суббота, 10 ноября 2018 г.

Файҙалы ғилемдәр - күңел һәм аҡыл ихтыяждары






Хәҡиҡи ғилем – хикмәткә һәм ғаләм серҙәрен танып белергә өйрәнеү. Файҙалы ғилем – бар тирә-йүндәге Илаһи билдәләрҙе күрергә ярҙам итеүсе ғилем. Рухи нәсихәт биреү – пәйғәмбәрҙәр вазифаһының береһе. Кешеләргә нәсихәт биреү өсөн, күңелең Илаһи мөхәббәт менән тулы булыуы шарт.


                        Файҙалы ғилемдәр - күңел һәм аҡыл ихтыяждары

                        Эй Раббым! Ғилемемде арттыр!

Аллаһу Тәғәлә әйтә:

«(О Илсем) әйт: «Раббым! Минең ғилемемде арттыр...» (Та-һа, 114)

Ғилемеңде арттырыу – ҡиммәтеңде, дәрәжәңде лә арттырыу ул, юғары үрләүең билдәһе. Хәҡиҡи ғилемдәр сәбәбендә кеше ғаләм үҙәгенә әүерелә. Хәҡиҡи ғилемдәр кешене лә һәм бөтә ғаләмде лә һаҡлай, кешенең Хаҡ Тәғәләбеҙгә инанысын һаҡлай. Киләһе быуындарға тапшырылған ғилем өсөн сауаптар – ваҡыт менән бергә үҫә барған, әхирәткә күсә торған капитал.

 Хәҙистә әйтелгән:

 «Кеше үлгәс, уның өс ғәмәленән башҡаһы туҡтала: дауамлы саҙаҡалары (саҙаҡа-джариә), файҙа биргән ғилеме һәм иманлы балаһының доғалары» (Мөслим, Вәсиййа, 14)

            Файҙалы ғилем (ҒИЛМ НӘФИ)

Бер филолог диңгеҙҙә сәйәхәт иткән. Юл буйы ул карап капитаны менән грамматика ҡағиҙәләре хаҡында һөйләшкән, ә теге  сираттағы бер һорауына яуап бирә алмағас, эре генә былай тигән:

«Ниндәй бәхетһеҙлек! Наҙанлыҡ арҡаһында, ғүмереңде бына нисек бушҡа сарыф итергә мөмкин!»

Филологтың эреләнеп хәбәр һөйләүенә капитан иғтибар бирмәгән, өндәшмәгән.

Бер мәл ҡапыл дауыл ҡупҡан, көслө тулҡындар палубаға ябырылған. Пассажирҙар ҡурҡып, баҙап ҡалған. Капитан ғына элеккесә тыныс килеш карап менән идара итеүен дауам иткән. Филологҡа боролоп, ул былай тигән:

- Әфәндем, Һеҙ йөҙә беләһегеҙме?

Ғалим, ҡурҡыуҙан ағарынып, ҡалтыранған тауыш менән әйткән:

 - Юҡ шул!

Капитан йәлләп былай тигән:

- Һеҙ мине, грамматика ҡағиҙәләрен үҙләштермәйенсә, ярты ғүмеремде бушҡа сарыф итеүҙә ғәйепләгәйнегеҙ. Йәл, һеҙгә ошо мәл ғүмерегеҙ менән хушлашырға тура киләсәк, сөнки карабыбыҙ һәләк буласаҡ. Эх, ғилем эйәһе, диңгеҙҙә сәфәр ҡылғандар өсөн иң мөһиме дөрөҫ яҙа һәм һөйләшә белеү түгел, ә йөҙә белеү икәнлеге аңлашылмаймы ни?!

Был ҡыҫҡа ғына бәйәндә грамматика – барса фани белемдәр. Ә хәҡиҡи ғилемдәр – хәҡиҡи файҙа килтергән ғилемдәр ул. Хәҡиҡи ҡаҙаныш – мәңгелек тормоштағы йән һәм тәнеңде ҡотҡарыу, йәғни камил иман, изге ғәмәлдәр ярҙамында Аллаһу Тәғәләнең ризалығын алыу.

