четверг, 22 ноября 2018 г.

Ялған мөхәббәт һәм хәҡиҡи мөхәббәт






Әҙәмгә хас барса һөйөү һәм эҫенеүҙәр – Илаһи мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт сағылышы. Ғаләмдең барлыҡҡа килеү сәбәбе лә бит – бөтөнөһөн эсенә алған Илаһи мөхәббәт.

Бөтә төр һөйөүҙәрҙең сығанағын танып белеү – Хаҡ Тәғәләбеҙҙе танып белеүгә илтеүсе юл, йәғни һәр мөхәббәт һәм эҫенешеү беҙҙе Илаһи мөхәббәткә илтеүсе үҙенсәлекле күпер.

                    Ләйләнән Хаҡ Тәғәләбеҙгә

Хаҡ Тәғәләбеҙ ҡәлбебеҙгә һалған һәр бер һөйөү имтиханы хәҡиҡи һөйөүҙе танып белеү өсөн генә бирелә. Һәр бер «Ләйләгә мөхәббәт» артында Раббыбыҙға хәҡиҡи мөхәббәт ынтылышы йәшенә. Хәҡиҡи мөхәббәт маршрутынан тайпылмағандар, Мәжнүн һәм Ләйләнең мөхәббәт тарихындағы шикелле, Аллаһу Тәғәләгә яҡыная.

 Әгәр Мәжнүн Ләйләгә ҡарата ғына мөхәббәт утында янһа, Илаһи һөйөүҙе – һөйөү һәләтен алъюҫыҡҡа исраф итеп бөткән миллиардтарса кешенең береһе генә булыр ине. Әммә ул фани донъя һөйөүе – Илаһи һөйөүҙең бер баҫҡысы ғына икәнлеген танып белгән бәхетлеләрҙән.

Әҙәмдең был баһалап бөткөһөҙ гәүһәрҙәй рухи һәләте Раббыһына мөхәббәтте танып белеү өсөн тәғәйенләнгән.

             Мөхәббәттең ҡиммәте уның Раббыбыһына төбәлгән булыуында

Әҙәмгә хас барса һөйөү һәм эҫенеүҙәр: яҡындарыңа һәм Ватаныңа һөйөү, байлыҡ һәм юғары үрләү әүәҫлеге һ.б. Аллаһу Тәғәләгә яҡынайтҡан осраҡта ғына ниндәйҙер ҡиммәткә эйә. Барса һөйөү һәм эҫенеүҙәр - бөтә ғаләм тулған Илаһи мөхәббәт сағылышы тулҡындарының ҡағылып китеүе генә. Илаһи мөхәббәт менән нурланған сүрәттә генә күңелебеҙҙәге тойғолар күркәмләнә һәм бәрәкәт менән тула.

Ерҙәге бөтә хәҡиҡи еңеүҙәр  -  матди булһынмы ул, рухимы - Илаһи мөхәббәт емеше.  Йәғни, ҡаҙанған матди һәм рухи табыштарыбыҙ Хаҡ Тәғәләбеҙгә һөйөү фазилиәтендә бирелгән бәрәкәт һәм бүләк.

 Мәүләнә Руми әйткән:

«Бел: Илаһи мөхәббәттән һәм рухи мәғрифәттән мәхрүм – бахыр һәм меҫкен, ул хайуан кимәленән дә түбәндә. Ә теге егеттәргә – «мәмерйәне төйәк итеүселәргә» эйәргән эт улар менән бергә Илаһи мөхәббәткә лайыҡ була һәм бүләккә Йәннәтте ала, сөнки улар менән рухи йәһәттән берләшә.»

                       Илаһи мөхәббәт кәүҙәләнеше

Йөрәктәре Илаһи нурға тулған тәҡүә мөьминдәр ғаләмдәге бөтә барлыҡтың Илаһи мөхәббәттән яралыуын күрә. Улар бер нәмәгә шикләнмәй: әлмисаҡтан килгән мөхәббәт булмаһа, ғаләм барлыҡҡа килмәҫ ине.

Илаһи мөхәббәттән Нур тарала – Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Нуры... Үҙенең камил яратылмышы – Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафаға (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хөрмәт йөҙөнән Аллаһу Тәғәлә был донъяны бар ҡылған.

