четверг, 25 октября 2018 г.

Йәшәйеш һәм ғаләм




       Ғаләмде уҡый белеү – барсаһын да уҡый белеү ул...


   Ғаләмде уҡый белеү – барсаһын да уҡый белеү ул

          «УҠЫ!» әмеренең мәғәнәһе

Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) «Уҡы!» тигән Илаһи әмерҙе йәшерен ғилемдәргә эйә тәҡүә әүлиәләр шулай тәфсирләй:
«Уҡы! Уҡы барыһын да! Аллаһтың Китабын уҡы! Аллаһтың билдәләрен уҡы! Ғаләм Китабын уҡы! Хәҡиҡи иманға эйә булыу һәм яңылышыуҙан ҡотолоу өсөн, өҙлөкһөҙ уҡы! Иманыңды камил итеү өсөн уҡы! Аллаһ исеме менән уҡы! Кешене ойошҡан ҡандан яралтҡан һәм уҡырға, танып белергә, танып белгәнде тормошҡа ашырырға өйрәткән Раббың исеме менән уҡы! Уҡырға өйрәтеп, кешегә бөйөк шәфҡәт ҡылған Аллаһ исеме менән уҡы! Раббыңды танып белеү һәм Уға яҡынайыу өсөн уҡы! Сәбәптәрен уҡып, Тәүсәбәпте танып бел! Бар ҡылынғандарҙы уҡы, Барлыҡҡа Килтереүсеңде танып бел! Бөйөк Яралтыусы Ҡәләме менән яҙылған һәр юлды уҡы! Кешене элек йәшерен булған нимәне танып белергә өйрәткән Аллаһ исеме менән уҡы!»
Мәүләнә Руми (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) үҙенең рухи үҫеш этаптарын шулай тасуирлай: Китаптар уҡыған осорон - «мин сей инем»; Ғаләм серҙәрен уҡыу осорон - «мин бештем»; Илаһи серҙәр ялҡынында яныу осорон - «мин яндым». Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең Үҙ исеме менән уҡыуҙы талап итеүе «Уҡы!» тигән Илаһи әмерҙен баһаһын уғата арттырып ебәрә.

Ғаләмдә йәшерелгән сер һәм хикмәттәр

Изге Ҡөрьән ғаләмдә йәшеренгән сер һәм хикмәттәр хаҡында ҡат-ҡат белдерә:

«Беҙҙең ҡөҙрәтебеҙгә, вә берлегебеҙгә дәләләт иткән асыҡ, вә көслө ғәләмәттәребеҙҙе, бөтә ғаләм төҙөлөшөнөң хәлдәренән кешеләргә күрһәтербеҙ, вә кешеләрҙең яратылышы Аллаһ эше икәнлеген үҙҙәренең төҙөлөшөнән күрһәтербеҙ, хатта асыҡланғанға саҡлы Аллаһу Тәғәләнең хаҡлығы һәм бер генә икәнлеге, вә Ҡөрьән Аллаһ китабы, вә Мөхәммәт (ғәләйһис-сәләм) Аллаһу рәсүле икәнлеге асыҡланғанға саҡлы. Йәки һәр нәмәгә шаһит булырға һинең Раббың етмәҫме? (Фуссиләт (Аңлатылды), 53)

Аятта әйтеп кителгән «ғаләм» - кешене уратып алған мөхит, ә «үҙҙәренең төҙөлөшөнән күрһәтербеҙ» кәлимәһе кешенең тән һәм рухи төҙөлөшөнә һалынған сер һәм хикмәт тураһында һөйләй. Был хәҡиҡәт башҡа аяттарҙа ла аңлатыла:

      «Күктәрҙе, Ерҙе һәм икеһе араһындағыларҙы Беҙ күңел асыу өсөн генә яралтманыҡ.  Бөтөнөһөн дә бары тик бер сәбәп менән (Аллаһтың хәҡиҡәте өсөн) яралттыҡ. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быны аңламай.» (Духан (Төтөн), 38-39)

Бер заман бөйөк тәҡүә әүлиәләрҙеңбереһе – Джүнәйд Багдади (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) ҡайҙалыр тулҡынланып ашыҡҡан халыҡты күреп ҡала. Ул быларҙан һорай:
-        Ҡайҙа былай ашығаһығыҙ?
Улар былай ти:
-        Билдәле ғалим килгән. Аллаһу Тәғәләнең Барлығын һәм Берлеген иҫбатлаусы бихисап дәлилдәр белә, тиҙәр. Теләһәң, әйҙә беҙҙең менән.
Әммә Джүнәйд Багдади (рәхмәтуллаһи ғәләйһи), аптырап һәм йәлләп былай тигән:
-        Күрер күҙе, ишетер ҡолағы һәм һиҙгер йөрәге булған кешегә Уның барлығын иҫбатлаусы Ғаләмдә иҫәпһеҙ-хисапһыҙ тауыштар, һүрәттәр бар. Аллаһу Тәғәлә Үҙенең барлығын иҫбатлаусы күпме дәлилдәрҙе күрһәтә! Эй, халыҡ! Шуға ҡарамаҫтан һаман да кемдеңдер шиге бар икән, әйҙә барһын шунда. Минең ҡәлбемдә шиктең әҫәре лә юҡ!

               Хаҡ Тәғәләбеҙгә генә мөрәжәғәт итеү

«Һеҙ уйлап ҡарамайһығыҙмы ни?» -тигән һүҙҙәр менән Аллаһу Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә кешеләрҙе һәр даим уйланырға саҡыра. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Раббыбыҙҙы һәм Илаһи хикмәтте таныу өсөн кешегә зиһен бирелеүен иҫкә төшөрөп, былай ти:
«Бер сәғәт фекер йөрөтөү алтмыш йыллыҡ ғибәҙәттән артыҡ.» Тәрән уйланыуҙар әҙәмде Яралтыусыһына яҡынайта.
 Мәүләнә Руми (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) кешеләрҙе, уйланып һәм хикмәт эҙләп, маңлай һәм күңел күҙҙәрен ғәмһеҙлектән уятырға саҡыра:
«Әгәр тирмән ташы әйләнгәнен күрһәң, иғтибарлап ҡара һәм уны хәрәкәткә килтергән һыуҙы ла күр.»;
 «Әгәр һауала туҙанды күрһәң, уны күтәргән елде лә шәйлә!»;
«Әгәр көршәктә май ҡайнағанын күрһәң, уны ҡайнарға мәжбүр иткән утты ла абайла!»;
 «Эй, иҫәр! Алдыңдағы йорт һәм һарайҙарҙың төҙөүсеһе барлығына шигең бармы әллә?»;
«Эй, улым! Китап биттәрен хаттат күсереп яҙыуға шигең бармы әллә, каллиграф ярҙамынан башҡа диуарҙағы яҙмаларҙы кем яҙһын?!»;
«Эй, әҙәм! Был донъяла үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән берәй нәмәне күрһәтә алаһыңмы? Теләһә ниндәй үҫемлеккә күрһәт, үҙенән-үҙе генә үҫеп сығыу-сыҡмауы тураһында бергәләп уйларбыҙ?!»

           Күңел күҙе менән ғаләмде уҡыу

Ғаләмдә йәшерелгән Илаһи серҙәрҙе рухи мәғрифәт менән тулы үтә һиҙгер йөрәк кенә күрә һәм уҡый ала. Бәс, шулай булғас, ғилләһе маңлай күҙе һуҡырлығында түгел, күңел һуҡырлығында. Аллаһу Тәғәлә, ҡолдарын ғафиллыҡтан уятыу өсөн, шулай тип һорай:

«Әллә һуң улар Ер йөҙө буйлап сәйәхәт итеп йөрөмәйҙәрме? Йөрөгән булһалар, баштарына уй төшкән булыр ине. Ҡолаҡтары ишеткән булыр ине. Хаҡтыр, уларҙың (маңлай) күҙҙәре һуҡыр түгел, фәҡәт күңел күҙҙәре һуҡыр.» (Хаж, 46)

«Изге Ҡөрьән аяттарын һәм Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәҙистәрен уҡый башлағанға ҡәҙәр, үҙеңде төҙәт. Әгәр баҡсалағы раузалар хуш еҫен тоймайһың икән, кәмселекте баҡсанан түгел, үҙеңдең әхүәле рухиәңдән эҙлә...»
 «Изге Ҡөрьәндең мәғәнәһен нәфселәрен, теләктәрен көлгә ҡалдырып (йәғни, Аллаһ алдында үҙҙәренең көсһөҙлөгөн танып), Изге Ҡөрьәнгә тулыһынса күндәмлек күрһәткән, барыһын Уға ҡорбан иткәндәр генә аңлар…»

       Үҙ-үҙеңде танып белеүҙең сере

Был хәҡиҡәт тураһында Ғүмәр Хайям былай ти:

Яҡут эҙләһәң, һин - мәғдән усағы,
Йәреңә атлыҡһаң, һин - ғашиҡ.
Ябай, хикмәтле һүҙҙәргә ышан һин:
Эҙләһәң - һин уны үҙеңдә табырһың!

