среда, 14 ноября 2018 г.

Күркәм холоҡ һәм әҙәплелек






«Беҙҙең юлда тырышҡандарға Беҙ, әлбиттә, тура юлды күрһәтербеҙ.» (Ғәнкәбут (Үрмәксе), 69)

                     Күркәм холоҡ

                      Йәншишмә

Күркәм холоҡ – фани донъяла ла, әхирәттә лә именлек бүләк итеүсе һис ҡоромаҫ йәншишмә.

Һәр кешенең ҡиммәте шул йәншишмә эсендәге һыуға бәрәбәр.

Аллаһу Тәғәлә Үҙ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) юғары дәрәжәһен шулай баһалай:

 ٍيم۪ظَ عٍ قُلُى خٰلَعَ ل َكَّنِاَو
«Һин, әлбиттә, саф юғары әхлаҡҡа эйә кеше.» (Ҡәләм, 4)

 Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) был донъялағы тәҡдиренә төшкән өлөшө хаҡында шулай ти:

«Мин гүзәл әхлаҡты тамам ҡылыуҙан тыш башҡа маҡсат менән ебәрелмәнем.» (Имам Малик, Муватта, Хуснуль-Хулук, 8)

 Ул бөтә кешелек өсөн рухи үрнәк була – «усватун-хасана». Ә диндең асылы – күркәм әхлаҡ.

 «... Бөгөн һеҙҙең динегеҙҙе мөкәммәл иттем, һеҙгә тигән ниғмәтемде тамам иттем һәм һеҙҙең өсөн әҙерләнгән Ислам динен хуп күрҙем... » (Мәәидә (Табын), 3)

 Аллаһу Тәғәлә хәҙис-ҡудсиҙа хәбәр итә:

«Был – Мин уның менән риза булған дин. Был дингә йомартлыҡ һәм гүзәл әхлаҡ ҡына килешә. Мосолман булып йәшәгәндә, ошо ике сифатты тирә-яҡҡа таратығыҙ» (Али әл-Муттаҡи, Ҡанз, VI, 392) 

                   Иң камил мөьмин

 Кешелек өсөн үрнәк булырҙай иң күркәм әхлаҡ эйәләре - Хаҡ Тәғәләбеҙ илселәре. Мәҫәлән, Йософ пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) наҙанлыҡтары арҡаһында башҡаларҙың хоҡуҡтарын боҙғандарҙы нисек ғәфү итергә кәрәклекте үҙ миҫалында күрһәтә. Үҙенә ҡарата шул ҡәҙәр аяуһыҙ булған ағаларына мөрәжәғәт итеп, ул былай ти:

«Бөгөн мин һеҙгә үпкәләмәйем инде, Аллаһ һеҙҙе ғәфү итһен ине. Ул миһырбанлыларҙың да миһырбанлыһылыр.» (Йософ, 92).


«Кем гүзәл әхлаҡҡа эйә, шуның иманы камил.» (Әхмәт бин Ханбал, «Мүснәд», II, 250)

 Тимәк, күркәм әхлаҡ – хәҡиҡи иман емеше, рухи камиллыҡ билдәһе. Раббыбыҙҙың тәҡүә ҡолдары – Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Изге Сөннәһен һаҡлаусылар – шундай күркәм әхлаҡ эйәләре.

Әбү Мөхәммәт Джарири былай тип яҙған:

 «Тасаввуф – күркәм әхлаҡҡа эйә булыу һәм холҡоңдоң яман сифаттарынан арыныу ул.»

 Холҡон төҙәтергә ынтылған мөьмин үҙ күңеленән даимән хисаплама алып торорға тейеш, ә яман ҡылыҡтарын тапһа, Аллаһтан ғәфү үтенергә һәм ҡәлбен шул яман сифаттарҙан әрсәләүҙе һорарға тейеш.

Тәкәбберлек әсирлегенә эләккәндәр баҫалҡы һәм күндәм булырға ынтылырға тейеш; көнсөл әҙәмгә, башҡаларҙың кәмселектәрендә ҡаҙынмайынса, диндәштәрен үҙенән юғары итеп күреү лазым.

