понедельник, 17 сентября 2018 г.

Һөйөү кәүҙәләнеше – Шәйех Мәүләнә Руми





Шәйех Мәүләнә Руми кешенең рухи асылын, ыңғай һәм насар сифаттарын тәрәнтен танып белгән, шуға
 «Мәснәүиҙәр»ҙе уҡыған һәр кем унда үҙен таба ала.

Һөйөү кәүҙәләнеше – Шәйех Мәүләнә Руми

Һыбыҙғыға ҡолаҡ һал!
Шәйех Мәүләнә Руми «Мәснәүиҙәр»ен шундай һүҙҙәр менән башлай:

«Ишетәһеңме зарлы һыбыҙғы тауышын?
Беҙҙекеләй айырылышыуҙар моң-һағышын...»

Икенсе бер робағиҙа ул дауам итә:
«Хаҡ Тәғәләбеҙҙең йәшерен серҙәре хаҡында һыбыҙғының нисек йырлауын тыңла әле! Иректә үҫкән ҡамыш хәҙер инде кипкән, башы ла, үҙәге лә юҡ... Музыкант хакимлығына эләккән телһеҙ һәм һүҙһеҙ һыбыҙғы ни хаҡында йырлай: Аллаһ, Аллаһ...»

Һис шикһеҙ, әҫәрҙәре һыбыҙғы көйҙәренә торошло Шәйех Мәүләнә Руми Илаһи һөйөүҙең кәүҙәләнеше булған әүлиәләрҙең авангардында. Уның мөхәббәт йыры –Аллаһу Тәғәләгә ябай һүҙ ҡалыптарына һыймаған ялҡынлы мөхәббәт йыры. Йөрәге шундай уҡ фиҙаҡәр Илаһи һөйөү менән янған Юныс Эмре Раббыһына ғашиҡтың хәлен шулай тасуирлай:

Һөйөү уттарында янып көл булғанмын.
Раббым бүләк итте ҡайнар ялҡын –
Йоҡоһоҙ бер ғашиҡ меҫкен илгиҙәрмен.
Ғәжәпме ни, һөйөү булғас яфаларым –
Кем күрмәгән мөхәббәттең ыҙаларын?
Ғашиҡ, уҡтал бер Раббыңа йәнең менән –
Күрешһендәр утта янып көйөнгәндәр!
Мөхәббәткә тапшыр, Юныс, йәнең-тәнең –
Был ҡәҙәр ҙә ҡанмаҫ һөйөү булырмы икән?

.......
Ғәжәйеп тә минең хәлем, һис кем белмәҫ хәлем минең,
Мин һөйләрмен, мин тыңлармын, кеше белмәҫ минең телем.
Минең телем - ҡош телелер, минең илем - Дуҫым илелер,
Мин былбылмын, дуҫым гөлдөр, һулымаҫ һис минең гөлөм.


*    Әлбиттә, Раббыһына ғашиҡ булған һәм Илаһи серҙәрҙе танып белгән һәр кем Илаһи һөйөү тәьҫирендә үҙенсә асыла: һөйөү ялҡынында янған Шәйех Мәүләнә өйөрөлөү зекере һәм поэтик әҫәрҙәр зекере океанына сума; Халладж Мансурҙы илаһи мөхәббәт ҡаплағас, ул үҙен онотоп, "Анәл-Хаҡҡ" йәғни "Мин Аллаһмын" тип һөйләнә башлай; Шах Нәҡшбәнд, Аллаһтың ризалығына һәм һөйөүенә ирешеү өсөн, оҙаҡ йылдар ауырыу, зәғиф хайуандарҙы тәрбиәләй, урамдарҙы таҙарта һәм башҡалар, ерәнеп, яҡын да килмәгән ауырыуҙарҙы ҡарай. Улар төрлө юлдар менән бара, әммә маҡсаттары бер үк - һөйөүгә солғаныу һәм һөйөү менән йәшәү...Әммә һөйөү ялҡыны изге сығанаҡ осҡононан ғына дөрләп китә.
*     
Шәйех Мәүләнәнең юғары офоҡло һөйөү киңлектәре буйлап сәйәхәте «күңелдәрҙе яҡтыртыусы ҡояш» булған Шәмс Тәбризи менән осрашыуынан һуң башлана. Мәүләнә, үҙенә илһам биргән Шәмс менән танышҡас, хуш еҫле Хәҡиҡәт сәскәһен маҡтап йырлаған мөхәббәт һандуғасына әйләнә.

