вторник, 20 ноября 2018 г.

Ҡорбандың рухи мәғәнәһе




Ҡорбандың рухи мәғәнәһе шунда: ул мөьминдәргә Аллаһу Тәғәләгә буйһоноу һәм күндәмлек тураһында иҫкә төшөрә. Аллаһ әйтә: «Уларҙың ни ите, ни ҡаны Аллаһҡа түгел, Уға фәҡәт һеҙҙең тәҡүәлегегеҙ генә барып ирешә. Һеҙ тура юлға баҫтырыусы Аллаһтың бөйөклөгөн танырһығыҙ.» (Хаж, 37). Мәүләнә Руми яҙа: «Асылда, Хисап көнөн Ҡорбан байрамы менән сағыштырырға мөмкин, мөьминдәр өсөн ул яҡты байрамға әүереләсәк, ә тиҫкәре иҫәрҙәр өсөн – ҡорбан булыуға.».

                 Ҡорбандың рухи мәғәнәһе

                    Әҙәм алдындағы өс һынау

Оло выждан эйәһе Ибраһим пәйғәмбәрҙең (ғәләйһис-сәләм) күңелен биләгән өс нәмә була: байлығы, ғүмере һәм балалары. Бүләк итеп бирелгән ошо бәрәкәттәр менән Аллаһ уны һынай.

Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм), Аллаһты зекер итеү өсөн, барса байлығынан баш тарта. Нәмруд батша фарманы буйынса ғәләмәт ҙур усаҡтың уртаһына катапульт менән ташланған Ибраһим ғүмере өҙөлөү мөмкин булған был һынауҙы ла күндәмлек менән ҡабул итә. Һәм, ахыр килеп, Илаһи әмергә буйһоноп, күндәм рәүештә үҙ улын ҡорбан итергә йыйына.

Фиҙакәрлек менән әйтеп бөтөргөһөҙ ауыр был һынауҙарҙы үтеп,  ул «Хәлилуллаһ» (Аллаһ дуҫы) исеменә лайыҡ була. Ошо өс һынауҙы ниндәйҙер кимәлдә һәр әҙәм үтә.

Нәфсебеҙҙең ҡаршылығын еңеп һәм шайтандың ҡапҡандарын урап үтеп, Аллаһтың ризалығын алыу һәм йәннәтәге мәңгелек тормошҡа лайыҡ булыу өсөн, Раббыбыҙға хеҙмәт юлында ғүмеребеҙҙе лә, милкебеҙҙе лә ҡорбан итергә әҙер булырға һәм балаларыбыҙҙы ла Хаҡ Тәғәләбеҙгә күндәмлектә тәрбиәләргә тейешбеҙ.

Ҡорбан салыу йолаһында бик күп серҙәр йәшеренгән, уларҙы танып белеү мөьминдең әхүәле рухиәһен юғары кимәлгә күтәрә.

               Ибраһим пәйғәмбәрҙең күндәмлеге

Ибраһим пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) Мәккәлә тәҡүәле Хәжәрҙе улы Исмәғил (ғәләйһис-сәләм) менән ҡалдырып китә һәм диндар Сараға әйләнеп ҡайта. Ваҡыт-ваҡыт Ибраһим (ғәләйһис-сәләм) Мәккәләге ғаиләһе янына барып урай. Бер заман, Мәккәлә саҡта, Ибраһим (ғәләйһис-сәләм) төш күрә – унда ул улы Исмәғилде (ғәләйһис-сәләм) ҡорбан итә. Пәйғәмбәрҙе төштөң сығанағы хаҡындағы уй шиккә һала: Илаһи әмерме был, әллә шайтандың вәсүәсәһеме? Әммә төш өс тапҡыр ҡабатлана: Тәрвиә көнөндә (хаж башланған көн), Ғәрәфә көнөндә һәм хаж тамамланғандың икенсе көнөндә.

