четверг, 18 октября 2018 г.

Уны белә, Уны күрә һәм Уны тоя алыу






























Әгәр беҙ Уны таный алһаҡ, Хисап майҙанында Ул беҙҙе таный аласаҡ. Әгәр Уны күрергә өйрәнһәк, Ул беҙгә ҡараясаҡ. Әгәр беҙ Уны ишетә башлаһаҡ һәм тыңлаһаҡ, Ул беҙҙең Үҙенә төбәлгән доғаларын ишетәсәк. «Рәсүлебеҙҙе лә һеҙҙең тура юлдан барыуығыҙға шаһит булһын, тип ебәрҙек» (Баҡара, 143) аятына ярашлы, Уның шәфәғәтенә лайыҡ булыр өсөн, Уның юлынан барырға тейешбеҙ.
*    Уны белә, Уны күрә һәм Уны тоя алыу

             Ул шундай ҡол һәм шундай Илсе.

1400 йыл элек Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тыуған көндө кешелектең тыуыуы тип иҫәпләргә мөмкин. Мөхәммәт Нурынан бар ҡылынған Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) донъяға килеүе – рухи һәләкәтте кисергән кешелектең Яңырыу дәүере башланыуы ул.
Аллаһтың Шәфҡәте менән, кешелек барлыҡҡа килеү осоронда уҡ Уның исеме менән нурлана, ә Ул физик тән рәүешендә ерҙә пәйҙә булғас, яңынан тыуа. Уны һөйөү күҙе менән күрә алған теләһә ниндәй кеше, яҡтылыҡ сығанағы тирәләй өйөрөлгән күбәләк кеүек, ғүмере буйы Уның тирәләй өйөрөләсәк.
Ул – Раббыбыҙҙың бөтә барлыҡ көткән һөйгән ҡоло. Ул пәйҙә булғас, һәммәһе, ташҡын йылғалар һәм киҫкен елдәр ише, Уға уҡтала.
Ул – балҡып торған Нурлы тулған ай кеүек Аллаһтың гүзәл ҡоло.
Исеме менән Хаҡ Тәғәләбеҙ ант иткән Илсе ул. Сәғәҙәт быуатында йәшәүгә, Уны күреүгә беҙ лайыҡ була алманыҡ, әммә беҙ Уны күҙебеҙ менән күреп торғандай таный белергә һәм яратырға тейешбеҙ –  быға иһә Уға ғашиҡ күҙҙәр һәм йөрәктәр генә лайыҡ була ала. Тимәк, Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мөхәббәтебеҙҙең төп маҡсаты – Уны аңлау һәм күреү. Аҡылы камил кеше, Уны танып белгәндән һуң, Уны яратмауы, Уның эҙенән атламауы, Уға әсир булмауы мөмкин түгел! Хатта нәфселе теләктәре артынан, шайтан артынан йөрөгән дошмандары ла, Уның менән бик аҙ ғына аралашҡандан һуң, ғәҙел һәм ышаныслы кеше булыуын танырға мәжбүр булған.
Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нурҙарының тартыу көсөн тойғандарҙың күҙендә шатлыҡ осҡондары балҡый, әлбиттә, әхүәле рухиәләре ҡараңғылыҡ сөңгөлөндә булмаһа инде. Әйтергә кәрәк, мәңгелек язалар упҡынына тәгәрәмәҫ өсөн, гонаһкәрҙәр ҙә Уның шәфҡәтле ҡулына мохтаж.
Бөтә кешелек, хатта ки пәйғәмбәрҙәр ҙә, Уны таныуға, Унан өлгө алыуға һәм Уның артынан барыуға мохтаж. Әҙәмдән (ғәләйһис-сәләм) алып бөтә пәйғәмбәрҙәр Уның килеү хәбәренә ҡыуанған һәм Аллаһтан Уның өммәтенә индереүҙе һораған.
Аллаһ Рәсүлен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) баһалай алыуыбыҙ, Уның гүзәл сифаттарын таный белеүебеҙ – Раббыбыҙға һәм Уның Илсеһенә һөйөүебеҙ һәм иманыбыҙ билдәһе. Пәйғәмбәребеҙҙең гүзәл сифаттарын тасуирлау өсөн һүҙҙәр етмәҫ. Уның камиллығын, тиңе булмаған күркәм холҡон асып һалыр өсөн, бер нисә генә миҫал килтерәбеҙ.
Пәйғәмбәрҙәр Пәйғәмбәре
Ҡатада бин Ноғман шундай хәҙис тапшырған:
«Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) Аллаһҡа мөрәжәғәт иткән:
-        О Раббым! Изге яҙмаларҙан игелекте әмер иткән, ямандан тыйған иманлы өммәт булыуы тураһында белдем. О Аллаһ, ул өммәтте минең өммәтем итсе!
  Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) дауам иткән:
-        О Раббым! Изге яҙмаларҙа элек индерелгән яҙмаларға һәм һуңғы Китапҡа ышанған, бер күҙле һәм ялғансы Дәжжәлгә ҡаршы алышҡан өммәт тураһында әйтелә. Ул өммәтте минең өммәтем итсе!
Хаҡ Тәғәләбеҙ шулай яуап биргән:
-        Ул Әхмәттең өммәте.
Шул саҡ  Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм), яҙмаларҙы ситкә ҡуйып, үтенесен белдергән:
-        О Аллаһ! Мине лә Әхмәт өммәтенән ит!» (Табари, IX, 8788; Ибн Кәсир, Тәфсир, II, 259; әл-Әғрәф сүрәһенең 154-се аяты тәфсире).
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенән алда килеп киткән 124 меңдән ашыу пәйғәмбәрҙең барса билдәле һәм билдәһеҙ гүзәл сифаттарын үҙендә туплаған. Ул Ҡиәмәткә тиклем килеп китәсәк бөтә кешеләр өсөн дә үрнәк булған күркәм шәхес.
Унан һуң Ҡиәмәткә ҡәҙәр башҡа пәйғәмбәрҙәр булмаясаҡ, шуға күрә Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) иң камил шәхес булып тора.

