Илаһи
мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт кешенең әхүәле рухиәһен камиллыҡҡа һәм ер
ғилемдәренән юғарыға алып осоусы ике ҡанат кеүек. Ошо ике ҡанаты булған кеше,
ете Күкте үтеп, миғражға олғашырға һәләтле.
Илаһи Мөхәббәт һәм
рухи Мәғрифәт
Ғаләм барлыҡҡа
килеүенең ике сере
Ике
Илаһи сер ғаләм һәм бөтә барлыҡтың
яралыуын үҙенә йәшергән:
1.Илаһи
мөхәббәт,
2.
Рухи мәғрифәт.
Бөтә
барлыҡ: йәнлеме, йәнһеҙме – ошо Илаһи серҙәр кәүҙәләнеше. Хәҙис-ҡудсиҙа әйтелә:
«Мин йәшерен хазина инем, һәм Мине танып белеүҙәрен
теләнем, һәм ғаләмде барлыҡҡа килтерҙем.» (Исмәғил Хәҡҡы Бурсави, «Канз
Махви».)
Аллаһу
Тәғәлә бөтә барлыҡты Үҙенең камиллығы һәм Ижад итеү һәләте дәлиле булараҡ
барлыҡҡа килтергән. Иң күркәм ижад емеше булған кеше – Илаһи һөйөүҙең юғары
сағылышы.
Кешене
барлыҡҡа килтереүҙең маҡсаты – Аллаһҡа күндәмлек һәм Уны таныу. Һәр нәмәнең һәм
ваҡиғаларҙың йәшерен асылын таный башлар өсөн, Рухи мәғрифәт океанының бер
тамсыһы ғына булыу ҙа етә.
Аллаһҡа
хеҙмәт итеүҙең юғары дәрәжәһе – күңелеңдә Аллаһҡа оло һөйөү йөрөткән һәм Уны
танып белгән ҡол булыу. Илаһи мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт
кешенең әхүәле рухиәһен камиллыҡҡа һәм ер ғилемдәренән юғарыға алып осоусы
ике ҡанат кеүек. Ошо ике ҡанаты булған кеше, ете Күкте үтеп, миғражға олғашырға
һәләтле.
Шәйех
Мәүләнә Илаһи мөхәббәт һәм рухи мәғрифәткә эйә булыуҙың оло ҡиммәтен асып һала:
«Фани донъя ғилемдәренә эйә ғалимдар геометрия,
астрономия, юриспруденция һәм философия ише фәндәргә ҡағылғанды белә. Улар
белә, әммә уларҙың белеме күҙ асып йомған арала үтә торған ошо донъяға ғына
ҡағыла. Был белемдәр миғражға юл асмай, ете Күк аша артылырға өйрәтмәй.»
«Нәфсеһе әсирлегендәге ғәмһеҙ кешеләр Аллаһҡа табан
юлды һәм юлдағы туҡталыштарҙы танып белә алмай. Аллаһҡа табан юлды аҡылдары аша
түгел, йәндәре аша тойғандар таба!»
Аллаһҡа
илтеүсе берҙән-бер юл – Илаһи мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт юлы. Раббыһына шул
юлдан уҡталыусылар бик тиҙ маҡсаттарына ирешер. Раббыбыҙ әйтмәнеме ни:
«Донъяның алдауынан Аллаһ юлына, Аллаһуға ғибәҙәткә
ҡасығыҙ...» (Ҙәрийәт
(Таратыусылар), 50).
Аллаһ
ризалығына ирешеүҙе һәм Уға яҡынайыуҙы маҡсат итеп ҡуйған Илаһи мөхәббәт һәм
рухи мәғрифәт юлы тап-таҙа ҡағыҙ битен хәтерләтә. Ул шул ҡәҙәр таҙа, хатта унда
яҙылғандарҙы ябай күҙ менән күреп тә булмай, ул яҙмаларҙы Аллаһу Тәғәлә генә
уҡый ала. Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары бөтә ғүмерҙәре буйы ул ҡағыҙға остоҡ ҡына
бысраҡ төшөрөргә, кескәй генә ҡырмыҫҡаға зыян һалырға ла ҡурҡа.
Аллаһтан
ҡурҡып, «тәҡүә»
халәтендә ғибәҙәт ҡылған ҡолдарҙың, Аллаһты танып белгәндәрҙең генә әхүәле
рухиәләре был кимәлгә күтәрелә ала. Мөьминдең Аллаһ тураһындағы ғилеме артҡан
һайын, Уға мөхәббәте лә, ҡурҡыуы ла арта. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә
сәлләм) әйткән:
«Мин Аллаһты барығыҙҙан да яҡшыраҡ беләм һәм Унан һеҙгә
ҡарағанда ла нығыраҡ ҡурҡам.»