Әҙәмдең үҙ-үҙен танып белеүе – Хаҡ Тәғәләбеҙҙе танып белеүе ул. Раббыһын танып белергә ынтылыусы тәүге нәүбәттә тырышлыҡтарының нәтижәһеҙлеген аңларға тейеш. Үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө таныу аша ғына рухи мәғрифәт ҡапҡалары асыла, бер-бер артлы ғаләм һәм кеше серҙәре алдындағы ҡорғандар һыпырылып төшә. Мөьмин ғаләмдәге бөтә барлыҡтың хәҡиҡи асылын күреү һәләтенә эйә була. Аллаһтың әмерҙәрен оло хөрмәт менән үтәп йәшәү – «тазим ли-әмрилләһ» һәм Аллаһ яралтҡандарҙың һәммәһенә шәфҡәт күҙе менән бағыу – «шәфҡәт ли-халҡылләһ» уның төп сифатына әүерелә.

      Ҡырмыҫҡаны ла рәнйетергә ярамай

Абдуррахман бин Абдуллаһ атаһының (раҙыйаллаһу ғәнһүмә) бәйәнен тапшыра:

 «Бер походта мин Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) менән бергә инем. Көндәрҙән-бер көндө Ул, беҙҙе ҡалдырып, үҙ эше менән китте. Шул саҡ беҙ ояһында ике ҡошсоғо менән ултырған ҡошто - алатубаны күреп ҡалдыҡ. Беҙҙе күргәс, ул ояһынан осоп китте, һәм беҙ ҡошсоҡтарҙы алдыҡ. Ҡото алынған ҡош, ҡанаттарын елпеп, беҙҙең тирәлә өйөрөлә башланы.
Шул саҡ Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) килеп етте һәм ҡысҡырып ебәрҙе:

«Кем меҫкен ҡоштоң ҡошсоҡтарын алды? Хәҙер үк кире ҡайтарығыҙ!»

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), беҙ ут төрткән ҡырмыҫҡа иләүен күргәс, бик ныҡ ҡайғырҙы, был хәлгә аптырап торҙо. Ул әсенеп һораны:
«Кем ут төрттө?»
Утты беҙ төрткәнде белгәс, Ул былай тине: «Ут менән яза биреү хоҡуғы тик Аллаһта ғына!»   (Әбү Дауыт, Йыһат, 122/2675, Әҙәп, 176/5268)

     Баҡсаһындағы груша ағастарын һәләк иткән ҡырмыҫҡаларҙы юҡ итеүгә рөхсәт һорап Шәйхул-Ислам Әбүс-Суудҡа ике юллыҡ шиғыр менән мөрәжәғәт иткән Ҡануни Солтан Сөләймән йөрәгендә лә тап шундай хистәр ҡайнағандыр:

Ҡырмыҫҡалар зыян һала баҡсабыҙға,
Баҡсам ҡурсып юҡ итергә рөхсәт бармы?

Шәйхул-Ислам Әбүс-Сууд быға рухи хикмәт тулы юлдар менән яуап бирә:

Иртәгә бит Хисап көнө етеүе бар,
Иҫәп һорай Сөләймәндән ҡырмыҫҡалар...

      Бөтә барлыҡ Аллаһты зекер итә

Бер аяҙ көндә Шәйех Уфтада тәбиғәттә рухи темаға әңгәмә алып бара. Шәйехтең һорауы буйынса, бөтә шәкерттәр ҙә күркәм гөлләмәләр йыйып килтерә. Ҡады Мәхмүт кенә һабағы һынған, һулыған сәскә тотоп килә. Шәкерттәр, шәйехтең әйткәнен үтәүгә ҡәнәғәт булып, уға гөлләмәләрен бирә. Ҡады Мәхмүт, уңайһыҙланып башын эйеп, һулыған сәскәне Шәйех Уфтадаға һона.
Шәкертәр, аптырап, Шәйех янына йыйыла, ә ул былай тип һорай:
–  Мәхмүт улым! Ниңә һин һынған, һулыған сәскә тотоп килдең? Бөтәһе лә бит гүзәл гөлләмәләр менән килде?
 Ҡады Мәхмүт хөрмәт менән былай тип яуап бирә:
 – Хөрмәтле Остазым! Бер генә бүләк тә минең Һеҙгә рәхмәтемде тулыһынса еткерә алмаҫ! Ниндәй генә сәскәгә ҡулымды һонһам да, һәммәһенең Раббыбыҙҙы туҡтауһыҙ, «Аллаһ, Аллаһ!»-тип данлауын ишеттем. Бөтә йәнем уларҙың зекерен өҙөүгә ҡаршы булды. Шуға күрә мин Һеҙгә ошо һулыған сәскәне генә бирергә мәжбүр, инде ул һис ҡасан Раббыбыҙҙы зекер итә алмаясаҡ!
Уфтада Шәйех, хикмәт тулы шундай күркәм һүҙҙәрҙе ишеткәс, һоҡланып ҡысҡырып ебәрә:
 – Хоҙайи, Хоҙайи… Улым минең! Хәҙер һинең исемең – Хоҙайи! Хоҙайи, беҙҙең тәбиғәткә сәфәребеҙҙән бәрәкәтте тең бер үҙең алдың…
Ҡады Мәхмүт шулай итеп Хоҙайи булып китә, ғаләмдең Илаһи мөғжизәләре һәм Илаһи Ҡөҙрәт ағымдары хәрәкәте асыла уға. Ғаләм йәнле китап рәүешен ала.
Ҡады Мәхмүттең ғәҙәттән тыш рухи юғарылығына хөрмәт йөҙөнән уны Ғәзиз Мәхмүт Хоҙайи тип йөрөтә башлайҙар.