          Гүзәлдәрҙең дә гүзәле

Пәйғәмбәребеҙҙең вафаты алдынан уның яратҡан ҡыҙы Фатима (раҙыйаллаһа ғәнһә), илап, былай ти: «О Рәсүлуллаһ! Мин һинең йөҙөңдө башҡаса күрә алмаясаҡмын!»
Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Алиҙы (раҙыйаллаһу ғәнһү) саҡырып былай тип ҡуша:
«О Али! Хилйә эшлә – минең сифаттарымды тасуирла. Минең сифаттарымдың тасуирламаһын уҡыу – мине күреүгә бәрәбәр.»
Төрлө хәҙистәрҙә Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) түбәндәге тасуирламаһы бирелә:
Уның тышҡы ҡиәфәте рухи донъяһы кеүек үк гүзәл була. Уның йөҙө тулған ай һымаҡ нурланып тора. Ғәйшә (раҙыйаллаһу ғәнһә) әйтә: «Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йөҙө шул ҡәҙәр нурланып торҙо, уның яҡтылығынан файҙаланып, ҡараңғы төндә мин энәгә еп һаплай инем хатта.»
Уның ҡалаҡ һөйәктәре араһында пәйғәмбәрлегенә дәлил булыусы Илаһи тамға була. Сәхәбәләрҙең күбеһе ул тамғаны бик тә күрергә һәм үбергә теләй. Вафат булыр саҡта был билдәнең юҡҡа сығыуы уның ысынлап та китәсәген раҫлай.(Тирмиҙи)
Тәне Илаһи нурҙан торғанлыҡтан, үлеменән һуң бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмай. Әбү Бәкер (раҙыйаллаһу ғәнһү) йөрәге һыҡрап һәм йәшле күҙҙәре менән былай ти:
«О Рәсүлуллаһ! Һинең үлемең тормошоң кеүек үк гүзәл!»
Пәйғәмбәрҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) күркәм йөҙөнән Илаһи нур ағыла, тауышы яғымлы, хәрәкәттәре нәзәкәтле, ә телмәре талғын, асыҡ һәм аныҡ була. Ул артыҡ һүҙҙәр ҡулланмай, һәр һүҙе урынлы ҡулланыла, хикмәт һәм нәсихәт менән тулы була. Мәғәнәһеҙ, буш һүҙҙәрҙе Ул телмәренә бөтөнләй индермәй. Ғәйбәт, юҡ-бар хәбәрҙәр Уны ҡыҙыҡһындырмай. Һәр әҙәм менән Ул уның аңлау ҡеүәһенә, кимәленә ярашлы һөйләшә. Йомшаҡ күңелле һәм баҫалҡы була Ул. Ҡысҡырып көлмәй, хахылдамай, әммә алсаҡ, асыҡ сырайлы була. Ҡапыл күргәндәрҙе уның күркәмлеге, һөйкөмлөлөгө хайран итә. Уға тартылып, уның менән әңгәмә ҡорғандар Уға тиҙ арала эҫенеп китә.
Үҙенә хеҙмәт иткәндәрҙе Ул яҡшы ҡарай: үҙе нисек кейенһә, уларҙы ла шулай кейендерә, үҙе нисек ризыҡланһа, уларға ла шундай уҡ ризыҡ бирә. Йомарт та, шәфҡәтле һәм мәрхәмәтле лә, ә кәрәк саҡта – тәүәккәл йәки күндәм.
Ул вәғәҙәләренә һәм анттарына тоғро, ғәҙел һүҙле була. Әхлаҡ, аҡыл һәм зирәклек йәһәтенән бөтә кешеләрҙән өҫтөн тора, бер һүҙ менән әйткәндә, тышҡы ҡиәфәте гүзәл, рухиәте камил, Хаҡ Тәғәләбеҙҙең иң яҡшы ижад емеше була ул.

  Тәҡүәлеләрҙең (Аллаһтан ҡурҡыусыларҙың) дә тәҡүәлеһе

Ғәрәбстандың бөтә райондары үҙ ихтыяры һәм теләге менән Уның ҡанаты аҫтына инә. Бөтә Ғәрәбстандың хакимына әйләнә Ул, нимә теләһә, шуны ҡыла ала, әммә ябайлыҡ һәм баҫалҡылыҡ Уны ташламай. Ҡулында бер нәмә лә булмауы, ә бөтә байлыҡтарҙың хәҡиҡи хужаһы Аллаһу Тәғәлә булыуы хаҡында Ул ҡат-ҡат әйтә. Ваҡыт үтә, һәм уның ҡулына иҫәпһеҙ күп хазиналар инә. Нурлы Мәҙинәгә ҡиммәтле тауарҙар тейәлгән каруандар ағыла. Бөтә был байлыҡтарҙы Ул мохтаждарға тарата, ә үҙе элеккесә, аскеттарса тормошон дауам итә.
Ул әйтә: «Әгәр минең Өхөт тауы ҡәҙәрле алтыным булһа, мин уны өс көндән дә артыҡ үҙемдә тотмаҫ инем (бурыстарҙы түләр өсөн ҡалдырылғанынан тыш).» (Бухари, Теменни, 2; Мөслим, Зәкәт, 31).