(Бухари, Әҙәп, 72; Мөслим, Фадаил, 127)
«Тәҡүә»
халәтен аҡыл менән танып белеү мөмкин түгел, шул кимәлдә йәшәп, йәнең менән
генә уны тойорға мөмкин. Аллаһу Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә был турала әйтә:
«Әхирәт көнөнән ҡурҡҡан, Раббының рәхмәтен өмөт итеүсе,
төнгө сәғәттәрҙә сәждәгә киткән, аяҡ үрә баҫып намаҙ уҡыған, ғибәҙәт ҡылған
кеше (инҡарсы) менән бер түгелдер бит? Әйт һин уларға: «Белгән
менән белмәгән бер булырмы? Бары тик саф аҡыл эйәләре генә был Хәҡиҡәткә
төшөнөр,-тип.»
(Зүмәр (Халыҡ өйөрө), 9)
Аллаһ
алдында ҡиммәте булған хәҡиҡи ғилем, әҙәмдә, Раббыһынан ҡурҡыу тыуҙырып, уны «тәҡүәләр»
һәм «ғирфандар» (мәғрифәтуллаһ) кимәленә күтәрә. Быға лайыҡ булыу
өсөн, түбәндәгеләр талап ителә:
1.
Йәнең
Раббың янында булһын өсөн, төндәрҙе намаҙ уҡып үткәреү;
2.
Һәр
халәттә, һәр эштә ер тормошоноң фанилығын һәм мәңгелек тормошта Яуап тоторға
тейешлегеңде иҫтә тотоу:
3.
Мәрхәмәтенә
өмөт бағлап, Раббыңа даимән ялыныу халәтендә булыу. Салих заттар һәр саҡ шулай доға
халәтендә.
Ислам ғалимдары әйтеүенсә,
Изге Ҡөрьән төп өс өлөштән тора:
1.
Илаһи
мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт;
2.
Хисап
көнө хаҡында аныҡ мәғлүмәттәр;
3.
Сырату-мустаҡим
буйынса йәшәү – тайпылмай тура юлдан атлау.
Был өс өлөш - Изге Ҡөрьәндең
төп һәм иң мөһим темалары. Ҡалған темалар ошо өсәүҙән барлыҡҡа килә.
Илаһи Мөхәббәт һәм рухи Мәғрифәт юлына баҫыу
Әхүәле
рухиәтеңде камиллаштырып һәм Илаһи мөхәббәткә эйә булып ҡына рухи мәғрифәт юлын
табып була.
Бөйөк
бер изге зат әйткән:
«Эй, рухи мәғрифәт юламсыһы! Был юлдан атлар өсөн, һиңә
түҙемһеҙлекте – сабырлыҡ, ғафиллыҡты – зекер, шөкөрһөҙлөктө – рәхмәттәр,
ғауғасыллыҡты – күндәмлек, һаранлыҡты – йомартлыҡ, шик-шөбһәләрҙе – аныҡ ғилем, ике йөҙлөлөктө –
ихласлыҡ, кирелекте – тәүбәләр, ялғанды – дөрөҫлөк, ғәмһеҙлекте тәрән фекерләү
менән алмаштырырға кәрәк!..»
Был
талаптарҙы үтәүҙең төп шарты – хәләл ризыҡ ейеү. Хәләл ризыҡ әҙәм балаһында
хикмәт, ғилем, мәғрифәт уяныуҙың төп шарты булып тора, йөрәктә Аллаһҡа һөйөү
утын ҡабыҙа. Үҙ сиратында, ҡәлбе Аллаһҡа мөхәббәт менән тулған кешелә рухи
мәғрифәт көсәйә. Харам менән туҡланғандарҙың күңеле Илаһи нурҙы ҡабул итә
алмай. Имам Ғазали (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) әйткән:
«Ер тормошонда рухи мәғрифәткә лайыҡ булмағандар,
мәңгелек тормошта Раббыбыҙҙы күреүҙән мәхрүм булыр. Фани донъяла түләмәгән нәмәһенә
әхирәттә әҙәм нисек эйә була алһын?!.»
Әхирәттә һәр кем фани донъяла сәскәнен урыр. Һәр кем
нисек йәшәһә, шулай үлер, нисек үлһә, шулай тергеҙелер. Ҡыҫҡа ваҡытлы ер тормошонда әҙәм Аллаһты ни ҡәҙәр танып
белгән һәм алған ғилеменә ярашлы ғәмәл ҡылған, әхирәттә шул кимәлдә әжерен
алыр.»
