пятница, 2 ноября 2018 г.

Күркәм холоҡ






Кеше тәбиғәте менән сағыу шәхестәргә һоҡланыусан һәм уларға эйәреүсән. Быуаттарҙан-быуатҡа халыҡтың дингә инанысы, Ислам ҡиммәттәре тәҡүә салих заттарҙың күркәм сифаттары арҡаһында һаҡланып килгән. Аллаһ Тәғәлә уларҙы ҡаҡшамаҫ иман ныҡлығы һәм иҫ киткес гүзәл әхлағы өсөн яратҡан, уларға ҡарата мөхәббәтте мөьминдәрҙең бик күп быуындары ҡәлбенә һалған.

                Күркәм холоҡ

                Кеше намыҫы

Аллаһу Тәғәлә Ерҙә хәлифә итеп яралтҡан кеше, үҙенең бөйөк тәғәйенләнешенә лайыҡлы булһын өсөн, күркәм холоҡҡа, иң гүзәл сифаттарға эйә булырға тейеш, юғиһә нәфсеһе уны иң түбән кимәлгә төшөрөүе ихтимал. Фани донъяның аҙҙырғыс, ымһындырғыс өйөрмәләренә эләгеп, һәләкәткә тарымаҫ өсөн, мәңгелек тормош таңында уяныу хоҡуғын алыу өсөн, мөьмингә ғүмер буйы үҙ әхлағын камиллаштырыу өҫтөндә эшләү лазым. Был юлда уңышҡа ирешкән тәҡүә салих заттар үҙен дә, тирә-йүндәгеләрҙе лә ҡотҡара…

       Күркәм холоҡ бар донъяны һоҡландыра

 Кешелек һәм бөтә ғаләм күркәм холоҡло, эске тойғолары һиҙгер булған тәҡүәле мәғрифәт эйәләренә һәр саҡ мохтаж. Бар ҡылынғандан алып, Ер ҙә, Күктәр ҙә һәм кешелек тә Аллаһу Тәғәләнең шундай һайлам заттарына һөйөү менән тартыла, уларҙың йәшәү рәүешенә һәм шәхесендә иреп юғалыуға ынтыла.

Әҙәм тәбиғәте менән көслө шәхестәргә һоҡлана, уларға эйәрергә ынтыла. Оҡшарға тырышыу – кеше характерына хас булған төп сифаттарҙың береһе. Шул арҡала бала туған телен өйрәнә, аҙаҡ ата-әсәһенең, башҡа яҡындарының, үҙе йәшәгән йәмғиәттең йоғонтоһо арҡаһында шәхесе формалаша.

Әҙәм үҙе оҡшарға тырышҡан шәхестәрҙең ыңғай һәм кире яҡтарын ала. Христиан ғаиләһендә тыуған бала мосолмандар араһында үҫһә, тәрбиәләнһә, ғәҙәттә мосолмандар әхлағын, тәртибен ала. Һәм киреһенсә, әгәр Ислам динен тотҡан ата-әсәнән тыуған бала христиандар ғаиләһендә үҫһә, христиан дини әһеле булып китеүе бик мөмкин.

Тимәк, тирә-яҡ мөхит йоғонтоһонда кеше шәхес булараҡ йә яҡшы яҡҡа, йә яман яҡҡа туҡтауһыҙ үҙгәрә.

                  Һәр пәйғәмбәр – камил холоҡ үрнәге

 Хәҡиҡәт юлын эҙләп табыу юлында һәр кемдең күркәм үрнәге булһын өсөн, Аллаһу Тәғәлә камил сифаттарға эйә булған пәйғәмбәрҙәрен ебәргән. Һуңғы Илаһи Китап – Изге Ҡөрьән пәйғәмбәрҙәрҙең һәм илселәрҙең һуңғыһы – Мөхәммәт Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә салләм) ҡәлбенә төшөрөлә. Киләһе аят шул турала һөйләй:

«Ул (Ҡөрьән), һис ялғанһыҙ, Ғаләмдәрҙең хужаһы Раббынан индерелде. Уның менән бергә имен рух (Ябраил фәрештә) инде. (Аллаһтың ҡолдарын) киҫәтеүсе (өгөтсө) булһын тип, һинең күңелеңә Ҡөрьән индерелде. Ғәрәпсә асыҡ итеп индерелде.» (Шүғәрә (Шағирҙар), 192-195)

         Күркәм холоҡ – бәхет сығанағы

 Изге Ҡөрьән төшөрөлә башлағас, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә салләм) холҡо һәм ғәмәлдәре менән Илаһи Китаптың тере кәүҙәләнешенә әйләнә. Һуңғы Пәйғәмбәрҙең гүзәл холҡона һоҡланып, оло йөрәкле сәхәбәләр Ислам әхлағына эйә була.

Кешегә хас булған ябай ғына ижтимағы тәртип ҡағиҙәләрен дә белмәгән кешеләр, иманға килеп һәм Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә салләм) рухи тәрбиәһен алып, бығаса күрелмәгән юғары әхлаҡи үрҙәргә күтәрелә. Шул сәбәпле

 -Намыҫлы сәхәбәләр осорон «сәғәҙәт осоро» тип йөрөтәләр;
- Ул осор кешеләре Аллаһты танып белгән тәҡүә салих заттарға әүерелә;
- Ғаләмдә һәм кешелә йәшеренгән серҙәр хаҡында тәрән уйланыуҙар осоро ул;
- Аллаһу Тәғәләне һәм Уның яратҡан Илсеһен танып белеү осоро;
- Был осор кешеләре рухи мәғрифәткә эйә йәмғиәткә әүерелә.

 Оло йөрәкле сәхәбәләр әхүәле рухиәләрен нәфсегә күндәмлектән әрсәләй һәм ҡәлебтәренә Тәүхид инанысын (Бер Аллаһҡа ышаныу) урынлаштыра. Һәр заман үә һәр ерҙә, йәндәрен фиҙа ҡылып,  бөтә милектәрен түгеп, Илаһи ризалыҡҡа ирешеү юлдарын эҙләй. Ҡайһы берәүҙәр Ислам динен таратыу ниәте менән алыҫ-алыҫтарға – Ҡытай, Урта Азияға ҡәҙәр барып етә.

Хәҡиҡи иманды бөтә кешелеккә таратыу ынтылышы, йөрәктәрен солғап алған шәфҡәт, миһырбанлыҡ тойғоһо был юлдағы ауырлыҡтарҙы, яфаларҙы еңеләйтә. Сәхәбәләр Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә хеҙмәттән айырыуса ләззәт таба. Аллаһ ризалығы өсөн Уның юлында үҙ-үҙҙәрен аямауҙары, фиҙакәрлектәре – Ислам тарихының иң күркәм биттәре.

Ҡайһы саҡ сәхәбәләр, ышаныслы кешенән Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхих хәҙисен яҙып алып, үҙ халҡына еткереү маҡсатында, айҙар буйы юлда була. Дини ғилем йыйыуға улар шул ҡәҙәр талапсан ҡарай, хәҙис алынырға тейешле кешенең атын буш торба менән саҡырып алдауын күргәс, уны әхлаҡи йәһәттән түбән һанап, хәҙисен алмай ҡайтып китәләр.

Тотанаҡлылыҡ сәхәбәләрҙең тәбиғи сифатына әйләнә, улар артығын көҫәмәй, мал-мөлкәт йыйыу әүәҫлеге, зиннәттә йәшәүгә ынтылыш уларға ят була.

Ислам дәүләтенең сиктәре Ирак һәм Фәләстингә барып етһә лә, мөьминдәрҙең матди талаптары элекке кимәлдә ҡала. Бихисап байлыҡтар ҡаҙнаға ағыла, әммә мосолмандар элеккесә ябай тормош көтә.

Юғары намыҫлы сәхәбәләр шулай итеп сәғәҙәт осоро халҡына әйләнә. Үҙен Аллаһ диненә хеҙмәт итеүгә бағышлаған һәр әҙәмдең Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләренең күркәм сифаттарын үҙенә өлгө итеп алыуы зарур.

          Йөрәктәр биген асыусы асҡыс.

Бер заман Мусғаб бин Үмәйр, Әсғәт бин Зурарҙы (раҙыйаллаһу ғәнһүмә) эйәртеп, Бану Әбд әл-Әшхәл һәм Бану зәфәр ырыуҙары йәшәгән төбәккә килә. Ул саҡта Әбд әл-Әшхәл ырыуының башлыҡтары әле Ислам ҡабул итмәгән Сағд бин Муғаз һәм Үсәйд бин Ходайр була. Мусғаб бин Үмәйрҙең уларҙың йорттары янында Исламға саҡырыуын ишеткәс, Сағд Үсәйдкә шулай ти:
– Нимә көтөп тораһың? Үҙ ихтыяры булмаған беҙҙең көсһөҙ халыҡты алдарға килгән анау икәүҙе ҡыуып ебәр!

 Тегеһе Мусғаб бин Үмәйр һәм Әсғәт бин Зурар янына китә, уларҙы әшәке һүҙҙәр менән әрләп, алдарына һөңгөһө менән килеп баҫа:

– Иҫән ҡалғығыҙ килһә, табанығыҙҙы ялтыратығыҙ!

Мусғаб (раҙыйаллаһу ғәнһү), йылмайып, уға былай тип тәҡдим итә:

 – Бәлки, яныбыҙға ултырырһың, һиңә әйтер һүҙебеҙ бар. Һине аҡыллы, зирәк кеше булараҡ беләбеҙ. Әгәр беҙ һөйләгәндәр һиңә оҡшаһа – һин уны ҡабул итерһең, әгәр оҡшамаһа – үҙ фекереңдә ҡалырһың.

 Бер аҙ уйланып торғас, Үсәйд былай ти:
 – Һин хаҡ һүҙ һөйләйһең.- Шунан һөңгөһөн ергә ҡаҙап, яндарына килеп ултыра һәм тыңлай башлай.

Мусғаб аңлатҡан Илаһи хәҡиҡәт йәменә күмелеп, ул Исламды ҡабул итә һәм тыныс күңел менән Сағд янына килә һәм әйтә:

– Мин уларҙы тыңланым, әммә ғәйеп тағырлыҡ бер нәмә лә ишетмәнем.

 Сағд, был хәлгә йәне көйөп, Мусғаб янына үҙе сыға һәм, асыулы күҙҙәрен йылтыратып, ҡылысын ҡынынан яртылаш һурып ала. Мусғаб (раҙыйаллаһу ғәнһү) уны ла алсаҡ йөҙ менән ҡаршылай һәм борсолмауын һорай. Аҙаҡ йомшаҡ һәм тыныс рәүештә гүзәл Илаһи хәҡиҡәттәр хаҡында һөйләй.

Сағд та, бынан алда Хаҡ Тәғәләбеҙ тураһындағы хәҡиҡәтте хайран ҡалып тыңлаған Үсәйд һымаҡ, Ислам ҡабул итә.

Был Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тәрбиәһен алған, кешелек морале кодексына алтын һүҙҙәр менән «Һине һәләк итергә килгән һинең аша ҡабат терелһен!» һүҙҙәрен яҙған оло йөрәкле сәхәбәләрҙең камил әхлағына бер генә миҫал.

        Шәфҡәтле булыуы, ғәфү итә белеүе менән өҫтөн

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үлем язаһына лайыҡлы бик күп енәйәтселәрҙе ғәфү итә. Хатта ағаһы Хәмзәне (раҙыйаллаһу ғәнһү) үлтергән Вәхшиҙе лә ярлыҡай. Күңелен биләп алған оло мәрхәмәт һәм шәфҡәт асыуға урын ҡалдырмай. Уның саф шишмә һыуылай рухиәте менән осрашып, бик күп аҙашҡан бәндәләр күңелендәге дошманлыҡ, уҫаллыҡ ялҡындары һүнеп, улар урынында хуш еҫле гөлбаҡсалар пәйҙә була.

«Тешеңде күрһәтмәһәң – боғаҙлайҙар» принцибы буйынса йәшәгән кешеләр урынына алыш ваҡытындағы һуңғы һулышында иптәше хаҡына аҡтыҡ тамсы һыуҙан баш тартҡан эскерһеҙ, фиҙакәр мөьминдәр быуыны барлыҡҡа килә.

      Уның өҫтөнлөгөн дошмандары ла таный

Кешелекте бығаса күрелмәгән рухи үрҙәргә күтәргән Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ҡиәмәткә ҡәҙәр Раббыбыҙға табан атлаған тәҡүә салих заттар авангардында барасаҡ.

 XX быуат уртаһында Голландияның Лахей  ҡалаһында үткән христиан динен тотҡан ғалимдарҙың һәм аҡыл эйәләренең ҡоролтайында кешелек тарихында юғары урын биләгән йөҙ шәхес билдәләнә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафаның (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) иң гүзәл әхлаҡҡа, моралгә эйә кеше булыуын асыҡлайҙар.

Юҡҡа ғынамы ни сәхәбәләр Хаҡ Тәғәләбеҙ тарафынан кешелеккә иң күркәм үрнәк (усватун-хәсәнә), иң гүзәл әхлаҡ эйәһе булған Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) янында, ҡәлбтәре менән иман һоҡланыуын тойоп, Исламды ҡабул итә. Ҡан дошмандары ла уны «алдаҡсы» йәки «йәберләүсе» тип атай алмай, ни ҡәҙәр генә бысраҡ яғырға тырышмаһындар, ғәйеп итерлек нимә таба алмайҙар.

             Күркәм холоҡлоға бысраҡ яғыу мөмкин түгел

628 йылда Византия императоры Гераклиус, фарсыларҙы еңеп ҡайтып килгәндә, изге Иерусалим ҡалаһында туҡтай. Шул ваҡыт уға Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ислам ҡабул итергә саҡырып яҙған хатын тапшыралар.

Бындай «әҙәпһеҙлек» уның асыуын ҡабарта. Әммә ҡыҙыҡһыныу императорҙың асыуын баҫа, һәм ул, яңы дингә саҡырыусы тураһында күберәк белер өсөн, Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) берәй ватандашын саҡырырға ҡуша.

Һижрәттең алтынысы йылы бара, мосолмандар ҡөрәйштәр (Мәккә мөшриктәре) менән ваҡытлы килешеү төҙөй. Был ваҡытта Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) иң яман дошманы Әбү Суфьян Мәккә сауҙагәрҙәре етәксеһе рәүешендә Сүриәлә була. Гераклиус кешеләре уларҙы таба һәм хакимына алып килә.

Аҡһөйәктәре менән уратып алынған хаким ғәрәптәрҙе ҡаршы ала һәм тылмасты саҡырырға бойора. Тылмас императорҙың һорауҙарын тәржемә итә башлай:

 – Үҙен пәйғәмбәр тигән кешегә кем сығышы буйынса яҡыныраҡ?

Әбү Суфьян яуап бирә:

 – Мин яҡыныраҡ!

Быға ҡаршы Гераклиус былай тип бойора:

– Уның үҙен дә, юлдаштарын да миңә яҡыныраҡ килтерегеҙ! Мин һөйләшкәндә, улар ҙа эргәлә булһын! Шунан тылмасҡа ҡарап дауам итә:

– Әйт, мин теге әҙәм тураһында уға һорауҙар бирәсәкмен уға. Әгәр ул ялған һөйләй башлаһа, «Ул алдай!»-тип әйтһендәр.

Әбү Суфьян, аҙаҡ үҙе әйтеүенсә, дуҫтарының фаш итеүенән ҡурҡмаһа, Мөхәммәтте  (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мотлаҡ яманлар ине.

Император һорауҙар бирә башлай:

 – Үҙен пәйғәмбәр тип раҫлаған кешенең сығышы ниндәй?

 – Ул затлы нәҫелдән.

– Һеҙҙең арала шундай мөрәжәғәттәр менән сығыш яһаусылар булдымы?

– Юҡ, ундай кешеләр булманы.

 – Нәҫлендә хакимдар булдымы?

– Юҡ, булманы.

– Уның артынан юғары ҡатлам кешеләре барамы, әллә түбән ҡатламдармы?

– Түбән ҡатламдар.

 – Уға эйәреүселәр артамы, әллә кәмейме?

 – Туҡтауһыҙ арта.

 – Уға эйәргәндәр араһында, тәүҙә динде ҡабул итеп, аҙаҡ тәүбәләренә килеп китеүселәр булдымы?

– Юҡ, булманы.

 – Бығаса уның ялған һөйләгәне булдымы?

 – Юҡ.

 – Биргән вәғәҙәһен боҙғаны булдымы?

 – Юҡ, ундай хәл булманы. Ул бер ҡасан да антын боҙмай. Әммә әлеге мәлдә беҙ уның менән солох төҙөнөк, был юлы үҙен нисек тотор инде, белмәйбеҙ. (Әбү Суфьян был турала шулай ти: «Мин шунан да нығыраҡ бысраҡ яға алманым.»)

 – Һеҙ уға ҡаршы һуғышҡанығыҙ булдымы?

– Эйе.

 – Был һуғыштар нисек тамамланды?

 – Ҡайһы саҡ ул еңде, ҡайһы саҡ беҙ.

 – Яҡшы. Ә нимәгә саҡыра ул?

 – Ул шулай ти: «Бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ һәм Уға тиңдәш ҡылмағыҙ! Ата-бабаларығыҙ ғибәҙәт ҡылған боттарҙан баш тартығыҙ!» һәм намаҙ ҡылырға, намыҫлы, ғәҙел һәм әҙәпле булырға, туғанлыҡты өҙмәҫкә өндәй.

Һорашыуҙар бөткәс, Гераклиус тылмасҡа әйтә:

 – Әйт һин уға:

Мин ул кешенең сығышы тураһында һораным, һин уның затлы нәҫелдән булыуын әйттең.  Тап шулай – пәйғәмбәрҙәр затлы нәҫелдән.

 «Мин – пәйғәмбәр», тип раҫлаусылар арағыҙҙа булдымы?»- тип һораным, һин «юҡ» тинең. Әгәр ундайҙар булһа, ул шуға эйәрә, тип уйлар инем.

 Уның ата-бабаһы араһында хакимдар булыуы хаҡында һораным. Һин «юҡ» тинең. Әгәр ундай кеше булһа, хакимлыҡты кире ҡайтарырға тырыша, тиер инем.

«Пәйғәмбәрлегенә ҡәҙәр ялған һөйләнеме- тип һораным, һин «юҡ» тинең. Мин шуны яҡшы беләм: кешеләрҙе алдамаусы, Аллаһ хаҡында ла алдамаясаҡ!

«Уға юғары ҡатламдар эйәрәме, әллә фәҡирҙәрме?»- тип һораным. Һин түбән ҡатламдар эйәреүе тураһында әйттең. Тап шундай кешеләр пәйғәмбәрҙәрҙе башлап яҡлап сыға.

Мин һинән уға эйәреүселәрҙең артыуы хаҡында һораным. Был һорауға ла ыңғай яуап алдым. Һәр бер хәҡиҡи диндең үҙенсәлеге шунда: саҡырыу таралып бөткәнгә ҡәҙәр, уға эйәреүселәр ҙә арта. 

Мин тәүҙә динде ҡабул итеп, аҙаҡ уға арҡа биргәндәр хаҡында һораным. Һин ундайҙар «юҡ» тинең. Хәҡиҡи иман ҡәлбеңә тулһа, ул унда нығына.

«Биргән вәғәҙәһен боҙған осраҡтар булдымы?»-тип һораным. Һин «юҡ» тинең. Бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә әйткән һүҙенә тоғро.

 Мин уның нимәгә саҡырыуы хаҡында һораным. Һин бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылырға,  Уға тиңдәш ҡылмаҫҡа һәм намаҙ уҡырға, намыҫлы, ғәҙел, әҙәпле булырға, туғанлыҡты өҙмәҫкә өндәүе хаҡында әйттең.

Әгәр әйткәндәрең хаҡ икән, был кеше оҙаҡламай мин әле баҫып торған ерҙә лә хакимлыҡ итә башлаясаҡ. Был пәйғәмбәрҙең киләсәге хаҡында ишеткәйнем, тик ул һеҙҙең халыҡтан булыр тип һис уйламағайным. Уға барып етә алыуыма ышанһам, уны күрер өсөн бөтә ауырлыҡтар аша үтер инем. Әгәр янында булһам, мин уның аяҡ табандарын йыуыр инем.

       Иманға килеү сәбәптәре

Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Илаһи нур менән балҡыған фатихалы йөҙөн күргән бик күп кешеләр был камил шәхескә хас һоҡланғыс сифаттар йоғонтоһонда шунда уҡ Хаҡ Тәғәләбеҙҙҙең хәҡиҡи динен ҡабул иткәндәр.

Абдуллаһ бин Сәләм, йәһүд ғалимы, Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Мәҙинәгә килеүен көткәндә, уның тураһында күп һораша, ә инде үҙен күргәс, былай ти:

– Бындай йөҙ алдай алмай!

Әбү Рамстың улы әйтә:

 – Миңә изге күңелле Пәйғәмбәребеҙҙе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  күрһәттеләр. Мин, унан ағылған илаһи нурҙы күргәс, әйттем: «Был күркәм кеше – Аллаһтың Пәйғәмбәре һәм Уның Хәҡиҡи Илсеһе.»

Тышҡы ҡиәфәтенең һоҡланғыс күркәмлеге, һиҙгер күңеле, рухи мәғрифәт тулы әхлаҡи юғарылығы, Уның Аллаһ Илсеһе булыуына дәлил булып, күҙгә бәрелеп тора һәм башҡа дәлилдәр ҙа талап ителмәй.

         Кешелектең юл күрһәтеүсе йондоҙо

Мәүләнә Румиҙың шундай күркәм һүҙҙәре бар: «Тәнемдә йәнем бар икән, мин – Изге Ҡөрьән ҡоло, мин – Мөхәммәт һуҡмағындағы туҙан… Минең турала башҡа һүҙ һөйләһәләр, уларҙың буш хәбәренә ышанмағыҙ...»

Донъя тарихында кешелектең Хәҡиҡәт юлында юл күрһәтеүсе булған Мөхәммәт Мостафаның (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тормошо һымаҡ шул ҡәҙәр тулы, шул ҡәҙәр  ентекле өйрәнелгән бер генә кеше лә юҡ.

         Илаһи тәрбиә алған күркәм холоҡ эйәһе

 Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тормошо Ҡиәмәткә ҡәҙәр бөтә киләсәк быуындар өсөн иң яҡшы үрнәк булып торасаҡ. Хаҡ Тәғәләбеҙ былай тип белдерҙе: 

 «Һин, әлбиттә, юғары-саф әхлаҡҡа эйә кеше» (Ҡәләм (Нун), 4)

Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) яралтҡан, тәрбиәләгән, күркәм әхлаҡ биргән Раббыбыҙ бөтә кешелекте тап Мөхәммәт Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һәммәбеҙгә үрнәк һәм остаз булыуы тураһында хәбәр итә:

«Хаҡтыр, Әхирәт көнөндә Аллаһ менән ҡауышыуға ышанғандар өсөн һәм Аллаһты күп зекер иткәндәр өсөн Пәйғәмбәрҙә үрнәк сифаттар бар.» (Әхзәб (Төркөмдәр), 21)

Ул шул ҡәҙәр һоҡланғыс үрнәк, Уға оҡшарға тырышып, өлгө итеп алғандар үҙҙәре лә башҡаларға үрнәк була башлай.

Ғәҙәттә кешеләр намыҫлы, юғары әхлаҡлы һәм маҡсатлы кешеләргә тартыла, улар һымаҡ булырға ынтыла. Ислам тарихында быға миҫалдар күп.

         Насар холоҡлоларҙың насар йоғонтоһо

 Ғаббасидтар нәҫеле идара иткән осорҙа баш ҡалаға – Багдадҡа – ғәләмәт ҙур дәүләттең төрлө мөйөштәренән байлыҡ ағыла.

Зиннәткә күмелеп йәшәүселәр, айырыуса хакимдарға яҡын торған юғары ҡатлам араһында, артҡандан-арта. Баш вәзир Хәсән бин Сәхл һәм Мәғмүн Хәлифә ҡыҙының ун туғыҙ көнгә һуҙылған хәтәр бай туйы ише оят килтерерлек ваҡиғалар күбәйә. Хакимдар ҡаҙна аҡсаларын күңел асыуға, уйын-көлкө ойоштороуға тотона. Дәүләт ҡаҙнаһының байлығы хакимлыҡ итеүселәрҙең аҡылын юя, фани донъя байлығы ҡолдарына әүерелдерә.

Кешелек тарихынан күреүебеҙсә, насар холоҡло, көсһөҙ кешеләрҙең йәмғиәткә йоғонтоһо арҡаһында, әхлаҡи тәртиптәр емерелә. Халыҡ күңелендә бындайҙар бер яҡты иҫтәлек тә, бер яҡты эҙ ҙә ҡалдырмай.