Ни өсөн Хаҡ Тәғәләбеҙ кешене был һоҡланғыс донъяға ебәргән? Раббыбыҙ ихтыяры менән был донъя ул ҡәҙәр үк йәмле, ул ҡәҙәр үк бәрәкәттәр менән тулмаған булыуы ла ихтимал ине бит. Әммә Аллаһу Тәғәлә Үҙ ҡолоноң Уның Илаһи Ҡөҙрәтенә һәм Оҫталығына һоҡланыуын, Үҙенә һөйөү бағлауын һәм ерҙә килеш Йәннәтенә ынтылыуын теләгән. Раббыбыҙ әҙәм балаларының үҙҙәренең әлмисаҡтағы төйәгенә – Әҙәм пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) яратылған Йәннәткә ҡайтыуын теләгән, тап шуға ла һоҡланғыс йәме һәм аһәңендә Илаһи Ҡөҙрәт һәм Камиллыҡ сағылған ерҙе төҙөп бүләк иткән. Ғаләмде бар ҡылып, таң ҡалырлыҡ Илаһи гүзәллек һәм камиллыҡ менән биҙәп, кешеләргә тапшырған. Бар ҡылынғандан алып ерҙәге һәм ете күктәге һәммәһе әҙәмгә бүләк ителгән.

Сәғәди Ширази яҙған:

«Йөрәктәре Илаһи нурға тулған тәҡүә мөьминдәр өсөн ағастағы бер япраҡ – тотош Илаһи поэма. Йөрәктәре һуҡырҙар өсөн Ерҙәге бөтә ағастар бер япраҡҡа ла торошло түгел.»

Мөьмин күңеле, Илаһи мөхәббәт менән тулып, рухи мәғрифәткә эйә була. Йөрәк, үҙенең бөтә биктәрен асып, Раббыһына йүнәлә. Уны үткенсе әүәҫлектәрҙән, ғишҡынан арындырып, хәҡиҡи мөхәббәт менән тултырыу лазым. Күңелдәрҙе әрсәләү, рухи мәғрифәткә ынтылыш биреү барса пәйғәмбәрҙәрҙең дә бурысы булған.

Изге Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, Аллаһу Тәғәләнең Илселәре өс маҡсат менән ебәрелгән:

1.    Изге аяттарҙы уҡып, иманға саҡырыу;
2.    Нәфселе теләктәрҙе ауыҙлыҡлау һәм йөрәктәрҙе паклау;
3.    Изге Ҡөрьәндең хикмәтен һәм йәшерен мәғәнәһен аңлатыу.

Пәйғәмбәрҙәр тәрбиәһен алған йөрәктәр ғаләмдәге Илаһи серҙәрҙе аңлай башлай һәм, Илаһи Сәнғәттең бихисап мөғжизәләренә хайран ҡалып, Хаҡ Тәғәләбеҙгә юл яра.   Бындай ҡәлб эйәләре хаҡында Аллаһу Тәғәлә шулай ти: «Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, шуларҙың барыһын да Ул Үҙ тарафынан индереп, һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирҙе...» (Жәҫиә (Теҙләнеү), 13)

                 Мөхәббәттең һуңғы адресы

 Әйтелгәндән сығып, иң тәүге бурысыбыҙ – бүләк итеп бирелгән бәрәкәттәрҙе күрә белеү һәм шул бәрәкәттәрҙең Хәҡиҡи Эйәһенә ихлас мөхәббәт менән уҡталыу, даимән Уға рәхмәттәребеҙҙе белдереү. Йәғни, ҡәлбтәребеҙ Уның сикһеҙ бүләктәренә түгел, Үҙенә бәйле булырға тейеш.

Ләйләгә ялҡынлы мөхәббәте Мәжнүнде аҡылынан яҙҙыра, һәм ул бик оҙаҡ сүллекте ҡыҙырып йөрөй. Йылдар үткәс, юлында Ләйлә осрағас, ул уға иғтибар ҙа итмәй. Ләйлә уға шундай һорау бирә:

 – Минең арҡала сүл ҡыҙырып йөрөгән һин түгелме ни?

Мәжнүн шулай ти яуап бирә:

 – Ләйлә, шәүлә һымаҡ, үткәндәрҙә иреп юғалды.

