Ҡояш донъябыҙҙы йылытмай
булдыра алмаған кеүек, гүзәл рухиәтлеләр, тормош бәрәкәттәрен күркәм рәүештә
файҙаланыусылар бөтә барлыҡҡа файҙа килтермәй, ерҙә гүзәллек таратмай булдыра
алмай.
Гүзәл рәүештә ғүмер кисереү
Үлемгә ҡәҙәр...
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Аллаһу
Тәғәләгә йыш ҡына шулай итеп доға ҡылған:
«Эй, Аллаһ! Һинең рәхимлегеңә өмөт итәм! Күҙ
асып йомғансы ла мине үҙ нәфсемә ҡалдырма! Бөтә ғәмәлдәремде яҡшырт! Һинән
башҡа Илаһ юҡ!» (Әбү Дауыт, Әҙәп,
100-101)
Ул, бөтә мөьминдәрҙең ҡәлбен үҙенә тартып торған Аллаһтың
тиңе булмаған ижад емеше, көндөҙгө ваҡыттың һәр минутын файҙа менән үткәрә, ә
төндәрен шул ҡәҙәр намаҙҙа оҙаҡ тора, хатта аяҡтары шешенә. Изге күңелле Ғәйшә
(раҙыйаллаһу ғәнһә), Аллаһу Тәғәләнең Уның бөтә гонаһтарын – үткәндәгеләрен дә,
киләсәктәгеләрен дә ғәфү итеүен иҫкә төшөрөп, шул ҡәҙәр үҙен йонсотоуына
аптырауын белдергәс, Ул былай ти:
«О Ғәйшә! Был осраҡта мин
Раббымдың рәхмәтле ҡоло булырға тейеш түгелме ни? (Мөслим, «Монафиҡтар», 79).
Тимәк, рухи өлгөргәнлек дәрәжәһе ниндәй генә булһа ла,
берәү ҙә Аллаһу Тәғәләгә ғибәҙәттәрҙән азат ителмәй. Фарыздар, вәжибтәр, сөннәттәр,
харам һәм хәләлдәр, мөстәхәбтәр һәм Исламдың бөтә башҡа нормалары мөьминдең
һуңғы һулышына ҡәҙәр мотлаҡ үтәлергә тейеш. Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары Уға
ғибәҙәттәрҙә ғүмере буйы тырышлыҡ күрһәтә, Илаһи әмерҙе үтәй:
«Һин бөгөндән Раббыңды маҡтауҙы данла, тәсбих
әйт һәм сәждә иткәндәр сафында бул. Әжәлең килгәнгә ҡәҙәр, Раббыңа ғибәҙәт ҡыл.» (Хижр, 98-99), һәм һәр һулышы менән Аллаһты данлай.
Йәшәү маҡсаты
Кеше ғүмеренең берҙән-бер маҡсаты – Раббыһына ғибәҙәт
ҡылыу.
Шуға күрә йәшәү
маҡсатыбыҙ һәм идеалдарыбыҙ нигеҙендә рухи мәғрифәткә ынтылыш ятырға тейеш. Беҙгә
бирелгән ғүмерҙе эшкәртелмәгән материал менән сағыштырырға мөмкин. Изге
ғәмәлдәр менән биҙәһәк, ул йәмле, ә яман ғәмәлдәр ҡылһаҡ, уның хаҡы һуҡыр бер
тин. Образлы итеп әйтһәк, әгәр балта оҫтаһы яҡшы ағасты ваҡытында тейешенсә
эшкәртмәһә, тора-бара ул мейескә яғырға ғына эшкинә. Әгәр инде оҫта ул ағастан
һоҡланғыс йорт йыһазы яһаһа, ағас үҙ ҡиммәтен юғалтмай, зиннәтле һарайҙарҙа үҙ
урынын ала. Кешене - балта оҫтаһы, ә кеше ғүмерен уның ҡулындағы эшкәртелмәгән
материал менән сағыштырыу урынлы булыр бында.