Илаһи Мөхәббәт һәм рухи Мәғрифәт тәме
Риүәйәттәр
буйынса, Ғайса пәйғәмбәр (ғәләйһи-сәләм) тәнендә эренле тәрән яралар булған
кешене осратҡан. Ғазапланыуына ҡарамаҫтан, был әҙәм һәр даим ҡабатлап торған: «О
Раббым! Күпселек кешеләр татыған бәхетһеҙлектәрҙән мине әрсәләүең өсөн сикһеҙ
маҡтауҙарым һәм рәхмәтем һиңә!..»
Ғайса
пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) кешенең нимә хаҡында һүҙ алып барыуын аңлар өсөн,
былай тип һораған:
«О әҙәм, Аллаһу Тәғәлә ниндәй бәләләрҙән йолоп ҡалды
һине?»
Ауырыу
шулай яуап биргән:
«О изге күңелле Аллаһ Илсеһе! Иң ҡаты ауырыу һәм
бәхетһеҙлек - Раббыһын белмәгән йән. Бөтә маҡтауҙарым Аллаһу Тәғәләгә. Ул мине
бынан һаҡланы. Аллаһ бүләк иткән Илаһи мөхәббәт
һәм рухи мәғрифәт тәмен татып, мин һәр саҡ ләззәтләнәм, шуға күрә ер
ыҙаларын күрмәйем дә, тоймайым да.»
Аллаһтың
тәҡүәле ҡолдарының йәне - Илаһи мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт менән биҙәлгән һоҡланғыс
һарай, шуға камил инсандарҙың йөрәген «бәйтуллаһ» (Аллаһ
йорто) тип йөрөтәләр. Ике донъяны ла йәннәткә әйләндергән Илаһи мөхәббәт һәм
рухи мәғрифәт – Аллаһу Тәғәләнең бөйөк бүләге һәм сере.
Илаһи
Мөхәббәт үҫентеһе һәм рухи Мәғрифәт ҡояшы
Шәйех
Шаһ Нәҡшибәнд, тасаввуфтағы тәрбиә мәсьәләләре тураһында һөйләгәндә, Илаһи
Мөхәббәтте үҫенте менән сағыштыра, ә рухи мәғрифәтте ҡояшҡа оҡшата:
«Әҙәмдә Илаһи Мөхәббәт үҫентеһен үҫтереү маҡсатында, беҙҙең
бурыс уның эске донъяһын ер бәйҙәренән таҙартыу, ә аҙаҡ уға, хәҡиҡәт Зәм-зәмен
һибеп, рухи Мәғрифәт ҡояшы менән йылытып, үҫентенән ихласлыҡ ағасы үҫтереү.»
Аллаһҡа
Мөхәббәтен башҡа төр һөйөү, эҫенеүҙәр кимәленән юғары күтәрмәй тороп, кеше
тура юлдан тайпылышһыҙ атлай алмаясаҡ. Бынан тыш Аллаһтың Гүзәл исемдәрен дә
танып белергә, рухи Мәғрифәт юғарылығына ла күтәрелергә кәрәк. Тура юлдан барыу
– Аллаһты танып белеү ул. Изге Ҡөрьәндә лә Аллаһ әйтә:
«...һеҙгә бойоролғанса, тура юлда ҡалығыҙ...» (Һуд, 112)
«Йә-син» сүрәһендә
Аллаһу Тәғәлә Аллаһ Илсеһенең иң хаҡ юлда булыуы хаҡында әйтә. Был аят
төшөрөлгәс, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәстәре,
һаҡалы саллана, сөнки ул, өммәтем тура юлдан ҡала алырмы икән, тип бик борсола.
Изге
Ҡөрьәндә Сырат-мөстәҡим буйынса йәшәгәндәргә биреләсәк бүләк хаҡында әйтелә:
«Хаҡтыр, Раббыбыҙ – Аллаһ, тип тура юлға баҫҡандар
янына фәрештәләр иңер. «(Ахырзамандан ҡурҡмағыҙ) ҡурмағыҙ, (туғандарығыҙ өсөн)
хафаланмағыҙ, ҡыуанығыҙ: һеҙ алдан уҡ вәғәҙә ителгән йәннәткә керәсәкһегеҙ,-тип
һөйөнсө алырҙар.»