Элек Мәжнүн күңелен тулыһынса биләп алған Ләйлә Илаһи мөхәббәтте табыу юлында баҫҡыс ҡына була. Мәжнүн мөхәббәттең һуңғы адресын белә, һәм Ләйлә уның тормошонан иреп юҡҡа сыға. Шуға күрә күңелде биләгән, аҡылдан яҙҙырған һәр бер «Ләйлә» – кешене аҡылынан һәм ихтыярынан яҙҙырып, шуның сәбәбендә уның алдына икһеҙ-сикһеҙ хәҡиҡи мөхәббәт офоҡтарын аса. «Ләйләләр»  тыуҙырған мөхәббәт иҫәрлеге әҙәм йәненең төп маҡсаты – Раббыһына һөйөү менән дауалана.

Ләйләнең хәҡиҡи тәғәйенләнеше лә шунда. Ҡарар күҙәгә ул ябай ғына ҡыҙ була. Әммә, Ҡайс атлы үҫмерҙең юлында осрап, уны һөйөүенән тилергән Мәжнүнгә әйләндереүгә сәбәпсе була. Артабан был ҡушамат донъяның бөтә телдәрендә ялҡынлы мөхәббәткә дусар кешене аңлата башлай.

Хәҡиҡәт юлында мөхәббәттең тәғәйенләнеше шундай. Ләйлә – башҡа ҡыҙҙар ише ябай ғына ер ҡыҙы. Әммә ул һөйгәнен ил ауыҙында «Ҡайс»тан мөхәббәттән илергән «Мәжнүн»гә әйләндерә.

Уйлап ҡарағыҙ: әгәр Ләйләгә ялҡынлы мөхәббәте Мәжнүнде шундай халәткә еткергән икән, донъялағы иң күркәм зат -Мөхәммәт Мостафаға ғашиҡ булыуға лайыҡ мөьмин менән нимә булыр! Илаһи һөйөү менән нурланған күңелдә ниндәй йәшерен серҙәр асылыр!

 Ер мөхәббәте аша Илаһи серҙәр асҡысын тапҡан Мәжнүн халәте инде ул.

               Һауыттың формаһы түгел, эсендәгеһе мөһим

Мәжнүн күңеле халәтен аңларлыҡ хәлдә булмағандар, уны ҡыҙғанып, былай ти:

 – Эй, Мәжнүн! Баш тарт Ләйләнән! Унан да һылыуыраҡ күпме ҡыҙ бар!

Мәжнүндең яуабы ни ҡәҙәр тәрән мәғәнәгә эйә:

– Тышҡы ҡиәфәтебеҙ – һауыттың формаһы ғына. Кешенең хәҡиҡи матурлығы, һауыт эсендәге Илаһи тере һыу кеүек, күңеленә йәшеренгән. Хаҡ Тәғәләм миңә, Ләйлә күңеленә һалып, Үҙенең тере һыуын эсерҙе.

Һеҙ һауыттың тышын ғына күрәһегеҙ, ә уның эсендәгеһе хаҡында һеҙ хәбәрҙар түгел. Йөрәктәре Илаһи мөхәббәт менән нурланмағандар һауыт эсендәгенең ләззәтен тоймай. Хәләленә тоғро ҡатындың һөйкөмлөгө ситтәр күҙенә күренмәгән кеүек, күңел төбөндәге саф матурлыҡ та күренеп бармай. (Был серҙе фанилыҡты ҡәлбенә яҡын юллатмағандар ғына белә).

Шәйех Сәғәди (ҡуддисә сиррухү) был хаҡта шулай ти:

 – Ләйләнең һылыулығын Мәжнүн күңел күҙе менән генә күрергә мөмкин.

 Ләйлә күңелен һәм уның хәҡиҡи холҡон танып белеү өсөн, уны Мәжнүн һымаҡ ялҡынлы һөйөү менән һөйөргә кәрәк. Юғиһә күҙҙәрең уның тышҡы ҡиәфәтен генә күрәсәк. Күпселек кешеләр фани донъя сәхнәһендәге нәмәләрҙе күрергә генә ҡадир, әммә һайлам тәҡүәләр бар, уларға сәхнә артына йәшеренгән серҙәр ҙә билдәле.