       Иң баҫалҡыларҙың да баҫалҡыһы

Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) 4 кеше генә күтәреп йөрөрҙәй «гарра» тип аталған таштабағы була. Ҡояш ҡалҡып, мөьминдәр Духа намаҙын ҡылғанда, «тирит» (икмәк туралған итле һурпа) һалынған шул таштабаҡты килтерәләр. Сәхәбәләр берҙәм рәүештә ризыҡ тирәһенә йыйыла. Кешеләр ифрат күп булғанлыҡтан, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ергә тубыҡлана. Бәҙәүиҙәрҙең береһе быны күреп аптырап һорай: «Был ниндәй ғәҙәт ул?»
Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай тип яуап бирә:
«Хаҡ Тәғәләбеҙ мине маҡтаулы ҡоло итеп бар ҡылған.» (Әбү Дауыт «Атғима», 17, 3773)

        Иң күндәмдәрҙең дә күндәме

Көн артынан көн үтә, ә Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йортонда ризыҡ әҙерләү өсөн усаҡ яҡмайҙар, йыш ҡына ул ас килеш йоҡларға ята. (Әхмәт, VI, 217; Ибн Сағд, 1, 405)
Бер заман Ғүмәр (раҙыйаллаһу ғәнһү) Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бүлмәһенә инә һәм уның буп-буш булыуын күрә. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) финик пальмалары япраҡтарынан үрелгән септәлә ята. Тупаҫ септә Уның фатихалы тәнендә эҙҙәр ҡалдыра. Бүлмә мөйөшөндә бер аҙ арпа оно, ә өҫтәге ҡаҙаҡта иҫке һыу турһығы эленеп тора. Шуның менән вәссәләм! Бөтә Ғәрәп ярымутрауы буйһонған Аллаһ Пәйғәмбәренең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) барса милке шул була. Был хәлде күргәс, оло йөрәкле Ғүмәр (раҙыйаллаһу ғәнһү) күҙенән йәштәр атылып сыға. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) унан һорай:
-        О Ғүмәр! Ниңә илайһың?
Тегеһе шулай тип яуап бирә:
-        Нисек иламайым, Рәсүлуллаһ! Византия императоры, фарсылар батшаһы зиннәткә ҡойона. Ә Аллаһ Илсеһе ҡоро септә өҫтөндә ята!
Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ғүмәрҙе тыныслындыра:
-        О Ғүмәр! Византия императоры, фарсылар батшаһы, зиннәткә ҡойоноп, ер тормошо менән ләззәтләнһен! Беҙгә мәңгелек донъя бәрәкәттәре лә етер! (Әхмәт, II, 298; Табарани, Әл-Мүджәмүғл-Кәбир, X, 162)


Иң әҙәплеләрҙең дә әҙәплеһе

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үтә лә һиҙгер һәм әҙәпле була. Бер заман ул берәүҙең ергә төкөрөүен күреп ҡатып ҡала, фатихалы йөҙө ҡыҙара. Оло йөрәкле сәхәбәләр төкөрөктө йәһәтерәк ҡом менән ҡаплап ҡуялар. Шунан һуң ғына Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) юлын дауам итә.
Мөхәммәт пәйғәмбәр (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) кейемде йыйнаҡ һәм таҙа тоторға саҡыра, сәс-баш, һаҡал әрпешлеген өнәмәй. Бер заман мәсеткә сәсе-башы, һаҡалы боларған әҙәм килә. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ым-ишара менән уға үҙен тәртипкә килтерергә ҡуша. Әҙәм әйткәнен үтәгәс, Ул былай ти:
«Шайтан һымаҡ, ялбыр сәс һәм һаҡал менән йөрөгәнсе, шундай ҡиәфәт яҡшыраҡ түгелме ни?» (Муватта, Шаар, 7; Байхаҡи, Шуабүл-Иман, V, 225)

