Эгоислыҡ, йәки мин-минлек – күңелдең иң ҡаты сире,
сөнки әҙәм был кәмселектең үҙенсәлектәрен үҙендә күрә һалып бармай. Мөьмин
ниндәй генә юғары рухи үрҙәргә күтәрелмәһен, ҡәлбе төбөндәге мин-минлек һөжүмгә
уңайлы мәлдә көткән хәйләкәр йыртҡыстай йәшеренеп ята. Мин-минлек
дауаланып бөтмәгән һәм, аҙып, үлемгә илтеүсе сир кеүек.
Мин-минлек
һәм үҙ-үҙеңә хисаплама
Мин монафиҡ түгелме?
Тәрбиә
эшенең төп маҡсаты – кешене фани донъяла ла, әхирәттә лә бәхеткә ирешерлек
дөрөҫ сифаттарға эйә булған өлгөлө шәхес итеп тәрбиәләү. Шул осраҡта ғына
әҙәмдең Аллаһтың ризалығын алырҙай һәләттәре, холҡоноң күркәм яҡтары асыла. Юғиһә
нәфсеһенең тәбиғәтенә хас тәкәбберлек, эрелек һәм мин-минлек әҙәмде ике донъяла
ла һәләкәткә һөйрәйәсәк.
Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләренең тәрбиәһенә шул үҙенсәлек
хас: улар тәүге нәүбәттә тирә-йүндәгеләрҙе түгел, үҙ-үҙҙәрен танып белергә
тырыша, нимәне дөрөҫ эшләүен, ҡайҙа хаталаныуын асыҡлай. Уларҙың тормош юлы – мин-минлекте
ауыҙлыҡлауҙың, тәртибеңде, эске халәтеңде даимән контролдә тотуҙың күркәм
үрнәге. Монафиҡлыҡ мәсьәләһе улар өсөн шул ҡәҙәр мөһим була, борсолоп, улар ошо
турала ҡат-ҡат һөйләшә. Оло йөрәкле Ғүмәр Хүзәйфәнән (раҙыйаллаһу ғәнһү) бик
йыш былай тип һорай:
«Хүзәйфә!
Аллаһ хаҡы өсөн, әйт: мин монафиҡ түгелме?»
Был
һорауҙы биреү өсөн ике сәбәп була: беренсенән, Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тик Хүзәйфәгә генә монафиҡтарҙың
исемдәрен әйтә, икенсенән, оло йөрәкле Ғүмәр, башҡа сәхәбәләр шикелле, кешене,
үҙенә ҡарағанда, тирә-йүндәгеләр яҡшыраҡ баһалай, тип иҫәпләй. Бәндәнең
тәбиғәте шундай бит: иң ҡәбәхәт енәйәтсе үҙен гонаһһыҙ, яҡшы кеше тип иҫәпләй.
Әйтәйек, ниндәйҙер судья енәйәт эшләһә, ул үҙ-үҙен хөкөм итә алмай, уны башҡа
судья хөкөм итергә тейеш.
Бына – минең милкем, ә бына - арҡам!
Был
донъяла кеше үҙенең сағылышын күрерлек ике көҙгө бар: Изге Ҡөрьән һәм Аллаһ
Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Сөннәһе. Сәхәбәләрҙең
рухи өҫтөнлөктәренең сәбәбе лә шунда: улар Ғаләм тажы булған Пәйғәмбәребеҙҙең
үҙенән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) камил тәрбиә алған.
Уның тормошонан бер миҫал рухиәтеңде тәрбиә
ҡылыуға ҡағылышлы күп һүҙҙәрҙән мең артыҡ. Был донъянан китер алдынан Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләренә былай ти:
«Сәхәбәләрем
минең! Әгәр яңылыш берәйегеҙҙең милкен алһам, бына – минең милкем, килегеҙ ҙә
алығыҙ! Әгәр яңылыш берәйегеҙҙең арҡаһына һуҡһам, бына – минең арҡам, килегеҙ
ҙә һуғығыҙ!»
Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай күргәҙмәле миҫалдар ярҙамында
кешеләргә бер нәмәне яҡшы төшөндөрә: фәҡирме кеше, әллә баймы, ябаймы ул, әллә
дәрәжәлеме, байлыҡ, власть артынан сапҡан саҡта, тирә-йүндәгеләргә зыян һалып,
ярамаған ғәмәлдәр ҡылып ҡуя.
