суббота, 1 декабря 2018 г.

Халҡыма бер хитап. Һаумы, ғәзиз Башҡортом!






Мин – Һинең тыуған ерең – Башҡорт Илемен. Мин Иҙел йылғаһынан Тоболға тиклем, Яйыҡтан Сулманға (Ҡама) тиклем йәйелгәнмен. Һинең бөгөнгө хәлең миндә был хатты яҙыу теләген уятты.

Һин мине танымаһаң, мине үҙемде Һиңә танытайым. Бәлки, Һин был йәшеңә етеп, минең турала уйланыр өсөн хатта ваҡыт тапмағанһындыр.

Һинең олатайҙарың мең йылдан ашыу элек минең өҫтөмә килеп урынлашты. Улар ҡырыҡ ырыу ине. Мин уларҙы бөтәһен дә һөйөнөп ҡаршы алдым. Уларҙың һәр береһе рухлы, инсафлы, әҙәпле үрнәк инсандар ине. Мин уларға үҙемде һәм илемдә булған бөтә байлыҡтарҙы бүләк итеп тапшырҙым, сөнки бар тәбиғәтем: тауҙарым,  далаларым, урмандарым, йылғаларым, күлдәрем, хайуандарым, ҡоштарым, балыҡтарым, ҡорттар-бөжәктәрем - улар Аллаһтың аманаты.

Күңелемә ятҡан уларҙың иң гүзәл сифаты – мосолман булыуҙары ине. Улар Аллаһтың аманатын күҙ ҡараһындай һаҡланы, алъюҫыҡҡа тәләфләмәне, артығын көҫәмәне. Аллаһтың рәхмәтенән өмөт өҙмәйенсә, Уға итәғәт итеп, булғанына шөкөр итеп йәшәне, шуға күрә тормоштары ла иркен булды.  Улар, һуңғы һулыштарына тиклем Рәхимле һәм Шәфҡәтле Раббыбыҙ ҡушҡан әмерҙәрҙе үтәп, Ул тыйған ғәмәлдәрҙән тыйылып, хозур Башҡорт Илендә байманлыҡта йәшәне.

Йотлоҡ килгәндә лә улар, түҙемлек күрһәтеп, бер төптән эш итте, илгә саҡырылмаған ҡунаҡтар ябырылғанда ла, өмөттәрен Бер Аллаһҡа бағлап, йәнен-тәнен аямай илен-ерен берҙәм һаҡланы. Мосолмандарға хас булмаған ғәмәл-ҡылыҡтар халҡыма ят ине. Сабырлыҡ, әҙәплелек, берҙәмлек, баҫалҡылыҡ, кәрәк тә саялыҡ, ҡыйыулыҡ – Башҡортомдоң төп сифаты булды.

Хисап көнө етеп, Аллаһ ергә, йәғни миңә, кешеләрҙең үҙ өҫтөмдә ҡылған ғәмәлдәре хаҡында хисаплама һорай башлаһа, мин уларҙың фиҙакәрлеген, киң күңеллелеген, ҡунаҡсыллығын маҡтап, батырлыҡтарын, әҙәпле булыуҙарын данлап телгә аласаҡмын.

 Әммә бөгөнгө хәлемде, эй Башҡортом, Һин белһәң ине... Мин Раббыма һәр көн доға ҡылам: «Мине упҡын хәленә килтергән был башҡорттарҙың ҡайһы берәүҙәрен йоторға рөхсәт ит», - тиеп. Халҡымдың минең өҫтөмдә ирәйеп йәшәп тә ҡылған оятһыҙлығына, тәртипһеҙлегенә, эскелеккә батып ҡылған ҡыланыштарына түҙә алмайым. Ни ҡылайым, Аллаһ, мине түшәп, Ҡиәмәткә тиклем сабит булыуымды әмер ҡылды. Мин Аллаһҡа буйһонам, ләкин һеҙҙең ерәнгес, күңел болғатҡыс хәлеғеҙҙе үҙегеҙгә аңлатып биргем килә... Был хәлгә сәбәпсе булған һәр берегеҙгә аңлатҡым килә...

