воскресенье, 21 октября 2018 г.

Аллаһ Илсеһенә мөхәббәт





Уның һағышы һәм шатлығы, күҙ йәше һәм йылмайыуы – һәммәһе беҙҙең өсөн
Беҙҙе ҡотҡарыу өсөн, Ул барыһын да эшләгән.

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ғүмере буйы доға ҡыла: «Минең өммәтем, минең өммәтем...»
Сәхәбәләренә мөрәжәғәт итеп, Ул былай ти: «Белеп тороғоҙ: Мин әлегә иҫән икән, Мин һеҙҙең именлегегеҙ сәбәпсеһе. Баҡыйлыҡҡа күскәс, Исрафил фәрештә беренсе тапҡыр Сурға өргәнгә ҡәҙәр, Мин ҡәберҙә өммәтем өсөн һораясаҡмын: «О Раббым! Минең өммәтем, минең өммәтем...» (Али әл-Муттаҡи, Ҡанзул-Уммал, 14-се том, 414-се бит)
Әхирәткә күскәндә лә, Ул Аллаһҡа ялбара: «О Раббым! Минең өммәтем, минең өммәтем...»
Ғүмеренең һуңғы минуттары яҡынлашҡан мәлдә, Уның әйткән һүҙҙәре беҙгә ҡарата һөйөү, хәстәрлек һәм борсолоу менән тулы: «Мин һеҙҙе үҙемдең Кәүҫәр һыуым янында көтәсәкмен.»
Уның һағышы һәм шатлығы, күҙ йәше һәм йылмайыуы, ялбарып ҡылған бөтә доғалары – һәммәһе беҙҙең ҡотолоуыбыҙ өсөн...Изге Ҡөрьәндә әйтелә:
«(Ий, мосолмандар) хаҡтыр, һеҙгә үҙ арағыҙҙан сыҡҡан Пәйғәмбәр килде; һеҙ бәләгә тарыһағыҙ, ул хәсрәтләнә. Ул һеҙҙең өсөн йән ата, тәҡүәләргә ул сикһеҙ шәфҡәтле, мәрхәмәтле.» (Тәүбә, 128)
Хатта ғәҙәттән тыш Миғраж ваҡиғаһы ваҡытында ла Ул беҙҙең хаҡта ғына уйлай...

Бер ваҡыт Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) һүҙҙәрен ҡабатлай:

«Раббым! Боттар, һындар байтаҡ ҡына кешеләрҙең тура юлдан яҙыуына сәбәпсе булды. Хәҙер кем миңә эйәрә, шул минең тарафдарым булыр.» (Ибраһим, 36)
«Әгәр ҙә уларға яза бирһәң, улар, шөбһәһеҙ, Һинең ҡолдарыңдыр. Уларҙы ғәфү итергә уйлаһаң, Һинең ихтыярыңда, Һин – Еңеүсе, Һин – Хөкөмдар.» (Мәәидә (Табын), 118)

Аҙаҡ, ҡулын күккә һоноп, күҙ йәштәре менән Аллаһҡа ялбара: «О Раббым! Өммәтемде һаҡла һәм уға шәфҡәтле бул!»
Уның ялбарыуына Аллаһу Тәғәлә (ә Ул бөтә нимә хаҡында ла хәбәрҙар) Ябраил фәрештәгә (кешеләр ҙә белһен өсөн) әмер бирә: «Ябраил! Мөхәммәттән ни өсөн илауы хаҡында һора.»
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ябраилгә өммәте өсөн ҡайғырып илауы тураһында әйтә.
Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Ябраилгә әйтә: «Ябраил! Мөхәммәтткә яҡшы хәбәрҙе еткер: «Беҙ шулай эшләйәсәкбеҙ: һин өммәтеңдән ҡәнәғәт буласаҡһың һәм улар тураһында борсолмаясаҡһың.» (Мөслим, Иман, 346)
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ана шундай шәфҡәткә эйә була, Ул һәр даим өммәтендәгеләр өсөн борсола.
Әбү Ҙарр (раҙыйаллаһу ғәнһү) тапшырыуынса, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер төндә иртәнгә ҡәҙәр намаҙ ҡыла һәм рөкүғ һәм сәждәлә үрҙә әйтеп кителгән аятты уҡый. (әл-Мәәидә, 118) (Әхмәт, V, 149)
Ошо хәҙистәрҙең мәғәнәһе хаҡында уйланып, беҙ Уны ни кимәлдә яратыуыбыҙ хаҡында үҙебеҙҙән һорарға тейешбеҙ.
Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙгә шундай пәйғәмбәр бүләк иткән: уның хәстәрлеге һәм мәрхәмәте һәр ата-әсәнең дә үҙ балаһына булған хистәренән көслөрәк, тимәк, Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнән һуң, Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сикһеҙ рәхмәтле булыу зарур. Ул өммәтенә шул ҡәҙәр хәстәрлекле, миһырбанлы, быны һүҙҙәр ярҙамында әйтеп биреү мөмкин түгел.

