среда, 24 октября 2018 г.

Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тиңе булмаған холҡо




                Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тиңе булмаған холҡо

Уның гүзәл йөҙө һоҡланғыс яҡтылыҡ һибеп торҙо, телмәре асыҡ һәм талғын, хәрәкәттәре – нәзәкәтле, һүҙҙәре – тәьҫирле, һөйләмдәре – хатаһыҙ, хәбәре тәрән мәғәнәле ине. Даимән һағыш һәм өҙлөкһөҙ уйланыуҙар Уның юлдашы булды.
«Хаҡтыр, Әхирәт көнөндә Аллаһ менән ҡауышыуға ышанғандар һәм Аллаһты күп зекер иткәндәр өсөн Пәйғәмбәрҙә үрнәк сифаттар бар.» (Әхзәб (Төркөмдәр), 21)


       Күркәм холоҡ – бөйөк шәхестең нигеҙе

Бөйөк шәхес булған Аллаһ Илсеһе Мөхәммәт Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тормошо - Ҡиәмәткә ҡәҙәр йәшәйәсәк бөтә быуындар өсөн камил үрнәк.
Һис шикһеҙ, был бөйөк шәхестең нигеҙе – күркәм холҡо, Изге Ҡөрьәндә ул турала шулай әйтелә: «Һин, әлбиттә, юғары әхлаҡҡа эйә кеше» (Нун (Ҡәләм), 4)
Ул һүҙ менән генә Изге Ҡөрьәнгә өйрәтмәй, Ул тормошта Ҡөрьәндең тере кәүҙәләнеше була.
Йәбирҙән (раҙыйаллаһу ғәнһү) алынған хәҙис буйынса, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: «Аллаһу Тәғәлә мине гүзәл әхлаҡты тамам ҡылыу өсөн ебәргән.» (Муватта, 904; Байхаки, ас-Сунануль-Кубра», X, 192)