Бер мөьмин икенсе мөьминдең көҙгөһө кеүек икәнлеген иҫтә тотоп, диндәшеңдең яҡшы һыҙаттарын күреү өсөн, уға  яҡты йөҙ, яҡты күңел менән бағыу кәрәк, ә һауаланыу, уҫаллыҡтан аслан ҡасыу лазым.

               Әхүәле рухиәңдең ике полюсы

Әҙәмдең әхүәле рухиәһендә ике полюс йәшәй, шуларҙың береһе гел игелеккә, тәҡүәлеккә өндәй, ә икенсеһе харамға, яманға һөйрәй. Ғүмеребеҙ эсендә ҡылған ҡылыҡтарыбыҙ, ғәмәлдәребеҙ ошо ике полюстың бәрелешен, көрәшен сағылдыра ла инде. Күңелендә тәҡүәлек полюсы өҫтөнлөк итһә, әҙәм, гүзәл әхлаҡҡа төрөнөп, изге ғәмәлдәр ҡыла. Ҡәлбе икенсе полюс йоғонтоһонда булһа, гонаһҡа бата.

Изге аят аңлата:

 «Уға һәм яҡшылыҡ, һәм яманлыҡ ҡылырға ирекле иткәндең исеме менән әйтәм.» (Шәмс (Ҡояш), 8)

 Кешене Аллаһтан айырып тороусы бөтә нәмә – гонаһ. Тәҡүәлек – Хаҡ Тәғәләбеҙгә яҡынайта торған бөтә изге ғәмәлдәр.

Кешенең дәрәжәһе һәм ҡиммәте ҡәлбендә шул ике сифаттың ҡайһыһы өҫтөнлөк итеүенә бәйле.

Бер заман оло йөрәкле Ғүмәр (раҙыйаллаһу ғәнһү) янында төндәр буйы намаҙ уҡыған, ә көндөҙ ураҙа тотҡан әҙәмде маҡтайҙар, һәм ул былай тип һорай:

«Ә һеҙ маҡтаған ул кеше сауҙағыҙҙа уҙағығыҙ, күршегеҙ йәки сәфәрҙә юлдашығыҙ булдымы?»

 Ғүмәр (раҙыйаллаһу ғәнһү) һанап киткән өс осраҡ ҡәлбе тәкәбберлек һәм мин-минлек менән зараланған кешене һис ауырлыҡһыҙ асыҡларға ярҙам итә - тыйып торғоһоҙ нәфсеһен ҡыҫырыҡлаған был мәжбүри шарттарҙа улар үҙҙәрен насар тоя. Ҡайһы саҡ уларҙың ҡылығы мөйөшкә ҡыҫырыҡланған агрессив ата бесәйҙе хәтерләтә. Әҙәм үҙ ғүмерендә ошо ғәҙәти өс осраҡ менән күп һынауҙар үтә.

 Нәфсе – әҙәмдең рухи үҫеш юлындағы төп кәртә, ул уны даимән харам һәм гонаһлы уйҙарға һала. Әҙәм шуны иҫендә тоторға тейеш: уның асылында тәҡүәлеккә тәбиғи ынтылыш бар, быны эшкәртелмәгән аҫыл таш менән сағыштырырға мөмкин, рухи тәрбиә үткәндән һуң, ул гәүһәрҙең хәҡиҡи ҡиммәтен ала. Юғиһә, көнөн дә, төнөн дә уяу булған нәфсе шайтан ҡотортҡан ғәмәлдәрҙе ҡыласаҡ.

Мәүләнә Руми был хаҡта шулай тип яҙа:

 «Аллаһу Тәғәләнең Мәрхәмәте һәм бәрәкәте тулы һыулы Нил һымаҡ аға. Әммә әхлағыбыҙ менән Фирғәүенгә оҡшаһаҡ, Нил ҡан менән туласаҡ.»

 «Иң яҡшы күркәм холоҡло дуҫың, мәсьәлә шәхси файҙаға барып төртөлгәндә, шалтырауыҡ йылан сүрәтен алыуын күргәнең юҡмы ни?»

 Шәйех Сәғди әйтә:

 «Күҙе, ҡолағы һәм теле булғандарҙың барыһын да кеше тип иҫәпләп булмай! Ысын кеше – күркәм холоҡло кеше!»

