Тәҙрәләрҙе асығыҙ
Беҙ – һеҙҙең ҡолаҡтарығыҙ. Беҙҙең ярҙам менән һеҙ
тирә-йүндәге барса тауышты ишетәһегеҙ: яҙғы баҡсала һандуғастың һоҡланғыс
моңон, таштар араһынан сылтырап аҡҡан шишмә тауышын, ағастар ҡыштырлауын, йәшен
йәшнәүен… Беҙ булмаһаҡ, һеҙ Хаҡ Тәғәләбеҙҙе һәм Уның Һөйгән Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) данлаған гүзәл
һүҙҙәрҙе ишетә алмаҫ инегеҙ. Һеҙ ул саҡта, ғөмүмән, кешеләрҙең тауышын ишетә
лә, һөйләшә лә алмаҫ инегеҙ. Беҙ – әйтерһең дә, тышҡы донъяға асыҡ тәҙрә.
Беҙҙең ярҙам менән һеҙ үҙегеҙгә төбәлгән телмәрҙе ишетәһегеҙ, тирә-йүндәгеләр
менән аралашаһығыҙ.
Донъялағы иң күркәм исемдәр тураһында уйлап
ҡарағанығыҙ бармы? Бәлки, ҡайһы берәүҙәрегеҙ уларҙы донъяға килгәс тә ишеткәндер,
икенселәрегеҙ – һуңыраҡ. Ишетеп тә онотоуығыҙ ихтимал, ә беҙ бер ишетеүҙән
уларҙы хәтеребеҙгә һалып ҡуйҙыҡ: «Аллаһу Әкбәр! Аллаху Әкбәр!.. Әшһәдү әлләә
иләәһә илләллаһ… Әшһәдү әннә Мүхәммәдән Расүүлүллаһ…»
(Аллаһ бөйөк! Бер Аллаһ Тәғәләнән башҡа ғибәҙәт ҡылырлыҡ зат юҡлығына һәм
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Уның ҡоло һәм Илсеһе икәнлегенә таныҡлыҡ бирәм.)
Мосолман ғаиләһендә бәпәй тыуғас та, уның ҡолағына эйелеп, ошо һүҙҙҙәрҙе
әйтәләр. Тап шул саҡта, беҙ тәүге тапҡыр Аллаһу Тәғәләбеҙҙең Гүзәл исемдәрен
һәм Уның Һөйгән Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) исемен ишетәбеҙ. Ул
исемдәр һәр саҡ иҫебеҙҙә.
Улар тейешле урында
торамы?
Ҡолаҡтарҙың ни өсөн баштың ике яҡ ҡырында урынлашыуы
тураһында уйлап ҡарағанығыҙ булманымы? Ә уның сере бар: эске ҡолаҡта кәүҙәнең
пространствола дөрөҫ тотолошон һәм атлағанда, тыныслыҡ хәлендә тигеҙлекте
тәьмин итеү маҡсатын атҡарған «вестибуляр аппарат» тип аталған ағза бар. Әгәр
был парлы ағзалар симметриялы рәүештә урынлашмаһа, әйтәйек, бер ҡолаҡ – түбәлә,
ә икенсеһе эйәктә булһа, һеҙ, иҫерек әҙәмдәй, ауа-түнә йөрөр инегеҙ.
Әммә Раббыбыҙ ишетеү ағзаһын иң күркәм һәм камил
сүрәттә барлыҡҡа килтергән. Ул беҙҙе, һеҙ алыҫтағы тауыштарҙы ишетә алһын өсөн,
кәүҙәнең иң өҫкө өлөшөндә, төрлө яҡтан килгән тауыштарҙы ла ишетә алһын өсөн,
башығыҙҙың ике яҡ ҡырында урынлаштырған. Аллаһ ҡолаҡ япрағын буранка рәүешендә
бар ҡылған, ул тауыш тулҡындарын ҡолаҡ ярыһына йүнәлтә, ә тегеһе - урта
ҡолаҡҡа. Ишетеү аппаратында мәғлүмәттәрҙе мейегә тапшырыусы 30 мең самаһы
ишетеү нервыһы бар. Мейе алынған мәғлүмәт шифрын уҡый, һәм һеҙ тауыш тулҡындары
тирбәлеүен кеше телмәре итеп ҡабул итәһегеҙ.
