Әхирәттә мәңгелек хурлыҡ булып әүереләсәк гонаһтарҙан,
харамдан ҡасыу - Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙгә йөкмәткән яуаплылыҡ. Беҙҙең заманда ул
яуаплылыҡ ауырайҙы, сөнки ҙур гонаһтар һәм енәйәттәр әһәмиәтһеҙ һәм ғәҙәти күренеш
һымаҡ ҡабул ителә башланы. Тәҡүәләр шулай өндәгән: «Гонаһтарыңды ҙурға,
бәләкәйгә бүлмә! Гонаһ ҡылып, Кемгә ҡаршы сығыуыңды аңла!»
Беҙгә
йөкмәтелгәнгә яуаплы ҡараш
Иң бөйөк ике бурыс
Аллаһу Тәғәлә әйтә: «Күктәргә, Ергә һәм тауҙарға Беҙ
аманат тәҡдим иттек, ләкин улар (яуаплылыҡтан ҡурҡып) был йөктө үҙ өҫтәренә
алманы. Әҙәм балаһы был яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды. Сөнки кеше – (тәбиғәте
менән) залим һәм наҙандыр.»
(Әхзәб (Төркөмдәр),72)
Изге аят ни ҡәҙәр бөйөк яуаплылыҡ алыуыбыҙҙы
иҫебеҙгә төшөрә һәм уны тейешенсә үтәргә саҡыра.
Аят
мөьминдәрҙең иғтибарын шуға йүнәлтә: кешенең Аллаһу Тәғәлә алдындағы бурысын
үтәү юлында төп кәртә – кешенең наҙанлығы, үҙенә һәм тирә-йүндәгеләргә ҡарата
ғәҙелһеҙ мөнәсәбәте.
Ҡөрьән
һәм Сөннә өйрәткәнсә, был хәүефтән имен булыр өсөн, һәр ғәмәлеңдә ғәҙел булыу,
изге ғәмәлдәр ҡылыу, рухи һәм донъяуи ғилемдәргә эйә булыу лазым.
Шуға
ла Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:
«Мин һеҙгә ике нәмәне ҡушам. Әгәр һеҙ шуларға ныҡ
тотонһағыҙ, хәҡиҡәт юлынан һис тайпылмаҫһығыҙ. Уларҙың береһе – Аллаһу
Тәғәләнең Китабы, икенсеһе – Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу
ғәләйһи үә сәлләм) Сөннәһе» (Муватта,
Ҡадар, 3)
Яуаплылыҡ тәрбиәләү
Аманат
итеп бирелгәндең йәки ҡушылған эштең ҡиммәте яуаплылыҡ йөкмәткәндең абруйына,
дәрәжәһенә бәйле. Ҡушылған эштең ҡиммәте ни ҡәҙәр юғары булһа, яуаплылыҡ та
юғарыраҡ, талап та ҡатыраҡ. Аллаһу Тәғәләнең Хисап көнөндә барса Илселәрҙең
яуап тотасағы хаҡындағы киҫәтеүе уларҙан фиҙакәрлек, өмөтһөҙлөккә бирелмәйенсә,
арымай-талмай дин юлында хеҙмәт итеүҙе талап итә.
Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Аллаһтың бөйөк мәрхәмәте менән бөтә
гонаһтарҙан пак һәм Илаһи ҡурсалау аҫтында булһа ла, үҙенә йөкмәтелгәнде
кешелеккә лайыҡлы рәүештә еткерә алыуы өсөн даимән борсола. Хушлашыу хажы
ваҡытында Мөхәммәт пәйғәмбәр (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләренән, ә
улар йөҙ ҙә егерме меңдән ашыу була, өс тапҡыр һорай:
«О сәхәбәләрем! Иртәгә минең хаҡта һораһалар,
ни тиерһегеҙ? Аллаһ хәҡиҡәтен мин һеҙгә еткерҙемме?», һәм, уларҙың раҫлауҙарын
ишеткәс, өс тапҡыр Аллаһтың шаһит булыуын һорай: «О Раббым, шаһит бул!»
Аллаһ
Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) беҙгә
йөкмәткәнгә – Изге Ҡөрьән һәм Сөннәгә – шундай уҡ
яуаплылыҡ менән ҡарарға тейешбеҙ. Изге Ҡөрьән һәм
Сөннәгә бындай хөрмәтебеҙ Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә һәм Уның Һөйөклө
Пәйғәмбәренә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тоғролоғобоҙҙоң сағылышы буласаҡ.