Заманында улы булыуын бик теләгән Ибраһим (ғәләйһис-сәләм), Аллаһҡа доға ҡылып, былай тип әйткән була: «О Аллаһ, әгәр һин уны миңә бүләк итһәң, мин уны Һиңә ҡорбан итермен!», һәм Хаҡ Тәғәләбеҙ уны һынай.

Ибраһим, Илаһи әмергә буйһоноп, тәҡүәле Хәжәргә, Исмәғилде (ғәләйһис-сәләм) ғөсөлләндереп, тәненә еҫле майҙар һөртөргә ҡуша, малайҙы Дуҫына алып барасағы хаҡында әйтә. Ә улына бысаҡ һәм бау алырға ҡуша һәм әйтә:

«Улым, мин Аллаһҡа ҡорбан килтерәсәкмен!»

Аталы-уллы Мина яғына юл тоталар. Ә был мәлдә шайтан кеше ҡиәфәтендә Хәжәр алдына килеп баҫа һәм вәсүәсә ҡыла башлай:

«Ә Ибраһим улыңды ҡайҙа алып киткәнеңде беләһеңме?»

 Хәжәр шулай тип яуап бирә: «Дуҫына алып бара.»

 Шайтан дауам итә: «Юҡ, ул уны ҡорбан итергә алып китте.»

 Тәҡүәле Хәжәр ҡаршы килә: «Ул улын ныҡ ярата!»

 Шайтан тыйылырға уйламай: «Ул уны Аллаһ әмере буйынса һуясаҡ!»

Тәҡүәле Хәжәр былай ти: «Аллаһу Тәғәләнең һәр әмерендә – беҙҙең өсөн бәрәкәт, беҙ Уның мәрхәмәтенән өмөттө өҙмәйбеҙ.»

Хәжәрҙе алдай алмағас,  Иблис Исмәғил (ғәләйһис-сәләм) артынан ашыға һәм шулай тип шыбырлай башлай: «Ә атайың ҡайҙа алып киткәнде беләһеңме?»

Исмәғил шулай тип яуап бирә: «Раббыбыҙҙың әмерен үтәргә.»

Иблис һаман туҡтамай: «Һин аңланың бит инде: ул һине ҡорбан итергә алып бара!»

Быға Исмәғил (ғәләйһис-сәләм) шулай ти: «Олаҡ, ләғнәтләнгән! Беҙ Аллаһтың әмерен шатланып үтәрбеҙ!» һәм ул Иблискә таштар ата.

Исмәғил ярҙамында ла теләгәненә ирешә алмағас,  Иблис, Ибраһим (ғәләйһис-сәләм) артынан йөрөп, вәсүәсә ҡыла башлай: «Эй, ҡартлас! Ҡайҙа алып киттең улыңды? Иблис һинең төшөңә инде һәм һине аҙаштырҙы!»

 Ибраһим (ғәләйһис-сәләм), таштар атып, Иблисте ҡыуа: «Һин ул – Иблис! Олаҡ күҙемдән!» Мина тирәһендә ул Иблискә өс урында етешәр таш ора. Ҡиәмәткә ҡәҙәр һаҡланасаҡ хаж ваҡытында Иблискә таштар атыу йолаһы ла шунан ҡалған.

Ибраһим һәм Исмәғил Пәйғәмбәрҙәрҙең (ғәләйһүмәссәләм) шундай күндәмлеге, ихлас буйһоноуы – бөтә мосолман өммәтенә оло үрнәк.

Ибраһимдың улы Исмәғилде (ғәләйһүмәссәләм) ҡорбан итергә алып барыуын фәрештәләр борсолоп күҙәтә: «Сүбхәнәллаһ! Бер пәйғәмбәр икенсеһен ҡорбан ҡылырға алып бара!» – тиҙәр улар тулҡынланып.

Ибраһим (ғәләйһис-сәләм) улына төшө хаҡында һөйләй: «Улым! Төшөмдә һине ҡорбан итергә әмер килде!»