Шулай
ҙа була: бәндә, үҙе лә һиҙмәҫтән, кемделер төртөүе, кемдеңдер аяғына баҫыуы,
уйламай әйткән һүҙе менән кемдеңдер йөрәген яралауы мөмкин. Шуға күрә Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләрҙе ғәмәлдәрен һәм тәртиптәрен
контролдә тоторға, берәүҙең хаҡын боҙған осраҡта, ғәфү үтенергә саҡыра. Был – мин-минлектән
арыныу юлында тәүге аҙым.
Хәҡиҡи иман мин-минлекте ҡабул итмәй
Мин-минлек
ауырыуы иманды ҡаҡшата. Эгоислыҡ тәүхидкә ҡәлбеңдә нығынырға мөмкинлек бирмәй.
Аллаһу Тәғәлә әйтә:
«Үҙенең
нәфсеһен тәңре итеп табынғандарҙы күрҙеңме һин? Хәҙер инде (Рәсүлем) һин уларҙы
яҡларға алынаһыңмы?» (Фурҡан
(Яҡшыны ямандан айырыусы китап), 43)
Мин-минлек
– нәфсегә хас иң ҡурҡыныс сифат. Бер Аллаһ
формулаһы (кәлимәи-таүхид) «ләә иләһә (юҡ бүтән тәңре)» һүҙҙәре менән
башлана, йәғни ҡәлбең менән теләһә ниндәй иләһтәрҙе, боттарҙы, нәфселәрҙе кире
ҡағыуҙан. Ҡәлбен ғибәҙәткә лайыҡ булмаған нәмәләрҙән, түбән нәфселе теләктәрҙән
азат итеп, ихлас рәүештә ғибәҙәткә лайыҡлы Бер Аллаһ булыуын танығандар ғына,
хәҡиҡи иманға лайыҡ булып, күңел тыныслығы таба.
Диндең төп нигеҙе – Аллаһҡа иман. Эгоислыҡ
кешене даимән нәфсе ҡотҡоһона эйәрергә, хаталарыңды, гонаһтарыңды танымаҫҡа
мәжбүр итә. Шуға күрә тасаввуфтың асыл маҡсаты – әхүәле рухиәңде иман
көсһөҙлөгөнә сәбәп булған мин-минлектән азат итеү. Ҡәлб «мин»гә ғибәҙәттән
ҡотолмай тороп, Раббыһына тулыһынса күндәм булмаясаҡ һәм Хаҡ Тәғәлә алдында
көсһөҙ генә булыуын танымаясаҡ. Тап үҙеңдең Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә алдында
көсһөҙлөгөңдө, зәғифлегеңде таныу Бар Ҡылыусыңа ихлас рәхмәтле булыуҙың шарты
булып тора.
«Ләә»
инҡары иманды раҫлаусы дәлилдән ысынбарлыҡҡа әүерелһен өсөн, ҡәлбеңдең мин-минлек
әсирлегенән азат булыуы шарт. Рухи тәрбиә юлына баҫҡан әҙәм, әхүәле рухиәһен
даимән баһалап, үҙ-үҙенән хисаплама алып торорға тейеш.
Мәүләнә
Руми «Мәснәүиҙәр»ендә шулай тип яҙа:
«Иғтибар ит: кешеләрҙең характерҙарында бөтә
хайуандарҙың да ғәҙәт, ҡылыҡтарын күрергә мөмкин. Тынсыу быуала йәшәүҙе хуп
күргән тәлмәрйендәргә оҡшаш холоҡло әҙәмдәр була. Ҡылыҡтары йылғыр һәм хәйләкәр
төлкөнөкө ише бәндәләр бар. Ҡайһы бер бәндәләр, һыртлан һымаҡ, ҡорбанының
ғазаптарынан ләззәт таба. Ә ҡайһы бер кешеләр иркә кейектәй даимән иғтибар
талап итә.»
Остаздың бурысы
– уҡыусыһы характерының үҙенсәлектәрен, әүәҫлектәрен өйрәнеү, сөнки тәрбиә
эшендә шунһыҙ уңышҡа ирешеү мөмкин түгел.
Бурыс еңелдән түгел…
Тәкәбберлектең сағылышы булған мин-минлек – иблистең
бер сифаты, ул кешенең хәҡиҡәтте танып белеү юлында тәүге кәртә.