                 Дөйә һәм ҡасыр

Мәүләнә Руми дөйә һәм ҡасыр тураһындағы ғибрәтле хикәйәһендә кинәйәле рәүештә күркәм холоҡлоноң һәм әҙәпһеҙҙең диалогын бирә:

«Ҡасыр дөйәнән һорай:

 «О игелекле юлдашым! Ас әле серен: ни хәл абынмай, һөрлөкмәй үрҙәргә үрләйһең һәм төшәһең, мин мәтәлләп барып төшкән текә боролмаларҙағы тар һуҡмаҡтан ни хәл үтәһең? Үҙең һымаҡ йөрөргә өйрәт әле, мин бит тигеҙ юлда ла саҡ-саҡ йығылмай ҡалам.»

 Дөйә был һорауға шулай яуап биргән:

 «Минең ҡарашым үткерерәк, өҫтәүенә мин юғарынан алыҫыраҡ күрәм. Тауға күтәрелһәм, шунан һуҡмаҡтың осон асыҡ абайлайым. Хаҡ Тәғәлә миңә тау үрҙәрен һәм боролмаларын күреү һәләтен биргән. Мин һәр аҙымымды юлды байҡап яһайым, шул рәүешле һөрлөгөү, йығылыуҙарҙан һаҡланам. Ә һин, ҡасыр, өс аҙымыңдан артыҡты шәйләмәйһең; ваҡ-төйәккә күҙ ташлап, алдыңдағы тоҙаҡҡа иғтибар итмәйһең. Күҙе күргәндәрҙе ипкенде үрҙән, ҡайҙа туҡталҡа яһау кәрәклеген айыра алмаған менән сағыштырып буламы ни?»

                Холоҡ һәр нәмәлә сағыла

Беҙҙең фани донъяла ҡаҙанғаныбыҙ һәм әхирәттә ҡаҙанасаҡтарыбыҙ – холҡобоҙ сағылышының эҙемтәһе. Холҡоноң әшәке сифаттары кешене йәһәннәм уты сыраһына әйләндерә; йәннәт баҡсалары күркәм холоҡлолар өсөн гөлгә күмелә һәм хуш еҫ бөркә.

Мәүләнә Руми яҙа:

«Тирә-йүндәгеләрҙе хөрмәт иткән хөрмәткә лайыҡ була; шәкәр менән һыйлағанға баҙам хәлүәһе ашатырҙар.»

Шәйех Сәйед Низам әйткән:

«Йәһәннәм уты яман холоҡ арҡаһында яна.»

               Күркәм холоҡ тажы

Камил инсан кимәлендәге күркәм холоҡло мөьминдең иң юғары дәрәжәһе – үҙеңде даимән Аллаһ ҡашында торғандай тел тейҙергеһеҙ итеп тотоу. Күркәм холоҡло мөьмингә шулай уҡ Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ихтирамлы мөнәсәбәт хас – был Аллаһу Тәғәләнең әмере. («Хужүрәт» һәм башҡа сүрәләр)

 Мөьмин рухи остаздарына, ата-әсәләренә, тирә-йүндәгеләргә һәм бөтә барлыҡҡа хөрмәт менән ҡарарға бурыслы.

Суфйан Сәүри әйткән: «Күркәм холоҡ Аллаһу Тәғәләнең асыуын баҫа.»

 Ибн Аббас (раҙыйаллаһу ғәнһүмә) әйткән: «Күркәм холоҡтоң башы – барлыҡта ла, юҡлыҡта ла Аллаһтың ҡушҡандарын үтәү һәм тыйғандарынан тыйылыу.»

 Фани донъяла ла, мәңгелек донъяла ла өс сифатҡа эйә булған өлөшһөҙ ҡалмаҫ:

1) күркәм холоҡлолар;

2) күркәм холоҡлолар менән бергә булғандар;

 3) берәүгә лә зарар һалмау уйы менән янғандар.

 Бер шағир әйткән:

 «Әҙәп - бер таж имеш Аллаһтың Нурынан,
 Кей ул тажды, имен бул һәр бәләнән!» 

 Ҡайһы бер мутасаввифтар (Тасаввуф ғалимдары) шундай билдәләмә бирә:

 «Тасаввуф – күркәм әхлаҡҡа эйә булыу юлы.»

