понедельник, 26 ноября 2018 г.

Тыңла әле, ағзаларыбыҙ беҙҙең менән һөйләшә






Тулы һыулы йылға шаршылары, сағыу яҙғы ҡояш аҫтында йәйғор төҫтәре менән емелдәп, нимә хаҡында гөрөлдәй; сауҡалыҡтарҙағы, имәнлектәрҙәге япраҡтар нимә тураһында гәп һата?
         Ҡоштар моңо, безелдәгән бал ҡорттары һәм бөжәктәр симфонияһынан беҙ нимә аңлайбыҙ?
Һеҙ, бәлки, кешеләр генә һөйләшә белә, тип уйлайһығыҙҙыр? Юҡ, әлбиттә, ғаләмдәге бөтә барлыҡ һөйләшә, һәр береһе үҙ телендә һөйләшә. Тупраҡ та, хатта яңы шытып сыҡҡан бойҙай үренделәре лә:
- Мине Хаҡ Тәғәләм бар ҡылды, үҫеп еткәс, өлгөргәс, мин табынығыҙға яңы бешкән икмәк булып килермен.
Йырғанаҡтар һәм йылғалар сылтырауында беҙ шуны ишетәбеҙ:
- Беҙ, бөтә тәнегеҙ буйлап таралып, һәр күҙәнәккә туҡлыҡлы матдәләрҙе һәм кислородты ташыған ҡан тамырҙары шикелле, барса ер өҫтөнән ағабыҙ, ерҙе йәшеллеккә күмәбеҙ, һыу менән яңы тормош алып киләбеҙ.
Һис шикһеҙ, Аллаһу Тәғәләнең һәр яратылмышы кеүек, тәнебеҙ ҙә һөйләшә ала. Тәнебеҙҙәге һәр ағзаның һәр кеше аңларлыҡ телдә һөйләшә алыуы тураһында Изге Ҡөрьән аяттары ла шаһитлыҡ ҡыла:
«Аллаһҡа ҡаршылар (мөшриктәр, кәферҙәр, дәһриҙәр) утҡа (йәһәннәмгә) ташланаһы Көндө бер урынға килтерелер. Ниһайәт, шунда барғас, ҡолаҡтары, күҙҙәре һәм тиреләре уларҙың (донъяла ҡылған) яманлыҡтарына шаһит буласаҡ. Улар үҙҙәренең тәненә әйтер:
«Ни өсөн һин миңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылаһың?»
Тән әйтер:
«Һәр нәмәне һөйләштерә торған Аллаһ беҙҙең дә телебеҙҙе асты, үә Ул – Аллаһ - әүүәл мәртәбәлә һеҙҙе халыҡ ҡылды, ҡәберҙәрегеҙҙән ҡубарылғас та, шул Аллаһуға ҡайтырһығыҙ,»-тип.
Һеҙ донъяла боҙоҡ эштәрҙе кешеләрҙән йәшереп, ҡасып эшләнегеҙ, әммә Аллаһуҙан һәм үҙегеҙҙең ағзаларығыҙҙан йәшерә алманығыҙ, һәм ул ағзаларығыҙ Ҡиәмәт көнөндә өҫтөбөҙҙән торорҙар һәм шәһаҙәт бирерҙәр, тип уйлап ҡараманығыҙ, һеҙ ҡылған боҙоҡ эштәрегеҙҙең күберәген Аллаһ белмәйҙер, тип уйланығыҙ. Аллаһ беҙҙең боҙоҡ эштәребеҙҙең күберәген белмәйҙер, тигән занығыҙ һеҙҙе бөгөн һәләк итте, бының өсөн хәсрәтләнеүсе үә ҡайғырыусы булып әүерелдегеҙ.» (Фуссиләт (Аңлатылды), 19-23)
Был аяттарҙан, аңлашылғанса, тәнебеҙҙәге һәр ағза һөйләшеү һәләтенә һәм үҙенә генә хас хәтергә эйә. Әҙәмдең ағзалары үҙҙәренең функцияһын да, беҙҙең уларға мөнәсәбәтебеҙ ниндәй булырға тейешлекте лә, үҙ тәғәйенләнештәре хаҡында Аллаһ алдында яуап тоторға тейешлекте лә бик яҡшы белә.
Тимәк, үҙ хеҙмәтебеҙҙәге ағзаларыбыҙҙы ишетә һәм аңлай белеү лазым. Әгәр беҙ ошо бурысты Хисап көнөнә ҡалдырһаҡ, һис шикһеҙ, һуң буласаҡ һәм бер нимәне лә беҙ инде төҙәтә алмаясаҡбыҙ.
Бәс, шулай булғас, ағзаларыбыҙ хәбәрен ишетәйек, улар һөйләйәсәк серҙәрҙе беләйек!
Шым-шырыҡ! Ағзаларыбыҙҙың һөйләшкәнен иғтибар менән тыңлайыҡ!..