Тирә-йүндәгеләргә
өҫтән ҡарау, башҡалар алдында яҡшы күренергә тырышып, ситтәрҙең кәмселектәрен
бөтә ғаләмгә фаш итеү ғәҙәте әҙәм ҡәлбенә оялаған мин-минлек тураһында һөйләй. Мин-минлек,
эрелек, һауалылыҡ менән ауырыған кешеләр, шайтан һымаҡ, үҙҙәренең хаҡлы,
гонаһһыҙ булыуына шикләнмәй.
Эгоислыҡ, йәки мин-минлек – күңелдең иң ҡаты
сире, сөнки әҙәм был кәмселектең үҙенсәлектәрен үҙендә күрә һалып бармай.
Мөьмин ниндәй генә юғары рухи үрҙәргә күтәрелмәһен, ҡәлбе төбөндәге мин-минлек
һөжүмгә уңайлы мәлдә көткән хәйләкәр йыртҡыстай йәшеренеп ята. Мин-минлек дауаланып бөтмәгән һәм, аҙып, үлемгә илтеүсе
сир кеүек.
Мин-минлектән дауа
Был сирҙең үҙенсәлектәрен асыҡлау, эффектив
дауалау саралары табыу, күңелде шифаландырыу өсөн кәрәкле дарыуҙарға рецепт яҙып
биреү камил рухи остаздың ғына ҡулынан килә. Ҡәлбе ул сиргә дусар
булғанғандарға тәғәйенләнгән дауаны ентекле үтеү лазым.
Күңелеңде
мин-минлектән дауалау нимәнән ғибәрәт һуң?
Төн
аҙағында Раббыбыҙға ғибәҙәттә булыу, үлемдән һуң киләсәк тормош хаҡында
уйланыу, тәҡүәләрҙең сохбеттарында булыу - был юлдағы тәүге аҙымдар. Һәр
сохбеттан һуң, мөьмин үҙенә шулай тип әйтергә тейеш: «Бөгөн мин әхүәле рухиәмде
дауалар өсөн яңы рецепт алдым», «Бөгөн мин шундай етешһеҙлегем хаҡында белдем.»
Был һәр мөьмингә ҡағыла, берәү ҙә рецепттан һәм дауалау курсынан баш тартырға
тейеш түгел. Юғиһә рухи темаға бағышланған әңгәмәләргә йөрөүҙән, тәҡүәләрҙең,
ғарифтарҙың нәсихәттәрен тыңлауҙан фәтүә булмаясаҡ.
Дауаланыу
уңышлы барһын өсөн, ҡәлбеңдең рухи ғилемдәр менән тулы булыуы лазым; мөьмин,
сәғәттәр буйы кофе йәки сәй эсеп, әҙәм рухының йәшерен серҙәре хаҡында гәп
һатып ултырырға тейеш түгел. Мөьмин үҙенән һәр саҡ һорарға тейеш:
– Рухи әңгәмәне тыңлағандан һуң, ҡәлбем нимә
тоя?
– Әхүәле рухиәмдә ниндәйҙер үҙгәрештәр булдымы?
Ҡәлбем үҙенә оялаған боттарҙан азатмы?
–
Ҡәлбем көнсөллөктән арындымы?
– Ләстит, ғәйбәт һатыу ғәҙәтенән мин
ҡотолдоммо?
– Түҙемлек, сабырлыҡҡа эйә булдыммы?
– Аллаһу Тәғәләгә һәм Уның Илсеһенә
(салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ни дәрәжәлә яҡыная алдым?
–
Холҡомда һәм тәртибемдә нимә үҙгәрҙе?
– Сохбетта һөйләгәндәр бер ҡолағымдан инеп,
икенсеһенән сыҡманымы?
– Әңгәмәнән һуң, үҙ бурыстарыма яуаплыраҡ
ҡарай башламаныммы?
Ихласлыҡ был һорауҙарға дөрөҫ яуап табырға
ярҙам итер.
Ихласлыҡ сере
Аллаһу
Тәғәлә һәммәбеҙҙе саф күңелле, Раббыһы биргән ниғмәттәргә шөкөр итеп, ғибәҙәт
ҡылған ихлас ҡоло итеп күргеһе килә. Шөкөрана ҡылыу – ихлас мөьминдәр сифаты. Мөьмин
йөрәгендә ихласлыҡ бар икән, ул Хаҡ Тәғәләһенән һәр саҡ ҡәнәғәт һәм түҙемле була,
Аллаһ ризалығы өсөн арымай-талмай хеҙмәт итә. Әгәр саф күңел менән ҡылынһа, тәү
ҡарамаҡҡа бик үк әһәмиәтле булмаған ғәмәлдәр ҙә бөйөк әжер сәбәбе булыуы
ихтимал.