 Ә Мәүләнә Руми был хәҡиҡәтте ҡыҫҡаса шулай аңлата:

«Аҡылым күңелемә һорау бирҙе: «Иман асылы – нимәлә? Әйт миңә.» Күңелем уға эйелеп шыбырланы: «Хәҡиҡи иман асылы – күркәм холоҡта!»

               Тәҡүәнең күркәм холҡо

 Шәйех Хатам Эсам тормошонан ғибрәтле бер ваҡиға. Бер заман ул ауырыу һәм йәберләнгән ҡатын менән һөйләшә.  Бәхетһеҙ ҡатын, йәшкә түгелеп, ҡыйралған яҙмышы хаҡында һөйләй һәм, ныҡ тулҡынланып, яңылыш газ сығара. Ул оятынан ни эшләргә белмәй ҡатып ҡала. Тәҡүәле шәйех, йөҙөн үҙгәртмәйенсә, элеккесә ҡатынға ҡарап тора һәм ҡысҡырып былай ти:

«Ҡысҡырыбыраҡ әйтегеҙсе, ҡысҡырыбыраҡ! Мин һеҙҙең нимә әйткәнегеҙҙе бөтөнләй ишетмәнем! Минең насар ишетеүем хаҡында һеҙҙе иҫкәртмәнеләрме ни?!»

Меҫкен ҡатын, уңайһыҙ хәлдән ҡотолоуына инанып, иркен тын алып ебәрә.

Йәмғиәттә бығаса күрелмәгән рухи нәзәкәтлелеге, күркәм холҡо сағылышы булған әҙәплелеге арҡаһында, шәйех «Эсамм», йәғни «Һаңғырау» ҡушаматын ала. Был ваҡиғанан һуң, Хатам, әҙәп йөҙөнән, теге ҡатын баҡыйлыҡҡа күскәнсе, һаңғырау исемен күтәреп йөрөй. Ҡатын үлгәс, ул иғлан итә: «Хәҙер мин йәнә ишетә башланым, миңә ҡәҙимгесә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ!»

             Иманға килеү сәбәбе

Быуаттар буйы иман юлына баҫҡандарҙа күркәм холоҡ тәрбиәләүе Исламдың киң таралыуына сәбәпсе була. Баҡыйлыҡҡа күскән шәйех Муса Топбаш-заде аҡсаны намыҫлы хеҙмәт менән эшләп табырға, харам, шикле нәмәләрҙән йыраҡ торорға саҡырып, йыш ҡына бер тарихты һөйләй торғайны:

 «Беҙҙең күршебеҙ бар ине, тәүҙә мосолман түгел ине. Бер тапҡыр мин унан Ислам ҡабул итеүенең сәбәбен һораным. Минең һорауыма ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:

«Минең мосолман динен ҡабул итеүем Аджибадам районындағы ауыл хужалығы еребеҙҙә күрше булып торған Раби мулла арҡаһында булды. Раби мулла һөт һатыу менән көн күрҙе. Бер кис ул беҙҙең ишекте шаҡыны һәм былай тине:

  – Мин һеҙҙең һөтөгөҙҙө алып килдем!

Мин аптыраным:

 – Нисек инде? Мин һеҙҙән һөт һораманым!

Раби мулла әҙәпле генә аңлатып бирҙе:

 – Минең ҡарап еткермәүем арҡаһында, бер һыйырыбыҙ һеҙҙең биләмәгә ингән һәм шунда утлап йөрөгән. Уның бөгөнгө һөтө, һис шикһеҙ, һеҙҙеке. Ул үҙе ашаған үләндән таҙарынып бөткәнсе, мин һеҙгә һөт ташыясаҡмын.

Мин ҡаршы төштөм:

 – Борсолмағыҙ был турала, ҡәҙерле күршем. Һыйырығыҙға бәрәкәт бирһен ул!

Раби мулла, ҡаршы килеүемә ҡарамаҫтан, йәнә бер нисә көн рәттән беҙгә һөт ташыны.