Шәмс һәм Мәүләнә

Мәүләнә Йәләлетдин Руми, ғаиләһе менән Коньяла төпләнгәс, ғилем алыу маҡсатында, Алеппо һәм Дамаск ҡалаларына юл тота. Был саҡта уға 30 тирәһе була. Бер заман, Дамасктағы баҙар аша үтеп барғанда, сәйер ҡиәфәтле берәү уның ҡулынан тотоп ала һәм былай ти:

«О ғаләм ҡоласына тиң Оҫта, бир әле, ҡулыңды үбәйем!»- хисләнеп, ҡулын үпкәс, әҙәм халыҡ араһына инеп тә юғала. Йәләлетдин Руми аптырап ҡала: «Быны нисек аңларға!» Сәйер кейемдәге сәйер кеше, уның әйткән һүҙҙәре бер серле йомаҡ булып күңелендә ҡала.

Был ғәжәп хәлдән һуң байтаҡ ваҡыт үткәс, бер заман Йәләлетдин Руми Конья мәҙрәсәләренең береһендә дәрестәрҙән һуң шәкерттәре менән әңгәмә ҡора. Ҡапыл әңгәмәгә теге сәйер кеше лә ҡушыла. Уның исеме Шәмс Тәбризи була. Ул, ғәҙәттән тыш илһамланып, сәйер һорау бирә:

«Кем өҫтөнөрәк:Баязит Бистамимы, әллә Пәйғәмбәр Мөхәммәт Мостафамы(салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)?»

Бындай сағыштырыуға хайран ҡалып, Шәйех Мәүләнә асыуланып ҡысҡырып ебәрә: «Ниндәй һорау был?! Ғаләмгә шәфҡәт булып килгән бөйөк Пәйғәмбәребеҙҙе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уның юлынан барыуы арҡаһында ғына дан ҡаҙанған әүлиә менән сағыштырып буламы ни?»

Шәмс Тәбризи тыныс ҡына һорауын аңлатып бирә:

«Ә ни өсөн Баязит Бистами Раббыһынан тәнен йәһәннәмде тултырырлыҡ итеп ҙурайтыуҙы, бер гонаһкәрҙең дә йәһәннәмгә эләкмәүен һорай; Илаһи Ҡөҙрәтте күргән һайын, шулай тип белдерә: «Нисек бөйөк минең даным! Мин үҙ-үҙемде данлайым!» Ә Пәйғәмбәр Мөхәммәт (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), үҙенә иҫәпһеҙ-хисапһыҙ Илаһи бүләктәр бирелһә лә, уларҙы кәм итеп тоя һәм Раббыһынан тағы күберәкте һорай.»

Был аңлатма Шәйех Мәүләнәне аптырашта ҡалдыра. Аҡылды эшкә ҡушып, был һорауға яуап бирерлек түгел. Әммә Шәмс рухи көсө ярҙамында уны аҡыл хәл итергә ҡадир булмаған сиккә – ғилем әл-ләдуни (йәшерен серҙәр хаҡындағы ғилем) даирәһенә алып китә. Шәмс әңгәмәләшеүсеһенең рухи донъяһын йәшен йәшнәгәндәй яҡтырта, уға рухиәтенең киң офоҡтарын күрһәтә.
Шәйех Мәүләнә, яҡшы ятланған дәрес һымаҡ, күңеленә асылған уйҙы шунда уҡ әйтеп бирә:

 «Нисек бөйөк минең даным! Мин солтандарҙың солтаны!»- тип Баязиттың әйтеүе ҡәлбенең бик тиҙ тулыланыуы тураһында һөйләй, йәғни Илаһи Ҡөҙрәттең кескәй генә сағылышы ла уның рухиәтен байытыр, илһамланыр өсөн етерлек булған. Уның рухиәте, әҙгә лә ҡәнәғәт булып, Илаһи һулышты тойған. Йәшерен ғилем океанының иге-сиге юҡ, уның әхүәле рухиәһе күләме лә күпте һыйҙыра алған.