Изге Ҡөрьән аяттарын уҡығанда, беҙ онотолабыҙ, шатлыҡ
һәм ләззәт кисерәбеҙ.
Сит-ят тауыштар бармы?
Аллаһу Тәғәләнең, беҙҙе бар ҡылғанда, секундына 20-нән
кәм булмаған һәм 20 меңдән артмаған сикле даипазон йышлығындағы тауыштар
тирбәлеүен генә ҡолаҡтар ҡабул итә алырлыҡ итеп хәстәрлек күреүендә Уның һеҙгә
ҡарата ни ҡәҙәр бөйөк мөхәббәте һәм мәрхәмәте сағылыш табыуын беләһегеҙме икән?
Мәҫәлән, ҡырмыҫҡаларҙың шығыр-шығыр хәрәкәт итеүен беҙ тоймайбыҙ. Шулай уҡ
Ерҙең үҙ күсәре тирәләй һәм Ҡояш системаһындағы хәрәкәте ваҡытындағы геүләүен
беҙ ишетмәйбеҙ. Әгәр ҙә барса шул шау-шыуҙы һәм тауыштарҙы ишетһәгеҙ, тормошоғоҙ
ниндәй булыуын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Меңәрләгән ҡырмыҫҡаның ер өҫтөнән
ҡыштырлап йөрөүе генә лә тотош ғәскәри подразделениеның сафта үтеүенә бәрәбәр
булыр ине. Ә ауырлығы 6 секстиллион тонна (6 х 1021тонна)
самаһы булған Ер үҙ күсәре тирәләй даимән гөрһөлдәп әйләнгәнен ишетһәгеҙ,
тормошоғоҙ ниндәй булыр ине? Ҡолаҡ тондорғос ул шау-шыу тормошоғоҙҙо ғазапҡа
әйләндерер ине.
Ә хәҙер тәжрибә
үткәреп ҡарайыҡ. Радиоғыҙҙы ҡабыҙығыҙ һәм берәй тулҡынға көйләгеҙ. Иғтибарлап
тыңлаһағыҙ, саҡ-саҡ һиҙелерлек сит-ят тауыштарҙы ла ишетерһегеҙ. Радиоалғысты
ҡолағығыҙға яҡыныраҡ килтерегеҙ, уның күпме шау-шыуҙы тотоп алыуын тояһығыҙмы? Әммә
ҡолаҡтарығыҙ үҙ эшен атҡарғанда, һеҙ шытырлау ҙа, шығырлау ҙа, һыҙғырыу ҙа,
башҡа тауыштарҙы ла ишетмәйһегеҙ. Беҙҙе Хаҡ Тәғәләбеҙ, тауыш тулҡындарын ҡабул
иткәндә һәм тауыш мәғлүмәтен үҙәк нервы системаһына тапшырғанда, бер ниндәй
тотҡарлыҡ һәм тауыш барлыҡҡа килмәҫлек функциялар биреп, камил рәүештә
яралтҡан. Бына ни өсөн беҙ Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең бөйөк мөғжизәләренең
береһе.
Аллаһтың һәр бер яратылмышы камил, кәмселеге,
етешһеҙлеге юҡ. Нисек итеп был тире менән ҡапланған буранка рәүешендәге
кимерсәктән торған ғәжәйеп ағза тауыш тулҡындарын йыя һәм нервы епсәләре аша
тышҡы донъя мәғлүмәттәрен ҡабул иткән мейегә алып барып еткерә? Аптырарлыҡ хәл:
күп йылдар үткәс тә, беҙ элек ишеткән тауыштарҙы иҫкә төшөрә алабыҙ. Раббыбыҙҙың
бихисап серҙәренең береһе генә был, фән ул серҙе һаман аса алмаған әле. Ишетеү
һәләте – Хаҡ Тәғәләбеҙҙең оло-ғара бүләге, ул бүләкте кемдер берәү байлыҡҡа
алмаштырырға теләрме икән?