Тап тәҡүә мөьминдең ошо ғәмәле сәбәбендә, күңелемде томалап торған наҙанлыҡ һыпырылып төштө, һәм минең йөрәгем хәҡиҡи иман ҡояшы менән нурланды. Шунда мин үҙемә былай тип әйттем:

 «Бындай гүзәл әхлаҡлы кешене тәрбиәләгән дин, һис шикһеҙ, - иң гүзәл дин. Уға эйәреүселәр шул ҡәҙәр әхлаҡлы һәм саф күңелле икән, тимәк ул хәҡиҡи иман.» – Һәм мин, кәлимәтү-шәһәәдәһте әйтеп, Ислам ҡабул иттем.»

Күршебеҙ, һоҡланып, Раби мулланың байтаҡ гүзәл сифаттары хаҡында һөйләне:

«Раби муллы йортонда ут бик һуң һүнә, сөнки ул төндә оҙаҡ итеп намаҙ уҡый. Һыйырҙарынан һауып алған һөтөнөң өстән бер өлөшөн ул гел фәҡирҙәргә һәм мохтаждарға тарата.»

 Мәрхүм Шәйех Муса Топбаш-заде Раби мулла, уның рухи матурлығы һәм яҡшы сифаттары хаҡында йыш иҫкә төшөрә торғайны. Атаҡлы ғалимдарҙың уға ни тиклем хөрмәт менән ҡарауы тураһында шуларҙы һөйләне:

«Ул заманда дин белгестәренең әңгәмәһе рәүешендәге йыйылыштар булып торҙо. Күренекле ғалим Әлмалылы Хәмди унда йыш килә ине. Ғәҙәттә ул түргә ултыра, ҡалғандар уның тирәһенә йыйыла. Әңгәмәләр бер нисә сәғәткә һуҙыла. Йыйылышҡа һуңлап килеүселәр булһа, Хәмди Әфәнде урынынан тормай ғына иҫәнләшә һәм һөйләшеүҙе дауам итә. Ләкин йыйылышҡа  Раби мулла килһә, Хәмди Әфәнде мотлаҡан тора һәм ҙур ихтирам менән уны сәләмләй торғайны. Һис шикһеҙ, ҙур ғалимдың Раби Муллаға оло ихтирамы шунда: Аллаһу Тәғәлә күркәм холоҡло ҡолдарына хөрмәткә лайыҡлы ҡиәфәт бирә, тирә-йүндәгеләр алдында уның бәҫен, абруйын юғары күтәрә.»

             Мизанда иң ауыры

Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) күркәм холоҡҡа саҡырып әйткән:

«Хисап көнөндә күркәм холоҡ үлсәүҙе изгелек яғына баҫыусы. Аллаһу Тәғәлә әшәкелек ҡылыуҙы һәм әшәке һүҙҙәр һөйләүҙе яратмай.» (Тирмиҙи, Бирр васила, 62)

 Хисап көнөндә үлсәүҙәге изге ғәмәлдәребеҙ гонаһтарыбыҙҙан күберәк булһын тиһәк, үрнәк итеп Аллаһу Тәғәләнең иң гүзәл яратылмышын – Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафаны (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) алып, күркәм холоҡҡа эйә булыу лазым, сөнки күркәм холоҡ – Уға ихлас һәм ялҡынлы мөхәббәт емеше һәм Уның Сөннәһенә эйәреүҙәге тырышлыҡ.

            Рамаҙан айы хаҡындағы хәтирәләр

Мәүләнә Румиҙыҡы тип иҫәпләнгән гүзәл шиғыр бар:

«Ҡәғбәне Әзер улы Ибраһим төҙөнө.
 Йәндәребеҙ – ул Бөйөк Аллаһтың баҡҡан урыны!» 


Был бәйет шуны хәтергә төшөрә: бер йөрәкте яулап, уны Аллаһу Тәғәлә юлына бороу – ҡиммәте буйынса оло хажға тиң. Элек мөьминдәр изге Рамаҙан айында бер-береһенә һәм тирә-йүндәгеләргә тап шундай мөнәсәбәттә булды.

 Мәрхүм Шәйех Муса Топбаш-заде Рамаҙан айына айырыуса ҙур иғтибар бирҙе. Уның йорто тыныслыҡ һәм шатлыҡ менән тула, ә кисен ауыҙ асыу үҙенә бер рухи атмосферала үтә торғайны.