Әҙәм үлем алды ғазаптарын кисергән саҡта, рухи мәғрифәт һәм хикмәт менән һуғарылмаған, нәфсене ҡәнәғәтләндереүгә генә хеҙмәт иткән ғәҙәти донъя ғилемдәренең һис файҙаһы булмаясаҡ.

 Файҙалы ғилемгә эйә булмаған, ҡануниәткә генә нигеҙләнеп хөкөм ҡарары сығарған хөкөмдар йәки прокурор аяуһыҙ йәлләткә тиң, ә хикмәттән һәм рухи мәғрифәттән мәхрүм врач миһырбанһыҙ итсе ише. Етәксе ни ҡәҙәр генә белемле булмаһын, күңелендә мөхәббәт һәм шәфҡәт юҡ икән, ул ҡул аҫтындағы кешеләр менән үҙен залим һымаҡ тота.

Эйә булған ғилемен үҙ файҙаһында ҡулланған бындай кешеләр ябай бер наҙан әҙәмгә ҡарағанда йәмғиәткә күберәк зарар килтерә.

 Шәхси файҙа һәм шөһрәт ҡаҙаныу өсөн алынған белем, тәү ҡарамаҡҡа файҙалы һәм яҡшы булып күренһә лә, тик бәлә генә килтерә. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Аллаһу Тәғәләгә шулай доға ҡылған:

 «Эй Аллаһ! Файҙа бирмәгән ғилемдән, ҡурҡыу тоймаған йөрәктән, туймаған нәфестән һәм ҡабул ителмәгән доғанан Һиңә һыйынам!»

Хәҡиҡи ғилем – хикмәткә һәм ғаләм серҙәренә үтеп инеү һәләтенә эйә булыу. Файҙалы ғилем – тирә-йүндәге Илаһи билдәләрҙе күрергә өйрәтеүсе ғилем. Мәҫәлән, медицина кеше тәнендәге, системаларындағы, ағзаларындағы физиологик процестарҙы өйрәнә. Ә хәҡиҡи ғилем – кеше организмы эшмәкәрлегендә Илаһи ижадтың бөйөклөгөн һәм хикмәтен күреү ул.             

           Ғилемдең тәғәйенләнеше

 Ашуғ Юныс Эмре ғилемдең тәғәйенләнешен шулай тасуирлай:

  Нимә ул белеү? Белемгә эйә булыу.
  Нимә ул «белеү»? Үҙеңде танып белеү.
  Үҙеңде танып белмәһәң,
  Нимәгә һинең ғилем?!
  
  Ғилемдәр ниңә кәрәк?
 Раббың танырға кәрәк.
 Шул хәҡиҡәтте белмәһәң,
 Бушҡа үтер ғүмерең!

 Әйтмә: «Ғилем алдым»,-тип,
 «Бик күп көсөм һалдым,»-тип.
 Раббың танып белмәһәң,
 Буш һүҙеңдән файҙа юҡ.

«Ғалим кеше Аллаһтың язаһынан ҡурҡа» (Фәтыр (Яралтыусы), 28) аятынан күреүебеҙсә, хәҡиҡи ғилем – ҡәлбең менән Аллаһу Тәғәләнең Бөйөклөгөн һәм Ҡөҙрәтен танып белеү ул.

Фәндәрҙең тәғәйенләнеше шунда: кешене Аллаһу Тәғәләне танып белеүгә һәм фани донъяла ла имен булыуға һәм әхирәттә лә ҡотолоуға йүнәлтеүсе ғилем алыуға йүнәлтеү. Юғиһә ер ғилемдәре кешенең тормош хәҡиҡәтен эҙләү юлында кәртә генә була.