Әҙәм, бүләк итеп бирелгән ғүмерен лайыҡлы үтеү өсөн,
нимәгә ынтылырға кәрәклеген асыҡларға, шунан ғына маҡсатына ирешеү сараларын
күрергә тейеш. Әммә был ғына ла аҙ. Берәү илке-һалҡы ғына эшләй, берәү аҫыл
әйберҙәр етештерә. Өлөшөбөҙгә төшкән бәрәкәттәрҙе ана шул яҡшы оҫталар һымаҡ
файҙаланыу зарур. Умартаһына бал ташыусы бал ҡортоноң үҙ шөғөлөнөң ҡайһы бер
нормаларын ҡалдырып тороуы мөмкин булған хәлме? Юҡ, әлбиттә! Юғиһә шифалы бал ағыуға әйләнер ине. Ә
кеше, Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең бал ҡортона ҡарағанда юғарыраҡ урын биләгән
һәм күркәм сүрәттә яралтҡан ҡоло, ике донъяла ла бәхетле булыр өсөн, бүләк
булған ғүмерен иман, рухи мәғрифәт, ихласлыҡ һәм тәҡүәлек менән биҙәргә тейеш
түгелме ни?
Быға ирешеү өсөн ни эшләргә кәрәк?
Әҙәм, «Уҡы!» тигән Илаһи әмерҙе үтәй башлау менән,
хәҡиҡи тормош башлай. Был донъяны уҡырға һәләтһеҙ бәндә ҡороған ағас шикелле. «Уҡы!»
тигән әмерҙе китаптар уҡырға ҡушыу тип кенә аңларға ярамай. Әҙәмдең әхүәле
рухиәһе бөтә ғаләмде: тауҙарҙы, диңгеҙҙәрҙе, урмандарҙы, ете күкте һәм иң
мөһиме - үҙен уҡыуҙан туйына һәм күңел тыныслығы таба ала. Тәүге нәүбәттә
үҙ-үҙебеҙҙе уҡый белеү лазым. Хисап көнөндә фәрештәләр һәр кемдең «ғәмәлдәр
китабын» килтерәсәк һәм шундай фарман яңғыраясаҡ:
«Үҙеңдең
китабыңды уҡы!»
Фани донъялағы бөтә ғәмәлдәребеҙҙе, уларҙы ниндәй
ниәт, ниндәй хистәр менән атҡарыуыбыҙҙы шул китаптан беләсәкбеҙ. Тап ерҙә
төйәкләнгәндәр йыйылған Мәхшәр майҙанында тормошта үҙебеҙҙең ниндәй булыуыбыҙҙы
күрәсәкбеҙ. Ҡайһы саҡ ер хәстәрҙәренең бәләкәс кенә күләүектәрендә батыуыбыҙҙы,
нәфсебеҙҙең остоҡ ҡына көйһөҙлөктәрен дә ашаҡлап үтә алмауыбыҙҙы күрәсәкбеҙ. Хөкөм
көнөндә бөтә ғәм алдында һөмһөрөбөҙ ҡойолоп тормаҫ өсөн, уны иң гүзәл, иң изге
ғәмәлдәр менән тултырырға тырышыу кәрәк.
Хисаплама
Иң бәрәкәтле һәм уңышлы ғүмер – хәҡиҡәтте тойоп, аңлап
йәшәлгән ғүмер. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тап шул рәүешле
йәшәргә саҡыра. Ә оло йөрәкле Ғүмәр (раҙыйаллаһу ғәнһү) фани донъяла уҡ
йәшәлгән ғүмеребеҙ тураһында үҙ-үҙебеҙҙән хисаплама алырға өндәй:
– Һеҙҙе Хисапҡа
саҡырғансы, үҙ-үҙегеҙҙән хисап алығыҙ!
Әҙәм ни рәүешле йәшәһә, шулай вафат булыр. Һис шикһеҙ,
ул ниндәй кимәлдә баҡыйлыҡҡа күсһә, Хисапҡа шул кимәлдә ҡубарылыр.
Хайсам бин Раби
былай тип һөйләй:
– Мин үлем хәлендәге кеше
янында инем һәм, ул Әхирәткә күскәнсе ҡабатлаһын өсөн, ҡат-ҡат шәһәҙәт һүҙҙәрен
әйттем. Әммә теге, меҫкен, мине ишетмәне – ул аҡса һанау менән мәшғүл ине…
Әхирәт өсөн бер нәмә лә ҡаҙанмаған, алъюҫыҡҡа үткән
ғүмерҙең фажиғәһе был. Билдәле мәҫәлдәге сиңерткә тормошоноң ләззәттәренә оҡшаш
ғүмер. Аҡсаға, байлыҡҡа ғибәҙәттә үткән ғүмер… Әҙәм, шул уҡ мәҫәлдәге ҡырмыҫҡа
кеүек, ғүмер буйы Әхирәттең «һалҡын ҡышы» өсөн бәрәкәттәр йыйырға тейеш. Иманлы
әҙәм өсөн туҡтап ял итеп алыу урыны үлем килгәс, бәлки, быуаттарға һуҙылған
төйәге буласаҡ ҡәберҙә.