Көндәрҙең береһендә ауыҙ асыу өсөн бай табынға урам һепереүселәр һәм сүп-сар йыйыусылар саҡырыла, ҡунаҡҡа килгәндәрҙең һәр береһенә бүләктәр һалынған тоҡсай тапшырыла ине.

Икенсе көндө ауыҙ асыуға күсерҙәр, артабанғы көндәрҙә – уҡытыусылар, аҙаҡ – туған-тыумаса, айырым рәүештә күршеләр саҡырылды.

Рамаҙан айында ҡунаҡ ҡабул итеүҙең төп маҡсаты – һәр йөрәккә асҡыс табып, уларҙы рухиәт һәм күркәм холоҡ һарайҙарына әйләндереү, килгән һәр ҡунаҡтың – ярлы һәм ҡыйырһытылғандарҙан алып, атаҡлы ғалим һәм дәүләт эшмәкәрҙәренә ҡәҙәр -һәммәһенең доғаһына лайыҡ булыу.

Кисен ауыҙ асыуға мотлаҡан асарбаҡтар, фәҡирҙәр, яңғыҙ ҡарттар саҡырыла, ә Рамаҙан айында бай ресторандарҙа бай табын артында ауыҙ асыу ят күренеш ине.

Фәҡирҙәргә мөнәсәбәттә айырым бер әҙәп булды. Уларҙың күңелен яраламаҫ өсөн, аҡсалата саҙаҡалар, конверттарға һалынып, түбәндәге йөкмәткеле яҙыуҙар һалына ине:

«Хөрмәтле әфәнде ..., Һеҙгә, бүләгебеҙҙе ҡабул иткән өсөн, рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!»

Һәр иғәнә, саҙаҡа һәм хәйер Ғаләм Раббыһына барып етә:

 «Кешеләрҙең тәүбәһен ҡабул итеүсе, саҙаҡаларҙы алыусы Аллаһ икәнен улар белмәйме ни?» (Тәүбә, 104)

Рамаҙан айының ул фатихалы көндәрендә хәйер-саҙаҡалар Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәҙисенә ярашлы таратылды:

«Һис шикһеҙ, мохтаж саҙаҡаны ҡулына алғансы, ул тәүҙә Аллаһҡа килә. (йәғни, Аллаһу Тәғәлә тәүҙә саҙаҡаны ҡабул итеп ала һәм аҙаҡ мохтажға бирә.)» (Мунави, Кунузуль-Хакаик, стр. 34)

 Ауырыуы сәбәпле, ауыҙ асырға килә алмағандарға ризыҡты ябыҡ һауыттарҙа өйҙәренә ебәрҙеләр. Урамдағы хужаһыҙ хайуандарҙы ла өлөшһөҙ ҡалдырмайҙар – уларға малдың эсәк-ҡарынын таратып бирәләр ине.

Изге Рамаҙан айы дауамында Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) гүзәл әхлағы сағылышы булған тәҡүәләр һүнгән йөрәктәргә йән өрөргә тырыша торғайны.

Беҙгә лә, тәҡүә мөьминдәр үрнәгенә эйәреп, фатихалы Рамаҙан айында ғибәҙәттәребеҙҙә һәм тирә-йүндәгеләргә мөнәсәбәтебеҙҙә күркәм холоҡ эйәһе булыу мөһим. Бының өсөн шулар лазым:

 - мохтаждарға күберәк саҙаҡалар таратыу;

- Изге Ҡөрьәнде күп уҡыу;

 - ауырыуҙарҙың, бәхетһеҙҙәрҙең, яңғыҙҙарҙың һәм йәберләнгәндәрҙең күңелен күреү.

 Эй, Аллаһ! Ғүмеребеҙ байышы Байрам таңы булып әүерелһен өсөн, Үҙ Шәфҡәтең менән Рамаҙан айы рухиәтендә ғүмер кисерергә насип ит!

 Эй, Аллаһ! Йөрәктәребеҙҙе Илсең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Нуры менән яҡтырт һәм беҙҙе фани донъяла ла, әхирәттә лә биҙәп торорлоҡ изге ғәмәлдәргә йүнәлт!

Әмин!









Комментариев нет:

Отправить комментарий