Бер хәҙистә әйтелгән бит:

«Хисап көнөндә Аллаһ Тәғәлә хозурына фәндәрҙе һәм Изге Ҡөрьәнде өйрәнгән кеше килеп баҫыр. Аллаһу Тәғәлә уға фани донъяла биргән бәрәкәттәрен иҫенә төшөрөр. Әҙәм уларҙы иҫенә төшөрөр һәм таныр. Аҙаҡ Аллаһу Тәғәлә һорар:

 «Бәрәкәттәремә нимә менән яуап бирҙең?»

 Теге әҙәм әйтер:

«Мин фәндәрҙе өйрәндем һәм кешеләрҙе шуға өйрәттем. Һинең ризалығың өсөн Изге Ҡөрьәнде өйрәндем.»

 Аллаһу Тәғәлә быға әйтер:

«Һин алдайһың. Кешеләр «ғалим» тип иҫәпләһендәр өсөн һин фәндәрҙе өйрәндең, «Ҡөрьәнде ҡайһылай матур уҡый!» -тип әйтһендәр өсөн Изге Ҡөрьәнде уҡының. Һәм кешеләр һинең хаҡта шул һүҙҙәрҙе әйтте лә.»

Аллаһтың әмере буйынса, ул йәһәннәмгә ырғытылыр.» (Мөслим, Имара, 152)

 Икенсе хәҙистә әйтелә:

«Ғилем алған, әммә фани нимәләрҙән ситләшмәгән һәм тәҡүәлеккә ынтылмаған, Аллаһтан йырағаясаҡ ҡына!»

             Ғилем һәм рухи мәғрифәт

 Файҙалы ғилемдәр, рухи мәғрифәткә эйә ҡәлебтәрҙе тултырып, мөьмингә Аллаһу Тәғәләне танып белеү юлында алға барырға мөмкинлек бирә. Шундай шартта ғына «Халладж залимдың ҡаты йөрәге» «Юныстың (ғәләйһис-сәләм) шәфҡәтле һәм миһырбанлы ҡәлбенә әүереләсәк.»

 Файҙалы ғилемдәр кешегә үҙ-үҙен танып белергә ярҙам итә, ер тормошоноң хәҡиҡи тәғәйенләнешен күрһәтә һәм ҡәлбен Илаһи серҙәрҙе танып белеү ҡапҡаларына йүнәлтә. Файҙалы ғилемдәр күңелдәргә Илаһи мөхәббәт яҡтылығын һала.

Рухи мәғрифәт – ғирфан, ә шундай бәрәкәткә эйә мөьмин – ғариф. Был кимәлгә етмәгән ғалимдар тураһында шулай тиҙәр:

«Ул ғалим, ләкин ғариф түгел.»

Был ғалимдарҙың белеме – китаптарҙан алынған ҡоро мәғлүмәттәр, улар амбарҙарҙа һаҡланған иген ише.

Иген, ҡояш нурында йылынып, дымлы тупраҡта ғына шытып сыға. Шуның һымаҡ, ғилем Илаһи мәғрифәт нурына мохтаж, юғиһә ул зиһендә мәғлүмәттәр һаҡлағысына бикләнгәндәй тороп ҡала. Ислам ғалимдары ғилемгә шундай билдәләмә биргән:

 «Ғилем – хәҡиҡәтте танып белеү ул. Әгәр уның ярҙамында хәҡиҡәт танып беленмәй икән, ғилем – ғилем түгел. Танып белеүҙең юғары баҫҡысы булған рухи мәғрифәт – ҡәлбең менән Аллаһты хәҡиҡи танып белеү (мәғрифәтуллаһ) ул. Һәр ғилемдең асылы – мәғрифәтуллаһ. Һәр ғилемдең ҡиммәте уның мәғрифәтулаһҡа яҡын булыуына бәйле.»