          Нәфис ынйыларҙың да нәфисе

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һис ҡасан тауышланып хәбәр һөйләмәй. Кешеләр эргәһенән Ул баҫалҡы йылмайып үтә. Берәүҙән яман, тупаҫ һүҙҙәр ишетһә, яуап бирмәй. Уның эске халәте һәм хистәре йөҙөндә сағыла, шуға күрә тирә-йүндәгеләр һүҙҙәрен уйлап һөйләргә, ғәмәлдәрен уйлап ҡылырға тырыша. Баҫалҡылығы арҡаһында, ул ҡысҡырып көлмәй, йылмайыу менән генә сикләнә. Сәхәбәләр һүҙе буйынса, ул баштан-аяҡ япмаға төрөнгән йәш ҡыҙҙан да оялсаныраҡ була. Уның күркәм холҡон, үҙен нәзәкәтле тотошон нәфис ынйы менән сағыштырырға мөмкин.
Хәҙистә әйтелә:
«Оялсанлыҡ имандан, ояты булған йәннәттә булыр. Оятһыҙлыҡ күңел ҡатылығынан, ҡаты күңеллеләр йәһәннәмдә булыр!..» (Бухари, Иман, 16);
«Оялсанлыҡ һәм иман һәр саҡ йәнәш; береһе юҡҡа сыҡһа, икенсеһе лә юғала!» (Табарани, әл-Мүғджамүл-Авсат, VIII, 174; Байхаки, Шуабүл-Иман, VI, 140)

       Батырҙарҙың да батыры

Аллаһ Илсеһенән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) дә батырыраҡ кешене күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, сөнки ул ҡурҡыуҙы үҙенә яҡын да юллатмай. Һәр саҡ, иң ауыр мәлдәрҙә лә Ул ғәҙәттән тыш түҙемлеге, тотанаҡлығы менән айырылып тора, еңел уйлап ғәмәл ҡылмай. «Йә-син» сүрәһенең ике аятын уҡып, үҙен үлтереү ниәте менән йортон уратып алған дошмандар ҡамауынан сыға. Оло йөрәкле Али (раҙыйаллаһу ғәнһү) былай тип һөйләй:
«Иң аяуһыҙ Бәҙер алышы осоронда беҙ ҡайһы саҡ Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) артында һыйыныу урыны табырға мәжбүр булдыҡ. Ул иң ҡыйыуы, дошман рәттәренә иң яҡыны ине.» (Әхмәт, 1, 86)

     Йомарттарҙың да йомарты

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) фәҡирҙәр, мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреүҙе үҙенең бурысы тип һанай, һәр нәмәнең хәҡиҡи Хужаһы, Эйәһе Аллаһ булыуын даимән хәтергә төшөрөп тора.
Джиранда йыйылған хәрби улъя Сафуанды хайран ҡалдыра, быны күреп, Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һорай:
-        Нимә, бик оҡшаймы?
-        Эйе,-ти Сафуан.
-        Ал бөтәһен дә, һиңә булһын!- тип бойора Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм).
Тулҡынланыуын еңә алмайынса, Сафуан былай ти:
-        Пәйғәмбәр йөрәгенән башҡа бер йөрәк тә был тиклем йомарт була алмай. – Шунан шәһәҙәт һүҙҙәрен әйтә һәм мосолман була. (Вакиди, II, 854-855)

Изгеләрҙең дә изгеһе

Яһилиәт осоронда ҡатын-ҡыҙҙың намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапау бер ни тормай. Аҙғын булыр тип шикләнеп, яңы тыуған ҡыҙ балаларҙы тереләй күмер булғандар хатта. Аллаһ Тәғәлә был йәмғиәтте шулай тасуирлай:
«Уларҙың берәйһенә: «Ҡатының ҡыҙ бала тапты,»-тигән хәбәр килтерһәң, үпкәләүҙән уның йөҙө ҡарая.» (Нәхел (Бал ҡорто), 58)
Мөшриктәр ҡатын-ҡыҙҙарға күңел асыу сараһы итеп кенә ҡарай, уларҙы кәмһетә. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) кешеләргә Хаҡ Тәғәләбеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылышлы әмерҙәрен тапшыра. Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ сафлыҡ, игелек өлгөһө итеп ҡабул ителә башлай. Әсәләрҙең баһаһы арта.
Йәмғиәттә тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙың хәҡиҡи ҡиммәте арта. Әсәләргә иҫ киткес һөйөү һәм хөрмәт менән Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәбәр итә: «Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында!» (Насаи, Йыһат, 6; Әхмәт, III, 429; Суйюти, Әл-Джамиус-сәғир, 1, 125)