    Ғаләм сере кешелә йәшенгән

Кемгә Ғаләмде танып белеү насип булған, асылда, ул үҙ-үҙен танып белә, сөнки кеше үҙе – Ғаләм үҙәге. Шәйех Галиб был турала һоҡланғыс итеп әйткән:
 «О әҙәм! Үҙеңә баҡ – һин бит үҙең Ғаләм асылы. Йыһандың күҙ ҡараһы – һин, о әҙәм!»
Мәүләнә Руми әйтә:
 «Дуҫҡайым минең! Һин – кеше генә түгел, һин - йыһандың үҙе! Һин – иге-сиге булмаған һәм төпһөҙ океан!»
 «О камил ижад емеше – әҙәм! Һинең мөһабәт асылың туғыҙ йөҙ ҡаттан кәм түгел, ә уның тәрәнлеге – сиге булмаған океандыҡы ише. Һинең асылыңа йөҙҙәрсә донъя йәшеренгән.»

Бөйөктәрҙән-бөйөк тәҡүә әүлиә – Мәүләнә – кешенең хәҡиҡи асылын Шәмс Тәбризи асылында күрә, шуға ғүмере буйы Шәмсте йәки уға торошло кешене эҙләй. Ғүмеренең ахырында Мәүләнә әйтә:

 «Мин китәм, эҙләгән кешемде һағынып китәм!»

Мәүләнә Руми (рәхматуллаһи ғәләйһи) бер бәйәнендә донъяла камил инсандарҙың бик әҙ булыуы хаҡында әйтә:

 «Бер төндә мин ҡала ситенә сыҡтым һәм ҡулына фонарь тотоп нимәлер эҙләгән кешене күрҙем.
– Ҡараңғы төндә һин нимә эҙләйһең? -тип һораным мин унан.
 – Кешене эҙләйем! -тине ул миңә.
Мин уға былай тинем:
 – Йәл һин миңә, хеҙмәтең бит аҡланмаясаҡ! Мин сит яҡтарҙы ҡыҙырып күпме йөрөнөм, уны таба алманым. Ҡайт өйөңә, тыныслан, ял ит! Таба алмаясаҡһың һин уны, юҡҡа мәшәҡәтләнмә!
Бойоғоп ҡараны ла әҙәм, шулай тине:
 – Табып булмаҫын да беләм мин. Әммә эҙләнеүем күңелемде йылыта.»

Был камил кешене табырға өмөтләнгәндең яуабы.
Нәтижәләрҙең сәбәптәрен, әҫәрҙәрҙең Оҫтаһын, мәхлүктәрҙең Раббыһын табырға тырышыусылар өсөн инсан – Илаһи сәнғәт күренештәренең тупланыу үҙәге. Барса йыһан сере кешелә йәшеренгән, һәм тап ул Изге Ҡөрьәндең тере кәүҙәләнеше булыуы ихтимал.

О Аллаһ! Ғаләм Китабы биттәрен уҡый һәм аңлай алырҙай рухи юғарылыҡҡа күтәр беҙҙе! Күңел күҙебеҙ ябылыуына юл ҡуйма! Йәшерен ғаләм серҙәре һәм ҡәлбебеҙ аша мәңгелек Матурлығыңдың Яҡтылығын күреү бәхетен бир!
Әмин!





Комментариев нет:

Отправить комментарий