 Мәүләнә Руми уҡыусыларына шуны хәтергә төшөрә:

 «Зирәк һәм белемле кеше һөйкөмлө күренә, әммә Иблистең асылы ниндәй булыуын хәтергә төшөр, һәм, вәсүәсәсегә алданып, юлдан яҙма! Иблис төрлө ғилемдәргә эйә була, әммә, Әҙәмдең физик асылын (ерҙән яратылыуын) үҙенекенән (уттан яратылыуынан) кәм һанап, уның хәҡиҡи асылын танып белә алмай.»

 «Күпме ғилемдәр, тәғлимәттәр хәҡиҡәтте эҙләүсегә кәртә булып тора. Йәннәткә лайыҡ булғандарҙың күбеһе - изге китаптарға эйәреп, зарарлы философиянан үҙҙәрен һаҡлап ҡалыусылар.

 Эй, ғәмһеҙ наҙан! Күктән үҙеңә Илаһи мәрхәмәт ямғыры яуһын өсөн, үҙ-үҙеңде яратыуҙан һәм барса мәғәнәһеҙ нимәнән һаҡлан!»

Ҡәлбеңде мәңгелек тормош өсөн бер ҡиммәте лә булмаған нимәләрҙән әрсәләү - йәнеңә файҙалы ғилем биреүсе Илаһи яҡтылыҡтың килеү шарты. Аллаһу Тәғәләнең Илселәре кешеләргә изге яҙмаларҙы еткергән, аҙаҡ Илаһи саҡырыуға эйәргәндәрҙең әхүәле рухиәләрен гонаһтарҙан әрсәләгән. Ә уның һуңынан Илаһи мәғрифәт тулы йәндәргә хәҡиҡи ғилем һәм хикмәт биргән.

                      Ғилемдәр төрлөлөгө

 Изге Ҡөрьән Муса пәйғәмбәрҙең (ғәләйһис-сәләм) тәҡүә әүлиә Хызырға бирелмәгән ғилемдәргә эйә булыуы хаҡында һөйләй. Ә изге Хызырҙа булған йәшерен ғилемдәр Муса пәйғәмбәрҙә (ғәләйһис-сәләм) булмай.

Шулай уҡ Абдулҡадир Гейлани Мәүләнә Руми урынын биләй алмаған кеүек, Мәүләнә Руми ҙа Абдулҡадир Гейлани урынын биләй алмай. Мөхәммәт Баһаутдин Шах Нәҡшбанд үҙе булып ҡала, ә Әхмәт әр-Рифаи – үҙе булып. Уларҙың һәр береһенә үҙҙәренә генә хас сифаттар бирелгәнлектән, был донъялағы һәр береһенең тәғәйенләнеше лә үҙенә башҡа.

Тик шуныһы хаҡ: уларҙың һәммәһе Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға һәм Илаһи мөхәббәтте танып белеү юлынан барырға саҡыра.

Хаҡ Тәғәләбеҙ һәр тәҡүә ҡолоноң юлын Нуры менән яҡтыртҡан, һәр ғариф затҡа Гүзәл исемдәренең сағылышы булған айырым сифаттар биргән.

Илаһи серҙәрҙе танып белгән һәр тәҡүә әүлиәнең фани донъяла айырым миссияһы бар.  Быуаттар буйы кешелек матди донъяны өйрәнгән һәм фәнни асыштарҙы кешеләргә еткергән ғалимдарға мохтаж булған кеүек, әҙәм күңелдәренә рухи аҙыҡ биргән тәҡүәләргә - фикх ғалимдарына, тасаввуф ғалимдарына ихтыяжы ла көслө.

             Һайлам ҡолдар ғилеме

Бөтә ғилемдәр араһында «ледунни ғилм» - Аллаһу Тәғәләнең һайлам ҡолдарына тәҡүәлектәре, бөтә барлыҡҡа мөхәббәттәре һәм шәфҡәттәре, ер ләззәттәренән һәм теләктәренән баш тартыуы, даимән нәфсеһе менән көрәше сәбәбендә бирелгән бүләге айырым урын биләй.

