суббота, 13 октября 2018 г.

Аллаһ Илсеһенә мөхәббәт






                            Мөхәббәтебеҙ Уға көслөмө?
Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хөрмәтебеҙ, ихтирамыбыҙ, Уның Сөннәһенә эйәреп, Уны яҡшыраҡ белергә тырышыуыбыҙ – Аллаһтан ҡурҡыуыбыҙға тест. Ғүмерен бөтә кешелектең ҡотолоуына һәм Уның хәҡиҡи юлды табыуына арнаусыһына рәхмәтле була белмәгән йөрәк йөрәк тип атала алмай.


«Шуны белеп тороғоҙ: һеҙҙең арала Аллаһтың Илсеһе бар.» (Хужүрәт (Бүлмәләр), 7)


                                           Мөхәббәтебеҙ Уға көслөмө?
                      Рухыбыҙҙы һәм аҡылыбыҙҙы нисек файҙаланырға тейешбеҙ?

              Әҙәмдең төп бурысы – Аллаһу Тәғәлә биргән бәрәкәттәр тураһында уйланыу һәм ул бәрәкәттәрҙе тейешенсә    файҙаланыу. Тәүге нәүбәттә беҙ рухыбыҙҙы һәм аҡылыбыҙҙы дөрөҫ итеп эшкә ҡушыу хаҡында уйланырға тейешбеҙ.
        Аҡылыбыҙҙы нисек эшләтергә тейешбеҙ?
Аҡылыбыҙ нәфсебеҙ теләктәренә хеҙмәт итеүҙән аслан һаҡланырға тейеш, уны Илаһи хәҡиҡәттәргә төшөнөү, ер донъяһына һынауҙар өсөн ебәрелеүебеҙҙе аңлау өсөн файҙаланыу лазым.      
      Рухыбыҙҙы нисек файҙаланырға тейешбеҙ?
Ҡәлбебеҙ Хаҡ Тәғәләбеҙ ҡарашы төбәлгән хәҡиҡи мөхәббәт үҙәге. Мөьминдең йөрәге, Әхирәттә Аллаһ алдына сәләмәт ҡәлб менән барып баҫыр өсөн, бөтә осраҡлы, гонаһлы, тәбиғи булмаған  нәмәләрҙән әрсәләнергә, зекер һәм тәүхид менән тулырға тейеш. Ә ундай дәрәжәгә етер өсөн


Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Үҙенең Йомартлығы һәм Мәрхәмәте менән, кешеләрҙе тәрбиәләү һәм нәсихәт биреү өсөн, хәҡиҡәттәре менән пәйғәмбәрҙәрен ебәргән. Аллаһ Илсеһенең пәйғәмбәрлек миссияһы башланғанға ҡәҙәр, был донъяға 124 меңдән ашыу пәйғәмбәр килгән. Аллаһ Тәғәлә иң яратҡан һәм иң камил пәйғәмбәрен һуңғыһы итеп ебәргән. Бөтә алдағы пәйғәмбәрҙәр айырым халыҡтарға ебәрелгән, улар шул халыҡтарҙың үҙенсәлектәренә, йолаларына ярашлы нәсихәт биргән. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәллим) бөтә кешелеккә ебәрелгән. Ҡиәмәткә ҡәҙәр бөтә кешелек Уның Илаһи саҡырыуына тапшырылған. Аллаһ Тәғәлә, Уны наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә Илсе итеп ебәреп, хәҡиҡәт юлын яҡтыртыусы ҡояш кеүек кешелектең бөйөк шәфҡәтсеһе иткән.