      Уның ҡайһы бер күркәм сифаттары

Уның гүзәл йөҙө Илаһи яҡтылыҡ һибеп тора, тауышы - аһәңле, хәрәкәттәре – нәзәкәтле була. Телмәре - талғын, асыҡ һәм аңлашылы. Ул буш һүҙҙәр һөйләмәй, һәр һүҙе урынлы, хикмәт һәм нәсихәт менән тулы була. Телмәрендә мәғәнәһеҙ буш һүҙҙәр ҡулланмай. Ғәйбәт, юҡ-бар хәбәр Уны ҡыҙыҡһындырмай. Һәр кеше менән Ул уның аңлау кимәленә ярашлы һөйләшә. Ул бик йомшаҡ күңелле, баҫалҡы була. Ҡысҡырып көлмәй, хахылдамай. Берәү Уның менән ҡапыл осрашһа, Уның һоҡланғыс күркәмлеген күреп тетрәнә. Уға күңел бағлап, һөйләшеүгә лайыҡ булғандар артабан бөтә йөрәге менән Уға бәйләнә.
Изге күңелле кешеләргә Ул айырыуса хөрмәт менән ҡарай, туған-тумасаһына ифрат йомарт була. Ғаилә ағзалары менән дә, сәхәбәләре менән дә, ғөмүмән бөтә кешеләр менән дә Ул кеселекле була.
Үҙенең хеҙмәтселәренә мөғәмәләһе һәр саҡ күркәм була: үҙе нимә ашаһа, шуны ашата, үҙе нимә кейһә, шуны кейендерә. Йомарт һәм киң күңелле, һиҙгер һәм йомшаҡ, ә кәрәк булһа – тәүәккәл йәки күндәм.
Ул вәғәҙәләренә һәм анттарына тоғро, ғәҙел һүҙле була. Әхлаҡ, аҡыл, зирәклеккә килгәндә, Ул бөтә кешеләрҙән дә өҫтөн.
Бер һүҙ менән әйткәндә, тышҡы яҡтан күркәм, рухи яҡтан иң камил булған Аллаһтың гүзәлдәрҙән-гүзәл ижад емеше.
Даимән һағыш һәм өҙлөкһөҙ уйланыуҙар Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  юлдашы була. Ихтыяж тыумаһа, Ул һөйләшмәй.
Уның өнһөҙлөгө оҙаҡҡа һуҙыла. Һөйләй башлаһа, ярты һүҙҙә туҡтап ҡалмай, башлаған фекерен аҙағынаса әйтеп бөтөрә. Һүҙҙәре үткен һәм мәғәнәле була.
Телмәрендә артыҡ йәки мәғәнәһе осланмған һүҙҙәр булмай. Тәбиғәте менән игелекле һәм йомшаҡ булһа ла, Ул тәүәккәллеге, рухи ныҡлығы, сабырлығы менән тирә-йүндәгеләрҙә оло ихтирам уята.
Асыуы килгәндә, Ул урынынан тормай. Ул берәүҙең хоҡуғы боҙолғанда, йәки хәҡиҡәт кире ҡағылғанда ғына асыулана. Аллаһ бар ҡылғандарҙың кескәй генә хоҡуғы боҙолоуға ла битараф ҡала алмай, хоҡуҡтар кире ҡайтарылғанға ҡәҙәр, асыуы баҫылмай. Ә үҙе өсөн ул һис ҡасан бәхәскә инмәй.
Ул рөхсәтһеҙ берәүҙең дә өйөнә аяҡ баҫмай. Йортондағы ваҡытты Ул өс өлөшкә бүлә: бер өлөшөн Аллаһҡа ғибәҙәттәргә бағышлай, икенсе өлөшөн – ғаиләһенә, ә өсөнсө өлөшөн – үҙенә. Үҙенә бүленгән ваҡытта Ул, ябай һәм дәрәжәле кешеләрҙе айырмайынса, берҙәй ихласлыҡ менән халыҡты ҡабул итә.
Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  һәр ғәмәле һәм һәр халәте Аллаһтың исемен зекер итеү була – зекруллаһ.
Әгәр берәү, мохтажлығын һөйләп, нимәлер һораһа, Ул уның йомошон үтәмәй тороп тынысланмай. Бик тә йомошон үтәй алмаһа, йомшаҡ һүҙ менән булһа ла тынысландыра. Бәләгә ҡалған кешене һәр ваҡыт ҡыҙғана.
Ниндәй генә әҙәм булмаһын, дәрәжәһенә, байлығына, ғилеменә ҡарамайынса, Уның яҡшы мөғәмәләһенә лайыҡ була. Уның йыйылыштарында яғымлылыҡ, ғилем, баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, Аллаһтың биргәненә шөкөр итә белеү һәм вәғәҙәгә тоғролоҡ юғары баһалана.
Хаталар, етешһеҙлектәр өсөн Ул ғәйепләмәй, ә нәсихәт биреү кәрәк булһа, үпкәләтмәҫ һәм рәнйетмәҫ өсөн, йомшаҡ һәм әҙәпле итеп кешенең хатаһына ишара яһай. Ул башҡаларҙың кәмселектәрен, хаталарын эҙләү менән шөғөлләнмәй, башҡаларға ла быны эшләүҙе тыя, сөнки Илаһи әмер имеш-мимештәрҙе, башҡалар хаҡында мәғлүмәт йыйыуҙы тыя.

       Үҙебеҙҙе Уның әхлағы менән биҙәү

Сәғәҙәт быуатынан алып Исламдың бөйөк шәхестәре Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  хас әхлаҡи сифаттарға эйә булыу аша юғары рухи кимәлгә күтәрелә. Пәйғәмбәребеҙ холҡон алыуға ирешкән тәҡүә әүлиәләрҙең рухи мәғрифәт тулы йөрәктәре Илаһи мөхәббәт менән тула. Һуңғы һулыштарына тиклем улар Илаһи әмергә буйһоноп йәшәй, ер ҡиммәттәренең тартыуына бирешмәй. Илһамланып изге эштәр ҡылып, улар үҙҙәренең тормошон ғилем, рухи мәғрифәт, дин юлында фиҙакәр хеҙмәт, ихлас ғибәҙәттәр менән тултыра.
Аллаһу Тәғәлә Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  хас әхлаҡи сифаттарға эйә булғандарҙың ҡәлбен нурландыра һәм дәрәжәһен үҫтерә. Исламға ҡәҙәр һис йәлләмәй яңы тыуған ҡыҙын тереләй күмгән Ғүмәр (раҙыйаллаһу ғәнһү), Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әхлаҡи тәрбиәһен алып, хаким булып китә, хәстәрлек һәм шәфҡәтлек кәүҙәләнешенә әүерелә. Күңеле шул ҡәҙәр нескәрә, Тигр йылғаһы буйында бер һарыҡты бүре тамаҡлауы ихтимал тигән уй ғына ла уның йөрәген өтә.