Доктор Фаруҡ Кангер


Күҙҙәр бәйәне

Беҙ – һеҙҙең күҙҙәр. Беҙ – һеҙҙең ҡарамаҡтағы иң мөһим ағза. Әлеге мәлдә был китапты һеҙ беҙҙең ярҙам менән уҡыйһығыҙ. Беҙ – камиллығы буйынса иң яҡшы оптик приборҙарҙарҙан мең тапҡыр артыҡ булған Илаһи яратылмыш мөғжизәһе. Һеҙ ошо юлдарҙы уҡый алһын өсөн, мейе менән бергәләп ғәләмәт күп ғәмәл ҡылыуыбыҙҙы, моғайын, аңлап та етмәйһегеҙҙер.
Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙҙе, һеҙ файҙалана алһын өсөн, иң гүзәл һәм иң камил сүрәттә бар ҡылған. Әсә ҡарынындағы формалаша башлау осорон һеҙ инде хәтерләмәйһегеҙ.  Ул мәл һеҙгә 40 ҡына көн ине. Ә беҙ яралғылағы һеҙҙең башығыҙ буласаҡ урында ике ҡара нөктә кеүек кенә инек. Беҙ тулыһынса формалашһын өсөн, күп аҙналар үтте.
Беҙ – күҙҙәр формалашырға тейешле күҙәнәктәр - тәғәйенләнгән урында нисек бергә ойоша алдыҡ? Кем беҙҙе бергә йыйҙы? Ни хәл беҙ ҡолаҡ, йә булмаһа ауыҙ, йә булмаһа баш мейеһе эсендә пәйҙә булманыҡ? Нервы, тамыр һәм пигмент күҙәнәктәре кәрәкле урынды ҡайҙан тапҡан?
Хәҙер беҙ һеҙгә барыһын да һөйләп бирербеҙ: күҙҙең төҙөлөшөн һәм формалашыу стадияларын ғаләмдә кесеһен дә, олоһон бар ҡылған Аллаһ яралтҡан. Тап Уның Илаһи планы буйынса мөгөҙсә, күҙ яҫмығы, күҙ ағы, быяла һымаҡ тән, күҙ тамырҙары һәм нервылары, һәм шулай уҡ күҙ ҡабаҡтары һәм йәш биҙҙәре барлыҡҡа килгән. Илаһи проектта бер генә хата һәм кәмселек тә юҡ. Ул – Аллаһ - һәммәһен иң камил һәм күркәм сүрәттә барлыҡҡа килтергән.