      Иң бөйөк мөғжизә

Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) иң бөйөк мөғжизәне – Ҡиәмәткә ҡәҙәр Аллаһ һүҙе булыуы хаҡында шаһитлыҡ ҡылыусы, ә Мөхәммәт пәйғәмбәр  (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Илсеһе булыуын иҫбатлап тороусы Изге Ҡөрьәнде тапшыра. Быуаттар һуңына ҡәҙәр килеп китәсәк быуындар Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бүләк итеп бирелгән был мөғжизәне күрәсәк һәм танып беләсәк. Изге Ҡөрьән мөғжизәһе аша Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) яңы йәмғиәт тәрбиәләй, ошо йәмғиәт йәшәгән осор иһә «сәғәҙәт ғасыры» атамаһын ала. Донъяла башҡа бындай йәмғиәт булғаны юҡ. Был осор халҡы Һинд океанындағы сөңгөлдәр ише наҙанлыҡ ҡараңғылығынан донъялағы иң бейек Гималай тауҙарылай игелек үрҙәренә күтәрелә.
Тереләй ҡыҙ балаларҙы ергә күмеү йолаһы йәшәгән ҡырағай йәмғиәт, Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) рухи тәрбиәһен алып, шундай миһырбанлы һәм шәфҡәтлегә әүерелә, Тигр йылғаһы буйында бүре тамаҡлаған һәр бәрәс өсөн үҙен яуаплы тоя башлай. Ошо бер генә миҫал да Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) камиллығын, тиңе булмаған әхлаҡ өлгөһө булыуын күрһәтә.

Һуҡырҙар ғына, ҡояш яҡтыртмай, тип әйтә.

Күҙҙәре һуҡыр булмаһа, улар уны мотлаҡ күрәсәк. Күҙҙәре ҡылый булмаһа, улар унда етешһеҙлек күрмәйәсәк. Унан кәмселектәр эҙләүселәр үҙҙәренең көсһөҙлөгөн, гонаһкәр, етлекмәгән булыуын ғына күрһәтәсәк. Кешелек тарихында нәсихәт биреү өсөн килгән пәйғәмбәрҙәргә әшәке ғәйепләүҙәр ташлауҙар, уларға ҡарата көс ҡулланыуҙар ҙа булған. Пәйғәмбәрҙәр алып килгән Илаһи хәҡиҡәттәр, кешеләрҙең нәфселәренә ҡаршы килгәнлектән, ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Әлеге заманда Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡара яғыуға йүнәлтелгән һәм беҙ шаһит булған ҡотһоҙ акциялар – уларҙы ойоштороусыларҙың әхлаҡһыҙлығы, рухи донъяһының түбәнлеге сағылышы.
Шәйех Мәүләнә был турала шулай ти:
«Донъябыҙҙы яҡтыртҡан ҡояшта таптар табырға маташыу - «күҙҙәрем һуҡыр һәм ҡараңғылыҡтан башҡа бер нәмә лә күрмәй,» тип белдереү ул.»
«Әгәр Аллаһ берәүҙе хурлыҡҡа төшөрөргә һәм әшәке яҡтарын асып һалырға уйлаһа, Ул был бәндәнең күңеленә саф әҙәмдәрҙе әрләү ниәтен һалыр.»
Кешелек яла яғыу менән түгел, Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) даимән рәхмәттәрен белдереү менән мәшғүл булырға тейеш. Тыуғандан алып һуңғы һулышына ҡәҙәр кешелекте ҡотҡарыу юлында ижтиһад иткән кешегә рәхмәтле була алмаған йән әҙәмгә хас түгел.

Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙҙең өсөн йөрәге өҙөлә

Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙҙең ҡотолоуыбыҙ, беҙҙең именлегебеҙ өсөн борсолоуы хаҡында хәбәр итә:

«(Ий, мосолмандар) хаҡтыр, һеҙгә үҙ арағыҙҙан сыҡҡҡан Пәйғәмбәр килде; һеҙ бәләгә тарыһағыҙ, ул хәсрәтләнә. Ул һеҙҙең өсөн йән ата, тәҡүәләргә ул сикһеҙ шәфҡәтле, мәрхәмәтле.» (Тәүбә, 128)

Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙгә мөхәббәте ата-әсәләребеҙ мөхәббәтенән дә көслөрәк. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Мин башҡа пәйғәмбәрҙәргә ҡарағанда ауырыраҡ һынауҙарға һәм ҡыйынлыҡтарға дусар булдым.» Был һүҙҙәр - үткәргән һынауҙарға зарланыу түгел, был һүҙҙәр уның өммәте өсөн йөрәге өҙөлөүе. Ул шул ҡәҙәр беҙгә шәфҡәтле, шул ҡәҙәр беҙҙең өсөн борсола, шуға ла Хисап көнөндә Ғәреш күләгәһе аҫтында күҙ йәштәре менән Аллаһ Тәғәләнән беҙҙе ярлыҡауын үтенәсәк, ярлыҡауҙы һорап ҡылған доғаһын Аллаһ ҡабул итмәй тороп, сәждәнән тормаясаҡ. (Бухари, Әнбиә, 3, 9; Мөслим, Иман, 327, 328; Тирмиҙи, Ҡиәмәт, 10)

Һөйгән һөйгәненә оҡшарға тырыша

Әйтәләр бит: «һөйгән һөйгәне янында.» Һис шикһеҙ, беҙ кемделер яратабыҙ икән, беҙ күңелебеҙ менән уның янында. Ғашиҡтарҙың һүҙҙәре лә берегә, асылдары ла, ғәмәлдәре лә, хистәре лә, уйҙары ла һәм йәшәү рәүеше лә бер төрлөгә әйләнә. Әгәр ғашиҡ күңеле менән һөйгәне янында түгел икән, һөйгәненә хас булмаған ҡылыҡтар ҡыла икән, тимәк ул уны яратмай.
Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙ ни кимәлдә яратабыҙ? Тоташҡан һауыттар принцибын хәтергә төшөрһәк, быны аңларға була. Уның Сөннәһен ни кимәлдә үтәйбеҙ, балаларыбыҙға, тирә-йүндәгеләргә Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шәхесенең гүзәллеген, камиллығын ниндәй кимәлдә асып һалырға ынтылабыҙ – былар тураһында һәр саҡ иҫтә тотоу лазым.

Уға оҡшарға тырышыу рухи тәрбиә талап итә.

Фани донъяла имен булыр өсөн һәм гонаһкәрҙәрҙең ауыр тәүбәләре һәм аһтары яңғырап торған мәңгелек донъяла имен булыр өсөн, беҙ Аллаһ Илсеһенән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үрнәк алырға тейешбеҙ. Көндәлек тормошобоҙҙа, рухи тормошобоҙҙа, кешеләргә һәм бөтә барлыҡҡа мөнәсәбәтебеҙҙә ул беҙгә үрнәк булырға тейеш. Ул – һәр социаль кимәл өсөн дә өлгө... Ни рәүешле беҙ унан өлгө алырға тейешбеҙ? Китаптар уҡыпмы? Юҡ. Уның өлгөһөн рухиәтебеҙгә индереп. Аллаһ Тәғәлә «Әхзәб» сүрәһендә быға өйрәнеү юлдарын өйрәтә:
Быға өйрәнеүҙең тәүге шарты – ҡәлбебеҙ менән даимән Аллаһҡа яҡын булырға ынтылыу. Раббыбыҙ менән ни рәүешле бергә булырға мөмкин? Яуап киләһе аятта:

«Улар баҫып та, ултырып та һәм ҡырын ятҡан килеш тә Аллаһты зекер итә.» Йәғни даимән Аллаһты иҫтә тотоу, «Илаһи видеокамералар» беҙҙе даимән күҙәтеүен тойоу. Раббыбыҙ беҙгә «шаһ тамырынан да яҡыныраҡ.» Ә беҙ Уға ни кимәлдә яҡынбыҙ? Аллаһҡа яҡын булыу өсөн, Пәйғәмбәребеҙҙән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  өлгө алыу мөһим.
Өйрәнеүҙең икенсе шарты – фани донъяның ваҡытлы булыуын аңлап, әхирәттәге хозур тормошҡа ынтылыу. Был турала Шәйех Мәүләнә Руми ҙа нәсихәт бирә:
«Фани донъя – төш. Был донъялағы байлығың – төшөңдә хазина табыу менән бер. Матди байлыҡ быуындан-быуынға күсәсәк, әммә барыбер ошо донъяла тороп ҡаласаҡ.»
Ваҡытлы донъяла – һынауҙар донъяһында йәшәүебеҙҙе аңларға, мәңгелек юламсылары булыуыбыҙҙы хәтерҙә тотоп, нәфселе теләктәребеҙҙе ауыҙлыҡларға бурыслыбыҙ. Әгәр шуларҙы төшөнөп, рухи юғарылыҡҡа күтәрелә алһаҡ, мәңгелек тормошобоҙ берҙән-бер маҡсатыбыҙға әүереләсәк. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) был юлда иң яҡшы үрнәк. Уның өлгөһөнә эйәреп кенә, Хаҡ Тәғәләбеҙ бүләк иткән йәннәткә лайыҡ була аласаҡбыҙ.

Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡиммәте һәм беҙ

Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡиммәтен һәм юғарылығын аңламай тороп, Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу мөмкин түгел. Аллаһу Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) юғары баһалай:

«Шик юҡтыр, Аллаһ та, фәрештәләре лә Пәйғәмбәргә күп салауат әйтерҙәр. Эй, мөьминдәр, һеҙ ҙә хәҙрәти Пәйғәмбәргә салауат әйтегеҙ һәм сәләмдәр күндерегеҙ.» (Әхзәб (Төркөмдәр), 56)

Аллаһу Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Үҙенең иң гүзәл ижад емешенә салауаттар ҡыла. Әммә рухыбыҙ, аҡылыбыҙ һәм күҙаллауҙарыбыҙ аша быны тулыһынса ҡабул итергә ҡадир түгелбеҙ. Хаҡ Тәғәләбеҙ Үҙе бар ҡылғанға нисек салауат ҡыла? Ҡайһы бер Ҡөрьән тәфсирҙәрендә быға аңлатма бар, тик Аллаһ салауаттарының хәҡиҡи асылы беҙгә ҡараңғы. Шуныһы мәғлүм: Хаҡ Тәғәләбеҙҙең Үҙенең Илсеһенә мөхәббәте көслө һәм беҙҙән дә ул Илсеһен яратыуҙы, хөрмәт итеүҙе талап итә:

«Әй, иман килтергән әҙәмдәр! Доға ҡылығыҙ уға һәм һәм һәр саҡ сәләмдәрегеҙҙе күндерегеҙ!..»

Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) салауаттарыбыҙҙы һәм сәләмдәребеҙҙе телебеҙ менән генә ҡылыу әҙ, шәхси тормошобоҙҙағы һәм йәмғиәттәге һәр халәтебеҙ салауатыбыҙ һәм сәләмебеҙ булырға тейеш. Ғаиләбеҙҙәге, хеҙмәтебеҙҙәге, кешеләр менән аралашыуҙағы мөнәсәбәтебеҙҙе күреп, Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙгә йылмайып ҡарар инеме икән? Ә балаларыбыҙҙы тәрбиәләүебеҙгә, Раббыбыҙға ғибәҙәт ҡылыуыбыҙға ҡарап?
Әгәр бөгөн ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе үҙебеҙ үлсәп ҡарамаһаҡ, Хисап майҙанында яуап тотоуыбыҙ ауырға төшәсәк. Һис шикһеҙ, ул Көндө һәммәбеҙ шундай хәбәрҙе ишетәсәк:

«Үҙ дәфтәреңде уҡы. Үҙ-үҙеңде хөкөм итергә ошо ғәмәл дәфтәрең етер.» (Исра (Төнгө йөрөү), 14)

Ул көн ғәмәл дәфтәребеҙ аша асыҡтан-асыҡ һәм йәшереп ҡылған бөтә эштәребеҙ фаш буласаҡ, һәр кем үҙ тормошо хаҡындағы фильмды күрәсәк. Намаҙҙарыбыҙҙы нисек ҡылғанбыҙ? Нисек ураҙа тотҡанбыҙ? Күндәмлек күрһәтеп, бөтә йөрәк менән ҡылғанбыҙмы уларҙы, әллә форма өсөн генәме? Әхүәле рухиәбеҙ, аҡылыбыҙ, интеллектыбыҙ, аҡсабыҙ, байлығыбыҙ, һәләттәребеҙ нимәгә сарыф ителгән? Шуларҙың ҡайһы өлөшөн буштан-бушҡа елгә осорҙоҡ? Аллаһты һәм Уның Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  ни кимәлдә яраттыҡ һәм улар әхлағынан ни кимәлдә үҙ өлөшөбөҙҙө алдыҡ?
Хисап көнөндә быларҙың һәммәһен ғәмәл дәфтәрҙәребеҙҙә һәм Илаһи экрандарҙа күрәсәкбеҙ. Бына ни өсөн фани донъяла уҡ Әхирәттәге тормошобоҙҙо күҙаллау, баһалау лазым.