       Аллаһ үҙенә итәғәт итмәүҙе ғәфү итмәй

Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә бөтә ғаләмдәргә рәхмәт булып килгән Пәйғәмбәренән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) йөҙ борғандарҙы, итәғәтһеҙ булғандарҙы түбәнһетә, яҡшы ҡарашынан мәхрүм итә, ә Уға дошманлығын ҡалдырмаһа, язаһын да бирә.
Мәүләнә (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) былай тип яҙа:
«Бер әҙәм, ауыҙын ҡыйшайтып, Пәйғәмбәребеҙҙең фатихалы исемен мыҫҡыллап әйтә, бынан һуң ауыҙы шул ҡыйыш килеш тороп ҡала. Тәүбәһенә килеп, был ғәмәле өсөн ғәфү үтенеп, ул ялбара: «О Илаһи ғилемгә һәм йәшерен серҙәргә лайыҡ булған Мөхәммәт… Мин, наҙанлығым арҡаһында, һинән көлдөм. Ә баҡтиһәң, мыҫҡыл итеп көлөү тейешле әҙәм - мин үҙем…»
«Донъябыҙҙы яҡтыртҡан ҡояшҡа яла яғыу, унан кәмселек эҙләү, асылда, үҙеңде мыҫҡыл итеү һәм үҙеңдән шул рәүешле көлөү ул: «Минең ике күҙем дә һуҡыр, бөтә ер ҡараңғы, тоноҡ.»
Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) гүзәл әхлағына ҡара яғыуға йүнәлтелгән бындай ғәмәлдәрҙе яман ғәҙәттәре, рухи кәмселектәре Аллаһ асыуына тарыр кимәлгә еткән әҙәмдәр ҡыла. Был хәҡиҡәтте Мәүләнә (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) шулай аңлата:
«Әгәр Аллаһ берәүҙең битлеген сисергә һәм әшәке яҡтарын асып һалырға теләһә, Ул уның күңеленә игелекле кешеләрҙе һүгеү теләген һалыр.»

Илаһи мәрхәмәткә лайыҡ булыу

Илаһи мәрхәмәткә лайыҡ булыу өсөн, башҡаларҙың кәмселектәрен, гонаһтарын эҙләргә түгел, үҙеңдең хаталарыңды, етешһеҙлектәреңде төҙәтергә кәрәк. Мәүләнә Руми (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) әйтә:
«Аллаһ берәүҙең етешһеҙлектәрен йәшерергә теләһә, Ул шулай ҡыла: әҙәм башҡаларҙың кәмселектәрен һәм етешһеҙлектәрен күрмәй башлай һәм улар хаҡында һөйләмәй.»;
«Аллаһ беҙгә ярҙам итергә теләһә, йөрәгебеҙгә күҙ йәштәре менән Уға ялыныу теләген һала. Аллаһты һөйөп илаусы күҙҙәр ни ҡәҙәр бәхетле. Раббыһына ялҡынлы мөхәббәт менән янған йән ни ҡәҙәр гүзәл.»;
«Күҙ йәштәренән һуң, шатлыҡ килә. Ваҡиғалар осланышын күрергә һәләтлеләр һәр саҡ бәхетле һәм шат. Ағын һыу булған ерҙә үләндәр йәшәрә. Түгелгән күҙ йәштәренән һуң, Илаһи шәфҡәт тарала.»;
«Әхүәле рухиәңдә сәскәләр атыуын теләһәң, яфа сигеп, баҡсаларҙы һуғарған һыу тәгәрмәсе ише күҙ йәштәреңде түк. Йәш түккең килһә, күҙҙәре йәшкә күмелгәндәрҙе ҡыҙған. Миһырбанлы булғың килһә, көсһөҙҙәргә һәм бәхетһеҙҙәргә миһырбанлы бул.».
Шағир ни ҡәҙәр гүзәл әйткән:

 «Сәғәҙәткә осам тиһәң,
 зарлыларға бәхет өләш.
 Көйөнөстән ҡасам тиһәң,
 Һағышлыға шатлыҡ өләш.»

Бәхетһеҙҙәр, йәберләнгәндәр хаҡында хәстәрлек, уларҙы ҡыҙғаныу - Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  әхлағына хас булған иң иң күркәм сифат.
Әбү Усама (раҙыйаллаһу ғәнһү) былай тип һөйләй:
«Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Изге Ҡөрьән һүҙҙәрен ҡулланып һөйләне. Аллаһты йыш зекер ҡыла ине. Уның вәғәздәре ҡыҫҡа, намаҙҙары оҙон булды. Хәйерселәр, бәхетһеҙҙәр янында булыуҙы ул үҙе өсөн түбәнселек тип һанаманы, ә киреһенсә, бынан кинәнес тапты.»
Төп бурысыбыҙ – көнө-төнө ғәмәл дәфтәребеҙгә яҙыласаҡ изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылыу һәм, Хисап көнөндә Раббыбыҙ хозурына лайыҡлы сүрәттә барып баҫыу өсөн, алған сауаптарҙы юғалтмау.

   Иген келәтендәге сысҡан

Бүләк итеп бирелгән ғүмеребеҙҙе тейешенсә баһаламайынса, ихлас ғибәҙәттәр һәм Аллаһу Тәғәләгә хыянатһыҙ хеҙмәт мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырһаҡ, беҙ оло-ғара ҡазаға ҡаласаҡбыҙ. Әммә икенсе хәүеф тә бар: рухи ғәмһеҙлек, көнсөллөк, дошманлыҡ, хөсөтлөк, ғәйбәт, ялған менән изге ғәмәлдәрҙе таплап, шикле, харам нәмәләрҙән һаҡланмайынса, «Әхирәт банкроты» хәлендә лә ҡалыу.
Фани донъяла игелектәр ҡылыу өсөн мөмкинлектәр бихисап, тик, аҡсаны көн һайын уйламай уңлы-һуллы сарыф иткән кеүек, сауаптарыңды ла елгә осороу ҡурҡынысы бар. Был ҡурҡыныстарҙы Мәүләнә Руми (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) шулай тасуирлай:
«Был донъяла йәшәгәндә, беҙ келәткә һаҡлау өсөн иген ташыйбыҙ, ләкин ул сәйер рәүештә юҡҡа сығып тик тора. Аҡылыбыҙға килеп, уны сысҡан урлауын аңларға тейешбеҙҙер бит.»
Бында иген – сауаптарыбыҙҙан һәм ғибәҙәттәребеҙҙән, изге ғәмәлдәребеҙҙән, күркәм холҡобоҙҙан килгән рухи тыныслыҡ; келәт – эске донъябыҙ; сысҡан – нәфселе теләктәребеҙ.
Күсермә мәғәнәлә бирелгән һүҙҙәрҙең асылы шунда: Раббыбыҙға ғибәҙәттәрҙән рухи ләззәт тапмайбыҙ икән, тимәк әхүәле рухиәбеҙгә «сысҡан» эйәләшкән. «Сысҡандар» - шайтан һәм нәфсе, ғибәҙәттәребеҙҙе урлап, ҡәлбебеҙҙе иман һоҡланыуынан һәм ләззәтенән мәхрүм итә. Шуға күрә күп кенә иман юлына баҫҡандар, Хаҡ Тәғәләбеҙ әмерҙәрен үтәһәләр ҙә, нәфселе теләктәргә эйәреп, рухи тыныслыҡ, ләззәт, рухи бәрәкәт тапмай.
Мәүләнә Руми (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) бәйәнен дауам итә:
«Сысҡан үҙенә юл ярған, уның хәйләһе арҡаһында, келәт буш. Эй, Раббыһына уҡталған йән! Тәүге нәүбәттә келәткә кергән сысҡандан ҡотол, шунан һуң ғына игенде һаҡлауға һал!»
«Бөйөктәрҙән-бөйөктөң, Аллаһтың һөйгән Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәҙисен иҫкә төшөр: «Рухи тыныслыҡ халәтендә генә камил намаҙ ҡылырға мөмкин.» Нәфсе һәм шайтан вәсүвәсәһенән азат булыр өсөн, намаҙыңды рухи тыныслыҡ менән башла.»
«Әгәр келәттәрегеҙҙә булғанды сысҡандар урламаһа, оҙаҡ йыллыҡ ғибәҙәттәрегеҙ орлоғо юҡҡа сығыр инеме ни? Шул арҡала ҡәлбебеҙгә ғибәҙәттәребеҙҙән һәм изге ғәмәлдәребеҙҙән шатлыҡ, тыныслыҡ килмәй түгелме?»
«Ҡабыҙғыстың тәгәрмәсе кремнийҙан осҡон сығарҙы. Илаһи мөхәббәт тулы йөрәк уны үҙенә алды.»;
«Әммә рухиәт ҡараңғылығына юлбаҫар йәшеренгән, был донъяны яҡтыртҡан рухи ялҡын дөрләп китмәһен өсөн, ул осҡондарҙы бармағы менән баҫып һүндерә.»