 «Аллаһ бирелгән ғилемдәренә ярашлы ғәмәл ҡылғандарҙы бығаса улар белмәгән ғилемдәргә өйрәтә.» (Әбү Нуайм, Хилья, X, 15) хәҙисе шуны күрһәтә: Изге Ҡөрьән аяттарының йәшерен мәғәнәһен, тасаввуф мәктәбендәге рухи камиллыҡ юлынан баш тартып, ҡәлбен тәкәбберлектән, маһайыуҙан, көнсөллөктән, донъя байлыҡтарына хиреслектән әрсәләй алмағандар аңлай алмаясаҡ.

Изге Ҡөрьән киҫәтә:

 «Ер йөҙөндә хаҡһыҙ рәүештә тәкәбберләнгәндәрҙе аяттарымдан йыраҡлаштырасаҡмын. Бөтөн аяттарыбыҙҙы күрһәләр ҙә, улар иман килтермәҫ. Тура юлды күрһәләр ҙә, ул юлға төшмәҫтәр. Аҙғынлыҡ юлын күрһәләр, шул юлдан китерҙәр.» (Әғрәф (Кәртәләр), 146)

 Нәфсеһен ауыҙлыҡлау һәм йөрәген әрсәләү аша һауыҡмаған күңел Изге Ҡөрьәндәге, ғаләмдәге һәм кешенең үҙендәге Илаһи серҙәрҙе танып белеүгә лайыҡлы булмаясаҡ.

                   Ғилем һәм күркәм әхлаҡ

 Кешенең фани донъяға килеүенең асылы шунда: ул, донъяға килгәндән алып һуңғы һулышына ҡәҙәр, ғилем алырға тейеш. Изге Ҡөрьән киҫәтеүенсә, хәҡиҡи ғилемгә эйә булғандар һәм үҙҙәренең наҙанлыҡтарынан ҡотола алмағандар бер тигеҙ булмаясаҡ.

Хәҡиҡи ғилемгә эйә булғандар:

 а) Аллаһ хозурында тороуҙарын аңлап намаҙ ҡылыусылар;

б) Әхирәттәге хәлдәре өсөн борсолоусылар;

 в) ярҙам һорап, тик Аллаһу Тәғәләгә генә мөрәжәғәт итеүселәр.

Ошо сифаттарға эйә булмағандар хәҡиҡи ғилемгә эйә була алмай, сөнки күңеле ябыҡ әҙәм - асылда һуҡыр.

Изге Ҡөрьән аяты:

«Күктәргә, Ергә һәм тауҙарға Беҙ аманат тәҡдим иттек, ләкин улар (яуаплылыҡтан ҡурҡып) был йөктө үҙ өҫтәренә алманы. Әҙәм балаһы был аманатты үҙ өҫтөнә алды. Сөнки кеше – (тәбиғәте менән) залим һәм наҙандыр.» (Әхзәб (Төркөмдәр), 72) хәбәр итә: хәҡиҡи ғилемгә эйә булыуҙың асыл маҡсаты – камил кеше тәрбиәләү юлында кәртә булған «наҙанлыҡ» һәм «ғәҙелһеҙлек» кеүек кире сифаттарҙан ҡотолоу ул.

 Ғәҙелһеҙлек һәм законһыҙлыҡтың ҡапма-ҡаршыһы – ғәҙеллек. Ғәмәлдәребеҙ ғәҙеллек сағылышы булһын өсөн, хыянатһыҙ, тоғролоҡло булыу лазым. Ғилемлеләр – наҙандарҙың ҡапма-ҡаршыһы. Хәҡиҡи ғилемгә эйә асыҡ ғилемдәргә лә, йәшерен ғилемдәргә лә эйә булырға тейеш.

