понедельник, 5 ноября 2018 г.

Яҡты күңелле кеше




Күпме бөйөк хаким ғәмәлдәре менән кешеләр хәтерендә яҡты эҙ ҡалдырмай тарихҡа киткән, һәм тарих төпкөлдәренән күпме яҡты күңелле кешенең һоҡланғыс әҫәрҙәре рухиәт нурҙары менән донъябыҙҙы яҡтырта.

                     Яҡты күңелле кеше

                     Аллаһ йорто
Әҙәм балаһының бөтә гүзәл сифаттары рухиәтенән. Аҡыл ниндәй миҡдарҙа әхүәле рухиәңде яҡшырта, файҙаһы ла уның шул ҡәҙәр. Әҙәм йәне – Аллаһ йорто, һәм ул һәр даим Уның ҡарашы аҫтында. Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары йәне тап-таҙа көҙгөләр ише, уларҙа Хаҡ Тәғәләбеҙҙең иҫәпһеҙ-хисапһыҙ Ҡөҙрәте һәм Күркәмлеге сағыла. Тәҡүәләрҙең өнһөҙ ҡарашы ла йәндәргә шифа…

       Өнһөҙ вәғәз

Хәлифә булып һайланған оло йөрәкле Усман (раҙыйаллаһу ғәнһү), мөьминдәргә тәүге вәғәзен һөйләр өсөн, минбәргә күтәрелә. Әммә киләһе намаҙ башланғансы, ул бер һү ҙә әйтә алмай.

Был хәлдең хәҡиҡи асылын Мәүләнә Йәләлетдин Руми асып һала:

«Хәлифә вазифаһына һайланған Усман, халыҡҡа мөрәжәғәт итер өсөн, шунда уҡ минбәргә сыға.

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) минбәренең өс баҫҡысы була. Оло йөрәкле Әбү Бәкер ғәҙәттә минбәрҙең икенсе баҫҡысына ултыра, ә Ғүмәр (раҙыйаллаһу ғәнһүмә) – өсөнсөһөнә. Усман иһә өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелә һәм минбәрҙең өҫтөнә ултыра.

Усмандың баҫалҡылығы һәм иман юғарылығы билдәле булмаған әҙәпһеҙ әҙәм былай тип ҡысҡыра: «Элекке ике хәлифә Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) урынына ултырманы! Дәрәжәң түбәнерәк була тороп, ниңә һин ике хәлифәнән бейегерәк ултырҙың?»

Оло йөрәкле Усман былай тип яуап бирә: «Әгәр мин өсөнсө баҫҡысҡа ултырһам, намыҫ эйәһе Ғүмәргә оҡшарға тырыша, тип әйтерҙәр ине; әгәр мин икенсе баҫҡысҡа ултырһам, оло йөрәкле Әбү Бәкергә оҡшарға тырыша, тиерҙәр ине. Минбәрҙең иң өҫтө – Аллаһ Илсеһенең, Бөйөк Мостафаның (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) урыны. Был осраҡта мине бөтә Пәйғәмбәрҙәр башлығы менән сағыштырыу берәүҙең дә уйына килмәйәсәк.»

 Аҙаҡ Усман ултырған да, өйлә намаҙы еткәнсе өнһөҙ ҡалған…

Берәү ҙә мәсетте ташлап сығып китмәгән һәм берәү ҙә, өнһөҙ ҡалып, рухи мәғрифәт донъяһына сумған хәлифәгә: «Вәғәзеңде башла инде!»- тип әйтмәгән.

Рухи мәғрифәт эйәләре лә, ябай мөьминдәр ҙә әлеге мәлдең ғәҙәттән тыш мөһабәтлеген тойған. Мәсет ысын мәғәнәһендә Илаһи нурға ҡойонған.

Рухи мәғрифәт эйәләре ул нурҙы ап-асыҡ күргән, ә ябай халыҡ ул нурҙың йылыһын тойған.»

 Нәсихәтле ваҡиға шуны күрһәтә: тәҡүә заһиттарҙың өнһөҙ генә эргәлә булыуы ла, динде тик китаптарҙан ғына өйрәнгән һәм тормошо буш сүллеккә оҡшағандарҙан айырмалы рәүештә, тирә-йүндәгеләргә ыңғай йоғонто яһай.

Бәс, шулай булғас, рухиәтебеҙҙе байытыу мәсьәләһе – иң төп мәсьәлә!


Һин күңел инсаны икән - бөтә күңелдәргә нур таратыусы ҡояшһың. Был донъялағы гүзәл ваҡиға, хәҡиҡәттәр Илаһи мәғрифәт тулы ҡәлбтәр сағылышынан нурланып пәйҙә булыр.

Рухың яҡты икән, ул бөтә ғаләмде ҡосорға, микрокиҫәксәләрҙән алып йыһандағы ғәләмәт күк есемдәре хәрәкәтенә тиклем бихисап серҙәрҙе асырға һәләтле.

Әхүәле рухиәң яҡты икән, һин Раббыбыҙға ғибәҙәттән үҙенә бер ләззәт табасаҡһың.

Һин күңел инсаны икән, һин – бөтә ғаләмдәрҙең асылы һәм үҙәге.

Әхүәле рухиәңә Илаһи нур тулһа, уның камиллығы һәм йәме тулыһынса асылыр; йәнһеҙ предметтарға ҡәҙәр бар тирә-йүн үҙгәрә башлар... Ябай таш, һинең яныңда булған өсөн генә, ҡиммәтле гәүһәргә әүерелер. Ябай ҡағыҙ бите, һинең рухи тойғоларыңды үҙенә алып, баһалап бөтөргөһөҙ ҡулъяҙмаға әүерелер.

Мимар Синан, Ҡарахисари, Хафиз Осман һәм башҡа оҫталар әҫәрҙәренең тиңе булмаған күркәм сағыулығы ҡәлбтәренең Илаһи мөхәббәт менән нурланыуында.

         Хәҡиҡи хакимлыҡ

Әхүәле рухиәләре Илаһи мөхәббәт менән нурланған хакимдарҙың хакимлығын ябай солтан һәм императорҙар власы менән сағыштырырлыҡ түгел. Күңел инсаны ерҙәге һәр әҙәм ҡәлбен һәм бар тирә-йүнде яҡтыртҡан ҡояш кеүек. Бихисап күк есемдәре төнгө күк йөҙөндә ҡояш үҙе офоҡ артында саҡта ла уның нурҙарын сағылдыра.
Күпме бөйөк хаким ғәмәлдәре менән кешеләр хәтерендә яҡты эҙ ҡалдырмай тарихҡа киткән, һәм тарих төпкөлдәренән күпме яҡты күңелле кешенең һоҡланғыс әҫәрҙәре рухиәт нурҙары менән донъябыҙҙы яҡтырта.

Яуыз Солтан Сәлим Хан (хакимлығы - 1512-1520) – быға күркәм үрнәк. Уның ҡәлбе иман менән тулы була, ҡулы ҡылыс һабын ҡыҫып тота, ә ҡылысы ҡында булһа, ҡулына ҡәләм ала. Яу яланындағы һәр бер еңеүендә шиғри күңеленең нескәлеге һәм тәрәнлеге сағыла. Ул үҙен һәр саҡ «хадим» (ялсы) тип атай, «хаким» тип әйтмәй.

 1517 йылдың 20 февралендә Ҡаһирәләге Мәлик Муайд мәсетендәге йома вәғәзендә имам уны ике изге ҡаланың (Мәккә һәм Мәҙинәнең) хакимы – «Хакимуль-Харамейниш-Шәрифәйн» тип атай.

Солтан ҡысҡырып ебәрә: «Юҡ, юҡ! Мин – «Хадимуль-Харамайниш-Шәрифәйн» (ике изге ҡаланың – Мәккә һәм Мәҙинәнең) ялсыһы ғына.

Аҙаҡ, аяҡ аҫтындағы келәмде бөкләп ҡуйып, ҡаҡ ерҙә сәждәгә китә һәм, Хаҡ Тәғәләгә шөкөр итеп, доға ҡыла.

Иҫ киткес еңеүҙәр яулап, ул Ғосман хәлифәлеге баш ҡалаһына тәрән тулҡынланыу менән ҡайта, сөнки намыҫы алдында һәр саҡ хисаплама ҡылыу халәтендә була. Еңеүселәрҙе көткән бай тантананан баш тартып, ул былай ти:

 «Мин Истамбулға эңер төшкәс кенә инәм. Бөтәһе лә өйҙәренә таралһын, урамдар бушап ҡалһын. Көслө алҡыштар, халыҡтың һоҡланыулы иғтибары һәм еңеү фанфаралары, мин-минлегебеҙҙе уятып, беҙҙе күктән ергә ҡолатмаһын.»

Яуыз Солтан Сәлим Хан нәфсеһенә бер тапҡыр ҙа фани донъя мәнфәғәттәре менән күҙен томаларға ирек бирмәй, ғүмере буйы тура юлдан ышаныслы атлай.

Атаһы ла – тәҡүәле Баязит Хан I Солтан – шундай уҡ сифаттарға эйә булған күңел инсаны була.

       Сөләймәниә мәсете -  рухи мәғрифәт емеше

Баязит II Вәли Солтан (идаралығы - 1481-1512) – бөйөк тәҡүә, рухи мәғрифәт эйәһе. Ул төҙөткән биналар бөгөн дә бөтә донъяны һоҡландыра, күңелгә тыныслыҡ бирә. Төрлө хәйриә учреждениелары (ярлылар һәм уҡыусылар өсөн ашханалар, бушлай ризыҡ һәм һыу таратыу нөктәләре, хәстәханалар, асарбаҡтар төйәге һ.б.) төҙөү менән бер рәттән, ул ислам фәндәре һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә, таратыуға ла ҙур иғтибар бирә. Уның идаралығы осоронда ғосманлылар цивилизацияһына нигеҙ һалына. Италияның данлыҡлы архитекторы һәм рәссамы Леонардо да Винчи Баязит II Вәлигә Истамбулдың мәсеттәрен һәм башҡа биналарын проектлауҙы үҙенә тапшырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Шул ҡәҙәр атаҡлы төҙөүсенең тәҡдиме вәзирҙәрҙе ныҡ шатландыра. Әммә хәлдәрҙең асылын тәрән аңлай белгән Баязит Хан II уның тәҡдимен кире ҡаға:

 «Әгәр беҙ ул тәҡдимде ҡабул итһәк, дәүләтебеҙҙә христиан ғибәҙәтханалары стилен һәм рухын ҡабатлаған архитектура барлыҡҡа киләсәк. Был осраҡта ислам архитектураһы формалашмаясаҡ, үҙенә генә хас үҙенсәлектәргә эйә була алмаясаҡ!»

Ҡәлбе хәҡиҡәт нуры менән яҡтырған мосолмандың дөрөҫ ҡарары был. Баязит Хан II идаралығы осоронда ислам дәүләтенең территорияһы 24 000 000 квадрат километрға барып етә, ә ислам сәнғәте юғары кимәлгә күтәрелә. Дәүләт хакимдарының шундай рухи инанысы арҡаһында, ислам цивилизацияһының бөйөк ҡомартҡылары архитектураһында, айырым алғанда Сөләймәниә мәсетендә, Ислам рухиәте сағылыш таба.

 Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) - ҡәлбтәре Илаһи мөхәббәт менән тулы булғандарға даимән юл күрһәтеүсе. Бәйән итеүҙәренсә, Ҡануни Сөләймән Хан Солтан (идаралығы - 1520-1566) Сөләймәниә мәсетен төҙөргә ҡарар иткәс, төшөндә Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) күрә. Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  мәсет төҙөлөргә тейешле урынды күрһәтә, мәсеттең тышҡы, эске күренеше ниндәй булырға тейешлеге хаҡында һөйләй һәм михраб, минбәр һәм көрси ҡайҙа булырға тейешлеге тураһында әйтә.

 Ҡануни Солтан түбәнселекле ихтирам һәм күҙ йәштәре менән Хаҡ Тәғәләгә рәхмәтен еткерә һәм Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) салауаттар уҡый.

Иртә менән солтан Истамбулдың төшөндә Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) күрһәткән урынына юл тота, үҙе менән хәлифәлектең баш архитекторы Мимар Синанды ла саҡыра. Икеһе лә тейешле урынға барып еткәс, солтан бында мәсет төҙөләсәген иғлан итә. Мимар Синан, шул ҡарарҙы ғына көтөп торғандай, Ҡануни Солтанға былай ти:

«О хакимым! Ошо урында беҙ мәсет төҙөрбөҙ, ул шундай-шундай буласаҡ; ә михраб, минбәр һәм көрсиҙе ошонда урынлаштырырбыҙ!» - Һәм ул Ҡануни Солтан төшөндә Аллаһ Илсеһенән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ишеткән күрһәтмәләрҙе һүҙмә-һүҙ ҡабатлай.

 Ҡануни, йылмайып, Синанға ҡарай ҙа ҡысҡырып ебәрә:

«О баш архитектор! Күрәм: һиңә лә хәбәр килгән!»

Мимар Синан, уңайһыҙланып башын эйә лә, ихтирам менән былай ти:

 «О солтаным! Мин эргәгеҙҙә, һеҙҙең артта тора инем бит!»

Ҡәлбе тағы ла нығыраҡ Илаһи мөхәббәт һәм һоҡланыу менән солғап алынған Ҡануни Солтан шунда уҡ әмер бирә: «Кисекмәҫтән мәсет төҙөй башлағыҙ!»

Раббыһына һөйөү менән уҡталған рухи мәғрифәт тулы ҡәлбтәрҙең илһамы һәм уларҙан ағылған Илаһи нур мөһабәт был ғибәҙәтханаға күсә. Рухи мәғрифәт тулы йөрәктәр илһам сығанағына, донъя архитектураһының һоҡланғыс ҡомартҡыһын төҙөүгә этәргес була. Шағир Яхъя Кемал һүҙҙәре менән әйтһәк:

Бихисап йән Йәннәткә юл тапһын өсөн,
Бында күк ҡабағы асыла.

        Баҫалҡылыҡ күңел күҙен үҫтерә

Сөләймәниә мәсете – Илаһи һөйөүгә лайыҡ булған, баҫалҡы йөрәге оло хөрмәт һәм тетрәнеү менән даимән Аллаһты зекер иткән бөйөк оҫтаның хеҙмәт емеше. Мимар Синан төҙөгән мәсет стенаһында уның исемен мәңгеләштергән иҫтәлекле таҡташ тороуы берәүҙе лә аптыратмаҫ ине, ләкин ул юҡ һәм был уның ифрат баҫалҡы кеше булыуы хаҡында һөйләй. Сөләймәниә ғибәҙәтхана комплексындағы Мимар Синан ҡәбере өҫтөндәге бәләкәй генә кәшәнәһе лә, әйтерһең дә, оҫтаның бөйөк әҫәре аҫтындағы автографы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иман юлындағылар Мимар Синан рухи юғарылығына күтәрелмәй тороп, Сөләймәниә мәсетенә торошло мәшһүр биналар төҙөү хыялда ғына ҡаласаҡ. Беҙ йыш ҡына ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған рухи байлыҡҡа, ислам мәҙәниәте ҡомартҡыларына, шул уҡ бөйөк Мимар Синан иҫтәлегенә илтифатһыҙ мөғәмәлә менән осрашабыҙ. Ислам цивилизацияһы мираҫына битараф мөнәсәбәт арҡаһында юғалтҡандарыбыҙҙы кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән бит: «Басраның емерелеүенә күпме генә ҡайғырһаң да, файҙа булмаясаҡ.» Сөләймәниә һымаҡ ҡомартҡылар иҫкереп емерелә икән, уларҙы тергеҙеү өсөн яңы Мимар Синандар кәрәк буласаҡ.

Сөләймәниәнең ҡиммәтен рухи серҙәр төбөнә төшә алғандар ғына аңлай ала. Иғтибарлап ҡарағыҙ һәм күрерһегеҙ: мосолман булмаған күпме турист бөгөн йөрәктәренә Сөләймәниә көмбәҙҙәренән ағылған рухи тыныслыҡ менән ләззәтләнер өсөн килә.  


           Күңел күҙе

 Мәүләнә Руми яҙа:

 «Маңлай күҙе күргән, ә күңел күҙе һуҡыр күпме кеше бар донъяла. Күңел күҙҙәре күргәндәр янында (тәне йоҡола булһа ла) йөҙҙәрсә басирәт (ғәмәлдәрҙең асылын күрергә һәләтле) күҙ уяу тора.»

«Әгәр әхүәле рухиәң рухи нур менән яҡтырмаған икән, уянырға тырыш, Аллаһтан шул бәрәкәтте һора һәм, рухи мәғрифәткә эйә булыр өсөн, бөтә көсөңдө һал!»

 «Әгәр күңелең уяу икән, бер нәмәнән дә ҡурҡма! Һинең күҙеңдәге ете ҡорған да юҡҡа сығыр һәм алты йүнәлештең алтыһы ла асыҡ булыр. Шуға ла Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән бит: «Күҙҙәрем йоҡлар, әммә күңелем уяу булыр!»


 «Бел: маңлай күҙе ҡарашы – күңел күҙе ҡарашының сағылышы ғына! Күңел күҙе ҡайҙа ҡараһа, майлай күҙе лә шунда ҡарай, күңел күҙе нимә күрһә, маңлай күҙе лә шуны күрә.»

 «Наҙандарға был хәҡиҡәтте танып белеү яҙмаған. Ҡәлебтәре рухи мәғрифәт менән тулы тәҡүәле әүлиәләр генә ирешә быға!»

«Эй, типтереп көн итеүсе! Үлем килер, һәм һин фани донъяны тоя алмаҫһың. Ҡәберҙә йылытыр өсөн, әхүәле рухиәңдә нур бармы?»

 «Маңлай күҙеңде ер ҡаплағас, ҡәбереңде яҡтыртыр өсөн күңел күҙең нурлымы? Тәнең әхүәле рухиәһе үлгәс, үлмәҫ нурлы йәнең генә ҡалыр!»

 «Йәнең үлемһеҙлек менән нурланһын өсөн, игелектәр генә ҡылыу аҙ, шулар аша Хаҡ Тәғәләбеҙ ризалығын алыу лазым. Быға ихлас ҡәлб менән генә лайыҡ булыу мөмкин. Раббыбыҙ әйтә: «Әллә улар белмәйҙәрме, Аллаһу Тәғәләнең тәүбәне вә доғаны ҡабул иткәнлеген һәм саҙаҡаны ҡабул итеп алғанлығын бәндәләренән?» (Тәүбә, 104)

 «Саф ҡәлб кенә Раббыбыҙға игелектәрҙе алып барып еткерергә ҡадир. Рухи мәғрифәткә лайыҡ икәнһең, йәнең тирәләй тауаф ҡыл. Таштан ҡоролған Ҡәғбә – һинең йәнең символы.»