          Саф, көслө рухиәтлеләрҙең йоғонтоһо

Әммә шул осорҙа Багдадта Абдуллаһ бин Мөбәрәк, Суфьян Сәүри, Фудайл бин Ийад, Джүнәйд Багдади, Маруф Ҡархи, Бишр Хафи кеүек халыҡты иманға саҡырған, йәндәрҙе Ҡөрьән хәҡиҡәте һәм Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Сөннәһе менән яҡтыртҡан Аллаһтың тәҡүәле заһиттары ла йәшәй.

Кәйеф-сафа, зиннәтле тормоштан ләззәт тапҡандарҙан айырмалы рәүештә был тәҡүә салих заттар Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә диненә хеҙмәт итеүҙән йәм таба, үҙҙәренең күркәм холҡо, изге ғәмәлдәре һәм рухи сафлығы менән айырылып тора. Фани донъяның бер ниндәй байлыҡтары, өҫтөнлөктәре уларҙы һайлаған изге юлынан тайпылдыра алмай.

Ер байлыҡтарын көҫәүселәр океаны өйрөлмәгенә эләккәндәр өсөн улар ҡотолоу, именлек бүләк иткән утрауға әйләнә. Хакимдар һәм улар тирәһендәге юғары ҡатламдар кешеләрҙең тәндәренә баш булһа, Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары иманлылар йәне төйәк тапҡан рухиәт һарайҙары тәхеттәрендә ултыра.

Уларҙың фани донъя рәхәтлектәренән йөҙ сөйөрөүе, дин юлындағы ихласлығы мосолмандарҙы ғына түгел, башҡа дин әһелдәрен дә үҙенә йәлеп тә.

Харун Рәшит, Ғаббасидтар династияһының бер хәлифәһе, Ракка ҡалаһында байлыҡҡа, зиннәткә күмелеп йәшәй. Бер заман ҡалала тәҡүәле Абдуллаһ бин Мөбәрәк килеүе хаҡында хәбәр тарала. Ҙур ҡунаҡты ҡаршы алыр өсөн, бөтә халыҡ ҡала ҡапҡалары янына уҡтала. Бушап ҡалған ҡалала хәлифә тең бер үҙе тиерлек тороп ҡала.

Харун Рәшиттең бер ялсы ҡатыны, балкондан ҡайҙалыр ашыҡҡан халыҡты күреп, былай тип һорай: «Нимә булды? Был ни хәл?»

«Хөрәсәндән ғалим килгән – Абдуллаһ бин Мөбәрәк. Беҙ уны ҡаршылайбыҙ,»-тип яуап бирә кешеләр.

 Ялсы ҡатын, хайран ҡалып, былай ти:

 «Был – хәҡиҡи хакимлыҡ, Харун Хәлифә хакимлығы түгел! Һаҡсылар ҡыуаламаһа, халыҡ Харунды күрергә ашығып йыйылмай.

        Һығымта…

Кеше тәбиғәте менән сағыу шәхестәргә һоҡланыусан һәм уларға эйәреүсән. Быуаттарҙан-быуатҡа халыҡтың дингә инанысы, Ислам ҡиммәттәре тәҡүә салих заттарҙың күркәм сифаттары арҡаһында һаҡланып килгән. Аллаһ Тәғәлә уларҙы ҡаҡшамаҫ иман ныҡлығы һәм иҫ киткес гүзәл әхлағы өсөн яратҡан, уларға ҡарата мөхәббәтте мөьминдәрҙең бик күп быуындары ҡәлбенә һалған.

  ًّداُ وُنٰمْحَّ الرُمُهَ لُلَعْجَيَ سِاتَحِالَّوا الصُلِمَعَوا وُنَمٰ اَين۪ذَّ الَّنِا
«Иман килтереп, изгелектәр ҡылғандарҙың күңелендә мәрхәмәтле Аллаһ (бер-береһен) яратыу хисе уятасаҡ.» (Мәрйәм, 96)

Эй, Аллаһ! Икһеҙ-сикһеҙ Илаһи мөхәббәт офоҡтарына яратҡан Илсең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) юлы буйлап тайпылмай атлауға лайыҡлы тәҡүәләрҙән ҡыл беҙҙе!
         Әмин!




Комментариев нет:

Отправить комментарий