(Фуссиләт (Аңлатылды), 30)
Илаһи
мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт ҡосағында йәшәүсе мөьминдәр нәфселәрҙән һәм иблис
ҡотҡоһонан азат. Улар, Аллаһтың ризалығына ирешергә тырышып, Илаһи Ҡөҙрәт
күренештәре менән тулы донъяла йәшәй. Күрер өсөн күҙ, ишетер өсөн ҡолаҡ кәрәк
булған фани донъя өҫтөнән юғары осор өсөн, уларға рухиәт ҡапҡалары асыҡ. Ә рухи
мәғрифәткә эйә тәҡүәләр бөтә ғаләмде, ике донъяны хикмәт һәм гүзәллек тулы
китап рәүешендә күрә.
Бер
заман Әбү Сәит әл-Харраз төшөндә иблисте күрә һәм таяғы менән уға һуғырға
теләй. Әммә иблис уны туҡтата:
«Эй, Әбү Сәит! Мин таяҡтан ҡурҡмайым, сөнки ул матди
нәмә. Тәҡүәләр йөрәгендәге нурҙары йөрәктәрҙәге бөтә матди нәмәне яндырған рухи
мәғрифәттән ҡурҡам мин.»
Рухи
мәғрифәткә эйә кеше шул ҡәҙәр Илаһи мөхәббәт нурына ҡойона: ергә хас
бәйлелектәр, линза фокусы аша үткән ҡояш нурҙары ҡағыҙҙы яндырып көлгә
әйләндергән һымаҡ, юғала башлай. Ундай ихлас кешенең әхүәле рухиәһе Илаһи
мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт менән тула, кешеләрҙе һөйөү һәм хөрмәт менән үҙенә
тартып тороусы нурлы үҙәккә әйләнә. Аллаһ ундай кешеләрҙең тормошона рухи
бәрәкәт бирә, һәм улар был донъянан киткәс тә кешеләр йөрәгендә йәшәүҙе дауам
итә.
Бындай
кимәлгә еткән салих заттар ябай кешеләрҙең хөрмәтен һәм һоҡланыуын тыуҙырырҙай
мин-минлектән бөтә тырышлығын һалып ҡаса, остоҡ ҡына һауаланыу, эрелек,
мин-минлекте лә яҡын ебәрмәҫкә тырыша. Улар кешеләр араһында йәшәй, ә йәндәре –
Раббыһы янында, улар Аллаһ әмерҙәрен еренә еткереп үтәй, Аллаһ яралтҡан бөтә
барлыҡҡа шәфҡәт һәм хәстәрлек күҙе менән ҡарай. Улар яуыздарға, Аллаһҡа
рәхмәтһеҙҙәргә күңел бағламай, һөйөү күҙе менән баҡмай, әммә, миһырбанлыҡтары
сәбәпле, был аҙашҡандарҙы тура юлға баҫтырыуҙы һорап, Аллаһҡа доға ҡыла. Рухи
мәғрифәткә эйә булыуҙы маҡсат итеп ҡуйған тәҡүәләр тапҡан-таянғанын хәйриә эштәренә
тотона, фани донъя ауырлыҡтарын иғтибарға ла алмай. Был донъянан улар башҡа
донъяны тамаша ҡыла һәм уның хикмәттәрен өйрәнә.
Хикмәт көҙгөһө
Кешенең
ҡиммәте физик тәнендә түгел, йәнендә, һәм Раббыбыҙға камил ғибәҙәттә булыр
өсөн, кеше рухи донъяһын юғары күтәрергә тейеш. Әхүәле рухиәләре Илаһи һөйөү
менән тулған кешеләр өсөн беҙ көн һайын күргән ер һәм күк бихисап сер һәм
хикмәттәр сағылған көҙгөләр ише. Нимәләр генә күренмәй ул көҙгөләрҙә! Һәр
хәҡиҡәт аныҡ һәм асыҡ сағыла уларҙа. Был көҙгөләр шуны күрһәтә:
«Ер тормоштары Илаһи һөйөү, рухи мәғрифәттән мәхрүм
булғандарҙың, мәңгелек тормошобоҙ хаҡында уйланыуҙарһыҙ, донъя ығы-зығыһына
батып, уйын-көлкө менән үткәндәрҙең яҙмышы күңелһеҙ тамамлана. Ғүмер байыштары
ҡара төнгә әйләнә, ә уның артынан яңы таң ҡалҡмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙең
ерҙәге юлы шулай үтә. Ер ләззәтттәрен көҫәп, нәфсеһен ҡәнәғәтләндереүгә сарыф
ителгән ғүмерҙәр мәңгелек тормоштағы йәһәннәм утындағы йәнде өҙгөс ыңғырашыуҙар
менән алмашына.»
