Иң
уңышлы мөхәббәт – ҡәлбте йәнләндергән мөхәббәт. Ундай мөхәббәт һүнмәҫ ҡояш
кеүек.
Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу
ғәләйһи үә сәлләм) ялҡынлы мөхәббәт
Һүнмәҫ мөхәббәт сере
Кешеләрҙең
рухи халәтенә ҡарап, һөйөү төрҙәре лә айырыла. Ҡәлбе үлгән йәндәр бар, ялҡынлы
йәндәр бар. Ҡәлбе үлгән күңелдәр Һөйгәненә барып етә алмай, сөнки улар һөйөү
юлындағы ауырлыҡтарға, мохтажлыҡтарға әҙер түгел. Ялҡынланып янған йәндәр генә,
тулы һыулы йылғалар һымаҡ, һикәлтәләрҙе үтеп, танһыҡ күргән диңгеҙ менән
ҡушылыу өсөн, алыҫ-алыҫтарға китә ала.
Иң
уңышлы мөхәббәт – ҡәлбте йәнләндергән мөхәббәт. Ундай мөхәббәт ялҡынланып янған
ҡояш кеүек. Аллаһу Тәғәлә Изге аятта ундай мөхәббәтте ялҡынлы мөхәббәт тип атай. Мөхәббәт оҙайы уның көсөнә бәйле.
Аллаһу
Тәғәлә бөтә барлыҡты Үҙенең Мөхәббәте сәбәпле яралтҡан. Билдәле хәҙис-ҡудсиҙа
әйтелә: «Мин йәшерен хазина инем һәм Мине танып белеүҙәрен
теләнем һәм ғаләмде бар ҡылдым.»
(Исмәғил
Хаҡҡы Бурсави, «Канз Махви»)
Аллаһу
Тәғәлә Раббыһын һөйөү арҡаһында рухи мәғрифәткә эйә булған һәм шул һөйөүҙе
башҡа кешеләрҙең йөрәгенә лә һалған ҡолдарын ярата. Пәйғәмбәрҙәр, әүлиәләр,
шәһиттәр һәм ихлас мөьминдәр шундай бәхетле һайлам ҡолдар иҫәбендә.
Ғаләм –
мөхәббәт мәктәбе
Аллаһу
Тәғәлә бөтә барлыҡҡа һәм һайлам ҡолдарына һөйөүен бүләк иткән. Бөтә ғаләм кеше
өсөн бар ҡылынған һөйөү мәктәбе. Был мәктәптә мөхәббәттең гүзәл һәм юғары
төрҙәренә өйрәтәләр: Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләне һөйөргә, пәйғәмбәрҙәрҙе
һөйөргә, рухи остаздарҙы һөйөргә, туғандарыңды һәм яҡындарыңды һөйөргә, бөтә
барлыҡты һөйөргә...
Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйгәндәрҙең ғәмәлдәрен иҫкә алып, беҙ бөйөк мөхәббәт
һабаҡтары алабыҙ. Их хәләл һөйөүҙең береһе - Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи
үә сәлләм) һөйөү. Беҙгә йәнһеҙ булып тойолған нәмәләрҙең Пәйғәмбәребеҙгә оло
һөйөүе – Илаһи мөғжизәләрҙең береһе. Шундай мөғжизәләрҙең береһе
Пальма
бүрәнәһенең илауы
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), сохбеттар (әңгәмәләр) үткәргәндә һәм сәхәбәләргә
вәғәздәр һөйләгәндә, мәсет бинаһының терәүе булып хеҙмәт иткән финик пальмаһына
таяныр булған. Тора-бара сохбеттағы сәхәбәләр шул ҡәҙәр күбәйгән, бөтәһе лә Аллаһ
Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йөҙөн күрә алмаған, шуға күрә мәсет
эсенә минбәр эшләп ҡуйғандар. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тәүге
тапҡыр минбәргә күтәрелгәс, мөғжизә була – вәғәздәр ваҡытында Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу
ғәләйһи үә сәлләм) таянған пальма бүрәнәһе, ыңғырашып, ҡысҡырып илап ебәрә. (Бухари,
Менакиб 25, Буйу 32) Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), минбәрҙән
төшөп, уны һыйпап йыуата.