Ҡушылған
эшкә яуаплы һәм ихтирамлы мөнәсәбәтебеҙ мөьмин булараҡ беҙҙең бәҫебеҙҙе күтәрә
һәм тормошобоҙға бәрәкәт бирә.
Әгәр беҙ шулар иҫәбендә булһаҡ, «Улар (мөьминдәр) аманаттарҙы һаҡлаусылар һәм аманатҡа тоғро ҡалыусылар.» (Мөьминүн
(Мөьминдәр), 8), Аллаһу Тәғәләнең мәрхәмәте менән изге аятта вәғәҙә ителгән
бөйөк бүләккә лайыҡ буласаҡбыҙ: «Шулар
ғына Фирҙәүес йәннәтенең вариҫтары булыр. Улар шунда мәңгегә йәшәп ҡаласаҡ.»
(Мөьминүн (Мөьминдәр), 11)
Балаларҙы тәрбиәләүҙә иң мөһиме
Тормошобоҙҙо
Изге Ҡөрьән һәм Сөннәгә ярашлы ҡороу маҡсатында, бөтә мөмкинлекте файҙаланыу иң
бөйөк маҡсатыбыҙ, ынтылышыбыҙ булырға тейеш. Көн һайын, үҙебеҙҙе контролдә
тотоп, ошо мәсьәләгә ҡағылышлы тырышлығыбыҙҙы баһалап, үҙ-үҙебеҙҙән хисаплама
алып тороу кәрәк. Әйтелгән бит:
«“Иртәгә!”-тиеүселәр һәләк булды.»
Бер
заман беҙ өмөт бағлаған көн тыуыр, ә беҙ булмабыҙ…
Бәс,
шулай булғас, беҙ бөгөн үҙебеҙегә шундай һорауҙар бирергә тейеш: «Мөьминдең күҙ
ҡараһы булған намаҙға рухи мөнәсәбәтебеҙ ниндәй? Ә балаларыбыҙҙың мөнәсәбәте?» Шуны
ла онотмау лазым: баланы кесе йәштән намаҙға күнектереү заманыбыҙҙың күп
хәүефтәренән уларҙы һаҡлап ҡаласаҡ. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)
лә төп иғтибарҙы намаҙға йүнәлтергә ҡушҡан, сөнки дөрөҫ ҡылынған намаҙ әҙәмде
әшәке, ярамаған нәмәләрҙән ҡурсалай. Шәхесте формалаштырыуҙа намаҙ – ағастың
тамыры ише. Тамыр һау һәм ныҡ булһа, көслө ел һәм ғәрәсәттәргә ҡарамаҫтан, ағас
бирешмәйәсәк. Әммә тамыры серек булһа, елдәрҙән йәшенеп, ышыҡ урында ултырһа
ла, ул һәләк булыуға дусар. Тамырының имен булмауы ботаҡтарында ла, емештәрендә
лә күренәсәк. Шулай булғас, беҙҙең емештәребеҙ булған балаларҙа иртәгә
кәмселектәр, әҙәпһеҙ ҡылыҡ күренһә, сәбәбен уларҙан түгел, үҙебеҙҙән эҙләү
кәрәк – улар бит беҙҙең ғәмәлдәребеҙ, тәрбиәбеҙ һөҙөмтәһе.
Йәннәт баҡсаһындағы раузаларҙай күреп, балаларыбыҙҙы
бөтә тырышлығыбыҙҙы һалып, бик һаҡ тәрбиәләү мөһим. Хаҡ Тәғәләбеҙ ҙә беҙҙән шуны
теләй. Әгәр ата-әсәләр, балалар һәм ейәндәр, уғата мөһим ғилемдәргә эйә булып,
уларҙы киләһе быуындарға тапшырһа һәм Ҡөрьән һәм Сөннәгә ярашлы дөрөҫ ғәмәлдәр
ҡылып йәшәһә, Аллаһу Тәғәләнең беҙгә биреләсәк шәфҡәт һәм бәрәкәттәре артасаҡ
ҡына. Аллаһ – Мәрхәмәт Эйәһе, изге ғәмәлдәребеҙ өсөн, Ул Фирҙәүес йәннәттәрен
беҙгә төйәк итәсәк. Был мәрхәмәте хаҡында Аллаһу Тәғәлә шулай тигән:
«Иман килтереп,
тоҡомдары ла шул иманда булғандар ҙа бар. Беҙ уларҙың нәҫелдәрен дә үҙҙәренә
эйәрттек (ожмахҡа керттек). Ҡылған ғәмәлдәренән һис нимә лә кәметмәнек. Һәр кем
үҙ ғәмәлдәренең тотҡоно.»