Йәннәткә
табан юлды уңышлы үтеү өсөн, рухи мәғрифәт ҡояшы менән йылытып, әхүәле рухиәңдә
Илаһи һөйөү үҫентеләрен үҫтереү лазым. Ә бының өсөн йөрәгеңде үтә торған ер
бәйҙәренән һәм ләззәттәренән әрсәләү кәрәк. Ошо хикмәт көҙгөһөндә сағылып,
Шәйех Ибраһим бин Әҙһәмдең тормошо үҙенең йүнәлешен Илаһи һөйөү һәм рухи
мәғрифәткә бора.
«Төн уртаһы була. Солтан Ибраһим бин Әҙһәм тәхетендә
ултырған килеш йоҡлап китә. Бер заман һарай ҡыйығында ғәләмәт көслө шау-шыу
башалана: аяҡ тауыштары, ҡысҡырыштар көсәйә барып, солтанды уята. Ибраһим бин
Әҙһәм, урынынан һикереп тороп, түбәгә ҡарап ҡысҡырып ебәрә:
«Эй, кем бар унда? Төн уртаһында өй башында ни эшләмәк
кәрәк?»
Түбәнән
яуап килә: «О солтаныбыҙ! Беҙ ҡасҡан
дөйәбеҙҙе эҙләйбеҙ!»
Ибраһим
бин Әҙһәм асыуланып ҡысҡырып ебәрә: «Эй, иҫәрҙәр, төн уртаһында һарай ҡыйығында нисек дөйә
эҙләмәк кәрәк?»
Түбәнән
бик нәсихәтле яуап килә: «О Ибраһим бин Әҙһәм! Һин ҡыйыҡ башынан дөйә
эҙләмәгәнде беләһең, ә тәхеттә ҡулыңа сыбытҡы тотҡан килеш, башыңдағы таж, ебәк
кейемдәр менән Раббыңды табыу мөмкин булмағанын белмәйһеңме?!»
Ошо
һәм уның артынса килгән ошоға оҡшаш ваҡиғаларҙан һуң, Ибраһим
бин Әҙһәм шул ҡәҙәр тетрәнә – Аллаһтың ихлас ҡоло, тәхетенән баш тартып,
Илаһи һөйөү һәм рухи мәғрифәт юлын таба, Шәйех Ибраһим бин Әҙһәм – бөйөк салих
заттарҙың береһенә әүерелә.
Аҡылды уҙып
Аллаһтың
Ибраһим бин Әҙһәм кеүек тәҡүәле ҡолдары, Илаһи мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт
океанына сумып, имандан ихсан дәрәжәһенә күтәрелә, ғаләмдең тартыу көсө үҙәгенә
әүерелә. Улар – Аллаһҡа ғибәҙәттә «камил инсан» дәрәжәһенә етеүселәр.
Юныс
Эмре әҙәмдең Раббыһына табан юлын шулай тасуирлай: «Шәриғәт,
тәриҡәт, хәҡиҡәт һәм мәғрифәт -ошо юлдағы баҫҡыстар.»
Рухи
мәғрифәт юлына еткәс, тәҡүәләр ике донъя серҙәрен аңлау кимәленә лайыҡ була.
Мөьмин һәр нимәлә Илаһи ҡөҙрәт сағылышын күрә. Был һәләт кәрәмәт ( мөғжизә)
түгел, ә йәшерен ғилемдәрҙе аңлау дәрәжәһенә еткән һәм Илаһи һөйөү менән тулы
ҡәлб халәте. Хәҡиҡәт юлынан, йәғни тасаввуф юлынан барыусыларҙың бөтә ғүмере
ҡәлбеләрен шул кимәлгә еткереү ынтылышы менән үтә.
Хәҡиҡәт юлының, йәғни тасаввуфтың маҡсаты.
Тасаввуфтың
төп маҡсаты – кешенең рухи донъяһын төҙәтеү, ул шулай уҡ Илаһи һөйөүгә һәм рухи
мәғрифәткә лә юл аса. Аллаһ ҡоло ошо юл менән генә Раббыһына яҡыная ала.
Илаһи
һөйөүҙең тамыр йәйеүе рухи өлгөргәнлек хаҡында һөйләй, шунан һуң ғына әҙәм,
Раббыбыҙҙы йөрәге менән тойоп, аңлап, рухи мәғрифәткә эйә була.
Рухиәтте
тәрбиә ҡылыу мәктәбе булған тасаввуф, йөрәкте Илаһи мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт
менән тултырып, йәндәрҙе миғражға алып барыусы ҡапҡа ла булып тора. Бөтә барлыҡ
үҙенең тәбиғи асылына тартыла: ерҙән яратылған тән ергә тартыла, Аллаһу Тәғәлә
сағылышы булған йән рухи тормошҡа ынтыла.