Уйланайыҡ: ҡарашыбыҙ ҡайҙа төбәлгән

Беҙ булмаһаҡ, тормошоғоҙ ниндәй булыр ине? Был турала уйлап ҡараманығыҙмы? Һеҙ уҡый ҙа, яҙа ла, йүгерә лә алмаҫ инегеҙ… Фильмдар ҡарай алмаҫ инегеҙ. Атай-әсәгеҙ, ағай-энегеҙ, апай-һеңлеләрегеҙҙең йөҙө ниндәй булыуын белмәҫ инегеҙ. Ашаған алма, емешегеҙҙең төҫө лә сер булып ҡалыр ине. Күк көмбәҙе һәм икһеҙ-сикһеҙ океан зәңгәрлеге ни ҡәҙәр йәмле булыуын да һис ҡасан белмәҫ инегеҙ.
 Шулай ҙа, ниндәй маҡсат менән беҙ һеҙгә бүләк итеп бирелгәнбеҙ? Һеҙгә Күреү һәләтен биреүсенең теләге ниндәй? Беҙ бит Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең уғата оло бүләге. Беҙҙең арҡала һеҙ төнгө күк йөҙөн биҙәгән ай, йондоҙҙарҙы, төрлө төҫтәр менән балҡыған сағыу йәйғорҙо, ойошоп, ергә ямғыр булып яуасаҡ аҡ болоттарҙы күрәһегеҙ һәм быларҙың һәммәһе өсөн Хаҡ Тәғәләбеҙгә рәхмәт уҡыйһығыҙ. Иртән бар донъяны нурға күмеп ҡалҡҡан Ҡояшты, ә кисен уның офоҡ артына батыуын күҙәтеп, һеҙ һоҡланып әйтәһегеҙ: «Раббыбыҙ! Һин быларҙы бушҡа ғына яралтманың. Һине тәсбих итәбеҙ!» (Алү Ғимран (Мәрйәмдең атаһы), 191) Әллә һеҙ күктең һәм ерҙең яратылышы хаҡында уйланмайһығыҙмы?
Аллаһу Тәғәләнең һеҙгә биргән һәр бер бәрәкәте кеүек, беҙ ҙә үҙенә күрә бер һынау. Ғүмерегеҙҙең аҙағына етеп, һуңғы һулышығыҙҙы алғас, тормошоғоҙ мәңгелек донъяла башланасаҡ. Әхирәттә һәр әҙәм беҙҙе нисек ҡулланыуы хаҡында хисаплама бирәсәк: яҡшы ғәмәлдәр өсөн ҡулланғамы ул беҙҙе, әллә насар ғәмәлдәр өсөнмө. Һеҙгә ҡараштарығыҙҙың ҡайҙа төбәлеүе тураһында хисаплама бирергә кәрәк буласаҡ. Ул көндө Аллаһу Тәғәлә беҙгә әмер бирәсәк:
 - Эй, күҙҙәр! Фани донъяла нимәгә ҡараһағыҙ, миңә шуларҙы күрһәтегеҙ!
Ул көндө беҙ, кешенең бөтә ағзалары кеүек үк, һөйләү һәләтенә эйә булырбыҙ һәм үҙ бәйәнебеҙҙе башларбыҙ:
 - О, Раббым! Был, һин беҙҙе бүләк итеп биргән ҡолоң, шул-шул урындарҙа Изге Ҡөрьән аяттарын уҡыны. Бер көндө ул, таң ҡыйыла башлағас, мәсеткә иртәнге намаҙға юл тотто. Шул көндө, беҙҙең ярҙам менән, хәйерсене күрҙе һәм уға ашарға бирҙе. Бер төндө Изге Ҡөрьәнде уҡығас һәм шулай уҡ Яратҡан Илсең телгә алынған сохбеттан һуң, ул Уны һағынып иланы.
Ә, бәлки, беҙ былай тип әйтербеҙ:
- Эй, Аллаһ! Ул һинең бер ҡолоңа тәкәбберләнеп ҡарап торҙо. Ә бер көндө ул, беҙҙе файҙаланып, бер кем дә ҡарарға тейеш булмаған нәмәгә ҡараны. Уның бер ғәмәле арҡаһында, беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһҡа баттыҡ.
Быларҙың барыһын да ҡайҙан беләбеҙ, тип аптырайһығыҙмы? Улайһа, аңлатып бирәйек. Атайығыҙҙың бик күп йылдар элек бүләк иткән ҡиммәтле бүләге әле лә хәтерегеҙҙә, шулай бит. Әсәйегеҙҙең иркәләүен, яғымлы һүҙҙәрен дә онота алмайһығыҙ. Ә бөтә хәтирәләрегеҙҙе һеҙ ҡан тамырҙары һәм нерв күҙәнәктәре епсәләре менән сыбарланған май туҡмаһынан торған мейегеҙҙә һаҡлайһығыҙ. Беҙҙең ярҙам менән һеҙ күргән нәмәләрҙе беҙ ҙә хәтеребеҙҙә һаҡлайбыҙ. Өҫтәүенә Кирамән-кәтибин (ғәләйһис-сәләм) исемле фәрештәләр ғүмерегеҙ эсендәге бөтә ғәмәлдәрегеҙҙе яҙып бара. Әлбиттә, был донъяла күргәндәрегеҙҙе һеҙ онотаһығыҙ, әммә беҙҙең хәтерҙән бер нәмә лә юйылмай, беҙ һәммәһен нисек бар шул килеш иҫләй алабыҙ. «Эй, күҙҙәр! Фани донъяла нимәгә ҡараһағыҙ, миңә шуларҙы күрһәтегеҙ!»-тип Раббыбыҙ бойороу менән, беҙ һәммәһен ентекләп бәйән итә башлаясаҡбыҙ. Был хәҡиҡәт хаҡында Изге Ҡөрьән шулай тип хәбәр итә:

 «… ҡолаҡтары, күҙҙәре һәм тиреләре, уларҙың яманлыҡтарына шаһит буласаҡ…Тән әйтер: «Һәр нәмәне һөйләштерә торған Аллаһ беҙҙең дә телебеҙҙе асты.» Иң әүәл һеҙҙе яралтты. Яңынан Уға ҡайтарыласаҡһығыҙ…»