Эй, балаларыма ризыҡ табайым тип, кибетендә араҡы-һыра һатыусы Ҡыҙым! Һин үҙеңде башҡортмон, мосолманмын тип иҫәпләйһең икән – тыңла мине. Был донъяла иң гүзәл кешенең – Аллаһтың иң һөйөклө Пәйғәмбәренең (Аллаһтын салауаттары һәм сәләмдәре уға насип булһын) һүҙҙәрен тыңла:

«Аллаһ Илсеһе (Аллаһтың салауаттары һәм сәләмдәре уға насип булһын) хәмер менән бәйле ун кешене ҡарғаны: хәмер эшләүсене, уны эшләүҙе һораусыны, уны эсеүсене, уны ташыусыны, уны үҙенә ташытыусыны, уны ҡойоп биреүсене, уны һатыусыны, шунан килгән харам милекте ашаусыны, хәмер һатып алыусыны һәм һоратып алдырыусыны.»

Инсандарҙың иң ышаныслыһы Мөхәммәт Мостафа (Аллаһтын салауаттары һәм сәләмдәре уға насип булһын) араҡы, шарап һәм һыра (хәмер) һатыусыларҙы, сәмәй ҡойоусыларҙы ләғнәтләгән икән, һин, Ҡыҙым, ниндәй ризыҡ табырмын тип хыяллаһың ул? Һин һатҡан хәмерҙе эсеүҙән тарҡалған ғаилә балаларының күҙ йәштәре Һиңә, Һинең ғаиләңә төшмәҫ, тип өмөтләнәһеңме? Ҡатынына, балаларына тынғы бирмәйенсә, төндәр буйы тулаған эскесенең шашыуҙары Һинең өйөңә лә бер көн килеп кермәҫ, тип ышанаһыңмы? Халҡыбыҙҙы йәш кенә көйө ҡырған яман-шеш (рак) бер көн яҡындарыңа ошо ләгнәтләнгән аҡса аша йоҡмаҫмы?... Хәмер һатыуҙан килгән аҡсаға алынған һәр йотом ризыҡ һинең тәнеңә, ғаиләң әһелдәренең тәненә ҡарғыш менән үтеүен тоймайһыңдыр, моғайн. Шул хәрәм килемгә төҙөлгән өйөңдә тыныслыҡ, хозурлыҡ булмауының сәбәбен белеп етмәйһеңдер, бәлки...

Ул саҡта ауылыңдың, ҡасабаңдың зыяратына барып урап ҡайт. Ҡәберлеккә кергәс, иғтибар менән ҡәбер таштарына күҙ һал. Күрәһеңме: үҙенә-үҙе ҡул һалып, был донъянан айырылған йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар, иҫерек килеш машинаға ултырып, һәләкәткә тарығандар, төндә ата-әсәһе эсеп йоҡлап, үҙ өйөндә янып үлгән сабыйҙар, араҡы алырлыҡ пенсия аҡсаһы өсөн улдары тарафынан туҡмалып үлтерелгән инәйҙәр, иҫереп бер-береһен бысаҡ менән сәнсеп үлтергәндәр... Зиһенеңде туплап төшөн, бәлки, был ҡәберҙәрҙә яфа сигеүсе таныштарың фани донъялағы һуңғы араҡы шешәһен һинән һатып алғандыр...

Ваҡыт табып, етемдәр йорттарын  барып күр. Унда күпме эскесе ғаиләләренән дәүләт бағымына алынған сабыйҙар атай-инәй шәфҡәтен татымай бисара хәлендә йәшәй...

Бәлки, әйтерһең: «Беҙ тик күңел асыр өсөн хәмер эсәбеҙ... Байрамдарҙа, туған көн юбилейҙарында, шатлыҡлы осраҡтарҙа...»

 Әйе, һеҙ, туғандарғыҙ, яҡын таныштарығыҙ менән йыйылышып, шул шайтан (әғүҙү билләһи) нәжесен эсәһегеҙ, был донъяға яңы килгән баларығыҙҙан хатта оялмайынса, бер-берегеҙгә «изге теләктәр» әйтештереп ҡыланаһығыҙ... Әммә белегеҙ: Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ (Аллаһтың салауаттары һәм сәләмдәре уға насип булһын) иҫкәрткән: «Әгәр әҙәм бер тапҡыр хәмер эсһә, уның доғалары, изге эштәре һәм башҡа яҡшы ғәмәлдәре 40 көн буйы ҡабул ителмәй, әгәр икенсе тапҡыр эсһә, Аллаһ доғаларын, изге эштәрен 80 көн буйы ҡабул итмәй, әгәр ҙә ки өсөнсө тапҡыр эсһә, Аллаһ доғаларын, изге эштәрен 120 көн ҡабул итмәй.»

