҙың береһе, был бәйәнде ишетеп, һуштан яҙа. Иҫенә килгәс, ул былай ти:

-        – Эй, кешеләр! Фани донъяла мөхәббәте хаҡында ялғанлағандар менән нимә булғанын күрҙегеҙме? Ә Аллаһты яратам тип, күңелдәрен башҡаға бағлағандар менән мәңгелек донъяла нимә булыр?!

Әҙәм ғүмере бына шулай баштан аҙағынаса ялған һәм хәҡиҡи һөйөү имтиханы менән һынала. Һөйөү – беҙҙең бар ҡылыныуыбыҙ сере лә, йәшәйешебеҙ хикмәте лә, сөнки, билдәле булыуынса,

Бөтә барлыҡ һөйөү менән йәшәй.

Аллаһу Тәғәлә, Мөхәббәте сәбәпле, барса йәндәрҙең дә Уны татып ҡарауын теләгән һәм бихисап йән эйәләрен барлыҡҡа килтергән. Һынауҙар урыны булған ер донъяһында һәм башҡа донъяларҙа Уның Ҡөҙрәте һәм Маһирлығы сағылыш тапҡан. Кеше – Уның иң бөйөк ижад емеше. Ғаләм һәм кеше – Илаһи һөйөү сағылышы.

Бөтә барлыҡтың яралыу сере, уға ғүмер биреүсе энергия һәм тыныслыҡ сығанағы булған Илаһи һөйөү һәр йән эйәһенең асылына һалынған – кеше шул хәҡиҡәтте аңлап йәшәргә тейеш. Илаһи һөйөү бәрәкәте аша ғына фани донъя тормошондағы ҡайғы-хәсрәттәрҙе, яфаларҙы, михнәттәрҙе, юғалтыуҙарҙы еңеп сығып, ҡыҫҡа ваҡытлы ғүмерҙе мәңгелек сәғәҙәт юлына әйләндерергә мөмкин.

Илаһи һөйөү баҫҡыстары

Һис шикһеҙ,  Илаһи һөйөүҙең юғары сағылышы – кеше. Әҙәм йәнен туйындырған төп сығанаҡ – Илаһи мөхәббәт. Әхүәле рухиәләре Аллаһҡа һөйөү менән тулы булғандар донъяға хикмәт күҙе менән, тыныс күңел менән ҡарай башлай. Бөтә төр хәләл һөйөүҙәр Аллаһты һөйөүҙән тамырлана. Уның иң түрендә – Аллаһ Илсеһенә (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм) мөхәббәт, унан – Аллаһтың тәҡүәле ҡолдарына, ата-әсәләргә, балаларға, иманлыларға, был донъялағы бөтә барлыҡҡа. Был һөйөүҙәрҙең һәр төрө – Раббыбыҙға һөйөү сағылышы.

Аллаһ Илсеһе (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм) мосолмандарҙың ун меңлек ғәскәре башында баш һалған Мәккәгә инә. Юлда көсөктәрен имеҙеп ятҡан этте күреп, этте борсомаҫ өсөн, ул ғәскәргә икенсе юл менән хәрәкәт итергә әмер бирә. Бер әҙәмдең ҡорбанға салынасаҡ һарыҡ янында бысағын үткерләүен күреп, ул былай ти: «Ул бысаҡты һарыҡ күрмәҫлек урында үткерләп булмаймы ни?» Сөнки

Һөйөү шәфҡәтле булыуҙы талап итә

Изге Ҡөрьәндә Аллаһу Тәғәләнең Гүзәл исемдәренең береһе - «әр-Рахман» (Шәфҡәтле) - башҡаларынан йышыраҡ телгә алына. Шәфҡәтлелек – был исемдең сағылышы. Шәфҡәтлелек – һөйөү емеше. Һөйөү һәм шәфҡәтлелек аша ғына Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу мөмкин.