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) түбәндәге аят серен яҡшы төшөнгән:

«Әллә, Мөхәммәт, һинең күкрәгеңде асманыҡмы һәм иман, хикмәт менән күңелеңде йомшаҡ ҡылманыҡмы?» (Инширах (Асылыу), 1)

Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  һәр яҡлап Илаһи Ҡөҙрәт сағылышын тойоп йәшәй. Ғаләм кеүек киң күңеле һис ҡасан булғаны менән хушһынмай: рухиәте байыған һайын, сарсауы арта, күҙ асып йомған арала яңы рухи кимәлгә күтәрелә һәм ошоғаса түбән булған рухиәте өсөн ғәфү үтенә. Ул былай ти:

«Мин көн һайын етмеш тапҡыр (икенсе хәҙистә – йөҙ) тапҡыр ғәфү үенәм!..»

Ул һәр ваҡыт Раббыһына яҡыныраҡ булырға теләй, әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур теләк менән Уның менән осрашыуҙы көтә, ә ҡол һәм Раббыһы араһындағы ара сикһеҙ, һәм ул Хаҡ Тәғәләбеҙгә ҡат-ҡат мөрәжәғәт итә:

«О Раббым! Мин Һине Һин лайыҡ булғанса танып белә алманым.»

Шәмстең роле шунда: ул, ябай белем ярҙамында төшөнөү мөмкин булмағандың асылын аңларлыҡ кимәлгә күтәреү өсөн, әңгәмәсеһенең күңел күҙен үҫтерә һәм хис-тойғоларын тәрәнәйтә. Шәмс, өмөтләнгән яуабын алғас, шатлығынан һәм һоҡланыуынан иҫен юғалта. Рухи донъяның ике йондоҙон Күктәр ебе берләштерә һәм инде һис ҡасан айырмай.

Ошоғаса Шәйех Мәүләнә күңелендә йәшенеп ятҡан рухиәт океаны, Шәмс Тәбризи ут һалғас, дөрләп тоҡанып китә. Мәүләнә йөрәгендә Шәмс яҡҡан Илаһи һөйөү уты Шәмстең үҙенә лә ҡаба. Бынан ары уларҙың тормоштары ла, әхүәле рухиәләре лә бер ишкә әйләнә.

Мәҙрәсәлә уҡытып, аскеттарса тыныс ҡына йәшәгән, гел Аллаһҡа ғибәҙәттә булған Шәйех Мәүләнә гөрләп торған ихлас Илаһи һөйөү халәтендә йәшәй башлай - уның рухиәт океанына Шәмс Тәбризиҙең ут һалыуы ғына кәрәк була.

Шәмс Мәүләнәне нимәгә өйрәтә?

Беҙҙе ябай һорауҙар ҡыҙыҡһындыра: «Шәмс Мәүләнәгә нимә бирә? Нимәгә өйрәтә?» Ябай һорауҙың яуабы шундай: Шәмс уны аҡыл әсирлегенән ҡотолоу сараларына өйрәтә, сөнки уларҙың ныҡлы сиктәре бар. Аҡыл сигенә сыҡҡан бөтә нимә – диуаналыҡ кеүек. Ә йәндең сиге юҡ. Йән тыныслығын биргән нимә - «финә-филләһ» - физик есемеңдән ситләшеү ул.

Мәүләнә осошҡа әҙер торған бөркөт була. Йәләлетдин Румиға үҙ асылын, йәшеренеп ятҡан гүзәл сифаттарын Шәмс күрһәтә һәм күккә үрләргә ирек бирмәгән тышауҙарын йолҡоп ырғыта, аҡыл сиктәренән һуң асылған киңлектәрҙе күрһәтә.