            Ысын тәрбиәсе

Иманлыларға үҙенә хас булған гүзәл әхлаҡ принциптарын һеңдереү Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тәрбиәһенең төп  нигеҙен тәшкил итә. Уның бөтә ғүмере – шул маҡсатты тормошҡа ашырыу. Ул, ерҙәге иң шәфҡәтле әҙәм, өммәтенең дә шәфҡәтле булыуын теләй. Ул йомарт була, һәм өммәтенең дә йомарт булыуын теләй. Гүзәл, күркәм ғәмәлдәр ҡылып, Ул ләззәт таба, әммә сәхәбәләренең изге ғәмәлдәр ҡылыуы уның өсөн иң ҙур шартлыҡ була.
-        Йәнемдең Хужаһы булған Аллаһ менән ант итеп әйтәм: бер-берегеҙгә миһырбанлы булмай тороп, йәннәткә инә алмаясаҡһығыҙ!
Сәхәбәләр ҡысҡырып ебәрә:
-        О Рәсүуллаһ! Беҙ бөтәбеҙ ҙә миһырбанлы!
Быға яуап итеп, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай ти:
-        Миһырбанлыҡ (мин күҙ уңында тотҡан) – бер-берегеҙгә ҡарата булған яҡшылығығыҙ түгел. Ул бөтә барлыҡты ҡосҡан миһырбанлыҡ, (эйе) бөтә барлыҡҡа ҡарата миһырбанлыҡ. (Хаким, IV, 185/7310)

          Шәфҡәтлелегенә ҡайһы бер миҫалдар

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер заман ҡорбанға салынырға тейешле һарыҡ янында бысағын үткерләгән кешене күреп ҡала. Хайуанға ҡарата бындай шәфҡәтһеҙлекте күреп, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) был кешене киҫәтә:
«Нисә тапҡыр үлтерергә уйлайһың һин уны? Хайуанды ергә һалғанға ҡәҙәр ул бысаҡты янып булмай инеме ни?!» (Хаким, IV, 257, 260)
Аслыҡтан ябығып, тиреһе аша һөйәктәре тырпайып торған дөйәне күреп, Ул хужаһын киҫәтә: «Был күндәм хайуандарға булған мөнәсәбәтегеҙҙә Алллаһтан ҡурҡығыҙ. Егеп йөрөү өсөн һимертелгән хайуандарҙы файҙаланығыҙ һәм ит өсөн дә һимеҙ хайуандарҙы һуйығыҙ!» (Әбү Дауыт, Йыһат, 44/2548)
Ҡошсоҡтарын алып, ҡошто хафаға һалған сәхәбәләренә ул былай ти: «Кем меҫкен ҡошто ыҙалатҡан, кисекмәҫтән ҡошсоҡтарҙы кире уға ҡайтарһын!» (Әбү Дауыт, Йыһат, 47)
Бындай шәфҡәт бармы беҙҙә?