Исмәғил (ғәләйһис-сәләм) былай тип һорай: «Атай, быны Аллаһ әмер иттеме?»


 Был мәлдә бары ете йәки ун өс тирәһе генә булған Исмәғил (ғәләйһис-сәләм) күндәмлек күрһәтеп әйтә: «Атай! Үҙеңә ҡушылғанды үтә! Ин.шәә Аллаһ, һин мине түҙемле итеп күрерһең!»

Ибраһим Раббыһына тулыһынса күндәм һәм буйһоноусан. Улын ҡорбан итергә уның ныҡлы ниәте була. Илаһи әмерҙе үтәү өсөн ул барыһын да эшләй. Бысаҡты улының муйынына терәй, тик Хаҡ Тәғәләбеҙ быға мохтаж түгел. Ибраһим һәм Исмәғил (ғәләйһүмәссәләм) ебәрелгән Илаһи имтиханды лайыҡлы үтә. Ябраил фәрештә бысаҡтың йөҙөн үтмәҫләндерә һәм Аллаһу Тәғәләнең Үҙ мәрхәмәте менән ҡорбан рәүешендә текә мөгөҙлө аҡ төҫтәге тәкә ебәреүе тураһында шатлыҡлы хәбәрҙе еткерә. Ибраһим (ғәләйһис-сәләм) уны Фавор тауында күгән ҡыуағына бәйләнгән килеш таба.

             Ҡорбандың рухи мәғәнәһе

Алдағы бәйәндең асылы шунда: ҡорбан салыуҙың хәҡиҡи маҡсаты - Ибраһим һәм Исмәғил Пәйғәмбәрҙәрҙең (ғәләйһү-мәссәләм) тормошона әйләнеп ҡайтыу һәм унан үҙебеҙгә тейешле рухи хикмәтте алыу, Раббыбыҙ алдында үҙебеҙҙең күндәмлегебеҙҙе раҫлау. Аллаһу Тәғәлә хәбәр итә:

 «Уларҙың ни ите, ни ҡаны Аллаһҡа түгел, Уға фәҡәт һеҙҙең тәҡүәлегегеҙ генә барып ирешә...» (Хаж, 37)

Мәүләнә Руми был аяттың мәғәнәһен асып киҫәтә:

«Һин ҡуйҙың күләгәһен ҡорбан итергә тырышма!»

Ҡорбан йолаһын атҡарғанда, беҙ тәүге нәүбәттә уның рухи мәғәнәһен аңларға тейеш. Әҙәм (ғәләйһис-сәләм) улдарының – Һабил һәм Ҡабилдең - тәүге тапҡыр ҡорбан килтереүе бик ғибрәтле.

Һабил саф йөрәктән, ихлас күңел менән иң яҡшы һәм матур бәрәсен ҡорбан итә, ә уның ағаһы Ҡабил – боҙолған бер услам бойҙай.

Һабилдең ҡорбаны ҡабул булыуы, ә Ҡабилдең кире ҡағылыуы шуға дәлил: Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан итә белеүебеҙ – Уға мөхәббәтебеҙ кимәле, Уның бихисап бәрәкәттәре өсөн рәхмәтле булыуыбыҙ күрһәткесе.

                  Ҡорбан – фиҙакәрлек ул

Ҡорбан салыуҙың йәшерен мәғәнәһе – тоғролоҡтоң һәм фиҙакәрлектең сағылышы, Аллаһ юлында ғүмеребеҙҙе лә, милкебеҙҙе лә ҡорбан итергә әҙер булыу. Тормоштағы һәр кемдең ҡаҙанышы юғары маҡсат өсөн үҙеңде ни кимәлдә фиҙа ҡылырға әҙер булыуыңа туранан-тура бәйләнгән.

Халыҡтарҙың ҙур ҡорбандар иҫәбенә Ватанын, бойондороҡһоҙлоғон, үҙ ерен, намыҫын, лайыҡлы йәшәү хоҡуғын һаҡлап ҡалыуҙары быға дәлил.