Шәмс йөрәгенән сыҡҡан Илаһи һөйөү менән ҡабынып, Мәүләнә, яҡтылыҡ сығанағына ашыҡҡан күбәләк шикелле, уға уҡтала. Ике аралағы юғары хеҙмәттәшлекте Мәүләнә «Диван Кәбир»ҙә шулай тасуирлай:

Шәмс Мәүләнәгә әйтте: «Һин – ғалим, һин – баш, һин – башлыҡ, һин – хаким!» Мәүләнә яуабы былай булды:

«Мин инде был донъяла ғалим да, башлыҡ һәм юлбашсы ла түгел... Мин – аҡыл менән танып белеү мөмкин булмаған донъя буйлап һин ҡабыҙған сыраҡ яҡтыһында атлаусы зәғиф яңғыҙ юлсы!»

Шәмс йәнә ҡабатланы: «Һаман аҡылың һөйләй әле! Уны юғалтмай тороп, һин теге йортҡа инә алмаясаҡһың!»

Мәүләнә: «Рухым инде аҡылды ишетмәй... Мин – диуана. Һинең ярҙамың менән мин аҡыл сигенә сыҡтым.!..»

Шәмс: «Иҫәп-хисап һиҙелә телеңдә. Һин һаман да был ерҙә! Ғашиҡ булмай тороп, ер донъяһын ташлай алмаҫһың! Әлегә танау төбөңдән артыҡты күрмәйһең!»

Мәүләнә: «Һин тапшырған ут һәм һөйөү ҡапты миңә!..»

Шәмс: «Һин – һайлам өммәт сырағы, әйҙә үргә үрлә!..»

Мәүләнә шулай тип шыбырлыны: «Сырағым һүнде. Уның нуры баҙлауыҡтыҡынан артыҡ түгел. Мин инде башҡа сыраҡтар яҡтыһын күрәм!»

Шәмс: «Һин һаман да тәнең менән йәшәйһең. Ялтырауыҡлы, зиннәтле фани донъянан баш тартмай тороп, ул ҡапҡаларҙан үтә алмаясаҡһың.»

Мәүләнә: «Былар һәммәһе лә элек ине. Һине белгәс, элекке Мәүләнә үлде. Мин үлдем һәм икенсе үлсәмдәр донъяһында терелдем!...»

Шәмс: «Һин һаман да тәнеңә, элекке баһалы хеҙмәттәреңә таянаһың! Азат ит үҙеңде шуларҙан!»

Мәүләнә: «Хәҙер мин һин алып килгән серҙәр донъяһындағы урынымды эҙләйем... Үткәндәрҙе йырып үтеп, уларҙы ҡалдырғанмын!..»

Шәмс: «Һин ҡанаттарыңды һалмағанһың! Мин уларҙы һиңә бирә алмайым

Мәүләнә: «Һинең ҡанатың булыр өсөн, ҡанаттарымды алып ташлағанмын...»

Мәүләнәнең был һүҙҙәрен ишеткәс, Шәмс, мөһим эше тамамланыуын аңлап, мәңгелек донъяның бихисап Илаһи Ҡөҙрәт менән тулы иң алыҫ офоҡтарына үҙ аллы күтәрелеү өсөн, Мәүләнәгә ҡанаттар бирә. Йомшартып, үткәндәрҙе көҫәтеп, һағыш баҫмаһын өсөн, Шәмс уның яңғыҙын ҡалдырмай.

Ошо мәлдән һуң, Йәләлетдин Руми Шәйех Мәүләнәгә әйләнә һәм уның төп миссияһы башлана: кешеләрҙе һөйөргә өйрәтеү... Мөхәббәткә ҡуҙ һалып, йөрәктәрҙе һауыҡтырыу...Йәндәр шәм тирәләй өйөрөлгән күбәләктәр кеүек булһын өсөн...

Мәүләнәгә оло хөрмәт менән ҡараған Мөхәммәт Иҡбал былай тип яҙа:

«Бер төндә китапханамда көйәнең янып торған лампа тирәләй өйөрөлгән күбәләккә зарланыуын ишеттем:

«Мин Ибн Сина китаптары араһында ла йәшәнем, Фараби әҫәрҙәре араһында ла шыуышым йөрөнөм, әммә был тормоштоң фәлсәфәһен бер нисек тә аңлай алманым. Көндәремде яҡтыртыр ҡояшым юҡ минең...»