Шундай
рухи кимәлгә күтәрелеү һәм Аллаһҡа ихлас хеҙмәт итеү – хәҡиҡи тәҡүәлек, ул
мөьмингә күңелен мин-минлектән әрсәләгән өсөн оло әжер. Хикмәт – йәшерен
серҙәрҙе асырға мөмкинлек биргән Илаһи бүләк, ул серҙәрҙе асырға аҡыл ҡадир
түгел. Хикмәт – аҡылың менән Илаһи Бөйөклөк һәм Ҡөҙрәт алдында үҙеңдең кес кенә
булыуыңды таныу. Берәү ҙә, аҡылына ғына таянып, Аллаһу Тәғәләне танып белеү
юлын үтергә һәләтле түгел. Тап шуның өсөн, кеше аҡылының сикле һәм зәғиф
булыуын күрһәтер өсөн, Аллаһ Муса пәйғәмбәрҙе (ғәләйһис-сәләм) тәҡүә әүлиә
Хызырға ебәрә.
Балмы, әллә ағыумы?
Тәҡүәләрҙең
сохбеттарына хас булған рухи сер һәм хикмәт әкиәттәрҙәге мөғжизәле һыуға тиң.
Әхүәле рухиәләре был донъяла үҙ бурысын ихлас атҡарған эшсән бал ҡорттарына хас
сифаттарға эйә әҙәмдәр, сохбеттарҙан һуң, мөғжизәле һыу уртлағандай, бар
тирә-йүнгә бал хуш еҫен һәм татын тарата башлай. Ә ҡәлбтәре яман уйҙар һәм
хистәр менән ағыуланғандар, мөғжизәле һыуҙы татып ҡарай алмайынса, рухи
әңгәмәләргә ытырғанып ҡарай.
Әхүәле
рухиәбеҙҙе баһалап, шул турала фекерләп ҡарау лазым: ғибәҙәттәребеҙҙе,
ғәмәлдәребеҙҙе Аллаһ ризалығы өсөн генә ҡылабыҙмы? Ғәҙәти тормошта ҡәлбтәребеҙ
ҡайҙа йөҙ тота, күҙҙәребеҙ ҡайҙа ҡарарға күнеккән? Йөрәктәребеҙ ниндәй хистәр
менән тулы: Раббыбыҙға һөйөү менәнме, әллә фани донъя ваҡ-төйәге менәнме? Әхүәле
рухиәбеҙҙе солғап алған тойғолар ҡайҙа илтә: мәңгелек хаҡында уйланыуҙарғамы,
әллә гонаһтарға, көнсөллөккә, ике йөҙлөлөккәме? Беҙгә нимәне ишетеүе күңелле? Телебеҙ
нимә хаҡында һөйләргә күнеккән? Телебеҙ нимә менән мәшғүл: шөкөрана ҡылыу
менәнме, зекер, салауаттар менәнме, әллә ғәйбәт, юҡ-бар хәбәр менәнме? Ауыҙыбыҙҙан
ниндәй һүҙҙәр сыға: талған йөрәктәргә ял һәм тыныслыҡ биреүсе хикмәтле
һүҙҙәрме, әллә күңелде сағыусы йылан ағыуы ише һүҙҙәрме?
Шәйех Хажи Байрам Вәли мин-минлекте шулай тасуирлай: «Мин-минлек билбауыңа бәйләнгән таш кеүек.
Уның менән һауала осоу ҙа, һыуҙа йөҙөү ҙә мөмкин түгел.»
Тормош
һынауҙарының мәғәнәһе
Аллаһу
Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ғүмеребеҙ дауамында, төрлө-төрлө һынауҙар ебәреп, рухи
донъябыҙҙы сир-сырхауҙан дауалай:
«Һәр хәлдә һеҙҙе бер аҙ ҡурҡытып, аслыҡта тотоп,
малдарығыҙҙы әҙәйтеп, ниғмәтегеҙҙе кәметеп, яҡындарығыҙҙың йәнен алып һынайбыҙ.