Үҙеңде һәм милкеңде ҡорбан итеү – юҡҡа сығыу һәм хәйерсе булыу тигән һүҙ түгел. Аллаһ һәм Уның пәйғәмбәрҙәре юлындағы ҡорбан – ығы-зығылы фани донъянан юғары күтәрелеү ул.

Мәүләнә Руми яҙа:

 «Барса хайуандар кешеләр хаҡына ҡорбан булыу өсөн яратылған, сөнки кеше – Аллаһу Тәғәләнең иң күркәм яратылмышы. Бөтә кешеләр пәйғәмбәрҙәр юлында ҡорбан булһын, сөнки улар – кешеләрҙең иң-иң яҡшылары.»;

«Пәйғәмбәрҙәр юлында ҡорбан булғандарҙың йәндәре, фани донъяның уй һәм хистәренән арынып, Илаһи нурға тула. Улар үҙҙәренең «мин»енән баш тарта һәм икһеҙ-сикһеҙ Илаһи мөхәббәт океанына сума.»;

«Раббыһына ғашиҡтар бөтә барлыҡтың ҡотон алған үлемдең йөҙөнән көлә. Уларҙың йәненә берәү ҙә зыян килтерә алмай, сөнки ҡабырсаҡты боҙорға була, ә уның эсенә йәшенгән гәүһәрҙе юҡ.»;

 «Илаһи мөхәббәт менән нурланған йөрәктәрҙә Йәннәттең ете кимәлендәге баҡсалар йәме сағыла. Илаһи Хәҡиҡәтте танып белгәндәрҙең йәндәре Көрсиҙән дә, Ғәрештән дә юғары!»;

«Тап шуның өсөн мин хәҡиҡәтте күрергә һәләтле йөрәктәрҙе үҙенә тартып торған Илаһи Нур - оло йөрәкле Мөхәммәттең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ялсыһы булдым.»

                  Ҡорбан – ҡотолоу юлы

Һәр кем күңеленә иң яҡындарҙы ҡурсаларға, яҡларға, улар хаҡында хәстәрлек күрергә тырыша. Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шәфәғәтенә Уның юлында ҡорбан булыу уйы менән янғандар лайыҡ буласаҡ. Аллаһу Тәғәлә иман юлында фиҙакәрлек күрһәткәндәрҙе, йөрәктәрен Илаһи мөхәббәт менән нурландырғандарҙы ярата һәм һаҡлай.

Мәүләнә Руми әйтә:

 «Ул Аллаһ юлында ҡорбан булырға әҙер булған Исмәғил (ғәләйһис-сәләм) кеүек муйынын һондо. Әммә Хаҡ Тәғәләбеҙ уның ғорлаһын ҡырҡырға бирмәйәсәк.»;

«Иман өсөн башын һалғандар, Аллаһ юлында ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған өсөн, тере һәм ләззәттәр эсендә. Утҡа табынғандар ише тәнеңә ҙур әһәмиәт бирмә!»

 Аллаһ хаҡына үҙҙәрен фиҙа ҡылып, Раббыһының сикһеҙ Мәрхәмәтенә эйә булғандар тураһында шулай әйтелә:

 «Шик юҡ, (тәҡүә) мөьминдәр йәннәттәрҙә, шишмәләр янында. Хаҡ мәжлесендә, Ҡөҙрәт эйәһе, мөлкәте сикһеҙ булған Аллаһтың янында булыр.» (Ҡамар (Ай), 54-55)

                 Намаҙ һәм ҡорбан

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һуңғы һулышында ла Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн ҡылынған төп ғибәҙәткә – намаҙға саҡырыуҙан туҡтамай. Сәхәбәләрен намаҙға өйрәтеп, ул былай ти:

«Һәр тәҡүәнең намаҙы – үҙ-үҙеңдән ваз кисеү (ҡорбан)!» (Кузаи, Муснад, I, 181)

Мәүләнә Руми намаҙ хаҡында шулай ти:

 «Намаҙҙы башлағанда, улар тәкбир һүҙҙәрен әйтә һәм, үҙҙәрен ҡорбан иткәндәй, фани донъянан юғала.»