 Мәүләнә Руми әйтә:

«Кемгәлер ерҙең бөтә бәрәкәттәре һәм ҡыйынлыҡтары йәһәннәм кеүек, ә кемгәлер улар – йәннәт…»;

 «Беҙҙе уратып алған һәр нәмәлә: кешеләрҙә, хайуандарҙа, үҫемлектәрҙә һәм йәнһеҙ предметтарҙа бәрәкәт тә, ағыу ҙа бар. Әммә быны һәр кем танып белә алмай.»;

 «Һәр кем көршәкте асыҡ күрә. Әммә һәр көршәк эсендә Илаһи тере һыу йәшеренгән, уны тәмен татып ҡарағандар ғына  айыра алыр.»;

«Йософ пәйғәмбәрҙең ҡиәфәтен бокал менән сағыштырырға мөмкин. Уның атаһы, бала һөйөү ләззәтен татытҡан шул бокалдан эскән һайын, мөхәббәт әсирлегенә эләгә бара. Ә Йософтоң ағаларының, шул бокалдан ағыу эскән һайын, нәфрәттәре генә арта. (Ҡәлбе яҡты булғандар Йософ бокалынан тере һыу эсә, ә ергә хас нәфселе теләктәр менән янғандар – ағыу.)»;

«Йософтоң ағаһына күлдәкте Йософтоң атаһына – Яҡуп пәйғәмбәргә (ғәләйһүмәс-сәләм) тапшырыу ғына йөкмәтелә. Әммә ағаһы ҡулындағы ул күлдәк ҡолдар  һатыусы ҡулдындағы ҡиммәтле әсирәгә бәрәбәр була.»;

«Зөләйхә Йософ бокалынан бер тамсы тере һыу эсә, тик тере һыу нәфсе менән тулған күңелде томаландыра ғына.»;

«Һауыттағы мөхәббәт тере һыуы йәшерен донъяларҙан. Һауыты – матди, ә эсендәгеһе – һайлам заттарға ғына мәғлүм сер.»;

 «Был ләззәтле рухи тере һыу – Илаһи мөхәббәт, ҡәлбе зиндан ише булғандарға, һөйә белмәгәндәргә ул лайыҡ түгел. Шәһүәттәре ҡоло булған гонаһкәрҙәргә тере һыу сере ябыҡ. Әммә бөтә күңеле менән Раббыһына күндәмдәр болотһоҙ төндәге тулған айҙы күргәндәй ул серҙе күрә.».

                Матдиәт менән мауыҡҡандарға йәшерен серҙәр ябыҡ

 Аллаһу Тәғәлә Үҙенең иң гүзәл яратылмышы – Пәйғәмәребеҙ Мөхәммәт (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Нуры маңлайынан ағылған Йософто һәләкәткә дусар итмәй. Һыуға сарсаған юлсы ҡойоға биҙрәһен төшөргәс, биҙрәһе менән бергә Йософто (ғәләйһис-сәләм) тартып сығара. Үҫмерҙең һоҡланғыс гүзәллегенә таң ҡалып, ул сарсауын да онота, әммә наҙан булыуы арҡаһында, Йософ гүзәллегенең сығанағы уның күңеле икәнлеген аңламай. Матди файҙа ниәте менән янған юлсы, «Ләйләләр» менән мауығып, Илаһи мөхәббәттән ваз кисеүселәр шикелле, Йософто юҡ ҡына хаҡҡа ҡол һатыусыларға һата.

Илаһи мөхәббәт, линза аша үткән ҡояш нурылай, Йософ пәйғәмбәр һылыулығы менән бер фокусҡа тупланып, ул меҫкен юлсы йөрәгендәге барса сүп-сарҙы көлгә әйләндерә алыр ине, тик, фани байлыҡҡа ҡыҙығып, ул хәҡиҡәтте күрә алмай.

Мәүләнә Руми ошо юламсы һымаҡтар хаҡында былай тигән:

 «Матди донъяға күңел бағлағандар күләгәләргә һунар итеүселәр менән бер. Ә күләгәне тотоп буламы һуң?»