Шәйех
Мәүләнә Руми был турала шулай ти:
«Тән яландарға, баҫыуҙарға, йөҙөм баҡсаларына тартыла.
Йән хикмәткә һәм рухи мәғрифәткә йөҙ тота, йәғни рух даимән рухи тормошҡа
ынтыла. Ул бөтә ғаләмде бар ҡылған Даими тере (әл-Хәйй) һәм Мәңгелек (әс-Самәд)
булған Аллаһты юҡһына.»
Йәндәрҙең ошо ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн, Аллаһ
пәйғәмбәрҙәренә өс бурыс йөкмәткән:
А.
Халыҡты Аллаһ диненә саҡырыу;
Б.
Кешеләрҙең әхүәле рухиәһен таҙартыу;
В.
Кешеләрҙе Ҡөрьәндең тәрән мәғәнәһен аңларға, ғаләмдәге йәшерен хикмәттәрҙе күрергә
өйрәтеү.
Танып белеүҙең асылы – үҙеңдең ярҙамға мохтаж
булыуыңды төшөнөү
Ғилем
хаҡында бөйөк салих заттар былай тигән: «Ғилем төшөнөүҙе аңлата. Төшөнөүһеҙ ғилем хәҡиҡи була
алмай. Төшөнөүҙең юғары кимәле – Аллаһты таныу – мәғрифәтуллаһ. Һәр фәнде танып
белеүҙең нигеҙендә мәғрифәтуллаһ ята. Һәр ғилем һәм фәндең ҡиммәте уның
мәғрифәтуллаһҡа яҡынлығына бәйләнгән.»
Изге
Ҡөрьәндә «ғалимдар» тип мәғрифәтуллаһҡа эйә булғандар, йәғни Аллаһу
Сүбхәнәһү үә Тәғәләне танып белгәндәр атала, ә тәҡүәлек (Аллаһтан ҡурҡыусанлыҡ)
– уларҙы айырып торған иң төп сифат. Изге аятта әйтелә:
«Ғалим кеше Аллаһтың язаһынан ҡурҡа» (Фәтыр (Яралтыусы), 28)
Бында
телгә алынған ҡурҡыу ҡот алынып, паникаға бирелеп ҡурҡыу түгел, ул –
мөхәббәттән тыуған борсолоу. Ул – Һөйгәнеңде хафаға һалыуҙан ҡурҡыу, Уның
ризалығына һәм хуплауына лайыҡ булмауҙан ҡурҡыу. Был ҡурҡыу аңдан бигерәк
йөрәктә нығыраҡ һиҙелә, шуға күрә тәүге нәүбәттә ғилемең рухи һиҙгерлек
дәрәжәһенә етеүе мөһим. Аллаһ Тәғәлә «Йома» сүрәһендә
ғилемдәре аҡылдан йыраҡ китмәгәндәрҙең, һиҙгерлек дәрәжәһенә күтәрелмәгәндәрҙең
һәм, ер нәфселәренә бирелеп, әхүәле рухиәһен һайығатҡандарҙың хәлен тау-тау китап тейәгән ишәккә
оҡшата.
Шағир
Юныс Эмре хәҡиҡәтте танып белеү тураһында былай тип яҙа:
Эйә
булған ғилем генә ғилем,
Фән
– иң тәүҙә үҙеңде таныу.
Үҙ-үҙеңде
танып белмәниһәң,
Ниңә
хәжәт һинең ул ғилем!..
Ни
мәғәнә һинең ғилемеңдән?
Хаҡты
таныу уның маҡсаты.
Ғилем
асылына төшә алмаһаң,
Бушҡа
ғына һинең хеҙмәтең!..
Ғилем
алдым тиеп һөйләмә һин,
Ҡылдым
ғибәҙәт тип Раббыма.
Раббыңды
таныуҙан йыраҡ булһаң,
Һүҙҙәрең
дә ҡоро һүҙ генә!..
Ошо
ябай дүрт юллыҡтарҙа асып һалынған ғилем асылы – кеше һәм бөтә ғаләмдәге сер,
йәшерен хикмәтте үҙ эсенә алған Хаҡ Тәғәләбеҙ хаҡындағы ғилем. Ул ғилемгә һүҙ
менән билдәләмә биреү еңел, әммә уның хәҡиҡи асылы кеше аҡылы сиктәрендә түгел.
Шулай ҙа һәр мөьмин, мөмкинлектәренә һәм тырышлығына ҡарап, ул ғилемдән үҙ
өлөшөн алыуға лайыҡ була ала, рухи ҡәнәғәтлек таба ала.
Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә шулай
мөрәжәғәт иткән:
«(О Аллам!) Мин Һине Һин лайыҡлы булғанса маҡтай
алмайым. Һин Үҙеңде нисек маҡтаһаң, һин шундай!»
(Мөслим «Саләт»,
222)
Танып
белеүҙең асылы ла шунда. Мөьминдең маҡсаты шундай: рухи мәғрифәткә эйә булыу
һәм бөтә күңеле менән Аллаһты яратыу.
Аллаһты һөйгәндәрҙең һәм Уны танып белгәндәрҙең рухи
һыҙаттары
Илаһи
һөйөү һәм рухи мәғрифәт Аллаһтың тәҡүәле ҡолдарына фәрештәләрҙе, ер һәм ете
күкте төйәк итеүселәрҙе көнләштерерлек рухи сифаттар бирә. Илаһи мөхәббәткә һәм рухи мәғрифәткә лайыҡ булыу –
Аллаһтың иң яҡшы бүләге. Илаһи мөхәббәткә һәм рухи мәғрифәткә эйә булған
Аллаһтың һайлам ҡолдарынан Хисап көнөндә «Нимә алып килдең?»-тип
һорамаясаҡтар, «Нимә теләйһең?»-тип һораясаҡтар.
Шәйех
Баязит Бистами вафат булғас, дуҫтарының береһе уны төшөндә күрә һәм былай тип
һорай: «О Баязит! Хәлең нисек?»
Баязит Бистами былай яуап бирә: «Фәрештәләр миңә тәүҙә шундай һорау бирҙе: «О Шәйех! Үҙең менән нимә алып килдең? Нимә менән килдең?» Мин уларға
былай тип яуап бирҙем: «Хаким ҡапҡаһы янына килгәндәрҙән нимә алып килеүе
тураһында һорамайҙар, ә шулай тиҙәр: «Ни теләйһең? Нимә
кәрәк?» Шул саҡта фәрештәләр әйтте: «Улайһа, нимә теләйһең?»
Баязитҡа
хас салих заттарҙың әһәмиәтен, дәрәжәһен Шәйех Мәүләнә Руми шулай тасуирлай:
«Аллаһты танығандар хәҡиҡи иман һәм рухи мәғрифәт
һөрмәһенә эйә; әгәр һин шул һөрмәне тапһаң һәм күҙеңә һөртһәң, улар йылға
рәүешенән икһеҙ-сикһеҙ океанға әүереләсәк.»
«Аллаһты танығандар күҙ асып йомғансы Хаким тәхете
янына барып етә ала, ә дәрүишлек юлына баҫҡандар ай буйы бер көнлөк юлды ғына
үтә ала.»
Аллаһты
танығандар мөхәббәт солғанышында. Улар, һәр даим Хаҡ Тәғәләгә күндәмлекте
иҫбатлап, сикһеҙ һөйөү тартыу көсө менән Раббыһына уҡтала. Тап улар Раббыһына
барып етә. Дини ҡанундарҙы аҡылы менән генә ҡабул иткәндәрҙе Аллаһҡа ҡурҡыу
тойғоһо илтә. Уларҙы мөхәббәт түгел, ҡурҡыу йөрөтә. Ҡурҡыу юлды оҙонайта: бер
көнлөк юлды улар бер ай буйы үтә. Был йәһәттән Мәүләнә (рәхмәтуллаһи ғәләйһи)
ғарифтарҙы шулай тасуирлай:
«Тап Аллаһты танып белгәндәр тура юлдан бара, тап
уларға тәҡүәлек (Аллаһтан ҡурҡыу) хас. Аллаһты таныу – фанилыҡтан ситләшеү
емеше. Аскетлыҡ – баҫыуға иген сәсергә ынтылыу. Аллаһты таныу – шул баҫыуҙың
өлгөргән уңышын йыйыу.»
«Аллаһты танығандар – бөгөнгө һәм иртәгәһе көндөң
хакимдары. Һәр емештең ҡабығы – татлы һәм тәмле емештең тоғро ҡоло һәм ялсыһы.»
«Бел, салих заттың ҡарашы – кешенең ике донъяла ла
ҡотолоу сәбәбе. Бөтәһе лә уға мохтаж, бөтәһе лә унан ярҙам ала, хатта ҡеүәтле
хакимдар ҙа! Аллаһтың Гүзәл исемдәре сағылыш тапҡан салих заттың ҡарашы Хаҡ
Тәғәләбеҙ Ҡарашына әүерелә!»