Күҙ йәштәре беҙҙе лә, һеҙҙе лә сафландыра

Беҙ – һеҙҙең күҙҙәрегеҙ – һеҙҙең кәмселектәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләргә теләмәйбеҙ. Һеҙҙең хаҡта тик күркәм һүҙҙәр генә ишетергә теләйбеҙ, шуға күрә Хисап көнөндә үҙегеҙ хаҡында алама һүҙ һөйләргә беҙҙе мәжбүр итмәгеҙ. Күрәһегеҙ бит, Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙҙе барлыҡҡа килтереп, һәммәбеҙ алдына секунд эсендә бер нисә тапҡыр ябыла алған ҡапҡастар – күҙ ҡабаҡтары урынлаштырған. Харамға юлыҡһағыҙ, ярамаған картиналар хәтерегеҙҙә ҡалмаһын өсөн, ҡапҡастарығыҙҙы яба һалығыҙ. Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте һәм Сикһеҙ Ҡеүәте сағылышы булған нәмәләргә ҡарап уйланығыҙсы. Раббыбыҙҙың тәҡүәле ҡолдары булығыҙ, беҙ ҙә үҙ бәйәнебеҙ менән быны раҫларбыҙ.
Ер өҫтөндә бихисап шишмәләр барлыҡҡа килтергән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә беҙгә лә шишмәләр бүләк иткән. Шул шишмәләрҙән махсус шыйыҡлыҡ ағып сыға – һеҙ, күҙ йәше, тип атайһығыҙ уларҙы. Был мөғжизәле шыйыҡлыҡ беҙҙе йыуа, микробтарҙан әрсәләй. Шулар сәбәбендә беҙ сафланабыҙ һәм һаулығыбыҙҙы нығытабыҙ. Уйлап ҡарағыҙ әле, беҙҙең менән харамға төбәлеп, күңелегеҙҙе таплаһағыҙ, уны нисек пакларһығыҙ? Хәҙер беҙ һеҙгә ул серҙе сисәбеҙ: беҙҙең өҫтөбөҙҙән туҙан һәм микробтарҙы йыуып төшөргән күҙ йәштәре, әгәр ихлас тәүбә ҡылһағыҙ, һеҙҙең йөрәктәрҙән гонаһтарҙы ла йыуып төшөрә ала. Был осраҡта гонаһтарығыҙ хәтерегеҙҙән дә юйыласаҡ. Аллаһу Тәғәлә Үҙе ғәфү иткән гонаһтар өсөн ҡолон ғәйепләмәй. Ҡойоп яуған ямғырҙар ауыл һәм ҡала урамдарын сүп-сарҙан таҙартҡан кеүек, тәүбә йәштәре лә йөрәктәребеҙҙәге гонаһтарҙы йыуып төшөрә.
 Асылда кем һуҡыр?

Иманһыҙлыҡтары һәм Аллаһу Тәғәләгә рәхмәтле була белмәүҙәре сәбәпле беҙҙе тәрән борсоуға һалған ҡайһы бер кешеләр хаҡында һөйләмәксебеҙ. Улар Хаҡ Тәғәләбеҙ бүләк итеп биргән күҙ менән донъяға баға, һәм шунан һорай: «Ә ҡайҙа һуң Аллаһ?» Улар үҙҙәренең хайуандар донъяһы эволюцияһы йәки осраҡлыҡ арҡаһында барлыҡҡа килеүен иҫбатларға тырыша. «Улайһа, үҙ-үҙегеҙгә күҙ яһағыҙ!» тип тәҡдим итһәләр, улар өндәшмәй; күҙгә тиң мөмкинлектәре булған оптик прибор эшләп ҡараһындар. Остоҡ ҡына сүп күҙҙәренә төшөү була, улар мыжый, зарлана башлай… Әммә күҙҙәрҙе һәм уларҙың ҡабаҡтарын, керпектәрҙе, ҡаштарҙы һәм йәш биҙҙәрен барлыҡҡа килтергән Раббыбыҙҙың Ҡөҙрәтен улар танырға теләмәй. Тап улар хаҡында Аллаһу Тәғәлә әйтә:

«Дөрөҫө шул: Беҙ ендәр менән кешеләрҙең күбеһен йәһәннәм өсөн яралттыҡ. Уларҙың йөрәктәре лә бар, ләкин зиһендәре юҡ, күҙҙәре лә бар – күрмәй, ҡолаҡтары ла бар – ишетмәй. Улар хайуандар кеүек, хатта уларҙан да мәхлүгерәк. Сөнки улар ғәмһеҙ, наҙан; Аллаһ һүҙҙәренә иғтибарһыҙ ҡала бирәләр.» (Әғраф Кәртәләр), 179)

Һеҙ күҙҙәре күрмәгән кешеләрҙе һуҡыр, тип иҫәпләйһегеҙ, әммә асылда хәҡиҡи һуҡырҙар – имандан мәхрүмдәр. Эйе, беҙ ҡайһы бер кешеләргә хеҙмәт итә алмайбыҙ. Әммә, һуҡыр булһалар ҙа, ул кешеләр Аллаһты танып белгәндәр һәм Ул билдәләгән юл менән Йәннәткә ынтылалар. Ә йөрәктәре һуҡырҙар, Ер шарындағы барса юл, һуҡмаҡтарҙы асыҡ күрһәләр ҙә, мәңгелек тормошта ҡотолоуға алып барған хәҡиҡәт юлынан күптән аҙашҡандар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий