Аҡыл – шиктәр сүмәләһе, ә йән – иман һәм ихласлыҡ хөкөм һөргән мәшһүр һарай. Мәүләнә Йәләлетдин Руми әйтә: «Океанды бер һыу тамсыһында күреү мөмкин, ә ҡояшты – нурҙа! Донъя ялтырауыҡтарына алданып, тулған айҙан да сағыу яҡтылыҡты күрмәгәндәргә ҡайғы!»
Йән
һәм аҡыл гармонияһы
Тыныслыҡ аһәңлеге
Аллаһу Тәғәлә бөтә барлыҡҡа даимән тыныслыҡ аһәңлеге
халәтендә йәшәү мөмкинлеген биргән. Миллиондарса йыл дауамында Аллаһ яралтҡан
иҫәпһеҙ күп һәм ҡатмарлы йән эйәләренең киң ғаләмдә килешеп йәшәүе Раббыбыҙҙың ул
тигеҙлекте ни ҡәҙәр филигранлы теүәллек һәм камил яраштырыу менән урынлаштырыуы
тураһында һөйләй. Беҙҙең тирәләге һәр нәмә: үҫемлектәр һәм тупраҡ, ағастарҙың
япраҡтары һәм ботаҡтары, сәскәләр һәм емештәр, аҡ һәм ҡара, көн һәм төн, ер һәм
күктәр – бөтә ғаләм һоҡланғыс аһәңлелек
хәлендәге Ҡөҙрәт ағыштары һәм нағыштар менән тулы.
Әҙәмдең камиллыҡҡа һәм хәҡиҡи ҡиммәткә эйә
булыуы Илаһи хикмәтте танып белеүенә бәйләнгән. Аллаһу Тәғәләнең барса Ҡөҙрәте
кешенең төҙөлөшөндә һәм йәшәйешендә кәүҙәләнеш тапҡан: йөрәк һәм мейе, төрлө
ағзаларҙың эшмәкәрлеге, эске тойғолар, рухи һыҙланыуҙар – һәммәһе үҙенең сикһеҙ
тәрәнлеге, ҡабатланмаҫ камиллығы менән хайран ҡалдыра. Кеше ғаләмдәге тыныслыҡ
аһәңлеге тураһында ни тиклем тәрән фекер йөрөтә, Илаһи әмерҙәрҙе ни тиклем
үтәй, шул ҡәҙәр үҙ һәләттәрен дә аса ала.
Иман һәм Илаһи мөхәббәт менән яҡтырған
осраҡта, күңел һәм аҡыл офоҡтары киңәйә. Кешегә рухи тәрбиә биреү – был ауыр
эштә уңышҡа ирешеүҙең төп шарты. Тәбиғәте менән әҙәмдең күңеле һәм аҡылы
әүәҫлектәре бер-береһенә ҡапма-ҡаршы. Күңел тойғолар менән йәшәй, аҡыл логикаға
буйһона. Йыш ҡына күңел һәм аҡыл бер-береһенә ҡаршы була, сөнки күңел нәҙек
метафизик өлкәләргә ынтыла, ә аҡыл нәфсегә һәм матди донъя йоғонтоһона
бирешеүсән.
Күңел
һәм аҡыл әүәҫлектәре
Аҡылға
эгоислыҡ хас, ә күңел – эскерһеҙ. Аҡылға үҙ көсөнә
саманан тыш ышаныу хас, ә күңел баҫалҡы. Аҡыл – шик-шөбһәләр сүмәләһе, ә күңел
– иман һәм ихласлыҡ хөкөм һөргән мәшһүр һарай. Аҡыл файҙа көҫәй, ә күңел –
фиҙакәр. Аҡыл, хаҡты ялғандан айырмайынса, үҙ файҙаһын ҡайыра, ә күңел өсөн йәнгә
тыныслыҡ биргән уңыш мөһим. Аҡыл тиҙ тоҡанып китеүсән, күңел тыныс. Аҡыл – тамсы,
күңел – океан. Аҡыл осҡон сәсә, күңел йәнләндерә. Аҡыл – автомобиль, күңел –
водитель. Әгәр аҡыл күңелгә баш булһа, кеше тормошо фани донъяла ла, әхирәттә
лә бар мәғәнәһен юғалта. Аҡыл йән, күңел менән идара итергә тейеш түгел, автомобиль
дә бит машина йөрөтөүсе менән идара итә алмай. Кешегә аҡыл күңелгә ярҙам итеү
өсөн бирелгән, йәғни ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, аҡыл күңелде тыңларға
тейеш.
Ғаләм
– иң йәмле аһәңлелек өлгөһө.
Ғаләмдә хөкөм һөргән камил тигеҙлек – кире
ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт. Ул тигеҙлек донъя яралғаны бирле һис бер мөшкиләгә тарымай
һаҡланып килә. Был тигеҙләнеште тасуирлаусы бер миҫал: Ер күсәре эклиптика1 (1
Эклиптика – күк сфераһының ҙур түңәрәге, уның буйынса Ҡояштың йыллыҡ хәрәкәте
үтә. Тимәк, эклиптика яҫылығы – Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеү яҫылығы) яҫылығына 23,5
градусҡа ауыш. Тап шуның өсөн йыл миҙгелдәре алмашына: яҙ, йәй, көҙ, ҡыш.
Ер
күсәренең шундай ауышлығы булмаһа, Ерҙә мәңге йәй, мәңге ҡыш булған урындар
булыр ине. Әгәр Ҡояш һәм Ер араһы әҙ генә күберәк булһа, Ер боҙ менән ҡапланыр
ине, ә шул арауыҡ саҡ ҡына әҙерәк булһа, Ҡояш аяуһыҙ рәүештә бөтә нәмәне
яндырып бөтөр ине.
Факттар
шуны һөйләй: бар тирә-яҡ мөхит Ерҙә йәшәү барлыҡҡа килерлек итеп яратылған. Тирә-яҡ
мөхиттәге шул ҡәҙәр камил һәм ҡатмарлы баланс – Берҙән-бер, Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк
Хаҡ Тәғәләбеҙ барлығына гүзәл дәлил.
Изге
аяттарҙа әйтелә:
«Аллаһ күкте
күтәрҙе һәм һәр нәмәгә ғәҙеллек менән үлсәү (баланс) ҡуйҙы.» (Әр-Рахмән (Мәрхәмәтле Аллаһ), 7)
«Аллаһ
бер-береһенә ярашҡан ете ҡат Күкте бар итте. Ғаләмдәр Раббыһының бар итеү
ғәмәлендә һеҙ һис бер кәмселек күрмәҫһегеҙ. Күтәрелеп бер ҡарағыҙ һеҙ Күккә,
шунда һис бер етешһеҙ урын күрмәҫһегеҙ.» (Мүлк (Хакимиәт), 3-4)
Әгәр
бер көн, емеш баҡсаһына инеп, хужаһы ағастарҙың ерҙә аунап ятыуын күрһә, уларҙы
көслө ел йыҡҡан, тип уйлаясаҡ, әлбиттә. Әгәр ҙә ки ағастар билдәле тәртип менән
йығылһа, әйтәйек һәр өсөнсө йәки бишенсе ағас, был насар ниәтле әҙәмдәр эше,
тигән фекергә киләсәк. Билдәле тәртип
менән ауған ағастарҙы аҡылы булған йән эйәләре йығыуға шикләнмәгән, әммә
ғаләмдә аһәңле тигеҙлек булдырған Хаҡ Тәғәләбеҙ барлығын танымаған кешеләрҙең
фекерләүенә хайран ҡалырға ғына ҡала.
Мәүләнә
Руми хатта һыу тамсыһына йәшенгән бихисап ғаләм серҙәре хаҡында былай ти: «Океанды бер һыу тамсыһында күреү мөмкин, ә
ҡояшты – нурҙа! Донъя ялтырауыҡтарына алданып, тулған айҙан да сағыу яҡтылыҡты
күрмәгәндәргә ҡайғы!»
Шайтан
тоҙағы
Күңеле
саф, зиһене камил булған һәр кем, донъялағы күп һанлы сәбәп-эҙемтә бәйләнештәре
хаҡында уйланып, һөҙөмтәлә шул бәйләнештәрҙе бар ҡылған Аллаһу Тәғәләне танып
белә һәм Уға ышана. Әммә шайтан, кеше аҡылын томалап, уның Раббыһына табан
юлына бик күп тоҙаҡтар ҡора. Шайтан ҡорбаны булған бәхетһеҙҙәр хаҡында киҫәтеп,
Мәүләнә Руми шулай тип яҙа:
«Иман
мәсьәләһендә, аҡыл уйындарына әүрәп, шайтан артынан барма. Был ялғансы шундай: ҡараңғы
төшкәнде көтөп тора, төн уртаһында килә лә ишек ҡаға. Һин кем килгәнен белергә
уйлап, шәмеңде алаһың, ишеккә киләһең, саҡматаш сағып, ут яндырырға уйлайһың.
Әммә, саҡма сағып, ут тоҡандырыуың була, теге хәйләкәр уны һүндерә. Һин
ҡараңғылыҡҡа боҫҡан шайтанды күрмәйенсә мығырлайһың: «Саҡматаш дымланған...» Шул
рәүешле ҡәһәрле ялғансы эргәңдә икәнлеген һин шәйләмәйһең.
Тап шул рәүешле, һинең ғәмһеҙлек ҡараңғылығыңдан
файҙаланып, шайтан күңелеңдәге иман нурын тоҡандырырға ҡамасаулай һәм
игелектәреңде урлай, һине «мәңгелек тормош банкротына» әүерелдереп, Раббыңды
танып белергә ҡамасаулай. Әгәр эштәр шулай торһа, күҙҙәрең дә, әхүәле рухиәң дә
Раббыһын да, уның ижад емештәрен дә танып белә алмай!..»
Төп шарт – күңел күҙең күреү
Һис
шикһеҙ, ғаләмдең икһеҙ-сикһеҙлеге – әҙәм күңелен хәҡиҡәт нуры менән яҡтыртҡан,
иманға эйә булыу мөмкинлеген биргән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең Барлығына һәм
Ҡөҙрәтенә асыҡ дәлил. Әммә ғаләмдә йәшеренгән хәҡиҡәттәрҙе һәм серҙәрҙе күреү
өсөн, күңел күҙең күреү мөһим. Шәйех Сәғди әйткән:
«Аҡылы булған кешегә ағастағы һәр япраҡ – Аллаһу
Тәғәлә хаҡында һөйләгән айырым китап бите. (Күңел күҙе һуҡырҙар өсөн – ул бер
ни түгел)»
Шуға
күрә Мәүләнә Руми, тәрән дини ғилемгә эйә булып, сәлжүктәр мәҙрәсәһендә уҡытҡан
осорон «мин сей инем», тип тасуирлай.
Ә ҡәлбе ғаләм биттәрен уҡырға өйрәнеп, Илаһи хәҡиҡәт һәм мөхәббәт менән тула
башлаған осорҙарын «мин өлгөрҙөм» һәм «мин бештем» тип тасуирлай.
Ул
бит ғаләм китабы юлдары араһына йәшеренгән мөхәббәт серен танып белеүгә лайыҡ
була. Ул яҙа:
«Мөхәббәте
татып белер өсөн, өйрөлә күбәләк шәм тирәләй, көйгән ҡанаттарын елпеп ҡысҡыра
ул: «Мөхәббәттә минең кеүек бул!»
«Тирә-йүнгә
ем-ем килгән нурын һибеп, шәм бышылдай: «Мөхәббәттә минең кеүек бул!»
«Утта янып, яфа сигеп, яна шәмем, йәштәр түгеп. Төнгө
ҡараңғыны ярып әйтә миңә: «Бул һин минең кеүек! Фиҙа ҡыл үҙеңде, ян һин утта! Алтын-көмөштәргә
ынтылышты алып ташла! Мөхәбәттә ялҡынланыр өсөн, ҡабын һәм иреп бөт минең ише!»
«Итәгенә
ынйыларын йыйып, диңгеҙ һыуы ярҙан ҡасты - ҡоро ҡалды ярҙың сите. Cит күҙҙәрҙән
ынйы, хазинаһын йомоп, тулҡынына әсе тоҙон һибеп, әйтә кеүек диңгеҙ: «Һин дә
баҫалҡы бул минең кеүек! Алъюҫыҡҡа бар күркеңде күрһәтергә һис тә ашыҡма!»
«Таңда тығыҙ япмаларын ташлап, энәләрҙең ҡаҙауына
түҙеп, хуш еҫтәрен бөрктө гүзәл рауза. Нәзәкәтле йәме нәсихәт ул: «О Әҙәм улы!
Бул һин минең кеүек! Нимәгә ул энәләр тип яфа сигеү, күҙ-йәш түгеү?!
Тормош биргән һоҡланыуым, йылмайыуым – энәләрҙән күргән яфаларым өсөн бүләк.
Күркәмлегем, хуш еҫтәрем ыҙаларҙы һөйөп яуланған ул!»