(Тур (Тау), 21)
Ниндәй яҡшы хәбәр һәм бөйөк әжер! Ата-әсәләр
мизанына үҙҙәренең изге ғәмәлдәре генә түгел, бер Аллаһҡа иман, тәҡүәлек
рухында тәрбиәләгән балаларының, ейәндәренең, бөтә ырыуҙарының да изге
ғәмәлдәре һалынасаҡ. Берәүҙең дә изге ғәмәлдәре өсөн әжере саҡ ҡына ла
кәметелмәйәсәк. Ырыуында Аллаһҡа иман килтергәндәрҙең һәммәһе шул әжергә лайыҡ
буласаҡ! Ул шәфҡәт өсөн Аллаһу Тәғәләгә һәр даим шөкөр итеп торһаҡ та, былар
барыбер әҙ буласаҡ! Үҙенең гонаһлы ҡолдарына Аллаһ ни ҡәҙәр мәрхәмәтле һәм
миһырбанлы! Раббыбыҙҙың аҡылы камил булған бер генә ҡоло ла изге хеҙмәтенә
бирелгән бындай хөрмәт һәм әжерҙән баш тартмаясаҡ, тик уға лайыҡ булыу өсөн,
балаларыбыҙ хаҡында тағы ла күберәк хәстәрлек күреү, уларҙы дөрөҫ тәрбиәләү,
ғилем биреү лазым. Күп һанлы рухи һәм интеллектуаль ҡапҡандар ҡоролған беҙҙең
заманда был айырыуса актуаль мәсьәлә. Балаларыбыҙға бүлгән хәстәрлегебеҙ,
ярҙамыбыҙ өсөн яуаплылыҡ та күп тапҡыр артты тигән һүҙ был. Тәнебеҙҙең бер
өлөшөн йолҡоп алған хәлдә ул нисек ғазапланһа, бәғеребеҙ параһы булған һөйөклө
балаларыбыҙҙы беҙҙән йолҡоп алһалар, йәндәребеҙ һағыш һәм ғазап менән туласаҡ. Матди
ихтыяждарын байраҡ итеп күтәргән рухиәтһеҙ йәмғиәттән балаларыбыҙҙы бөтә
көсөбөҙ менән һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ.
Мөхәббәт теле
Балаларың
хаҡында борсолоу уларҙың бөтә теләктәрен, ынтылыштарын баҫырыу тип аңларға ярамай.
Балаларға мөнәсәбәт аяҡтан йыҡҡан ыҙғыр ел түгел, йомшаҡ ҡына иҫкән йылы елдең
иркә тыны кеүек булыуы мөһим.
Тәрбиә
һөйөү һәм хәстәрлек менән тулы булып, беҙ юҡ саҡта ла баларыбыҙ үҙҙәренә
йүнәлтелгән иғтибарыбыҙҙы тойорға тейеш. Уларға үҙҙәрен контролдә тотоу һәм
даимән үҙенә шундай һорау биреү ғәҙәтен һеңдереү лазым:
«Әгәр
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) эргәмдә булһа, ул тәртибемдән
ҡәнәғәт булыр инме икән?»
Балаларыбыҙҙы
үҙҙәрен контролдә тоторға өйрәтеү уларҙы полицейский йәки убыр әбей менән
ҡурҡытыуға ҡарағанда мөһимерәк.
Ата-әсәләр,
тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар бер нимәне хәтерендә тотһон ине: балалар мөхәббәт
телен генә аңлай. Хатта тәҡүә мөьминдәр ҙә бит Аллаһу Тәғәләгә оло мөхәббәттәре
сәбәпле гонаһтарҙан, харамдан һаҡлана. Киләһе быуынды тәрбиәләгәндә, Изге Ҡөрьән һәм Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә
сәлләм) Сөннәһенә һөйөү рухиәтте йәнләндереүсе көс булырға тейеш.
Тәрбиә
уңышлы барһын өсөн, ғилем һүҙ аша ғына түгел, остаз йөрәгенән тәрбиәләнеүсеһе
йөрәгенә күсеүе лазым.