Ер тормошоноң маҡсаты – рухи һәм аҡыл потенциалын тулыһынса
асыу, бүләккә бирелгән ғүмеребеҙ бәрәкәтен тулыһынса файҙаланыу.
Имам Шафиғи (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) әйткән:
– Әгәр һин Раббыңа уҡталмаһаң,
һине әһәмиәтһеҙ һәм ялған нимәләр үҙенә әсир итәсәк!
Сәғди Ширази ғүмеренең тәғәйенләнешен юғалтҡандар
хаҡында былай ти:
– Ғүмерен
уйын-көлкө, күңел асыуға әйләндергәндән хатта үҙ йәне лә ерәнә...
Хажи Байрам Вәли рухиәтһеҙ тормоштоң мәғәнәһеҙлеген
образлы итеп тасуирлай:
– Һауаланыу һәм
әхүәле рухиәнең шуға оҡшаш түбән сифаттары билғауға бәйләнгән таш кеүек, ул
күккә осорға ла, диңгеҙҙә йөҙөргә лә ирек бирмәй...
Дөрөҫ тормош көтөүҙең төп шарты – үҙ-үҙеңде танып
белеүҙәге һәм етешһеҙлектәреңде юҡ итеүҙәге тырышлығың. Әйтәләр бит:
–
Иң
ҙур хикмәт – үҙеңдең етешһеҙлектәреңде белеү!
Рухыңды һағалап торған хәүефтәр
Бер
нәмәне төшөнөү лазым: ваҡытлыса файҙа күреү ниәте һәм нәфселе башҡа теләктәр –
рухыңды һәләк итәсәк ағыу. Ул ағыуҙың һәр тамсыһы рухи тормош өсөн ҡурҡыныс. Мин-минлеген
ҡәнәғәтләндереү менән янған әҙәм Раббыһына яҡыная алмай. Иманһыҙ әҙәмдәрҙең
фекер йөрөтөүен, тәртибен үҙләштереү тәүҙә уйҙар берлегенә алып килә, аҙаҡ,
рухи яҡынлыҡ тыуҙырып, ысын фажиғә булып әүерелә. Күркәм тормош көтөү өсөн,
ҡәлбеңде лә, аҡылыңды ла һаҡлау белеү кәрәк.
Бәхетле
тормош нигеҙе
Тән
һаулығы, матди һәм рухи өлкәләрҙәге именлек бәхетле тормош көтөүҙе тәьмин итә.
Тәнде хәләл ризыҡтар менән ниғмәтләндереү, матди байлығыңды динде таратыуға
файҙаланыу, әхүәле-рухиәңде гүзәл сифаттар менән биҙәү – ошо шарттарҙы үтәү Хаҡ
Тәғәләбеҙҙең гүзәл ижад емеше, «ахсан-и таквим» бейеклегендә ҡалырға мөмкинлек
бирә. Бының өсөн шулар лазым:
- донъяуи һәм йәшерен ғилемдәрҙе өйрәнеү;
-
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әхлағына
төрөнөү, уға хас сифаттарҙы үҙеңдә тәрбиәләү;
- эске донъяңды насар ҡылыҡтарҙан һәм
сифаттарҙан әрсәләү;
-
сәғәҙәт быуатында йәшәүселәрҙән үрнәк алыу;
-
Изге Ҡөрьән аяттарынан илһам алыу;
-
диндә Хәҡиҡи юл менән барыу;
- биргән вәғәҙә һәм анттарыңды үтәү;
-
дини ҡанундарҙы тейешенсә үтәү;
- үлем хаҡында йыш уйланыу һәм төнгө
ғибәҙәттәрҙә тырышлыҡ күрһәтеү;
- тәҡүәләр менән бергә булыу;
-
өммәтеңдәгеләрҙе яратыу; һүҙ йөрөтөүҙән, ғәйбәттән һаҡланыу;
-
исрафтан һәм һаранлыҡтан ҡасыу;
-
мохтаждарға ярҙам итеү;
-
әҙгә лә ҡәнәғәт булыу;
-
шәфҡәтле һәм хәстәрлекле булыу;
-
бөтә барлыҡтың хаҡтарын үтәү;
-
хәләл ризыҡтар ғына ҡулланыу;
-
дин юлындағы хеҙмәттә тырышлыҡ күрһәтеү;
-
ихлас һәм тәҡүә булыу.
Рауза
тажындағы ысыҡтар
Үрҙә
һанап үтелгән сифаттар әүхәле рухиәбеҙҙең, сафланып, нескә күңелгә эйә булып, тыныслыҡ
бөркөлөп торған гөлдәр менән тулы һоҡланғыс Илаһи баҡса халәтенә эйә булыуҙың
шарты булып тора.
Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) символы – гүзәл раузалар. Раузалар тажындағы ысыҡ ҡына
булыуға лайыҡ булғандар ҙа ни ҡәҙәр бәхетле.
Шәйех
Әбү Мөхәммәд Мөслихиддин бин Ғабдуллаһ Сәғди Ширази үҙенең
«Гөлөстан» поэмаһында шундай ғибрәтле мәҫәл килтерә: «Берәү мунсаға киткән,
унда дуҫтарының береһе хуш еҫле мунса мәтеһе тотторған. Таң ҡалдырғыс хуш еҫ
уның күңелен тетрәндергән, һәм ул, хайран ҡалып, былай тип һораған:
–
О һоҡланғысым! Һин мине хуш еҫең менән иҫерттең. Әйтсе: һин – ғәмбәрме йәки мисекме?
Яуап
итеп теге былай тигән:
– Мин ғәмбәр ҙә, мисек тә түгел, бары мәте мин.
Көн һайын, гүзәл рауза ҡыуағы төбөндә ятып, ысыҡ тамсыларын үҙемә йыйҙым.
Ҡәлбең менән тойған ул тыныслыҡ раузаларҙың сихри һулышы...»
Гүзәллектең кешеләрҙә сағылышы
Ҡояш
донъябыҙҙы йылытмай булдыра алмаған кеүек, гүзәл рухиәтлеләр, тормош
бәрәкәттәрен күркәм рәүештә файҙаланыусылар бөтә барлыҡҡа файҙа килтермәй, ерҙә
гүзәллек, игелек, яҡтылыҡ таратмай булдыра алмай.
Кем
был донъяла үҙенә бүләк ителгән бәрәкәттәрҙе гүзәл рәүештә файҙалана, рухиәте,
һүҙҙәре, уйҙары менән тирә-йүнде ҡотҡарыусы бер матурлыҡ үҙәгенә әүерелә.
Уларҙың әхүәле рухиәләре, оло йөрәкле Ғүмәрҙеке (раҙыйаллаһу ғәнһү) ише, был
донъялағы бөтә барлыҡҡа һөйөү һәм ҡыҙғаныу менән тулы була. Ә ул, әсенеп, былай
тигән:
- Әгәр бер бәрәсте генә булһа ла бүре тамаҡлаһа, Ғүмәргә
Раббыбыҙ алдында хисаплама бирергә тура киләсәк…
Нәфсеңде
еңеү
Илаһи
ғилем юлы булған Тасаввуфтың төп маҡсаттарының береһе -нәфсеңде буйһондороу,
әрсәләү, камиллыҡҡа ирешеү. Нәфсеңде еңеү, әлбиттә, Илаһи ихтыярға буйһоноуҙан,
түбән теләктәргә ҡаршы тороуҙан башлана. Һәр мөьмин, үҙенең йомшаҡ яҡтарын,
етешһеҙлектәрен белә күрә, шул уҡ ваҡытта Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең
Бөйөклөгөн, Ҡөҙрәтен һәм Камиллығын да танып белергә тейеш. Шул осраҡта ғына әҙәмде «яманлыҡҡа
этәргән нәфсе» (Йософ, 53), насар сифаттарынан таҙарынып, кәрәкле сифатҡа
эйә буласаҡ.
Нәфсеңде
буйһондороу һәм сафландырыу ғәләмәт ҙур тырышлыҡ талап итә, шуға ла уны «джихад
акбар» (бөйөк алыш) тип йөрөтәләр. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм),
Табук һуғышынан ҡайтҡан саҡта, үҙ-үҙең менән эске алышты шулай тасуирлай:
–
Хәҙер беҙ бәләкәй йыһаттан олоһона
ҡайтабыҙ.