Эй, Башҡортом, тағы ла нисек һиңә аңлатайым үҙемдең ҡайғымды. Был ҡыҫҡа ғына тормошоң бер көн килеп тамаланыр, Аллаһ ҡашына баҫырһың һәм барса ғәмәлдәрең өсөн ентекләп хисап бирерһең. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ (Аллаһтың салауаттары һәм сәләмдәре уға насип булһын) беҙгә, мосолманларға былай тип белдергән:

«Ҡиәмәт Көндө мәхшәр майҙанына  эскесене килтерерҙәр – уның йөҙө ҡара, аҡайған күҙҙәре күк төҫтә булыр, теле түшенә ҡәҙәр һалынып торор, ауыҙынан ҡоҫҡолоғо ағып торор, унан аңҡыған һаҫыҡ еҫтән һәр кем ытырғаныр. Эскесе менән иҫәнләшмәгеҙ, ауырыһа, барып хәлен белмәгеҙ һәм уға йыназа намаҙы уҡымағыҙ.»

Эйе, был - баҡый донъяларҙағы эскесенең хәле... Әммә, Һин, башҡорт, туҡта һәм тирә-яғыңа баҡ... «Уның йөҙө ҡара, аҡайған күҙҙәре күк төҫтә булыр, теле түшенә ҡәҙәр һалынып торор, ауыҙынан ҡоҫҡолоғо ағып торор, унан аңҡыған һаҫыҡ еҫтән һәр кем ытырғаныр» - шундай ҡиәфәтле башҡорттар бар инеме элекке замандарҙа?

Ә хәҙер һиңә бер нисә һүҙем, бөйөк рухлы ҡаһарман башҡорт ирҙәренең бөгөнгө тоҡомона... Һинең әйтереңде беләм: «Эш юҡ, аҡса юҡ, ауыр тормошом... шуға эсәм...» Ә Һин халҡың өсөн нимә эшләнең, уға ниндәй файҙа килтерҙең? Һинең яҡшы дуҫтарың юҡ, сөнки Һинең һымаҡ әшәке заттар менән һис кем дуҫ булырға теләмәй... Һинең шешәләш дуҫтарыңдың тик бер вазифаһы бар – һине һаҫыҡ упҡынға осороу. 30-35 йәштә ирҙәр -  донъя тотҡаһы, ә һин, хәйерселәнеп, араҡы өсөн аҡса тәләнселәйһең. Ҡатының менән айырылдың, ҡатыныңдың туғанадары һине күрә алмай. Һине һөйөүсе бәләкәй балаларың ҡалды, әммә уларҙың һине күреү теләге сабый мөхәббәтенә генә бәйле. Улар, үҫә бара, һинән ояла башларҙар, а инде һуңынан нәфрәттән башҡа һиңә тойғолары ҡалмаҫ...

Үҙеңдең туғандарыңды, күршеләреңде һин туйҙырып бөтөрҙөң, һин һәр кеше өсөн бер сүп, ихтыярһыҙ алкаш. Һин бәләкәй малай һымаҡ – йәшәү өсөн әле эшләргә өйрәнмәнең, был донъя ғәҙелһеҙлек менән тулы, һине аңлаған кеше юҡ...

Туғандарың һинән биҙҙе, һинең менән һис кем аралашырға теләмәй. Һине һөйгән, был ғәрип тормошоңда һиңә хыянат итмәүсе тик бер кеше ҡалды – һине тыумышыңдан алып һөйөүсе яңғыҙ әсәйең... Һинең дә уға ҡарата тик бер вазифаң ҡалды - шул эскелегең менән рәнйетеп, уны үлемгә дусар ҡылып, табутҡа һалып ҡуйыу... Уны минең ҡуйынымдағы ҡәберенә ҡуйғас – тағы ла хәмереңде эсеп, «поминки» үткәреү...

Бына шулай хәлем, ғәзиз Башҡортом! Әйтеремде әйттем. Үҙ хәлемде һәм һинең ҡылыҡтарыңды аңлаттым. Был донъяла эштәрең бөтөп, минең ҡарыныма кереп ятҡас: «Эй, тыуған Ерем, эй тыуған Башҡорт Илем, ниңә минең рухым күңелемдә, аҡылым башымда, көс-ҡеүәтем тәнемдә булған саҡта быны һөйләмәнең», - тип үтенеп ялбарма... Рухың тәнеңдән айырылып, Сал Урал өҫтөнә күтәрелгән саҡта, был һүҙҙәремде мотлаҡ хәтерләрһең...

                            Һау бул! Һинең тыуған ерең – Башҡорт Иле.
                            (декабрь, 2018, Айҙар Ғәййәр)


Комментариев нет:

Отправить комментарий