              Тупаҫтар менән әҙәпле мөғәмәлә

Әҙәпле кешеләр араһында һәр әҙәм үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеүе мөмкин. Ундайҙар араһында боҙоҡ әҙәмдәр ҙә насар ҡылыҡ ҡылырға баҙнат итмәй.
Тупаҫ, тәрбиәһеҙ кешеләр араһында ҡалған осраҡта, сабыр һәм әҙәпле булып ҡалыу ауырыраҡ та, мөһимерәк тә. Бындай хәлдә үҙеңде нисек тотоуға килгәндә, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тормошондағы ваҡиғалар беҙгә үрнәк.
Әнәс (раҙыйаллаһу ғәнһү) һөйләй:
«Беҙ Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) менән бергә китеп бара инек. Уның өҫтөндә Нәжранда эшләнгән тупаҫ ситле йөн япма ине. Бәҙәүиҙәрҙең береһе Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡыуып етте лә япманың ситенән шундай итеп тартты – япма сите, Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) муйынын һығып, алһыу эҙ ҡалдырҙы. Бәҙәүи бер юлы былай тине: «Эй, Мөхәммәт! Әмер бир, ҡулыңдағы Аллаһ ҡаҙнаһынан миңә лә бирһендәр.»
Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бәҙәүигә боролдо һәм, йылмайып, уға берәй нәмә бирергә ҡушты. (Бухари, Хумус, 19; Либас, 18; Әҙәп, 68; Мөслим, Зәкәт, 128)
Үҙе менән тупаҫ һәм әҙәпһеҙ ҡыланғандарға Ул иҫ киткес йомшаҡ мөғәмәлә менән яуап бирә. Әҙәпһеҙ бәҙәүигә ҡарата йомшаҡлығы, йылмайыуы - уның рухи юғарылығы билдәһе. Сәхәбәләрен дә Ул шундай юғарылыҡҡа күтәрә, кешелек цивилизацияһы көмбәҙендә юл күрһәтеүсе йондоҙҙарға әүерелдерә. Уның тәрбиә алымдарына ҡағылышлы йәнә бер миҫал:
Бер көндө Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләре менән һөйләшеп ултыра. Шул ваҡыт бер әҙәм килә һәм Әбү Бәкерҙе (раҙыйаллаһу ғәнһү) мыҫҡыл итә башлай. Мыҫҡыллауҙарға Әбү Бәкер (раҙыйаллаһу ғәнһү) бер ни тип тә яуап бирмәй. Теге әҙәм ғәйеп ташлауҙы дауам итә, Әбү Бәкер (раҙыйаллаһу ғәнһү) йәнә өнһөҙ ҡала. Өсөнсө тапҡыр бысраҡ яға башлағас, Әбү Бәкер (раҙыйаллаһу ғәнһү) уға үҙе лайыҡ булғанса яуап бирә.
Шул мәл Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡапыл тора ла бынан китә башлай. Әбү Бәкер (раҙыйаллаһу ғәнһү), һикереп тороп, Уны ҡыуып етә һәм һорай: «О Рәсүлуллаһ! Мин Һеҙҙе рәнйеттемме әллә?»
«Юҡ,»-ти Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Аҙаҡ Ул дауам итә: «Күктән фәрештә төштө һәм һинең урынға теге әҙәм әйткәндәрҙе инҡар итеп торҙо.  Һин үҙенеке ише яуабың менән уға түләгәс, фәрештә урынында шайтан пәйҙә булды. Ә шайтан булған урындан мин китәм!» (Әбү Дауыт, Әҙәп, 41/4896)

              Сәләм һеҙгә!

Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тупаҫ һәм әҙәпһеҙ кешеләргә ҡарата түҙем булырға саҡырған ныҡлы талабы, өммәтен даимән игелек ҡылырға өйрәтеп, мәңгелек тормош өсөн уғата кәрәкле бүләктәргә лайыҡлы итеү ниәте менән аңлатыла. Ҡайһы саҡ ваҡиғаларҙың башланышы һәм тамамланышы тап килмәй. Иң мөһиме – эштең игелек менән тамамланыуы, ә бының өсөн рухи юғарылыҡ һәм камиллыҡ талап ителә.
Аллаһу Тәғәлә бындай рухи юғарылыҡҡа күтәрелгәндәрҙе шулай маҡтай:
«Кемдәр Ер йөҙөндә итәғәт менән йөрөй, шулар Мәрхәмәтле Ярлыҡаусының бәндәләре булыр. Һәм улар наҙан ахмаҡтарҙың әҙәпһеҙлегенә ҡаршы сәләм менән яуап бирер.» (Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы китап), 63)
Иң ауыры – Изге Ҡөрьән талап иткән әхлаҡи нормаларҙы тормошҡа ашырыу. Илаһи тәрбиә арҡаһында, шәхесе һәм әхлағы кешелек өсөн үрнәк булған Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙҙең тап шундай әхлаҡҡа эйә булыуыбыҙҙы теләй.

           Ярлыҡау Пәйғәмбәре

Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бөтә тормошо менән түбәндәге аят әмеренә таянып йәшәй:
«(Эй, Рәсүлем) һин ярлыҡау юлын тот. Изгелеккә саҡыр һәм наҙандарҙан йыраҡ тор.» (Әғраф (Кәртәләр), 199) Әхирәттә ҡотолоу өсөн, иманлыларҙы ла шуға саҡыра Ул.
Мәккәне яулап алғас, Ул бөтәһен дә ғәфү итә: үҙен эҙәрлекләгәндәрҙе лә, ҡыҙы Зәйнәбтең үлеменә сәбәпсе булғандарҙы ла. Кисә генә Уны ғазап, ыҙа-яфаларға дусар иткәндәр, баштарын эйеп һәм үҙ яҙмыштары өсөн борсолоп, Унан һорай: «О беҙҙең күркәм ҡәрҙәшебеҙ, беҙҙе нимә көтә?»
 Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер генә һүҙ әйтә: «Ярлыҡау!»    
Һис шикһеҙ, Ул - Ярлыҡау Пәйғәмбәре. Яратҡан ағаһының - алышта вафат булған оло йөрәкле Хәмзәнең эске ағзаларына тешен батырған Хиндты ла ғәфү итә Ул, үҙен ағыулаған ҡатынды ла, үҙен сихырларға маташҡандарҙы ла. Мәңгелек тормош өсөн күпме үлгән йөрәкте терелтә Ул. Пәйғәмбәребеҙҙе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үлтерергә ниәтләгән Ғүмәр бин Хаттаб (раҙыйаллаһу ғәнһү) Уны ихлас ярата башлай һәм иң яҡын дуҫтарының береһенә әйләнә.
Уның ярлыҡауы кешеләрҙе үҙгәртә, шәфҡәт һәм бәрәкәт булып, ҡараңғылыҡты яҡтылыҡҡа әйләндерә. Был йәһәттән Ул – бөтә кешелеккә Аллаһ бар ҡылған күркәм үрнәк. Хаҡ Тәғәләбеҙ оло йөрәкле Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Сөннәһенә эйәреүселәрҙе ярлыҡарға вәғәҙә бирҙе:

«...Үҙегеҙ ҙә Аллаһ ярлыҡауын бик теләйһегеҙ бит. Ысындан да, Аллаһ – Ярлыҡаусы һәм бик тә Мәрхәмәтле.» (Нур, 22)

Кем генә быны теләмәй икән?!
Әммә бының өсөн ғәфү итә белергә кәрәк. Ғәфү ителеүгә лайыҡ булыу өсөн, үҙеңә лә ғәфү итә белеү, ғәфү итеү лазым.
Оло йөрәкле Әбү Бәкер, ошо аят төшөрөлгәс, ҡыҙына, намыҫлы Ғәйшәгә (радыйаллаһу ғәнһүмә) яла яҡҡан әҙәмде ғәфү итә, элеккесә уны ярҙамынан өҙмәй.
Хәҡиҡи Ярлыҡаусы – Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә. Ярлыҡауҙы теләгәндәр ғәфү итергә өйрәнергә тейеш.