 Имам Ғазали (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) шулай тип раҫлаған:

 «Пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары (варасатуль-анбийа) – асыҡ һәм йәшерен (рухи) ғилемдәргә эйә булыусылар.

              Кешене тәрбиәләүҙә ғилемдең роле

 Аллаһу Тәғәлә ҡырағай хайуандарҙы эйәләштереү һәм файҙаланыу, гүзәл сәнғәт әҫәрҙәре барлыҡҡа килтереү мөмкинлеге биргән кеше тәүге нәүбәттә үҙ әхүәле рухиәһен тәрбиә ҡылырға бурыслы.

 Иң ҙур маһирлыҡ – кешене тәрбиәләү. Кесе йәштән һәр балала донъяға килгәнсе үк Хаҡ Тәғәләбеҙ күңеленә һалған кеше рухиәтенә хас ҡапма-ҡаршы ике әүәҫлек күренә башлай: «фуджур» (гонаһҡа тартылыу) һәм «тәҡүә» (диндарлыҡҡа ынтылыш).

Кеше рухи тәрбиәне үтеп, күңеленә һалынған харамға ынтылышты еңеп, тәҡүәлекте көсәйткән сүрәттә генә сәғәҙәткә лайыҡ булыуы мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  нәфсе ҡолона әйләнгән кешегә ҡарағанда, иң уҫал йыртҡысты өйрәтеү еңелерәк.

Кешене тәрбиәләү – бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең (ғәләйһис-сәләм) дә өҫтөнә төшкән яуаплы бурыс. Нескә күңелле, үҙ тәрбиәһендәгеләрҙең эске донъяһын дөрөҫ тоя белгән, тәрән рухи кисерештәргә һәләтле кеше генә тәрбиә эшенә тотона ала.

Был шарттарҙы дөрөҫ аңлау өсөн, врачтың хәлен күҙ алдына килтерегеҙ: дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм рациональ дауалау тәғәйенләү маҡсатында, ул иғтибар менән ауырыуҙың зарын тыңлай, сирҙең билдәләрен асыҡларға тырыша. Миҫалдан күреүебеҙсә, кем менәндер яҡын мөнәсәбәт булдырыу өсөн, уға теләктәшлек күрһәтеү, шәхси проблемаларын хәл итергә ярҙам итеү мөһим.

 Кешеләрҙең потенциалы һәм һәләттәре төрлө булған кеүек, йомшаҡ яҡтары һәм кәмселектәре лә һәр кемдеке үҙенсә. Берәүгә кеше күңелдәрен тәрбиә ҡылыу йөкмәтелгән икән, уға тәрбиәһендәгеләр менән әҙәпле һәм йомшаҡ булыу лазым.

Кемгәлер ифрат файҙалы булған һүҙ икенсе берәүгә зыян килтереүе ихтимал, бәс, шулай булғас, тәрбиәсе үҙ ҡарамағындағыларҙың холҡон бик яҡшы белергә тейеш.

Нәсихәттәрҙең уңайлы ваҡытта, ҡабул итерлек формала бирелеүе шулай уҡ ифрат мөһим.

Артыҡ көс ҡулланып, нескә әйберҙе тиҙ генә ватып булған кеүек, әхүәле рухиәләре сирлеләр менән артыҡ ҡаты мөғәмәлә тәрбиәсенең һүҙҙәренә һәм уның үҙенә ҡарата кире ҡараш тыуҙырыуы мөмкин.

Әйтәйек, әгәр ҡапыл бер тулы һауыттағы шыйыҡсаны икенсе тулы һауытҡа һалырға уйлаһаҡ, шыйыҡса түгеләсәк, ә тултырылырға тейешле һауыт нисек бар, шулай ҡаласаҡ.

Был физик күренеш менән аналогия үткәреп, шулай тип иҫбатларға мөмкин: кешене тәрбиәләгәндә, ҙур сабырлыҡ һәм уның ыңғай сифаттарын асыуға бөтә тырышлығыңды һалыу кәрәк.