Ҡанаттары көйгән күбәләк шыбырлаған хикмәтле һәм тәьҫирле һүҙҙәрҙе бер китапта ла табыу мөмкин түгел:
«Артылыштар менән тормош гүзәл! Яныу-тетрәнеүҙәр ҡанат ҡуя!»

Мин сей инем, бештем, яндым!..

Шәмс менән осрашыуҙан һуң ялҡынлы һөйөү менән тулған тормошон Шәйех Мәүләнә өс өлөшкә бүлә һәм уларҙы шулай тасуирлай: «Мин сей инем, бештем, яндым!..»

Был мәл уның бөтә ғәме - Ғаләм биттәрен аса, уҡый, аңлай алғандар кимәленә күтәрелеү, «Мин сей инем, бештем, яндым!..» әйтеме серенең асылына төшөнөү аша камиллыҡа ирешкән кеше булыу.

Бешкән, янғандар боҙолоуға дусар түгел. Был хәҡиҡәтте ул шулай аңлата: «Бер көҙгө лә кире металға әйләнә алмай. Бер икмәк тә яңынан бойҙай була алмай. Бер йөҙөм дә ҡайтанан виноград булмай. Беш, өлгөр, үҙеңде боҙолоуҙан һаҡла!»

Кешене бешерергә, өлгөртөргә һәләтле ут – яңғыҙлыҡ һәм һағыш уты. Өлгөрөп етеү өсөн. Әҙәм пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) йәннәттән сығарыла һәм сит-яттарға ебәрелә. Ерҙә йәшәгән кеше һөйә белергә өйрәнергә тейеш.

Нимә һуң ул мөхәббәт?

Был һорауға Шәйех Мәүләнә шулай яуап бирә: «Мөхәббәттең ниндәй икәнен белгең килһә, минең кеүек бул!»

Мөхәббәт – һүҙ менән аңлатыу мөмкин булмаған хәҡиҡәт, уны булмышыңа һеңдереп, уның менән йәшәп кенә таныу мөмкин. «Тәҡүә» нормалары үтәлгән сүрәттә генә һөйөү сере асыла. Хаҡ Тәғәләбеҙ әйтә:

«Алллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ (тәҡүәле булығыҙ)! Аллаһ һеҙҙе өйрәтеп тора.» (Баҡара, 282)

Кешене тәрбиләү

Тәрән һәм сикһеҙ донъя йәшеренгән кешене Шәйех Мәүләнә төрлөп яҡлап танып белгән: ыңғай яҡтарын да, кире яҡтарын да. Уның «Мәснәүиҙәр»ендә һәр кем үҙен табасаҡ. Хатта мосолман булмаған кешеләр ҙә, «Мәснәүиҙәр»ҙе уҡығас, Шәйех Мәүләнәгә оло һоҡланыу менән ҡарай башлай. Ә ҡайһы берәүҙәр иманға килә. «Мәснәүиҙәр»ҙе уҡып, шундай бәхеткә ирешеүселәрҙең береһе Яман Деде.

«Ни өсөн һеҙ һәр ваҡыт Мәүләнәнән миҫалдар килтерәһегеҙ, ни өсөн һеҙ гел «Мәснәүиҙәр»ҙе яттан һөйләйһегеҙ?»-тигән һорауға Яман Деде былай тип яуап бирә: «Шәйех Мәүләнә, мине ҡулымдан тотоп, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡапҡалары төбөнә алып килде...»

Бындай кешеләр өсөн Шәйех Мәүләнә – әхүәле рухиәләрен тәртипкә килтереүсе рухи остаз. Уныңса, кеше был донъяға үҙенең йәшәйеш серен асыр өсөн килә. Хайуандар, тәбиғәттән бирелгән көс һәм инстинкттарын файҙаланып, үҙҙәренә тейешле нишаны алған кеүек, кеше лә, аҡыл һәм рухиәтен файҙаланып, тейешле баһаһын ала.