             Бөтә ғаләмдәр өсөн рәхмәт булып

Аллаһу Тәғәлә әйтә:
«(Эй, Мөхәммәт) Беҙ һине бары тик рәхмәт билгеһе итеп ғаләмдәге халыҡтарға күндерҙек.» (Әнбийә (Пәйғәмбәрҙәр), 107)
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бөтә ғаләмгә шундай рәхмәт булып килә, хатта мөшриктәр ҙә, яндарында Ул булғанда, бәлә-ҡазаларҙан имен була, яҡлау таба. Ғәҙелһеҙлек, боттарға табыныу, иманһыҙлыҡ хөкөм һөрһә лә, Мәккә халҡына Аллаһтың асыуы төшмәй, сөнки улар араһында Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йәшәй. Был хәл аятта аңлатыла:

«Һин улар араһында саҡта, Аллаһ уларға яза бирмәҫ...» (Әнфәл (Табыш малы), 33)

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һижрәһенән һуң, Мәккә халҡының бар йәһәттән дә тормошо үҙгәрә, мөшриктәргә Аллаһтың язаһы төшә: игендәр уңмай, аслыҡ башлана. Эҫе ҡояш баҫыуҙарҙы, баҡсаларҙы һәм көтөүлектәрҙе сүллеккә әйләндерә. Аслыҡтан, түҙеп торғоһоҙ эҫенән яфа сигеп, кешеләр һәм хайуандар үлә.

Бының асылы шунда: Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә күңелендә Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мөхәббәт булғандарҙы ғазаптарға дусар итмәй. Хаҡ Тәғәләбеҙ Уға хөрмәт йөҙөнән Мәккә мөшриктәренә лә шәфҡәт күрһәткән икән, Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ғүмер буйы һөйгәндәрҙе, Уның Сөннәһенә эйәргәндәрҙе йәһәннәм утына ташлармы?! Әммә ҡәлбендә юл күрһәтеүсе Хәҡиҡәт йондоҙо булмағандар Илаһи язанан ҡотола алмай.

          Ҡәлбебеҙҙә Ул бармы?

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтендә булыуға лайыҡ булған мөьминдең ҡәлбендә тәүге нәүбәттә һәр даим беҙҙең именлегебеҙ өсөн доғала булған бөтә Пәйғәмбәрҙәрҙең Юлбашсыһына ялҡынлы мөхәббәт булыуы лазым.
Уға мөхәббәт – һөйөү тулы һүҙҙәр генә түгел. Һөйгән һөйгәнен һәр ерҙә, һәр саҡ маҡтап телгә ала, уның гүзәл сифаттарына эйә була. Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ғашиҡ мөьмин дә Уға хас иң яҡшы сифаттарҙы ҡәлбенә һалырға тейеш.

         Салауаттар уҡыу

Салауаттар уҡыу - Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡәлбебеҙҙә мөхәббәтебеҙ артыуы сәбәбе, илһам сығанағы. Йөрәктәребеҙ Пәйғәмбәребеҙҙән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ағылған бәрәкәт менән тулһын өсөн, Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙгә салауаттар уҡырға әмер бирә:

«Шик юҡтыр, Аллаһ та, фәрештәләре лә Пәйғәмбәргә күп салауат әйтерҙәр. Эй, иман килтергән әҙәмдәр, һеҙ ҙә хәҙрәти Пәйғәмбәргә салауат әйтегеҙ һәм сәләмдәр күндерегеҙ.» (Әхзәб (Төркөмдәр), 56)

Үбәй бин Ҡәғб (раҙыйаллаһу ғәнһү) былай тип һөйләй:

«Төндөң өстән бер өлөшө үткәс, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уянды һәм тауышын күтәреп әйтте:
-        О кешеләр! Аллаһты маҡтап телгә алығыҙ! Аллаһты маҡтап телгә алығыҙ! Сурға өрөлөр һәм ер һелкенер. Йәнә сурға өрөлөр – ҡатылыҡ менән үлем килер! Ҡатылыҡ менән үлем килер!»    
Мин унан былай тип һораным:
-        О Рәсүлуллаһ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)! Мин һиңә йыш ҡына салауаттар уҡыйым. Мин уларҙы нисә тапҡыр уҡырға тейеш?
-        Күпме теләйһең.
-        Доғаларымдың дүрттән бер өлөшөндә салауаттар әйтһәм яраймы?
-        Күпме теләйһең, шул ҡәҙәр уҡы. Әммә ни ҡәҙәр күберәк уҡыһаң, шул ҡәҙәр бәрәкәткә эйә булырһың.
-        Улайһа, доғаларымдың яртыһында салауаттар уҡырмын.  
Мин йәнә һораным:
-        Доғаларымдың өстән ике өлөшө етерлек булырмы?
-        Теләгән ҡәҙәр уҡы, тик арттырһаң, яҡшыраҡ булыр.
-        Әгәр доғаға бүленгән ваҡытымды салауаттар уҡып үткәрһәм? 
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай тине:
-        Ул саҡта, Аллаһу Тәғәлә гонаһтарыңды ярлыҡар һәм һинән ауырлыҡтарҙы алыр.» (Тирмиҙи, Ҡиәмәт, 23)

Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) салауаттар уҡыуҙың мөһимлеге намаҙ ваҡытында әт-тәхиййәәттә әйткән һүҙҙәребеҙҙән үк күренә: «Әй, пәйғәмбәр! Һиңә Аллаһтың рәхмәте, бәрәкәте һәм сәләме булһын!» Әт-тәхиййәәттән һуң, беҙ йәнә салауаттар әйтәбеҙ. Был – ғибәҙәттәребеҙҙең асылын тәшкил иткән намаҙҙа беҙ үтәргә тейешле Раббыбыҙҙың әмере. Ул – ярлыҡау алыу юлы... Оло-ғара бәрәкәт...
Хаҡ Тәғәләбеҙ, ғүмере буйы күҙ йәштәре менән өммәте өсөн ялбарған Үҙ Илсеһенә һөйөүе сәбәпле, беҙгә ярлыҡау ҡапҡаларын асҡан. Ул ҡапҡаларҙың иң киңе – Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) салауаттар уҡыу.
Улай булғас, беҙ ни эшләргә тейеш?
Беҙ көндөҙөн дә, төнөн дә шул ҡапҡалар аша инергә тейеш...Тап оло йөрәкле сәхәбәләр һәм Сәлмән Фәриси (раҙыйаллаһу ғәнһү)кеүек.

         Сәлмән – беҙҙән

Сәлмән Фәриси (раҙыйаллаһу ғәнһү) сит ил кешеһе була. Әммә Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйөүе, Уға хеҙмәте менән шул ҡәҙәр яҡыная, Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уның тураһында былай ти: «Сәлмән – беҙҙән, ул -  «ахли бейт»(беҙҙең йорттан).» (Ахмад, II, 446-447)
Был хаҡта Хәким Тирмиҙи шулай ти:

«Ниндәйҙер ырыуға ҡарауҙың ике төрө бар: тәүге төрө кешенең сығышына бәйле, ә икенсеһе уның күңеле, ҡәлбе менән бәйле.»

Бәс, шулай булғас, Аллаһтың барса тәҡүәле ҡолдары - Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) рухи вариҫтары - «сәййидтәре».
Ҡәлбебеҙ менән Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) янында булырға, Уны Сәлмән Фәриси һымаҡ яратырға тейешбеҙ, ҡурҡыныслы Хисап көнөндә бөтә кешелектең Ярлыҡаусыһы (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙҙең хаҡта ла ышаныслы итеп әйтә алһын: «Ул – беҙҙән.» Шундай яҡшы хәбәр ишетеү тураһында хыялланған һәм шундай әжер алыуға лайыҡлы булыуҙы өмөт иткән бөтә намыҫлы сәхәбәләр Уның арҡалаштары була.