Аҙаҡ шәйех Мәүләнә намаҙҙа Аллаһ ҡашына барып баҫҡандарға мөрәжәғәт итә:

«Улар артынан тайпылмай атлау өсөн, намаҙҙа, михрабтағы шәм шикелле, тура тор! Бел: намаҙ алдынан әйтелгән «Аллааһү әкбар!» һүҙҙәренең мәғәнәһе шундай: «Эй, Аллаһ! Ҡашыңа баҫып, мин үҙ-үҙемдән ваз кистем! Тәкбир өсөн ҡулдарымды һоноп, барса фани нәмәне алып ташлап, мин Һиңә уҡталдым!»;

«Хайуанды ҡорбан иткәндә, «Аллааһү әкбар!» тип әйткән кеүек, был һүҙҙәрҙе әйткәндә үҙ «мин»еңдән ваз кис!»;

«Намаҙ алдынан тәнең - Исмәғилгә, ә йәнең Хәлил Ибраһимға бәрәбәр. Туҡ тәнеңдең ер бәйҙәрен өҙөү өсөн, күңелеңдә тәкбир һүҙҙәре яңғыраһа, тәнең ҡанмаған теләктәренән ҡотолор, ә «бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим» кәлимәһе әйтелһә, ҡорбан булыр.»;

«Эй, аҡыл эйәһе! Аҡылға намаҙ ваҡытында йәнебеҙҙең Хаҡ Тәғәләбеҙ менән ҡауышыуын аңлау бирелмәгән! Һөйөклөң хаҡына, аҡылыңды ҡорбан иткәс, рухиәтең йәнләнгәс кенә быны аңлау мөмкин.».

                  Үҙ-үҙеңдән ваз кисеү һәм нәфсеңде ауыҙлыҡлау

Ҡорбан – нәфсе (тән рухы) өсөн дәрес. Шәйех Джунәйд Багдади әйткән:

 «Үҙегеҙҙең «мин»дәрегеҙҙән ваз кисегеҙ һәм уларҙы ҡорбан итегеҙ. Шуны белегеҙ: «мин» - Аллаһ менән һеҙҙең аралағы ҡаты пәрҙә. Хәҡиҡи тормош үлгән «мин» артына йәшенгән.

 Шәйех Шибли (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) яҙған:

«Минең» тере саҡта, рухиәтең йәнләнмәҫ. Тәҡүә мөьминдәрҙең «миндәре» үлгәс кенә, әхүәле рухиәләре йәнләнде.»

               Үҙ-үҙеңдән ваз кисеүҙең мәғәнәһе

Ҡорбан нимә өсөн ҡорбан ҡылынһа, шуның бер өлөшөнә әйләнә. Диңгеҙгә үҙен ҡорбан иткән һыу тамсыһы үҙе диңгеҙҙең бер өлөшөнә әйләнә. Ә Хаҡ Тәғәләһенә буйһонған, Илаһи ихтыярға үҙен тапшырған, көсһөҙ сикле аҡылын ҡорбан иткән кешенең холҡо һәм тәртибе танымаҫлыҡ булып үҙгәрә.