«Күңел Ҡәғбәң фанилыҡтан ҡотолһон һәм гонаһтарҙан әрсәләнһен өсөн, Аллаһу Тәғәлә күҙгә күренеп торған Ҡәғбәне тауаф ҡылырға бойорған.»

             Иман орлоҡтары

Ата-бабаларыбыҙҙың изге ғәмәлдәре һәм сәнғәт әҫәрҙәре – уларҙың ихлас иманы сағылышы. Ғосман хәлифәлегенең сәскә атыуын символлаштырған Сөләймәниә мәсете бөйөк төҙөүсе Мимар Синандың юғары тойғолары һәм рухиәте кәүҙәләнеше булып тора. Уны төҙөүҙә ҡулланылған һәр таш тәһәрәт йолаһы буйынса мотлаҡан йыуыла. Төҙөлөшкә материалдар ташыған хайуандарҙың хәленә ҙур иғтибар бирелә: уларҙы ваҡытында ашаталар, эсерәләр, ял итергә мөмкинлек бирәләр. Мәсет төҙөлөшө ваҡытында шундай әйтем барлыҡҡа килә:

«Сөләймәниә хужаһы – Сөләймән Солтан, төҙөлөш етәксеһе – Мимар Синан, ә төҙөлөш материалы – иман.»

 Ата-бабаларыбыҙҙың иман ихласлығы аҙым һайын күренә. Ҡануни Солтан Сөләймән Хан Сөләймәниә мәсетен асыу тантанаһында йәнә үҙенең күркәм әхлаҡи сифаттарын күрһәтеп иғлан итә:

«Был мәшһүр ғибәҙәтхананы Синан асһын. Уны төҙөүгә иң күп көстө ул түкте!»

 Яуап итеп Синан хакимына шундай тәҡдимен белдерә:

 «Солтаным! Каллиграф Шамсетдин Ҡарахисари, мәсет стеналарын яҙмалары менән биҙәр өсөн, күҙҙәрен ҡорбан итте.  Шуға күрә был хөрмәтле эште уға тапшырығыҙ!»

Шулай итеп, каллиграф Ҡарахисари мәсетте асыу бәхетенә лайыҡ була.

Сөләймәниә мәсете – Ислам рухының кәүҙәләнеше, бында рухиәт әйтеп бөтөрмәҫлек мөкәммәл дәрәжәлә матдиәткә күсерелгән... Алыҫтан ул Аллаһу Тәғәләгә ҡулын һуҙып ялбарған кешене хәтерләтә. Ғибәҙәтхана архитектураһы комплексы рухи яҡтылыҡ менән һуғарылған. Бинаның бөтә элементтарында ла ғибәҙәт күндәмлеге атмосфераһы сағылыш тапҡан. Мәсет залдарындағы ярымҡараңғылыҡ мөьминде тәрән һоҡланыу хәлендә иҫ китерлек рухи ғаләмгә алып оса. Хатта мәсет янындағы ерҙә лә йәшерен рухани көс һиҙелә.   

  Исламдың мәшһүр сағылышы булған ғибәҙәтхана рухиәт серҙәре, биш йөҙ йыл эсендә бында килеп сәждәгә киткән йөҙҙәрсә мең мөьмин хаҡында өнһөҙ рәүештә һөйләгән тәҡүәне хәтерләтә.


 Эй, Аллам! Ата-бабаларыбыҙ һымаҡ, мәшһүр ғибәҙәт йорттары төҙөүгә беҙҙе лә лайыҡлы ит, йөрәктәребеҙгә нурыңды тултырып бир! Һиңә ғибәҙәт өсөн тип, халҡыбыҙ ижад иткән мәсеттәрҙе Ҡиәмәткә ҡәҙәр һаҡла!

Әмин!








Комментариев нет:

Отправить комментарий