«Бер иҫәр ҡоштоң күләгәһе артынан шул ҡәҙәр ярһып сапҡан, хатта ҡош үҙе ағас башынан уға хайран булып ҡарап ҡатҡан.»

Хәҡиҡи мөхәббәттә ғашиҡтар араһында бер кәртә лә юҡ. Ысынлап яратҡандар һөйгәндәренә йәне-тәне менән тоғро, улар һөйгәненән бер нәмә лә талап итмәй.

                   Тәҡүәлек сере

Илаһи мөхәббәт кәүҙәләнеше булған Ибраһим пәйғәмбәрҙе (ғәләйһис-сәләм) мөшриктәр катапульт менән ялҡынланып янған усаҡҡа ырғытҡас, уның янына Ябраил (ғәләйһис-сәләм) менән фәрештәләр килеп баҫа һәм һорайҙар:

– О Хәлилуллаһ (Аллаһ Дуҫы)! Бойор, ни теләйһең!

 Раббыһына күндәм Ибраһим (ғәләйһис-сәләм), өмөттәрен тик Уға ғына бағлап, шулай ти:

 – Дуҫ менән Дуҫ араһына инмәгеҙ!

Кешене фәрештәләрҙән дә юғары күтәргән Илаһи мөхәббәт һәм рухи мәғрифәттең дәрәжәһе инде был.

Тап ошо ике сер: Илаһи мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт кешегә бөтә ер яфаларын, ғазаптарын еңеп сығырға ярҙам итә. Илаһи мөхәббәт һәм рухи мәғрифәт – түҙеп торғоһоҙ һыҙланыуҙарҙы ла татлы балға әйләндереүсе серле йәншишмә.

Тап шуның өсөн бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә халыҡтан күргән яфаларҙы күндәмлек менән үткәргән һәм бөйөк рухи үрҙәргә күтәрелгән. Үҙ ғүмерендә ауыр һәм ғазаплы һынауҙар аша үткән Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Аллаһу Тәғәләнең ғаләмдәге иң күркәм яратылмышы, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең дә имамы булып тора һәм «Хәбибуллаһ» (Аллаһу Тәғәләнең Һөйөклөһө) исеменә лайыҡ була.

Илаһи мөхәббәттән остоҡ ҡына булһа ла үҙ өлөшөн алғандар, һис шикһеҙ, ҡанаттарын кирә һәм Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) рухиәте күктәренә күтәрелә. Илаһи мөхәббәт бәрәкәтенән мәхрүм булғандарға иһә татлы бал да әсе ағыу булып күренә.

          Хәбәрҙар булмағандар «үлем» тип атаған нәмә - тәҡүәләр өсөн Һөйгәненә әйләнеп ҡайтыу ул.

Фани донъяла әҙәмдәр менән булған хәлдәр индивидуаль һәм һәр осраҡта ваҡиға уртаһында ҡалған шәхестең эске халәтенә бәйле. Мәҫәлән, берәүҙең һуңғы һулышын күргән ғәҙәти кешеләр уны үлем тип ҡабул итә, ә яҡты рухиәтлеләр өсөн ул – Раббыһы менән осрашыу мәле. Мәүләнә Руми быны күтәренке рухлы нәсихәтеңдә асып һала:

«Тәнемде ерләргә алып барғандарын күрһәң, фани донъя өсөн һағышлана, тип уйлама! Донъя менән хушлашҡанға ҡайғыра, тип уйлама!»;

«Донъя ҡуйыуым хаҡында ишетһәң, аслан илама! «Ох, ниндәй ҡайғы!»-тип әйтмә. Аллаһ һаҡлаһын, әгәр мин түбәнге рухиәтемдең нәфселе теләктәренә эйәреп, шайтан тоҙағына эләкһәм, бына шул турала ҡайғырырға кәрәк!»;

«(Йәнем, ҡанаттарын киреп, еңел һулап, Раббыһына осһа), «Хуш мәңгегә!»-тип әйтмә. Бел: был мәл – хушлашыу түгел, ә Раббым менән көтөп алынған осрашыу!»;

«Мине ер ҡуйынына тапшырғас, аслан «Хуш!»-тип әйтмә. Ҡәбер – мәңгелек донъя пәрҙәһе генә, йәннәт баҡсаһы
пәрҙәләре!»