Мин-минлек менән күҙең томаланыу
Кем
беҙгә тапшырылған Изге Ҡөрьән һәм Аллаһ Илсеһе
(салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Сөннәһе ҡиммәттәренә таянып эш итмәй,
нәфсеһенә эйәреүе арҡаһында, күҙе мин-минлек менән томаланыуы ихтимал. Рухи
һуҡырлыҡ шул дәрәжәгә етеүе мөмкин, әҙәм «рухиәт амбарында әхлаҡ һәм тәҡүәлек
орлоҡтарын ашаған сысҡандарҙы күрмәй башлауы бар.»
Мәүләнә Руми киҫәтә:
«Намыҫлы
Әҙәм менән иблис ни ҡылғанды онотма! Эй, әҙәм балаһы! Иблисте көсһөҙ һәм бахыр,
тип уйлама!»;
«Көнсөл
иблис, хәйлә ҡороп, тәү ата-әсәбеҙҙең намыҫ тажын һәм күркәм холоҡ кейемен урланы.»;
«Хәйлә
ҡармағына эләккән, ҡара ҡайғыға батҡан Әҙәмдең тәүбәләрен хәтерлә лә, Иблис
мәкерлеге дәрәжәһен самала.»;
«Шуны
иҫеңдән сығарма: йәндәрҙе аулау ниәте менән һунарға сыҡҡан иблис иң күренеп
торған урынға алдатҡыс емдәрен һала: ер байлыҡтарына эйә булыу әүәҫлеген,
йәмғиәттә күренекле урын биләү теләген, асыуҙы, шәһүәтте. Ә алдатҡыс ем эсенә
йәшеренгән эҙемтәләр беҙгә мәғлүм түгел.»;
«Алдатҡыс
ем ятҡан урындарҙан ҡас! Ҡул-аятарың шаҡарып бәйләнәсәк тоҙаҡҡа эләгеүҙән
һаҡлан.»;
«Хәҡиҡәт
үҙәндәрен төйәк иткән ирекле ҡош рухи аҙыҡ менән ниғмәтләнә, ул иблис тоҙағына
эләкмәй; ул ҡанаттарын киргән һәм һәр саҡ осошҡа әҙер.».
Бәрәсте бүре ҡарамағында ҡалдырма
Мәүләнә
Руми, беҙҙе нәфсе әсирлегенән һәм үлемдән аралау өсөн, шундай нәсихәттәр бирә:
«Үҙеңә
йөкмәтелгәнде (Изге Ҡөрьән һәм Сөннәне) тәләфләп, юғалтып бөтмәҫ борон, Илаһи
холоҡҡа эйә бул!»;
«Кеше
холҡон бар ҡылған һәм пәйғәмбәрҙәренә камил әхлаҡ биргән Раббың һүҙенән сыҡма. Илаһи
холоҡҡа эйә булыуҙы ниәтләп, шуға бөтә тырышлығыңды һал! Әгәр һин Уға бәрәсте
ышанып тапшырһаң, Ул һиңә бер өйөр ҡуй ҡайтарыр. Ризыҡ биреүсе һәм арттырыусы –
тик Ул ғына.»;
«Бәрәсте
бүре ҡарамағына ҡалдырма һәм бүрене иш итмә. Бел: бүре мәкерле, һине төп башына
ултыртыуҙы ғына ҡарап тора!»
Был
бәйеттәрҙә бәрәс – әҙәмгә тәбиғәттән бирелгән күркәм һыҙаттар; бүре – яман
сифаттар, нәфсе һәм иблистең ҡотҡоһо.
Аманатҡа тоғролоҡтоң асылы
Әхирәттә
мәңгелек хурлыҡ булып әүереләсәк гонаһтарҙан, харамдан ҡасыу - Хаҡ Тәғәләбеҙ
беҙгә йөкмәткән яуаплылыҡ. Беҙҙең заманда ул яуаплылыҡ ауырайҙы, сөнки ҙур
гонаһтар һәм енәйәттәр әһәмиәтһеҙ һәм ғәҙәти күренеш һымаҡ ҡабул ителә башланы.
Беҙҙең
заманда һәр ерҙә харамды – хәләл, ә хәләлде – харам итеп күрһәтергә тырышыу
күҙәтелә; йәш быуынға матди байлыҡтарҙы сама белмәй ҡулланыуға нигеҙләнгән
әхлаҡһыҙ йәшәү моделе көсләп тағыла; дөйөм кешелек һәм рухи ҡиммәттәрҙең ҡәҙере
китә.