         Еңеү яулау сәбәбе

Хушлашыу хажында, Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәсен алғас, Хәлит бин Вәлит (раҙыйаллаһу ғәнһү), инәлеп, Уға ялбара башлай:
«О Рәсүлуллаһ! Сәстәреңде миңә бир! Минән башҡа берәүгә лә бирмә. Атам-әсәм һиңә фиҙа булһын!»
(Был мәлдә хөрмәтле Әбү Бакер, Халиттың (раҙыйаллаһу ғәнһү) Өхөт, Хандак һәм Хоҙайбиәлә ҡылған ғәмәлдәрен, ҡиәфәтен иҫкә төшөрөп, әлеге халәтенә хайран ҡалып, уны күҙәтә) (Ибн Сағд, II, 174)

Сәстәр, Хәлит бин Вәлиттең (раҙыйаллаһу ғәнһү) ныҡышып һорауы буйынса уға бирелгәс, ул уларҙы, күҙҙәренә терәп, салмаһының алғы өлөшөнә йәшерә. Ошо изге сәстәрҙең бәрәкәтле көсө менән был ғәскәр башлығы бөтә яуҙарҙа ла еңеү яулай. Хәлит бин Вәлит (раҙыйаллаһу ғәнһү) шулай ти: «Ҡайһы яҡҡа йүнәлһәм, шул яҡ яулап алынды!» (Вакиди, III, 1108; Ибн Асир, «Усдуғль – Габа», II, 111)

Походтарҙың береһендә Хәлит бин Вәлит (раҙыйаллаһу ғәнһү) ғәскәрен туҡтата һәм һалдаттарына әмер бирә: «Минең салмам юғалды. Табығыҙ уны!»
Улар бөтә яу яланын ҡыҙырып эҙләй, таба алмай. Әммә хөрмәтле Халит һаман талап итә: «Эҙләүҙе дауам итегеҙ!»

Салма табылғанға ҡәҙәр, ул һуғышты башламай. Ахыр ҙа табылғас, һуғышсылар күрә: ул – туҙған иҫке салма... «Ошо иҫке салма өсөн ҙур ғәскәрҙе туҡтатыу кәрәк булдымы икән?»-тип аптырай һуғышсылар.
Ғәскәр башлығы уларға былай тип яуап бирә: «Юҡ! Был ябай салма түгел. Унда Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) изге сәстәре.»
Үҙе кеүек үк, Уны хәтергә төшөрөү ҙә айырым бер бәрәкәт һәм бәхет. Унан беҙгә мираҫ булып ҡалған бөтә нәмә, хатта сәсе һәм һаҡалы ла именлек, ҡыуаныс алып килә.

Хаҡ Тәғәләбеҙ Пәйғәмбәребеҙҙе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Уның өммәтенә һөйөүе, Уның өммәтендәгеләр өсөн хафалары, борсолоуҙары, түгелгән күҙ йәштәре, уларҙы яҡлауҙы һорап ҡылған ихлас доғалары өсөн, беҙҙең ярлыҡаныуыбыҙ, ҡотолоуыбыҙ, еңеүебеҙ һәм мәңгелек сәғәҙәтебеҙ сәбәпсеһе иткән. Ә беҙҙең Уға ҡарата рухи халәтебеҙ ниндәй һуң?
Мөхәббәтебеҙ файҙаһыҙ буш һүҙҙәр генә түгелме? Уның юлынан ситкә тайпылмаҫ өсөн, кесе йәштән Пәйғәмбәребеҙ Сөннәһенә эйәреү кәрәклеге тураһындағы Сөләймән Челябиҙың бер шиғырында яңғыраған киҫәтеү ни ҡәҙәр файҙалы.

Хаҡ Тәғәләбеҙ беребеҙгә лә, шулай яңылышып, ғәмһеҙлеккә бирелергә насип итмәһен; Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡәлбебеҙҙәге һөйөү менән, данлы Сөннәгә, Уға ҡағылышлы бөтә гүзәл нимәгә һис тайпылмай эйәрергә насип итһен һәм, Уның шәфғәтенә ирешеп,  «Ул – беҙҙән!» тигән һүҙҙәрен ишетергә лайыҡлы итһен.»

Әмин!







Комментариев нет:

Отправить комментарий