Фани донъяла нимә
тыңлағанығыҙҙы беләсәкбеҙ!
Теләйһегеҙме, беҙ һеҙгә үҙебеҙҙең серебеҙҙе асабыҙ? Беҙҙең
иң яратҡан шөғөлөбөҙ – Изге Ҡөрьәнде тыңлау. Хаҡ Тәғәләбеҙҙең күркәм телмәрен
тыңлап, беҙ, онотолоп, шатлыҡ һәм ләззәткә сумабыҙ.
Ислам таңы яңы атып килгәндә, боттарға табынған ҡайһы
бер мөшриктәр Изге Ҡөрьән яңғыраған ерҙәрҙә йөрөмәҫкә ант иткән, сөнки уны
тыңлағандар, күркәм телмәр һәм тәрән хикмәт тулы аяттар көсөнә ҡаршы тора
алмаған, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, иман юлына баҫҡан. Мөшриктәр, анттарына
ҡарамаҫтан, ҡараңғы урамдар буйлап килеп, тәүге мосолмандарҙың береһенең өйө
янына боҫоп, ләззәтләнеп, Илаһи аяттарҙы тыңлаған. Улар Илаһи хитапты тыңлауҙан
бер нисек тә тыйыла алмаған. Мосолмандарҙың йорто янында боҫоп ҡына Ҡөрьән
тыңлаған мөшриктәр ҡайһы саҡ тап булып та ҡуйған һәм, уңайһыҙ хәлдән сығыу
өсөн, бер-береһенә һорау яуҙыра башлаған: «Ә һин бында нимә эшләйһең?» Шулай
итеп, көлкөлө хәлдә ҡалғандар.
Джүбәйер атлы бер әҙәм Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу
ғәләйһи үә сәлләм) Изге Ҡөрьәнде уҡығанын нисек тыңлауы хаҡында һоҡланып
һөйләгән: «Йөрәгем бына-бына ярылыр, тип
торам.», «Йәнем тәнемдән атылып сығырға етеште.» (Әхмәт, IV, 83; Бухари, Тәфсир,
52)
Һүҙ аҙағында шуны әйткебеҙ килә: беҙҙең ярҙам менән
изге Ҡөрьәнде һәм Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәҙистәрен
тыңлағыҙ, һеҙгә ишетеү һәләте биргән Хаҡ Тәғәләбеҙгә рәхмәтле булып, даимән Уны
зекер итегеҙ.
Аслан шуны онотмағыҙ: беҙ ғәйбәт, яла яғыуҙарҙы һәм
ялғанды тыңлар өсөн тәғәйенләнмәгән. Беҙҙе файҙаланғанда, Бөйөк Хисап көнөндә
үҙегеҙҙе ҡыҙартырлыҡ, үкендерерлек, хатта ки илатырлыҡ ғәмәлдәр ҡылмағыҙ.
Ул Көндө Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә беҙгә әмер бирәсәк:
«Эй, ҡолаҡтар! Һөйләгеҙ әле, фани
донъяла һеҙ нимә тыңланығыҙ!» Хисап башланғас, беҙ һеҙҙең ихтыяр менән бөтә
ишеткәндәребеҙҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергә мәжбүр буласаҡбыҙ. Һеҙ, әлбиттә,
онотоусан, әммә беҙ бер нәмәне лә онотмайбыҙ. Бәс, шулай булғас, Раббыбыҙға
Уның Яратҡан Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һүҙҙәре менән йышыраҡ
мөрәжәғәт итегеҙ: «Аллаһым! Ҡолағымдың
насарлығынан, күҙемдең зарарынан, телемдең яуызлығынан, йөрәгемдең яманлығынан
Һиңә һыйынам!» (Әбү Дауыт, Витр, 32)
Комментариев нет:
Отправить комментарий