       Нәфсенән һәм шайтандан һаҡланыу

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) етәкселеге аҫтында Аллаһу Тәғәләгә бөтә йөрәгең менән ихлас хеҙмәт итеү – изге ғәмәлдәр ҡылыуҙың, гүзәл әхлаҡҡа эйә булыуҙың һәм уны һаҡлауҙың берҙән-бер юлы. Был ҡәлбебеҙ ярҙамында даимән Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) менән бергә булыу тигән һүҙ.
Был фатихалы исем ерҙә, күктәрҙә һәм ҡәлбтәрҙә мәңге йәшәй. Беҙҙең әхүәле рухиәбеҙҙә фани донъя хакимдарының һәм уның ярҙамсыларының түгел, Уның исеме урын алырға тейеш. Аллаһу Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә (мөшриктәр тураһында) әйтә:
«Һин улар араһында саҡта, Аллаһ уларға яза бирмәҫ…» (Әнфәл, 33)
Был аяттан беҙ шуны аңлайбыҙ: ҡәлбтәре Йәшәйеш Нурына (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мөхәббәт менән тулғандарға бөйөк шатлыҡ һәм бүләк әҙерләнгән. Тимәк мөьминдең ҡәлбе ни кимәлдә Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мөхәббәт менән тулы, шул кимәлдә ул Илаһи асыуҙан алыҫ тора. Йәнебеҙ бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәрхәмәт һәм бәрәкәттәр сығанағына әйләнә икән, ул һис ҡасан язаға дусар булмаясаҡ. Был Хаҡ Тәғәләбеҙҙең бөйөк вәғәҙәһе.
Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйөүебеҙ һәм Уның юғары әхлағын алыу сәбәбендә Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙҙе Үҙенең яҡлауы аҫтына ала икән, фани донъя ҡапҡандары беҙҙең өсөн ҡурҡыныс түгел. Әммә ҡәлбебеҙ, Аллаһ һаҡлаһын, Унан алыҫлашһа, беҙ бөйөк ҡаза күреүгә дусар буласаҡбыҙ.

Раббыбыҙ Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) менән мөхәббәт ептәре ярҙамында бәйләнгән өммәт булырға насип итһен! Аллаһ Тәғәлә рухиәтебеҙҙе яҡтыртһын, Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һүнмәҫ ҡояштай әхлағынан шәфҡәт һәм миһырбанлыҡ алған тулған ай ише итһен!
Әмин!
                   

Комментариев нет:

Отправить комментарий