«Ҡояш батышын күҙәтеп, таңды күрергә өйрән! Шуны төшөн: ҡояш һәм ай, ваҡытлыса батып, сағыу яҡтылығын юғалтмайынса, яңынан ҡалҡа.»;

 «Ғүмер батышы кеүек күренгән үлем, асылда – мәңгелек тормош таңы!»;

 «Ҡәбер – ерҙәге соҡор, ул тар зиндан һымаҡ күренә, ә асылда – ер ауырлыҡтарынан, ғазаптарынан ҡотолоп, йәнең тыныслыҡ таба торған урын!»;

«Ергә ташланған орлоҡ шытып сыҡмай ҡалырмы? Улайһа, ер ҡуйынындағы кеше хаҡында ни өсөн шигең бар?»;

«Һыу менән тулы ҡойоға төшкән күнәк буш килеш сығырмы? Ҡойола булыу күркәм Йософҡа (ғәләйһис-сәләм) зыян һалдымы ни?»;

«Фани донъяла ауыҙыңды йом, мәңгелек донъяла иркен һула! Бынан түбән бөтә хәстәрең һәм эштәрең – ваҡыт та, арауыҡтар ҙа булмаған теге донъяла!»

Һөйгән Раббыһы менән осрашыуға уҡталған, ҡанаттарын яҙған халәттә Мәүләнә Руми ғүмер кисерә:

«Йәнләндем мин үлемде еңеп; күҙ-йәш түгеп, бәхетем таптым. Раббым мөхәббәте менән нурландым, татып уны, мәңгелеккә эйә булдым!»

Был донъялағы иң ҙур табыш шул була инде: Илаһи мөхәббәткә эйә булып, рухиәтеңде ҡабат тергеҙеү. Шул халәттә, Раббыңа рәхмәтле булып, сәждәгә китеү.

                   Иң бөйөк һынау

Фани донъялағы кеше өсөн иң ҙур һынау – рухиәтеңдең мөхәббәт һәм хәҡиҡәтте танып белергә ынтылыуы менән һыналыуы. Ул һынауҙы уңышлы үткәндәргә ер бәләләре ауырлыҡ килтермәҫ. Уларҙың фани донъя тормошо Раббыһына табан илһамлы сәйәхәткә әйләнер һәм ғүмерҙәренең һәр мәле Илаһи мөхәббәт менән тулы булыр.

                 Орлоҡ ерҙә үҫә

Һәр ғилем орлоҡ шикелле. Орлоҡ, сәселмәйенсә, амбарҙа һаҡланһа, шул уҡ орлоҡ булып ҡаласаҡ, кимереүселәр һәм бөжәктәр өсөн емгә әйләнеүе лә ихтимал. Китап кәштәләрендә һаҡланған ғилем шул орлоҡтарға бәрәбәр. Әммә тупраҡҡа сәселһә, улар шытып сығыр, үҫентеләр һоҡланғыс ағастарға әүерелер. Был үҫентеләр һымаҡ, Илаһи мөхәббәт нурынан кешеләр күңелендә рухиәттең йәш үҫентеләре тамырланыр. Ошо тәҡүәләр янында бөтә нәмә рухиәт баҡсаһына әйләнер, ерҙә төйәкләнгәндәр өсөн ул баҡсалар мул емеш бирер.

Эй, Раббым! Ер тормошобоҙҙа рухи мәғрифәт тулы йөрәктәребеҙ менән Мөхәббәтеңде тойоп йәшәргә насип ит! Ер ыҙаларын – ләззәткә, көйөнөстәрҙе – шатлыҡҡа, хаталарҙы – игелеккә, ерҙәге яңғыҙлыҡ һағышын Һинең менән осрашыу өмөтөнә әйләндергән Мөхәббәтең бәрәкәтенә лайыҡлы ит беҙҙе! Һөйөклө Илсең Мөхәммәт Мостафаны (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һөйгәндәр иҫәбенән итеп Үҙеңә ҡайтар беҙҙе! Мөхәббәтең менән нурландыр беҙҙе һәм Үҙеңде, Үҙең нисек лайыҡлы тип иҫәпләһәң, шул килеш яратыу бәхетен бир!

Әмин!











Комментариев нет:

Отправить комментарий