Әхүәле рухиәбеҙҙең Илаһи һөйөү менән яҡтырыуы әҙәмдең йәннәткә ҡайтыуының шарты булып тора. Раббыбыҙға хеҙмәт итеү идеалы  - Илаһи мөхәббәткә лайыҡ булырға ынтылыу ул.

Аллаһу Тәғәлә яралтҡан бөтә барлыҡ араһында тап кеше Раббыбыҙҙың һөйөүенә лайыҡ булған, шул сәбәпле Ул уны йәннәттә бар ҡылған. Кешене һынар өсөн, Ул уны ер тормошона алып килгән һәм, нәфсе тышауҙарын өҙөүҙе,  Үҙенә хеҙмәт итеүҙе йөкмәткән. Юлыбыҙ һуңында йәннәткә ҡайтыуыбыҙҙы һәм уның Үҙен күреүебеҙҙе теләй Раббыбыҙ, шуға «Фәжер (Таң)» сүрәһендә бойора: «Раббың хозурына кил!» һәм «Әйҙә, кер йәннәткә!»

Һис шикһеҙ, ҡайтыуыбыҙ – тик Аллаһҡа. Тормош көткәндә Аллаһҡа ҡайтыусылар йәннәткә инәсәк.

Һөйә белергә өйрәнеү

Илаһи әмерҙәрҙе үтәй алыр өсөн, барса пәйғәмбәрҙәр һәм салих заттар бөтә ғүмерҙәре буйына һөйә белергә өйрәнгән, ошо ғилемгә эйә булғас ҡына, улар мөхәббәтте мәңгеләштергән рухи башлыҡтарға әүерелгән. Кешелекте Раббыбыҙға хеҙмәт итеүҙә ошондай юғарылыҡҡа күтәреү маҡсатында, изге яҙмалар һәм Изге Ҡөрьән төшөрөлгән. Аллаһтың тәҡүәле ҡолдарының Изге Ҡөрьән хикмәте аҫтында тыуған әҫәрҙәренең дә яҙылыу маҡсаты - Илаһи һөйөү серен асыу ул.

26 000 ике юллыҡтарҙан торған Шәйех Мәүләнә Румиҙың «Мәснәүиҙәре» - ысын мәғәнәһендә һөйөү йыры.

Шәйех Мәүләнә әйтә:

«Ҡәҙерлем, бел: һөйөү – Аллаһу Тәғәләнең сифаты!»
«Һин таш йәки гранит булыуың ихтимал, әммә күңелең мөхәббәт менән тулһа, һин гәүһәргә әйләнәсәкһең. Ә мөхәббәтһеҙ көйө балауыҙ ҙа ташҡа әйләнә.»

«Мөхәббәт – сер, ул әсене татлы итә, әхүәле-рухиәңдән бөтә бысраҡты һыпырып ташлай. Рухи яфа-һыҙланыуҙарҙан һауыҡтыра.»

«Мөхәббәт үлгән йөрәктәрҙе терелтә, хакимдарҙы һөйөү ҡолона әүерелдерә. Мөхәббәткә күмелһә, төрмә һәм зиндандар гөл-баҡсаға әүерелә.»
        «Ут Илаһи яҡтылыҡҡа әүерелә.»

       «Бәлә-ҡазаларҙан һәм яфаларҙан һөйөү аша күңел тыныслығы һәм шатлыҡ ярала. Ҡайғыларҙан шәфҡәт тыуа.»

        Мөғжизәләр тыуҙырған бындай мөхәббәт Аллаһтың тәҡүәле ҡолдарына ғына хас. Аллаһу Тәғәләне танып белеүҙең һәм ихласлыҡтың емеше ул. Гонаһтар упҡынына ауғандар хәҡиҡи һөйөү тәхетенә күтәрелә алмай.