Түҙем булғандарҙан һөйөнсө ал.» (Баҡара (Һыйыр), 155)
Мин-минлек сәбәбендә Илаһи һынауҙарҙы үтә
алмау – иң ҙур бәхетһеҙлек. Күп кешеләр был хәстәнән һауығыуҙы уйламай, ә ҡайһы
берәүҙәр, наҙанлыҡтары, рухи кәмселектәре арҡаһында, өлөштәренә төшкән тормош
ауырлыҡтарын хатта Хаҡ Тәғәләнең Үҙенә япһара. Аллаһ был турала шулай ти:
«Ләкин кеше тигән әҙәм заты, Аллаһ уны һынарға теләп,
үҙенә байлыҡ бирһә, маһайып әйтер: «Аллаһ мине генә шәрәфле дуҫы итеп, байлыҡ
бирҙе!» Ваҡыты етеп, уны (һынар өсөн) бирелгән ризыҡты сикләһә, әйтәсәк: «Раббым
мине кәмһетте!» (Фәжер (Таң),
15-16).
Аллаһу
Тәғәлә ҡолдарының һәр осраҡта ла Илаһи тәҡдиргә шөкөр итеүен, барлыҡта фәҡирҙәр
һәм мохтаждар менән бүлешеүен, ә мохтажлыҡта сабыр булыуын теләй.
Тормоштоң
юғары ҡаҙанышы
Был
тормоштоң иң юғары ҡаҙанышы – нәфсеңдең ҡоло булыуҙан һаҡланыу, йәғни фани
донъяның мәңгелек түгел икәнлеген һәм, Раббыбыҙға ҡайтып, ерҙәге ғәмәлдәребеҙ
тураһында хисаплама биреү кәрәк буласағын хәтерҙән сығармау. Тәҡүә әүлиәләрҙең
береһе күркәм һүҙҙәр әйткән: «Ерҙең үҙе
мәңгелек түгел икәнен белә тороп, һин унан нисек мәңгелекте һорай алаһың?!»
Ахыр сиктә, донъя үҙе юғалыуға дусар.
Фәридуддин Аттар киҫәтә:
«Булғанына шөкөр итә белмәгәнде ер байлыҡтары ҡәнәғәтләндерә
аламы ни?»
Иң
ҙур бәрәкәт – ҡәлбеңде мин-минлектән азат итеү, һәр бер хәлдә Раббыңа шөкрана
ҡылыу, ғүмерең буйы Уға күндәм булыу һәм Уның хозурына сәләмәт ҡәлб менән ҡайтыу.
Аллаһу
Тәғәлә әмер бирә:
«Әй, иман килтергәндәр, Аллаһтың язаһынан нисек
ҡурҡырға кәрәк булһа, шулай ҡурҡығыҙ. Һаҡ булығыҙ, мосолманлыҡтан башҡа хәлдә
йән бирмәгеҙ!» (Әлү Ғимран
(Мәрйәмдең атаһы), 102)
Был
Илаһи аят, Изге Ҡөрьәндең башҡа аяттары кеүек үк, тәрән фекерләй белеүҙе талап
итә. Беҙҙең ғүмеребеҙ һуңғы һулыш менән сикләнгән. Уның ниндәй булыуы – ҙур
сер. Шуға күрә мөьмин һәр даим тәҡүә халәтендә булырға тейеш, үлем фәрештәһенең
ҡасан алдына килеп баҫаһы Ерҙә йәшәүселәрҙең береһенә лә мәғлүм түгел бит. Кеше
ул мәлдә ниндәй халәттә булыр: намаҙ ҡылған көйө сәждәләме, әллә мөьмин өсөн
яҙыҡ булған ғәмәл ҡылғандамы? Телебеҙҙең һуңғы әйткән һүҙе ниндәй булыр? Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәбәр иткән хөрмәткә лайыҡ булырбыҙмы?
«Кем
һуңғы һулышында кәлимәи-тәүхидте әйтә, шул йәннәткә инәсәк»
Был донъяла әлегә йәшәйбеҙ икән, йәннәткә инеү
бәхетенә лайыҡ булырға теләйбеҙ икән, «ләә иләһә» кәлимәһен күңелебеҙгә һәм
аҡылыбыҙға һеңдерергә тейешбеҙ һәм ҡәлбебеҙҙе буш өмөттәр, хыялый
фантазияларҙан, мин-минлектән һәм тәкәбберлектән, ялған идеялар һәм боттарҙан
азат итергә тейешбеҙ. Кристалдай пак күңел генә Илаһи мөхәббәт менән нурланырға
һәм Аллаһу Тәғәләнең Гүзәл исемдәре
сағылышы булырға мөмкин.