«Теүәл ҡырҡ йыл
буйы Әҙәм (ғәләйһис-сәләм) Аллаһу Тәғәләгә бер генә хатаһы өсөн күҙ йәштәре
менән тәүбә иткән. Сикһеҙ һағыш тулы күңел менән балаларына ул нәсихәт биргән:
«Минең һымаҡ тәүбә итегеҙ!»
«Һаҡла күндәм
өнһөҙлөктө! Упҡын өҫтөндәге һин ҡаяға ҡара. Ҡая тып-тын, әммә күңел күҙе имен
уны ишетә: «О әҙәм! Раббың ҡаршыһында күндәм бул һин, ила өнһөҙ!»
«О әҙәм! Аҡыл
биргән икән Раббың, рухи мәғрифәткә ынтыл! Ғаләм мәктәбендә ғилем алып,
мөхәббәтте таты! Һөйөү ялҡынында дөрләп ян! Күңелең ғафил ҡараңғылыҡта үткән
көндәр өсөн әсе йәштәр түгеп тәүбә ит! Йәки өнһөҙ йәшен түккән тау ҡаяһы ише
бул!»
Был
миҫалдар Шәйех Мәүләнәгә асылған йәшерен Илаһи мөхәббәт серҙәренең ҡайһы
берҙәре генә.
Аллаһу
Тәғәләнең тәҡүәле ҡолдары әйтеүенсә, аҡылы камилдар өсөн был ғаләм – Аллаһу Сүбхәнәһү
үә Тәғәләнең Гүзәл исемдәре кәүҙәләнеше, ә имандан мәхрүм иҫәрҙәр өсөн төп
шөғөл – ризыҡ эҙләү һәм тән хәжәттәрен ҡәнәғәтләндереү. Үҙ хәжәттәреңде
ҡайғыртыуға ҡоролған тормош Әхирәттә һәләкәткә илткән тоҙаҡтар һәм ғазаптар
менән тулы.
Көҙгөләге
һуңғы сағылыш
Мәүләнә Руми хикмәтле һүҙҙәре менән йәштәрҙе,
йәшлек дәрте һәм сафлығына алданып, фани донъяның ләззәттәре һәм кәйеф-сафаһына
алданмаҫҡа өндәй:
«О, хайран булып гөл-сәскәле яҙға бағыусы! Көҙгө
ҡырауҙар менән тәбиғәттең һулыуын онотма!»
«Ҡалҡып килгән
ҡояш балҡышына ҡарап, төн ҡараңғылығында юғаласаҡ ҡояш батышы хаҡында ла уйлан!»
«О Раббыһын
танырға ынтылыусы! Көҙгөләге бөгөнгө сағылышыңа алданма! Онотма: бер көн
ҡартайырһың һәм иҫке аласыҡҡа оҡшап ҡалырһың!»
Ошо
хәҡиҡәттәр тураһында уйланыуҙы ҡағиҙә итеп алғандар күңел һәм аҡыл аһәңлегенә
ирешер, ә был нәфсеңде ауыҙлыҡлауҙың, тәрбиә ҡылыуҙың мотлаҡан шарты. Юғиһә
булмышыңдың йүгәнһеҙ теләктәре рухи ғәмһеҙлек һәм һуҡырлыҡ шырлыҡтарына алып
барып аҙаштырыуы ихтимал.
Күркәм әхлаҡ асылы
Аллаһу Тәғәләне танып белергә ынтылған
мөьмингә төп талап – күңел һәм аҡыл аһәңлеген һаҡлау. Был талапты үтәү Изге
Ҡөрьәндә һәм Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Сөннәһендә аңлатылған
әхлаҡҡа эйә булырға мөмкинлек бирәсәк.
Мәүләнә Руми был хәҡиҡәтте ҡыҫҡа ғына итеп
аңлата:
«Күңелемә
аҡылым һорау бирҙе: «Иман асылы нимәлә? Әйт миңә». Күңел, уға эйелеп шыбырланы:
«Хәҡиҡи иман асылы – күркәм әхлаҡта!»
Эй Аллам! Аҡылыбыҙҙы
юғары рухиәттән мәхрүм итмә, күңелебеҙҙе аҡыл яҡтылығынан мәхрүм зиндан халәтендә
ҡалдырма! Әхүәле рухиәбеҙҙе Илаһи нурың менән яҡтырт, күңел һәм аҡыл аһәңлеге
бәрәкәтен бир!
Әмин!..
Комментариев нет:
Отправить комментарий