          Ғәфү итеүселәрҙең иң күндәме

Әбү Джәһлдең улы Икримә Исламдың ҡан дошманы була. Мосолмандар Мәккәне яулап алғас, Икримә Йәмәнгә ҡаса. Мосолман ҡатыны Икримәне Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) алып килә. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уны яҡты йөҙ менән ҡаршы ала: «Хуш килдең, күскенсе һуғышсы!» Ул уны мосолмандарға ҡылған яманлығын иҫкә лә алмай ғәфү итә.» (Тирмиҙи, Истиғзан, 34/2735)
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Раббыбыҙға оҙаҡ-оҙаҡ доға ҡыла: «О Аллаһ! Өммәтемде ғәфү ит, улар бит хәбәрҙар түгел!» (Ибн Маджа, Манасик, 56; Әхмәт, IV, 14)

           Шәфҡәтлеләрҙең дә шәфҡәтлеһе

Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һәр ғәмәле шәфҡәт һәм һөйөү менән һуғарылған була. Ул бөтә барлыҡҡа, бөтә мохтажға хәстәрлек күҙе менән баға. Сикһеҙ мөхәббәтен Ул кешеләргә генә түгел, хайуандарға ла өләшә. Яһилиәт заманында, Исламға ҡәҙәр, ғәрәптәрҙең хайуандарға ҡарата мөғәмәләһе ҡаты һәм аяуһыҙ була. Тере малдың итен уйып алыу, ҡойроғон, ҡолағын ҡырҡыу уларға бер ни тормай. Хайуандар араһында ҡаты алыштар ойошторола. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) быға сик ҡуя.
Бер заман Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ишәктең моронона һуғылған тамғаны күрә. Ул ныҡ ҡайғырып ҡысҡырып ебәрә: «Ҡарғаһын Аллаһ уға тамға һуҡҡанды!» (Бухари, Забаих, 25)
Ҡошто ҡурҡытып, ҡошсоҡтарын алған сәхәбәләренә ул былай тип бойора: «Кем меҫкен ҡошто ыҙалатҡан, ҡошсоҡтарҙы кире уға ҡайтарһын!» (Әбү Дауыт, Йыһат, 47)
Тиреһе аша һөйәктәре сығып торған, ябыҡҡан дөйәне күреп, Ул хужаһына былай ти: «Телһеҙ хайуанға ҡарата мөғәмәләң өсөн Аллаһтан ҡурҡ! (Ас тотма)» (Әбү Дауыт, Йыһат, 47)
Шәфҡәтлелек хаҡында уның әйткәндәре ниндәй нәсихәтле: «Әр-Рахман (Шәфҡәтле Аллаһ) шәфҡәтле булғандарға шәфҡәтле. Ерҙә булғандарға шәфҡәтле булығыҙ, күктәгеләр ҙә һеҙгә шәфҡәтле булыр.» (Тирмиҙи, Бирр, 16/1924)

              Ҡәрҙәштәрҙең оло ҡәрҙәше

Бер заман Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләре менән зыяратҡа килә. Зыяратҡа ингәс, ул былай ти: «Сәләм мөьминдәр һәм мосолмандар йорто халҡына. Аллаһ насип итһә, беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә булырбыҙ. Мин ҡәрҙәштәремде бик күргем килә! Шул ҡәҙәр һағындым мин уларҙы!»
Сәхәбәләр аптырап һорай:
Пәйғәмбәребеҙ былай тип яуап бирә:
-        Һеҙ - минең сәхәбәләрем, ә минең ҡәрҙәштәрем – әле был донъяға килеп өлгөрмәгәндәр.
Улар йәнә һорай:
-        О Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)! Был донъяға улар әле килмәгәс, өммәтеңдәгеләрҙе нисек танырһың?
-        Уйлап ҡарағыҙ әле, кешенең атының маңлайында, аяҡтарында аҡ тамғаһы бар. Тамғаһы булмаған ҡара йылҡы өйөрөндә ул үҙенекен танымаҫ инеме ни?
-        Әлбиттә, таныр, Рәсүлуллаһ! -тине сәхәбәләр.
Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) дауам итте:

-        Улар нур һибеүсе йөҙҙәр менән киләсәк, намаҙ алдынан алған тәһәрәттәрҙән ҡулдары һәм аяҡтары күҙҙе ҡамаштырырҙай аҡ буласаҡ!

Мин, иртәрәк килеп, уларға һыу тәҡдим итеү өсөн, үҙемдең һыуым янында көтөп торасаҡмын. Ләкин, көтөүҙән сит дөйә ҡыуып ебәрелгән кеүек, ҡайһы берәүҙәр минең һыу янынан ҡыуып ебәреләсәк.

«Бында килегеҙ!»-тип саҡырасаҡмын мин. Әммә миңә әйтәсәктәр: «Һинән һуң улар икенсегә әйләнде (Сөннәңә эйәрмәне һәм тура юлдан тайпылды).» Һәм мин әйтәсәкмен: «Китһендә улар!» (Мөслим, Тәһәрәт, 39; Фадаиль, 26).

         Һығымта яһап

Аллаһ Илсеһенә яҡын (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) булыу – Уны танып белеү, Уның рухиәтенең гүзәл сифаттарын үрнәк итеп алыу. Уға яҡын булыу – иң ҡиммәтле бәрәкәттәргә һәм шәфҡәткә лайыҡ булыу тигән һүҙ. Ул бәрәкәт һәм шәфҡәттәр аша бөтә кешелек мәңгелек именлеккә эйә булыуы ихтимал. Ул бәрәкәттәр аша, Илаһи ярҙам алып, бөтә гонаһкәрҙәр ике донъяла ла шәфҡәт һәм төйәк таба...
Беҙҙең бурысыбыҙ шундай: Уны танып белеү, Уны күрергә һәм ишетергә өйрәнеү.
Әгәр беҙ Уны таный алһаҡ, Хисап майҙанында Ул беҙҙе таный аласаҡ. Әгәр Уны күрергә өйрәнһәк, Ул беҙгә ҡараясаҡ. Әгәр беҙ Уны ишетә башлаһаҡ һәм тыңлаһаҡ, Ул беҙҙең Үҙенә төбәлгән доғаларын ишетәсәк. Уның шәфәғәтенә ирешеү өсөн, беҙ Уға эйәрергә тейеш. Изге аятта әйтелгән бит:

«Бына шулай итеп, Беҙ һеҙҙе кешеләр ҡылған ғәмәлдәргә шаһит булһындар тип, араҙашсы олуғ өммәт иттек. Рәсүлебеҙҙе лә һеҙҙең тура юлда булыуығыҙға шаһит булһын тип ебәрҙек...» (Баҡара, 143)

Аллаһу Тәғәлә фани һәм мәңгелек донъяла беҙҙе Уның менән бергә булыуға лайыҡлы итһен! Хисап көнөндә Аллаһ Тәғәлә яратҡан Пәйғәмбәренең шәфәғәтенә лайыҡлы итһен беҙҙе!

Аллаһу Тәғәлә беҙгә, яратҡан Илсеһен танып, Уның Гүзәл әхлаҡи сифаттарын алыуҙы насип итһен! Аллаһ Тәғәлә ҡәлбтәребеҙҙе Үҙенең Илсеһенең бөтә кешелеккә мөхәббәт һәм шәфҡәт тулы бәрәкәттәре менән тултырһын һәм йәндәребеҙҙе ерҙәге Яҡшыларҙан яҡшыға бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөү сығанағы итһен!

Әмин!

Комментариев нет:

Отправить комментарий