«Әҙәмдең әхүәле рухиәһе урманға оҡшаш. Урманда гүзәл һәм яман ҡылыҡлы ҡабандар, бүреләр һәм башҡа хайуандар йәшәгән кеүек, әҙәмдең әхүәле рухиәһендә лә яман һәм гүзәл сифаттар урын алған.»

Ниндәй генә гүзәл һәм яман йән эйәләре булмаһын, уларға хас үҙенсәлектәр асыҡ йәки йәшерен рәүештә кешенең холҡонда һәм әхлағында сағыла. Әҙәмдең әхүәле рухиәһе – арена, бөтә ғүмере буйы унда яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәшә. Әҙәмдең ҡиммәте Аллаһтың Гүзәл Исемдәрен танып белеү аша үҙенә бирелгән яҡшы сифаттарҙы ни кимәлдә үҫтерә алыуына бәйләнгән.

Изге Ҡөрьән – Аллаһ һүҙе. Шәйех Мәүләнә кешеләрҙе Изге Ҡөрьән яҡтылығынан сығып баһалаған. Шундай хәл тураһында бәйән итәләр:

«Бер заман заманының бөйөк хафизы – Хафиз Исхаҡ Мәүләнәгә килә. Шәйех Мәүләнә уны хөрмәт менән ҡаршы ала, түрҙәге их яҡшы урынға ултырта һәм былай ти:

«Изге Ҡөрьәнде юғары, хөрмәтле урында һаҡлаған кеүек, йөрәгендә Изге Ҡөрьәнде йөрөткән оло йөрәкле хафиздарҙы ла иң маҡтаулы урынға ултыртырға кәрәк. Ҡөрьән яҡтылығы менән тулы йән йәһәннәмде күрмәҫ. Бөтә Ҡөрьән яҙылған йөрәк йәһәннәмгә эләгеүе мөмкинме ни?»

Шәйех Мәүләнәнең Хафиз Исхаҡ менән шундай мөғәмәләһе бәрәкәтендә ҡаланың бөтә хафиздары ла уның шәкерттәре булып китә.

Тәрбиәселәрҙе тәрбиәһендәгеләргә ҡарап баһалайҙар.

Үҙ ҡарамағында шәкерттәре булһа ғына остаздарҙың баһаһы арта. Тәрбиә эше Шәйех Мәүләнәне һис ялҡытмай, шәкерттәренең етешһеҙлектәрен ул кәметеп күрһәтергә лә тырышмай, шул уҡ ваҡытта артыҡ иғтибар ҙа бирмәй. Ул былай ти:

«Быуын ултыртыусы аяғы һынған кеше ятҡан йортҡа бара. Ауырыуҙар һәм хәлһеҙҙәр булмаһа, дауалау файҙаһын һәм бәрәкәтен кешеләр ҡайҙан белер ине?»

«Әгәр еҙ һауыт бик үк яраҡлы булмаһа, химияға шул ҡәҙәр һорау булыр инеме икән

«Шуны белеү кәрәк: етешһеҙлектәр – камиллыҡ өсөн көҙгө. Түбәнлек – юғарылыҡтың көҙгөһө. Ҡапма-ҡаршы сифаты булғанды ғына күрергә мөмкин. Һеркә тәмен белгән сүрәттә бал тәмен нығыраҡ тояһың.»

Был тормош асылы - яҡшы уҡыусы һәм һәм яҡшы остаз була алыуыңда... Әммә бының өсөн үҙеңде һәм тирә-йүнде дөрөҫ баһаларға кәрәк...

Нимә ул ер тормошо?

«Нимә ул ер тормошо?»-тигән һорауға Шәйех Мәүләнә шундай яуап бирҙе: «Ул йәндәр өсөн зиндан!..»

Шәйех Мәүләнә бер әҫәрендә былай ти:

«Кешеләргә рухи нәсихәт биреү йөкмәтелгәнгә, мин ер зинданында. Өҫтөмдә ошо йөк булмаһа, мин был зинданда булмаҫ инем. Зинданда тороу өсөн мин бурмы ни?!»