Мөьмин үҙ тиҫбеһенең бөтә төймәләрен дә яҡшы белгән кеүек, остаз да шәкертенең бөтә үҙенсәлектәрен дә яҡшы белергә һәм иң күркәм һәләттәрен асыу өсөн бөтәһен дә эшләргә тейеш.

Нескә, шиғри күңеллене кешеләрҙең рухи серҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтеү лазым. Ә лидерлыҡ һәләттәре һәм етәкселек итергә теләге булғандарҙы, ҡул аҫтындағыларға ҡарата ғәҙел һәм хәстәрле булыу сифаттарын тәрбиәләп, идара итеү эшенә йәлеп итеү урынлы булыр.

Тәрбиә барышында, кешеләге менталь һәм тән, күңел һәм аҡыл аһәңен ентекле һаҡлау мөһим.

Әгәр белем биреүҙә һәм тәрбиәлә уҡыусының аҡыл һәләттәрен үҫтереүгә, донъяуи ғилемдәргә эйә булыуына төп иғтибар бирелһә, алынған ғилем, донъя байлыҡтарына эйә булыу һәм йәмғиәттә юғары урын биләү теләген көсәйтеп, уның рухи потенциалын тулыһынса асырға мөмкинлек бирмәйәсәк. Был осраҡта ул үҙенең даны, абруйы, йыйған мөлкәте һәм һис ҡанмай торған нәфсеһе ҡорбанына әүереләсәк.

Шуны иҫтә тотоу лазым: ҡәлбеңдә нығынмаған теләһә ниндәй ғилем әхүәле рухиәңә белемлелек өҫтәмәй, иманһыҙлыҡҡа этәреүе генә ихтимал. Күңеленә Илаһи мөхәббәт тулмаған кеше, харамға тартылған наҙан булып ҡала.

Остаз Илаһи киҫәтеүҙе һәр саҡ хәтерендә тоторға тейеш:

«... артығын көҫәмәгеҙ: хаҡтыр, Ул (Аллаһ) артығын көҫәүселәрҙе яратмай!..»

 Йәғни, уҡытыусы белергә тейеш: уҡыусының ваҡытын һәм көсөн һис тә кәрәкмәгән ғилемдәргә сарыф итергә ярамай.

Бушҡа үткән ғүмер – исраф, ата-бабаларыбыҙҙан күскән рухи ҡиммәттәргә илтифатһыҙлыҡ – исраф. Ә иң ҡурҡыныс исраф – кешене тәрбиә ҡылғанда, уның Аллаһу Тәғәләнең иң күркәм ижад емеше икәнлеген онотоу.

Кешене тәрбиә ҡылыуҙың асыл маҡсаты – Раббыбыҙҙа ғибәҙәттәрҙә хәҡиҡи күндәмлеккә ирешергә ярҙам итеү, ғаләмдәге Илаһи Бөйөклөк һәм Ҡөҙрәт сағылышы серҙәренә үтеп инеп, ихсан дәрәжәһенә күтәрелеү өсөн, рухи мәғрифәт тулы ҡәлб менән ғаләм китабын уҡырға өйрәтеү.

Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) оло йөрәкле сәхәбәләренә торош итерлек яңы быуын тәрбиәләнмәй тороп, кешелектең камил инсан хаҡындағы күп быуатлыҡ танһығы ҡанмаясаҡ.

 Эй Раббым! Йәндәребеҙгә тик файҙалы ғилем бир һәм файҙаһыҙ ғилемдәрҙең яманлығынан һаҡла… Эй Аллаһ! Ҡәлбтәребеҙҙе Мөхәббәтең менән нурландыр һәм Һинең Һөйгән Илсең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Сөннәһенә ярашлы йәшәгән рухи мәғрифәтле йәш быуынды тәрбиәләүгә беҙҙе лайыҡлы ит!

Әмин!


Комментариев нет:

Отправить комментарий