Мөхәббәткә һәм инсафлылыҡҡа имтихан

Беҙ һынауҙар донъяһында йәшәйбеҙ, секунд һайын имтихан бирәбеҙ. Иң ҙур имтихан - Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мөхәббәт, күндәмлек һәм хөрмәт имтиханы. Аллаһ Тәғәлә әйтә:

«Әй, иман килтергән әҙәмдәр, Аллаһҡа итәгәт итегеҙ, Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ. Ҡылған эштәрегеҙ заяға китмәһен.» (Мөхәммәт, 33)
«Әй, иманлы әҙәмдәр! Пәйғәмбәрегеҙ янында тауыш күтәрмәгеҙ. Бер-берегеҙгә ҡысҡырып баҡырған кеүек, Пәйғәмбәргә ҡаты тауыш менән өндәшмәгеҙ. Юҡһа, һеҙ үҙегеҙ ҙә абайламаҫтан, ғәмәлдәрегеҙҙе юҡҡа сығарырһығыҙ. Аллаһ Илсеһе янында түбән тауыш менән һөйләшеүселәрҙең, һис шикһеҙ, Аллаһ тарафынан саф мосолман булыуы һынала. Уларға ярлыҡау һәм олуғ әжер бар.» (Хужүрәт (Бүлмәләр), 2-4)

Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙҙең хөрмәтебеҙ, Уның Сөннәһенә тоғролоғобоҙ, Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) аңлау ҡеүәбеҙ – ҡәлбебеҙҙең Аллаһтан ҡурҡыуға имтиханы, беҙҙең Уға ҡарата булған мөхәббәтебеҙ кимәле. Шул уҡ ваҡытта был – Аллаһҡа яҡынайыу юлы...
Бынан сығып шундай һорау тыуа: Аллаһ Илсеһенән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙ нисек итеп үрнәк алырға тейешбеҙ? Быға Изге Ҡөрьән аныҡ яуап бирә:

«Рәсүлгә итәғәт иткән кеше, ысынлыҡта, Аллаһҡа итәғәт иткән булыр. (Ул итәғәттән) йөҙ сөйөргәндәргә килгәндә, һине улар артынан күҙәтеүсе , һағалаусы итеп ебәрмәнек.» (Нисә (Ҡатындар),80)

               Уға һөйөү билдәләре

Абдуллаһ бин Хишам тапшырған хәҙис Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡарата мөхәббәттең ниндәй булырға тейешлеге тураһында бәйән итә:
«Бер заман беҙ Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) менән бергә инек. Уның усында оло йөрәкле Ғүмәрҙең ҡулы ине. Ғүмәр Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) яратыуын шундай һүҙҙәр менән белдерҙе:
«О Рәсүлуллаһ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)! Үҙ йәнемдән ҡала мин иң нығы һине яратам!»
«Юҡ, һин мине үҙ йәнеңдән дә артыҡ күреп яратырға тейеш!»
Ғүмәр һүҙен төҙәтте:
«О Рәсүлуллаһ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)! Улайһа, мин һине үҙ йәнемдән дә артыҡ күреп яратам!»
  «Бына хәҙер дөрөҫ!» (Бухари, Айман, 3)
Тап шундай һөйөү менән беҙ Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) артынан эйәрергә тейешбеҙ. Ул йәнебеҙҙең берҙән-бер хакимына һәм ғүмеребеҙ юлбашсыһына әйләнергә тейеш, сөнки Уға һөйөү бағлау беҙгә фарыз:

«Иман килтергәндәргә Пәйғәмбәр үҙ йәндәренән дә яҡыныраҡтыр...» (Әхзәб (Төркөмдәр), 6). Ул беҙгә үҙ йәнебеҙҙән дә яҡын.
Хәҙистә әйтелгәнсә, Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мөхәббәт – хәҡиҡи имандың бер шарты:
«Йәнем ҡулында булған Аллаһ менән ант итеп әйтәм: берәү мине үҙенән, ата-әсәһенән, балаларынан һәм бөтә кешеләрҙән нығыраҡ яратмай тороп, ул хәҡиҡи иман эйәһе була алмаясаҡ.» (Бухари, Иман, 8)
Шул сәбәпле юғары выжданлы сәхәбәләр һәр даим әйтә торған булған:
«О Рәсүлуллаһ! Атам-әсәм һиңә фиҙа булһын!»
Ул мөхәббәттән мәхрүм булыу – наҙанлыҡ, ә шул мөхәббәт менән яныу – ҡотолоу юлы.

Уға ҡарата мөхәббәт билдәләре

Һөйгәне хаҡында кеше күп һөйләй, яйы сыҡҡан һайын, уны телгә ала, уның менән бәйле нимәләрҙе иҫләй. Бизнесына мөкиббән эшҡыуар даимән эше тураһында һөйләй: «Шул ҡәҙәр килем булды, шул ҡәҙәр сығым булды, был сауҙа килешеүенән шул ҡәҙәр табыш киләсәк, килемде шулай алырға мөмкин...» Балаһын өҙөлөп һөйгән әҙәм иһә һәр ҡайҙа һәр саҡ балаһын һөйләй.
Намыҫлы сәхәбәләр һәм бөйөк салих заттар һәр саҡ Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хаҡында һөйләр һәм ул әңгәмәләрҙән әйтеп бөтөргөһөҙ ләззәт алыр булған.
Улар Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йөрөгән урамдарҙан йөрөүҙе, ул яратҡан сәскәләр хуш еҫен еҫкәүҙе хуп күргән. Һөйләүҙәренсә, имам Науави бер ҡасан да ҡарбуз ашамаған, сөнки Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡарбуз телеүе хаҡындағы хәҙисте тапмаған.
Шәйех Әхмәт Йәсәүи әйткән: «Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) 63 йәштә баҡыйлыҡҡа күскән, шуға күрә 63 йәштән һуң минең бында эшем ҡалманы.» Аҙаҡ ул үҙенә соҡор ҡаҙыған һәм шунда йәшәгән килеш остазлыҡ эшен алып барған. Ундай сифаттар Аллаһтың һайлам ҡолдарына хас, улар ялҡынлы һөйөү сағылышы булып тора.
Оло йөрәкле Әбү Бәкер һораған:
-        Ҡыҙым, Ғәйшә, бөгөн ниндәй көн?
-        Атай, бөгөн дүшәмбе.
-        Ҡыҙым, әгәр бөгөн үлһәм, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Кисекмәҫтән мине Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) алып барығыҙ һәм ерләгеҙ!
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) менән бергә булыу теләге ни ҡәҙәр көслө булған! Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә беҙгә лә Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) яҡындан белеү-тойоу һәм һөйөү һәләтен бирһен инде!

Ул лайыҡ булғанса, Уның тураһында һөйләү ауыр.

Бер заман Халит бин Вәлиткә Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) вафатынан һуң Ислам ҡабул иткән ҡәбилә башлығы мөрәжәғәт икән:
-        Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хаҡында миңә һөйләп бирә алмаҫһымы икән?
-        Мин аңлатып бирә алмайым.
-        Белгәнеңсә аңлат улайһа! Нисек итеп уны күреүеңде һөйлә!
-        Шуны ғына аңлата алам: килеүсе үҙен Ебәреүсегә бәрәбәр. Уны ебәреүсебеҙ Хаҡ Тәғәләбеҙ булғас, уның хаҡы хаҡында үҙең фекерләп ҡара инде!

Хаҡ Тәғәләбеҙ оло йөрәкле сәхәбәләр йөрәгендәге Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡарата булған оло мөхәббәттән беҙгә лә өлөш сығарһын. Ғүмеребеҙҙе Үҙенең Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйөү менән биҙәһен!
Әмин!












Комментариев нет:

Отправить комментарий