Ер тормошонда һәр аҙымыбыҙ маҡсатҡа яҡынайта. Һәр һулышыбыҙ ер тормошо менән хушлашыуҙы яҡынайта. Йәндәребеҙ йәндәр донъяһынан килгән. Һәр һулышыбыҙ менән улар ватандарына яҡыная. Парға әйләнеп, һыу ятҡылыҡтары кәмей барған кеүек, һәр һулышыбыҙ менән һиҙелмәйенсә генә ер тормошобоҙ ҡыҫҡара.

Кешеме, хайуанмы – һәр йән эйәһе ерҙән барлыҡҡа килгән һәм, ерҙең бер өлөшө булып, ерҙә серей һәм ерҙә юҡҡа сыға. Материаль донъяла ла, рухи донъяла ла һәр нәмә үҙ стихияһына кире әйләнеп ҡайта. Тәбиғәтенә йәннәт һалынғандар йәннәткә ҡайта, тәбиғәтенә йәһәннәм һалынғандар йәһәннәмгә ҡайта. Хәҡиҡәттә үҙгәреш юҡ. Аллаһтан да, был ғаләмдән дә, үҙеңдән дә ҡасыу мөмкин түгел.

Шәйех Мәүләнә әйтә: «Беҙ кемдән ҡасабыҙ? Үҙебеҙҙәнме әллә? Буш хыялдар ғына был... Беҙ кемдән ҡотолорға, ҡасырға теләйбеҙ?.. Аллаһтанмы әллә? Ниндәй буш өмөттәр! Ниндәй тәрән яңылышыу!..»

«Һин белергә тейеш: ер тормошо асылы аҡса ла, байлыҡ та, матур ҡатындар ҙа, зиннәтле кейемдәр һәм килемле сауҙа ла түгел, ер тормошо – Аллаһҡа ҡарата ғәмһеҙлек.»

Сәләмәт ҡәлб: Хаҡ Тәғәләбеҙгә тулы күндәмлек.

Күҙен ер тормошо томалаған рухи ғәмһеҙлектән, нәфсеһен ауыҙлыҡлап, йөрәген сафландырып, үҙен гонаһтарҙан әрсәләп кенә ҡотола ала әҙәм алаһы. Был кимәлгә еткән йөрәк бөтә ғаләмде тултырған Илаһи нурҙы бер фокусҡа туплаған линзаға әүерелә һәм әхүәле рухиәтендәге бөтә фани, осраҡлы нимәләрҙе яндырып юҡ итә. Был халәт - «ҡәлб-и сәлим» - сәләмәт йөрәк. Мәңгелек тормошта шундай йөрәккә эйә булғандар ғына Аллаһу Тәғәләнең бүләгенә лайыҡ була. Изге аятта әйтелә:

«Ул Көндө мал да, улдар ҙа файҙа килтермәҫ. Әммә ләкин Аллаһҡа саф күңел менән инанғандар (ул Көндө) бәхетле булыр.» (Шүғәрә (Шағирҙар), 88-89)


Шәйех Мәүләнә «ҡәлб-и сәлим»гә ирешеүҙең шарты булған Аллаһҡа тулы күндәмлек халәтен шулай тасуирлай:

«Диңгеҙ тулҡындары өҫтөндә батып үлгән кеше кәүҙәһе сайҡала. Тамсы ғына булһа ла баҙнатһыҙлығы булған кешегә стихиянан нисек ҡотолорға? Әгәр һин, «үлгәнгә ҡәҙәр үлегеҙ» серенә төшөнөп, кешегә хас сифаттарыңдан ҡотолһаң, рухи серҙәр океаны һине үҙе тулҡындарында йөрөтәсәк.»

Кешенең бар ҡылыныу маҡсаты – Раббыһына буйһоноу һәм Уны танып белеү. Мәғрифәт океанында тамсы ғына булыу ҙа хәҡиҡәт серен һәм һәр нәмәнең асылын танып белеү һәләтен бирер.

Шәйех Мәүләнәнең Раббыһына иге-сиге булмаған һөйөүенең бер өлөшөн Аллаһ беҙгә лә насип итһен. Шул һөйөү арҡылы беҙҙе «инсан камил» дәрәжәһенә лайыҡлы итһен!


Әмин!...





Комментариев нет:

Отправить комментарий