Әхүәле
рухиәбеҙҙе замандың ул зарарлы факторҙары йоғонтоһонан һаҡлап ҡалыуҙың
берҙән-бер юлы - Изге Ҡөрьән һәм Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)
Сөннәһе әмерҙәрен ҡәтғи үтәү. Ҡиәмәт алдынан ҡәлбеңдә иманды һаҡлауҙың
берҙән-бер юлы – харамдан һәм шикле нәмәләрҙән ҡасыу ул. Шул юл менән генә беҙ
үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы һәм үҙебеҙ йәшәгән йәмғиәтте һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ.
Фирғәүен
ише кешегә баш булырға ниәтләгән нәфсене ауыҙлыҡлауҙы алға ҡуйып, рухыбыҙ Муса пәйғәмбәр
(ғәләйһис-сәләм) рухиәте дәрәжәһенә эйә булыуы лазым. Әхүәле рухиәбеҙҙе был
кимәлгә күтәреү Изге Ҡөрьән һәм Сөннә нормаларына таянып эш иткән остаздарҙың
өҙлөкһөҙ күҙәтеүе аҫтында ғына мөмкин.
Мәүләнә
Руми яҙа:
«Шәхесте яман
сифаттарҙан әрсәләү – уны ағыулы бөжәктәй үлтермәһендәр өсөн, саян ҡойроғондағы
ағыулы ҡаяуҙы йолҡоп алыу һымаҡ.»;
«Хәүефләнеп, ағыулы йыландың башын йәнсеп китмәһендәр
өсөн, уның ағыулы тешен һурып алыу ҡулайыраҡ.».
Тәҡүәләрҙең
береһе әйткән:
«Кешелә иң күбе – кәмселектәр һәм
етешһеҙлектәр. Эй, тәненең ялсыһына әйләнгән әҙәм, хеҙмәтсе булып күпме
йөрөмәксеһең? Аллаһу Тәғәлә һиңә тапшырғанға – йәнеңә баҡ! Күңелеңде матурла! Һине
әҙәм иткән тән түгел, йән икәнен онотма!»
Рухи бәйлелек
Ғүмеребеҙ
буйы йөрәктәребеҙҙең Хаҡ Тәғәләбеҙгә төбәлгән булыуы лазым, ә үҙенең
мин-минлегенә һәм шайтанға түгел, сөнки уларҙан мәңгелек ғазаптан башҡаны көтөп
булмай. Аллаһҡа төбәлгән һәр зекеребеҙ, бик үк камил булмаған хәлдә лә, фани
донъяла ла, Әхирәттә лә бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәрәкәттәр булып әүерелә.
Мәүләнә
Руми, беҙҙе киҫәтеп, былай ти:
«Алмаштырыу ниәте
менән һинең ҡулыңдағыларҙың хәҡиҡи ҡиммәтен белмәгәндең кибетенә инмә! Тауарыңды
кешеләр түгел, Раббыбыҙ алырҙай кибеттәргә ин!»
«Ул (Раббыбыҙ) ялған тиндәрҙе кире ҡайтармай, сөнки Ул
килемгә мохтаж түгел.».
Был
тарих сәйер икмәк бешереүсе хаҡында. Икмәге өсөн ялған тиндәр менән түләһәләр,
ул был аҡсаларҙы кире ҡайтармаған һәм алыусыға һәр саҡ икмәк биргән. Сәбәбен
аңламайынса, уның сәйер ҡылығына бөтә кеше аптыраған. Үлем сәғәте һуҡҡас, ул
Аллаһу Тәғәләгә шулай тип мөрәжәғәт иткән:
«Эй,
Раббым! Оҙаҡ йылдар кешеләр миңә ялған дирһәмдәр килтереүен һин беләһең, мин
уларҙы шелтәләмәнем, һәр саҡ икмәк бирҙем. Эй, Раббым!
Хәҙер мин, бик үк камил булмаған ғибәҙәттәремде йөкмәп, үҙем Һиңә барам.
Етешһеҙлектәрем өсөн шелтәләмәйенсә ҡабул итсе мине!»
Һәм беҙ ҙә Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнән гонаһтарыбыҙ
һәм кәмселектәребеҙ өсөн Хисап көнөндә беҙҙе язаға тарттырмауын һорайбыҙ! Аллаһ
үҙебеҙҙе лә, Ватаныбыҙҙы ла шайтандың яуызлығынан, гонаһтарҙан һәм харамдан
әрсәләһен! Бөйөк Хаҡ Тәғәләбеҙ йөрәктәребеҙҙе һәм йөҙҙәребеҙҙе Үҙенең Мөхәббәте
һәм Мәрхәмәте менән нурландырһын!
Әмин!
Комментариев нет:
Отправить комментарий