        Хәҡиҡи һөйөү – Аллаһу Тәғәләне үҙеңдән артыҡ һөйөү. Был һөйөүҙең сағылышы – Ул яралтҡан бөтә барлыҡты һөйөү.  Ошондай һөйөү арҡаһында, финик пальмаһы бүрәнәһе илаған, ә хайуандар, Аллаһ Илсеһе (саллалләһу     
  ғәләйһи үә сәлләм) алдында ғәҙелһеҙлеккә зарланып, күҙ йәштәрен түккән.

                                        Пальма бүрәнәһенең һөйөү йәштәре

       Аллаһ Илсеһе (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм) сохбеттар (дини әңгәмәләр) үткәргәндә һәм сәхәбәләренә вәғәз һөйләгәндә, мәсет бинаһы терәге булған финик пальмаһы бүрәнәһенә таяныр булған. Тора-бара сохбеттағы сәхәбәләр күбәйгән, халыҡ күплеге арҡаһында, бөтәһе лә Аллаһ Илсеһенең (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм) йөҙөн күрә алмаған, шуға күрә уның ҡушыуы буйынса мәсеткә минбәр эшләп ҡуйғандар. Аллаһ Илсеһе (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм) беренсе таҡыр минбәргә күтәрелгәс, мөғжизә була – вәғәздәр ваҡытында ул таянған пальма бүрәнәһе ныҡ итеп ыңғырашып илап ебәрә. Пәйғәмбәребеҙ (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм) минбәрҙән төшә һәм уны һыйпап тынысландыра. Пәйғәмбәребеҙҙе (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйөүҙән һыҡтаған пальма бүрәнәһе айырылышыу ғазаптарын кисергән кеше шикелле илай - һөйөү көсө хатта бүрәнәне лә илата. Бөтә йән эйәләре лә мохтаж ундай һөйөүгә.
Аллаһ Илсеһе (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм) һәм уның сәхәбәләре осоронан йәнә бер миҫал:

                                                 Дөйәне тынысландырған һөйөү

Бер заман Пәйғәмбәребеҙ (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм) бер ансарҙың дөйәһе бәйле торған баҡсаһына инә. Уны күреп, дөйә ҡыҙғаныс итеп ыңғыраша һәм илап ебәрә. Пәйғәмбәребеҙ (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм) уның янына килә, яғымлы итеп ҡолаҡ артын һыйпай. Дөйә шунда уҡ тыныслана. Пәйғәмбәребеҙ (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм) һорау бирә:
-        Был дөйәнең хужаһы кем? Кемдең дөйәһе был?
-        О Рәсүлуллаһ, минең дөйәм ул!-ти Мәҙинәлә йәшәгән бер үҫмер.
-        Һиңә был хайуанды биргән һәм уның өсөн һине яуаплы иткән Аллаһтан ҡурҡмайһыңмы ни? Ашатмайһың һәм ныҡ йонсотаһың тип зарлана бит ул,-тигән Пәйғәмбәребеҙ (саллалләһу ғәләйһи үә сәлләм).
                                                                                                                                                                                                      (Әбү Дауыт, Йыһат, 44/2549)

Пәйғәмбәрҙең рухи вариҫтары булған Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары тормошонда ла ошондай шәфҡәтлелек һәм һөйөүҙе күрәбеҙ. Заманының һөйөү һәм шәфҡәте үрендә улар тора. Шәйех Баязит Бистами әүлиәнең тормошонан бер миҫал:

                                Көсһөҙ йән эйәләрен ҡыҙғаныу

Баязит Бистами Илаһи һөйөүгә шул ҡәҙәр ҡойоноп йәшәй, йәне-тәне менән бөтә барлыҡтың ыҙа, яфаларын тоя.

Бер тапҡыр ул ишәкте туҡмағандарын, туҡмалған меҫкен хайуандың ҡанһырауын күрә. Хайуандың михнәт сигеүенә шаһит булған Баязит Бистамиҙың да сираҡтарынан ҡан аға башлай.