Пәйғәмбәребеҙ
(салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләребеҙ менән ҡайтып килгән поход ифрат
ауыр була. Мосолмандар ғәскәре хәрби поход ауырлыҡтары менән бергә дошмандарҙың,
монафиҡтарҙың хөсөтлөктәренә лә дусар була. Өҫтәүенә ҡот осҡос эҫелек, ҡоролоҡ,
етмәһә уңыш йыйыу осоро ла етә. Юл да оҙон. Византиялылар 30 меңлек мосолмандар
ғәскәренән күп тапҡыр ҙур булған ғәскәр йыя. Меңдәрсә саҡрым юл үтеп,
мосолмандар Табукка барып етә. Унда, дошманды көтөп ала алмайынса, ҡалаға
һуғышһыҙ инә һәм кире ҡайтырға сыға. Ауыр походта эҫенән, даимән һыуһауҙан йонсоған,
ҡояшта янған мосолмандар ғәскәре Мәҙинәгә яҡынлаша. Шул мәл йыһат хаҡында әйтә
лә инде Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Сәхәбәләр уны хайран ҡалып
тыңлайҙар һәм һорайҙар:
–
О Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)! Һеҙ хәлебеҙҙе күреп тораһығыҙ. Беҙ
ҡылған йыһаттан да олораҡ йыһат булырмы икән?
Пәйғәмбәребеҙ
(салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип яуап бирә:
– Эйе! Хәҙер
беҙ бәләкәй йыһаттан бөйөк йыһатҡа күсәбеҙ – нәфсебеҙ менән көрәшкә.
(Суюти, Джамиус-Сәғир, II, 73)
Бында уйланырға урын бар: әгәр шул ҡәҙәр ауыр
Табуҡ походын Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) «бәләкәй йыһат» тип
атаған икән, ҡурҡыныслы Хөкөм көнөндә үҙҙәренең ғәмһеҙлеге арҡаһында «ҙур йыһатҡа»
иғтибарһыҙ булғандарҙың Аллаһ хозурындағы хәле ниндәй булыр?
Аллаһу
Тәғәлә «Үҙенең нәфсеһен тәңре итеп
табынғандарҙы күрҙеңме һин?» (Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы Китап), 43) тигән
һүҙҙәре менән, нәфсеһен илаһилаштырып, рухи наҙанлыҡ һаҙлығына батҡандарға, был
көрәштә еңелгәндәргә күрһәтә. Ризалығын алырға ынтылып, бер Раббыбыҙға ихлас уҡталыуҙың
асылы шунда: әхүәле рухиәбеҙҙе фани донъяның ялған боттарынан әрсәләү.
Аллаһ
бойорһа, шундай мәл дә етер: һәр кем ихлас рәүештә түбәндәгеләрҙе әйтергә
теләр:
Һинән
килгән һәр бер нәмә – хозур:
Раузаларҙың
ебәк япрағы ла, энәһе лә!
Киндер
кәфен, ҡупшы кейемдәр...
Гонаһ
язалары, мәрхәмәтең ләззәттәре...
Яҡуп пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) һүҙҙәрен
әйтеүҙе ғәҙәткә индереүҙе лазым: «Миңә күркәм
сабырлыҡ ҡына ҡала!»
Һәм утҡа ташланғас, Ибраһим пәйғәмбәр
(ғәләйһис-сәләм) фәрештәләргә әйтә алған һүҙҙәрҙе ҡабатлау: «Утты
ялҡынландырыусы минең хәлемде белә! Ә һеҙҙән мин бер нәмә лә һорамайым!»
Һығымта
Ғүмеребеҙ
мәғәнәһе шунда: уның һуңында изге хәбәр алыуға лайыҡ булыу: ًةَّيِضْرَ مًةَيِاضَ
ر ِِكّبَى رٰلِي آ۪عِجْرِا «Рабббың
хозурына кил. Аллаһтан разый булған хәлдә һәм Аллаһ һинән разый булған хәлдә!»
(Фәжер Таң), 28)
Эй, Аллаһ! Беҙҙе
шуға лайыҡлы ит! Үҙең риза булырҙай ғәмәлдәр ҡылып йәшәү бәхете бир, бүләк итеп
бирелгән ғүмеребеҙҙе алъюҫыҡҡа үткәреүҙән, буштан-бушҡа сарыф итеүҙән әрсәлә!
Әмин!
Комментариев нет:
Отправить комментарий