«Хаҡ Тәғәләбеҙҙән күҙен алмаған, Унан башҡа берәүгә лә
ҡарамаған, һис ҡасан хаталанмаған оло йөрәкле пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт
(салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шул сәбәпле бәләгә ҡалғандарҙың, бәхетһеҙҙәрҙең
яҡлаусыһы һәм йыуатыусыһы булып китә.»
«Аллаһты таныған тәҡүә, ҡол, бер урынға уңайлап
ултырып, серле юлдар менән, Раббыһын ғына күҙәтеп, йөҙҙәрсә донъяны гиҙә.»
«Ғарифтар йөрәгенә йәшеренгән күпме сер бар.»
Илаһи
мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт менән бүләкләнгән Аллаһтың һайлам ҡолдары – бөтә
яман сифаттарҙан ҡотолған, юғары әхлаҡҡа эйә булған бәхетлеләр. Улар Раббыһына
ғашиҡ, һәм Ул да уларҙы ярата.
Мәңгелек байрам таңы.
Аллаһтың
тәҡүәле ҡолдары тормошо, Рамаҙан айындағы һымаҡ, шәфҡәт, игелектәр, ғибәҙәттәргә
күмелеп, йәннәткә әҙерлек менән үтә. Уларҙың һуңғы һулышы мәңгелек байрам
таңына әүерелә. Беҙ Рамаҙан айын Илаһи мөхәббәт һәм рухи мәғрифәткә эйә булыу
өсөн файҙаланырға тейешбеҙ, быға ирешеү өсөн бөтә көстө һалыу лазым.
Шуны
белергә тейешбеҙ: ғибәҙәттәребеҙ, ураҙа ваҡытында ас тороуыбыҙ Илаһи һөйөүгә
лайыҡ булыуҙың шарты.
Ҡанаты
һынғандарға ҡанат, яңғыҙҙарға юлдаш булыу, яфа сиккәндәрҙе тыңлай белеү,
йығылғандарға ҡул һуҙыу, илағанды йылмайып йыуатыу, ҡыйын хәлгә ҡалғанға ярҙам
итеү – Илаһи һөйөү һәм рухи мәғрифәткә лайыҡ
булыуҙың шарты. Саҙаҡалар
биреп, Ҡөрьән уҡып, арабыҙҙан киткәндәрҙе лә иҫкә алырға тейешбеҙ. Был да Илаһи
һөйөү һәм рухи мәғрифәткә лайыҡ булыуҙың шарты.
Кемдеңдер
йөрәген яулау, яралы йөрәкте дауалау, Ҡәғбә хәленә килтереү, кемдеңдер әхүәле
рухиәһен ҡаҙалған шырауҙарҙан азат итеү, берәүҙе лә рәнйетмәү һәм берәүгә лә
рәнйемәү – былар ҙа Илаһи һөйөү һәм рухи мәғрифәткә лайыҡ булыуҙың шарты.
Үҙеңде,
хәләл ефетеңде, балаларыңды йәһәннәмгә эләгеүҙән ҡурсалау, йөрәгеңде һәм уларҙың
йөрәген йәннәт һандуғастары һәм Фирҙәүес раузалары халәтенә килтереү. Изге
Ҡөрьәнде уҡырға өйрәтеү, Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйөү,
хөрмәт тәрбиәләү. Иманыбыҙҙың изге нәмәләрен һаҡлау. Ватаныбыҙҙы һәм халҡыбыҙҙы
лайыҡлы һаҡлау. Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләбеҙҙең ризалығын алырға тырышып, Уның
бөтә әмерҙәрен үтәү, һәм тирә-йүндәге барса барлыҡҡа хәстәрлекле, миһырбанлы
булыу. Ошо шарттарҙы үтәгән хәлдә, Аллаһ бирһа, Илаһи нур һәр мәлебеҙҙе
яҡтыртып торасаҡ, һуңғы аҙымыбыҙ йәннәт юлының башы буласаҡ, ҡурҡыныслы Хисап
көнө лә мәңгелек байрам таңы булып әүереләсәк.
Эй Раббыбыҙ! Беҙҙе Үҙеңдең шул Шәфҡәттәреңдән айырма!
Яфа-һынауҙар тулы был донъяла беҙгә түҙемлек, ҡеүәт бир! Ауырыуҙарға - шифа,
бәхетһеҙҙәргә – бәхет, бурыслыларға бурыстарынан ҡотолоуҙы бир! Быуаттар буйы
иҙелеп йәшәгән мосолмандарға һөйөүеңде һәм ярҙамыңды бир!
Эй Раббыбыҙ! Һинең бәрәкәттәреңә, Илаһи һөйөүгә лайыҡ
булырҙай ғүмер бир!
Әмин!
Комментариев нет:
Отправить комментарий