Шәйех
Мәүләнә Руми был ваҡиғаны шулай тасуирлай:
«Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) минбәрҙән төшә һәм фатихалы ҡулдары менән пальма
бүрәнәһен һыйпай һәм әйтә:
Әсе
йәштәр түгеп, бүрәнә үҙ телендә һөйләй башлай:
«О Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)! Мине
һағыш баҫты, сөнки һин мине ҡалдырып киттең. Бошонҡолоҡ ялмап алды мине. Вәғәздәрең
ваҡытында һин миңә таянғанда, донъяла иң бәхетлеһе инем. Хәҙер һин мине ҡалдырҙың
һәм минбәргә мендең. Хәҙер һинең таянысың – минбәр. О Аллаһ Илсеһе
(салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)! Шәфҡәтле бул миңә һәм әйт: был донъяла кем
һинең менән айырылышыуҙы күтәрә
алһын?»
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), уның рухи ғазаптарын тойоп, былай ти:
«О пальма бүрәнәһе! Айырылышыу һағышың шул ҡәҙәр
көслө икән, нимә теләйһең шуны һора минән!
Әгәр теләһәң, Аллаһтан һорармын, ул һине көнбайыштан алып
көнсығышҡа ҡәҙәр йәшәүсе бөтә барлыҡҡа емештәрен бүләк итеүсе ағасҡа
әйләндерер! Йәки Ул һине Йәннәттәге йәш ағас итһен, һәм һин мәңге йәш һәм зифа
булырһың!»
Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) яғымлы һүҙенә лайыҡ булған пальма бүрәнәһе былай тип
һорай:
«О Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)!
Мин һинән быларҙың береһен дә һорамайым. Мин һиндә иреп юғалырға теләйем, шуға
күрә, фани тәнемдән ҡотолор өсөн, мине ерләүҙәрен теләйем. Ағас ни ҡәҙәр генә
йәш һәм күркәм булмаһын, ул һыу һәм ҡояш энергияһы менән туҡлана. Ә мин, һин
миңә таянғанда, һинең яҡтылығың менән туҡланып, һинең йылылығың менән йылынып
йәшәнем, һиңә һөйөүем менән һулыш алдым. Артабан, был ләззәттәрҙән мәхрүм
ҡалып, мин йәшәй алмайым, мәңгелектә булырға теләйем. Сәхәбәләреңә мине ерләргә
ҡуш, юҡҡа сығырға һәм һинең нурыңда мәңге ҡалырға теләйем.»
Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), мәңгелек тормошта кеше ҡиәфәтен алһын
өсөн, пальма бүрәнәһен ерләргә бойорған.
Мөхәббәт хәҡиҡәте
Был
ваҡиғанан сығып, Шәйех Мәүләнә түбәндәге нәсихәттәрен бирә:
«Бер нимәне яҡшы төшөн: Аллаһу Тәғәләнең Шәфҡәтенә
лайыҡ булған әҙәм был донъяның үтә торған бәйҙәренән ҡотола һәм Раббыһына ғына йөҙ
тота.»
«Эй, ғәмһеҙ әҙәм! Муса һәм Әхмәттең
мөғжизәләренә иғтибар менән баҡ! Таяҡ нисек йыланға әүерелгән һәм, Илаһи нурға
ҡойоноп, пальма бүрәнәһе нисек илаған?!»
«Ағас киҫәгенән хәҡиҡи һөйөү үрнәген ал!
Тәнеңдең һәм ер бәйҙәренең әсире булма!»
«Шуны бел: хәҡиҡи мөхәббәт һәм юғары үрҙәр материаль
донъя һәм физик тән бөткән ерҙә башлана!»
Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) пальма бүрәнәһен, физик ҡабырсағынан
ҡотолһон һәм Әхирәттә Аллаһын таныған кеше ҡиәфәтендә тергеҙелһен өсөн, ерләргә
әмер бирә.
Шул
ғәжәпкә ҡалдыра һәм һоҡландыра: бүрәнә лә хатта үтә торған ер матурлыҡтарына
алданмай, шуның сәбәбендә, Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)
күңелендә урын биләп, камил инсан һымаҡ, Уның яҡлауына лайыҡ була. Пальма
бүрәнәһенең үтенесе ҡабул ҡылына. Үҫемлектәр донъяһының вәкиле генә булған
пальма бүрәнәһе күп кешеләр күтәрелә алмаған рухи үрҙәргә үрләй.
Өхөт тауы
Бер
заман Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Әбү Бәкер, Ғүмәр һәм Али
(разыйаллаһу ғәнһүм) Өхөт тауына күтәрелә. Бөйөк кешеләр аҫтындағы Өхөт
ҡалтыранып ҡуя.
Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уға былай тип мөрәжәғәт итә:
(Тирмиҙи,3703; Насаи, Ахбас 4/5, 6, 235)
Ҡарышмал дөйә
Үҫемлектәр
генә түгел, хайуандар ҙа Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу
ғәләйһи үә сәлләм) һөйөү бағлай һәм һис ҡаршылыҡһыҙ Уға буйһона.