 Мәүләнә Руми әйтә:

«Аҡылыңды оло йөрәкле Мөхәммәт Мостафа хаҡына ҡорбан ит һәм шаһитлыҡ ҡыл: «Миңә Аллаһ етәсәк!»;

«Раббыңа мөхәббәтең хаҡына аҡылыңды ҡорбан ит. Аҡылға эйә бөтә нәмә – Аллаһта! Бөтә йәндәр һәм аҡылдар Унан килә! Шуға Раббыңа мөхәббәтең хаҡына аҡылыңды ҡорбан ит!»;

«Барса аҡылы камил кешеләр аҡылданын Раббыһына йүнәлтә!»;

 «Фани донъяла ҡалған аҡыл – тулы аҡыл түгел, ул һис ҡасан һөймәгән дә, һөйөлмәгән дә!»;

«Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең Бөйөклөгөн, Гүзәллеген һәм Сәнғәтен аңлап, тының ҡыҫылһа, шунда ғына башыңдағы һәр бер сәс бөртөгөң зирәклек менән тулыр!»;

 «Күңелеңде Уға бағлаһаң, аҡылың уйҙарға ҡоршау булмаясаҡ! Аҡыл һәм фекерҙәр күк үҙәндәре һәм баҡсаларынан ағып төшә.»;

 «Фани донъя үҙәндәре менән хушлашһаң, күңелеңдәге мөхәббәт үҫентеһе, хәҡиҡәт һыуына ҡойоноп үҫә һәм емеш бирә аласаҡ!»;

 «Ҡөрьәндең мәғәнәһен үҙ «мин»енән ваз кискәндән һәм әхүәле рухиәһе Изге Ҡөрьән серҙәрен сағылдырғандан һора.».

                      Раббыһына ғашиҡтарҙың йомартлығы

Йомартлыҡ төрлөсә кәүҙәләнеш ала: хәллеләр милке менән бүлешә, ә ғашиҡтар – йөрәге менән. Уларҙың әжере – ҡорбан ҡылғанына бәрәбәр.

 Бер һыныҡ икмәк биргәнгә икмәк бирерҙәр, күңелен биргәнгә рухи әжер булыр. Һөйә белеүҙең иң юғары кәүҙәләнеше –  бөтә күңелең менән Илаһи Мөхәббәткә сумыу.

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рухи наҙанлыҡтары арҡаһында, күп кешеләр биреүҙе зыян күреү, тип аңлай. Матди донъяла ул, ысынлап та, шулай: биштән өстө алһаң, ике ҡала.

Әммә ябай аҡыл менән танып белеү мөмкин булмаған рухи донъя математика закондарына буйһонмай. Мөхәббәт хөкөм һөргән донъяла Илаһи нурға тулған ҡәлбең менән ҡылынған һәр игелеккә сарыф ителгәненә ҡарағанда күберәк әжерҙәр бирелә.

Мәүләнә Руми яҙа:

«Әгәр ағастың бөтә япраҡтары ҡойолоп бөтһә лә, Аллаһу Тәғәлә Үҙ Ҡеүәте менән ағасты һис бер япраҡһыҙ йәшәтеүе ихтимал.»;

«Әгәр һин йомартлығың арҡаһында бар булғаныңды таратып бөтһәң һәм бер нәмәһеҙ тороп ҡалһаң, Аллаһ һине кәмһетелеүҙәрҙән әрсәләп ҡалмаймы ни?»;

 «Сәсеү ваҡытында амбарҙағы иген кәмер, әммә ул кәмеүҙең һөҙөмтәһен һин сәселгән баҫыуҙа күрерһең.»;

 «Әгәр иген амбарҙа ятып ҡалһа, сәселмәһә, уны кимереүселәр һәм бөжәктәр юҡ итәсәк.»;

«Йәнең сығыуы тәнеңде үлемгә дусар итеп шөбһәләндерә. Йәнең сығыуҙың хәҡиҡи асылы – йәнеңдең мәңгелек донъяла тыуыуы.».

Эй, Аллаһ! Йөрәктәребеҙҙе тоғро ҡолдарың Ибраһим һәм Исмәғил пәйғәмбәрҙәрҙең (ғәләйһүмәссәләм) гүзәл һыҙаттары – Үҙеңә тоғролоҡ һәм күндәмлек менән биҙә!

Әмин!





















Комментариев нет:

Отправить комментарий