Бер заман сәфәрҙә булған Баязит Бистами ағас күләгәһендә ял итеп алырға була. Ялдан һуң, ул юлын дауам итә. Байтаҡ ара киткәс, биштәре буйлап йүгерешкән ҡырмыҫҡаларҙы күреп ҡала. Ҡырмыҡалар биштәренә үҙе ял иткән урында үрмәләп менгәндер тип уйлап, уларҙы, сит-ят ерҙә ҡалдырып, ватандарынан мәхрүм итмәҫ өсөн, кире ағас янына боролоп килә.

Аллаһ яралтҡан бөтә барлыҡҡа һөйөү күңелдә шәфҡәтлелек һәм миһырбанлыҡ тыуҙыра, Аллаһҡа яҡынайған мөьминдәрҙең офоҡары киңәйә.

Бер хәҙистә әйтелә: «Бер ҡатын, бесәйен ас тотоп, үлемгә дусар иткән өсөн, йәһәннәмгә эләгә. Ә бер гонаһкәрҙең, ҡойоға төшөп, итегенә һирпеп һыу алып, һыуһауҙан ғазап сиккән этте эсергәне өсөн, гонаһтары ярлыҡана.»

Һәр саҡ бер нимәне иҫтә тоту лазым: Аллаһтың шәфҡәте ҡайһы саҡ кескәй генә, ҡайһы саҡ ҙур игелектәр ҡылғандар өсөн һәм язаһы ла кескәй генә гонаһыбыҙ өсөн дә, ҙур гонаһыбыҙ өсөн дә бирелеүе ихтимал. Был турала иҫтә тотоп, ғәмәлдәребеҙгә иғтибарлы булыу кәрәк.

Һис шикһеҙ, Илаһи һөйөү кешене күктәргә күтәрә. Ул һөйөүгә лайыҡ булғандар алдында ике донъя бәхетенә лә юлдар асыла. Ул – тәнде лә, йәнде йәшәртеүсе, илһам, дәрт биреүсе йәншишмә. Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары, әйтерһең, һөйөүҙән туҡылған. Шәйех Мәүләнә әйтә:

        «Раббыһына ғашиҡтар мөхәббәт океанында йөҙгән балыҡтар ише. Улар буш рухи хыялдар менән баш ватмай...»
        «Улар аша бәрәкәт һәм рухи көс алып, һин һәр ваҡыт улар менән бергә бул. Илаһи мөхәббәт ярҙамында йәш һәм дәртле бул!»


Мөхәббәттең төп кәүҙәләнеше – әхүәле-рухиәңде Аллаһтан башҡа бөтә нимәнән: донъя байлыҡтарына һәүәҫлектән, көнсөллөктән, уҫаллыҡ һәм нәфрәттән азат итеү. Әгәр йөрәгеңдә бындай хистәр тыуып тора икән, тимәк Илаһи һөйөү әле һиндә тамыр йәймәгән. Йөрәктәре Илаһи мөхәббәт менән тулы булғандар фани донъяға теше-тырнағы менән йәбешкәндәр тыуҙырған ығы-зығыға, ҡойондарға үҙен өйөрөлтөргә ирек бирмәй, улар мәңгелек тормошта уңыш ҡаҙаныу хаҡында ғына уйлай. Уларға тейешле бүләк – күңел тыныслығы, ике донъя бәхете. Уларҙың йәндәре таҙа, йөрәктәре хатта ерҙәге оло һәләкәттәр ваҡытында ла йәш һәм саф.

Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә тормошобоҙҙо хәҡиҡи һөйөү менән тултырһын! Сарсаған йөрәктәребеҙҙе Һөйөүенең тере һыуы менән туйындырһын! Был яфалы донъяла йәндәребеҙгә йәннәт баҡсаларының хуш еҫен алып килһен!

Әмин!

Комментариев нет:

Отправить комментарий