Ғүмеребеҙҙең
һәр мәлендә уяу һәм «әғүүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-раджииим» һүҙҙәре менән
ғәмһеҙлеккә бирелеүебеҙҙе һәм үҙенең хәйләкәр рәүештә ҡоролған берәй тоҙағына
эләгеүебеҙҙе көтөп кенә торған шайтанды ҡыуып ебәрергә әҙер булырға тейешбеҙ.
Шул осраҡта ғына беҙ юғары рухи үрҙәргә күтәрелә аласаҡбыҙ, һәм беҙгә
фәрештәләр көнләшәсәк.
Шайтан булған ерҙә мин юҡ
Бер
заман Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләре
менән ултыра. Шунда ниндәйҙер әҙәм килеп, оло выждан эйәһе Әбү Бәкерҙе (раҙыйаллаһу ғәнһү) мыҫҡыл итә башалай. Әбү
Бәкер (раҙыйаллаһу ғәнһү) өндәшмәй, был әҙәмдең әҙәпһеҙ ҡыланышына иғтибар бирмәй.
Тупаҫ әҙәм уны йәнә хурлай башлай, оло йөрәкле Әбү Бәкер өнһөҙ ултыра бирә. Йөҙөндә
Илаһи нур балҡыған Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Әбү Бәкерҙең
киң күңелле һәм түҙемле булыуына һоҡланып, йылмайып уны күҙәтә. Тәрбиәһеҙ бәндә
Әбү Бәкерҙе әрләүен дауам итә, һәм ул, түҙмәйенсә, тегеңә үҙе лайыҡлы булғанса
яуап бирә.
Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) кисекмәҫтән тора ла, был урындан китә.
Уның артынан Әбү Бәкер (раҙыйаллаһу ғәнһү) ҙә ҡуҙғала һәм, ҡыуып етеп, былай
тип һорай: «О Рәсүлуллаһ! Мин Һеҙҙе хафаландырҙымммы?» «Юҡ,» - ти Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Аҙаҡ дауам
итә:
«Теге тупаҫ бәндә һине хурлай башлағас, күктән фәрештә
төштө, был әҙәпһеҙҙең һүҙҙәрен кире ҡағып, һинең өсөн яуап биреп торҙо. Әммә
һин әҙәпһеҙгә үҙе кеүек яуап биргәс, фәрештә китте, уның урынын шайтан алды. Ә шайтан булған ерҙә мин юҡ.» (Әбү Дауыт «Әҙәм», 41/4896)
Мәүләнә
Руми кәңәш бирә:
«Әҙәпһеҙ
янында китап һымаҡ өнһөҙ бул!»
Аллаһ был осраҡта мөьминдәрҙе киң күңелле
булырға саҡыра:
«Кемдәр ер
йөҙөндә итәғәт менән йөрөй, шулар мәрхәмәтле ярлыҡаусы (Аллаһтың) бәндәләре
булыр. Һәм улар наҙан ахмаҡарҙың әҙәпһеҙлегенә ҡаршы «Сәләм!» менән яуап бирер.» (Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы китап), 63);
«Улар ялған шаһитлыҡ итмәҫ, буш һәм тәмһеҙ һүҙ
һөйләүселәр янында тормаҫ, әҙәпле рәүештә китеп барырҙар.» (Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы китап, 72)
Беҙҙең был һәм мәңгелек тормошобоҙҙағы
именлегебеҙ хис һәм һәм ғәмәлдәребеҙгә даимән хисаплама яһау аша йөрәктәребеҙҙе
ни кимәлдә мин-минлектән әрсәләүебеҙгә бәйләнгән.
Эй, Раббым! Беҙгә күркәм холоҡ бир һәм йөрәктәребеҙҙе яман
сифаттарҙан пакларға ярҙам ит! Сикһеҙ Мәрхәмәтең һәм Мөхәббәтең тулы ғүмер бир
һәм беҙҙе тәҡүә ҡолдарың иҫәбенә индер!
Әмин!
Комментариев нет:
Отправить комментарий