Абдуллаһ
бин Йәбир (раҙыйаллаһу ғәнһү) былай тип һөйләй: «Бер заман Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)
менән походтан ҡайтып килә инек. Беҙ Мәҙинәгә еттек һәм Бәни Нәжәр ҡәбиләһе
баҡсалары яны тапҡырында бер дөйәнең баҡсаға берәүҙе лә үткәрмәүе тураһында
белеп ҡалдыҡ.
Пәйғәмбәребеҙ
(салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), был турала ишеткәс, баҡсаға инде һәм берәүҙе лә
яҡын ебәрмәгән ҡарышмал дөйәне саҡырҙы. Дөйә, Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу
ғәләйһи үә сәлләм) тауышын ишетеү менән, башын эйеп, Уның янына килде һәм ергә
ятты.
«Йүгән килтерегеҙ!» - тип
бойорҙо Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Ул дөйәгә йүгән кейҙерҙе лә уны
хужаһына тотторҙо. Шунан тирә-янындағыларға былай тине: «Ерҙәге
һәм күктәге бөтә йән эйәләре, боласыл ендәр һәм кешеләрҙән башҡа, минең Аллаһ
Илсеһе икәнлегемде белә.» (Әхмәт бин Хәнбәл, «Мүснәд»)
Был
бәйән шуға дәлил: үҫемлектәр, хайуандар һәм йәнһеҙ предметтар менән булған
ваҡиғалар пальма бүрәнәһе менән булған ваҡиғаның дөрөҫлөгөн раҫлай.
Салауат
Шағир
Сөләймән Челәби йәнһеҙ тип иҫәпләнгән тәбиғәттең Пәйғәмбәребеҙҙе (салләллаһу
ғәләйһи үә сәлләм) яртатыуы хаҡында бик матур итеп әйтә: «Хатта
Ҡояш бер күбәләк ише Уның фатихалы нуры тирәләй өйөрөлә.»
Оло
йөрәкле Али (раҙыйаллаһу ғәнһү) былай тип һөйләй:
«Мин Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) менән
йыш ҡына Мәккә буйлап йөрөй торғайным. Бер көндө беҙ бергәләп ҡала ситенә
сыҡтыҡ. Юлыбыҙҙа осраған һәр ағас, һәр таш Уны сәләмләй һәм салауаттар әйтә ине.»
Күндәм ағас
Түбәндәге
ваҡиға Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡарата
булған ялҡынлы һөйөү миҫалы:
«Походтарҙың береһендә Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) юлда осраған бәҙәүигә Ислам
бағаналарын аңлата башлай. Бәҙәүи үҙ сиратында Аллаһ Илсеһенән (салләллаһу
ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең пәйғәмбәрлеген иҫбатлауҙы һорай.
Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) яҡындағы ағасты күрһәтә һәм уны үҙенә
саҡыра. Ағас, Уның әмеренә буйһоноп, тамырҙары менән ерҙе йырта-йырта, Уға
яҡыная һәм өс тапҡыр Аллаһтың барлығы һәм берлеге хаҡындағы шәһәҙәт һүҙҙәрен
әйтә. Аҙаҡ Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә
сәлләм) әмеренә буйһоноп, йәнә урынына ҡайта.
Күргән
мөғжизәһенә хайран булып, бәҙәүи Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) алдына
барып тубыҡлана һәм әйтә: «Алдыңда йөҙ түбән йығылырға рөхсәт ит!»
Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡәтғи ҡаршы килә: «Һис
тә ризалығым юҡ! Аллаһ ҡоло икенсе бер Аллаһ ҡоло алдында сәждә ҡылырға тейеш
түгел.»
Фекерләү
Үҫемлектәр
һәм хайуандарҙың Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) булған шул ҡәҙәр
оло һөйөүен күреп, фекерләп ҡарарға кәрәк: тоғробоҙмо Уның юлына, фиҙакәрлеккә
әҙербеҙме?!
Хәҙерге
заманда Уның юғары рухиәтенә айырыуса мохтажбыҙ...Шағир әйткәнсә, ябай булмаған
заманда йәшәйбеҙ: «Күтәрелсе,
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Хисап көнө етте тиерлек!..»
Эй Раббым! Ҡәлбебеҙҙе Үҙеңә һәм оло йөрәкле Илсеңә
ялҡынлы мөхәббәт менән күм. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәтте (салләллаһу ғәләйһи үә
сәлләм) ихлас һөйгәндәрҙең рухиәтенән беҙгә
лә гүзәл өлөш бүләк ит!
Әмин!
Комментариев нет:
Отправить комментарий