воскресенье, 2 декабря 2018 г.

Телебеҙ бәйәне







Мин – һеҙҙең телегеҙ. Минең ярҙамды файҙаланып, һеҙ башҡалар менән гүзәл хистәрегеҙ, фекерҙәрегеҙ менән бүлешәһегеҙ. Минең ярҙам менән иркә һүҙҙәр әйтәһегеҙ: «Әсәкәйем, мин һине яратам!» Яратҡан аштарғыҙ, татлы еләктәр һәм һутлы емештәр тәмен минең ярҙам менән тояһығыҙ. Һеҙ, бәлки аптырарһығыҙ, тын алыу һәм йотоу мөмкинлеге миңә лә бәйле. «Нисек инде!»-тип аптырар бәғзеләр. Ашыҡмағыҙ, мин барыһын да аңлатып бирәм.

Телмәр өндәре нисек барлыҡҡа килеүен беләһегеҙме икән? Ә ниндәй процестар менән оҙатылыуын?

Тамаҡтағы тауыш ярылары үпкәнән сыҡҡан һауа ағымын мейенән килгән сигналдарға ярашлы тирбәлергә мәжбүр итә һәм уларҙы һүҙҙәр барлыҡҡа килтереүсе өндәргә әүерелдерә. Билдәле өн барлыҡҡа килһен өсөн, ниндәй йышлыҡта тирбәлергә һәм тартылырға тейешлеге хаҡында тауыш ярыларына команданы мейе бирә. Тауыштың яңғырауыҡлығы үпкәләрҙән һауаның ниндәй көс менән этеп сығарылыуына, ә тауыштың юғарылығы тауыш ярыларының оҙонлоғо һәм тартылыуы менән бәйле. Һәр кеше тауышының тәбиғи тәрәнлеге һәм тембры тамағының, танауының һәм ауыҙының конфигурацияһы һәм дәүмәле менән билдәләнә. Һеҙ әйтергә теләгән һүҙҙәр тауыш тулҡындары рәүешендә ауыҙығыҙҙан сыға, уларҙы башҡа кешеләрҙең ҡолаҡтары тотоп ала һәм ул уларҙың аңына барып етә – һеҙ шулай аралашаһығыҙ.

                   Ҡайһы яҡҡа һәм нисә тапҡыр мин ҡыбырлайым?

Һеҙ, үҙегеҙгә бирелгән бәрәкәттәр өсөн рәхмәтегеҙҙе белдереп, Аллаһу Тәғәләгә доға ҡылырға уйланығыҙ, әммә телмәр өсөн яуаплы бөтә ағзалар һәм процестар менән үҙегеҙгә идара итеү талап ителә икән, ти. Ҡайһы ағзағыҙ ниндәй функцияны үтәргә тейешлеген һәм уларҙың эҙмә-эҙлелеге ниндәй булырға тейешлеген самалай алырһығыҙмы? «Бөтә маҡтауҙар Аллаһу Тәғәләгә!»-тип әйтер өсөн нисә сәғәт кәрәк булыр ине икән һеҙгә?! Һәммәһен дә бит иҫәпләп сығарырға кәрәк: һүҙҙәр барлыҡҡа килһен өсөн үпкәләрҙән нисә куб сантиметр һауа этеп сығарылырға, тын сығарыуҙың интенсивлығы, аралығы ниндәй булырға тейеш? Тауыш ярылары ниндәй йышлыҡта тирбәлергә, нисек тартылған булырға тейеш? Тамаҡ, тел, ирендәр һәм йомшаҡ аңҡауҙың ниндәй ваҡ  мускулдары тартылырға тейеш һәм нисә тапҡыр? Тел ҡайһы яҡҡа һәм нисә тапҡыр ҡыбырларға тейеш? Һауа ауыҙ һәм танау аша нисә тапҡыр, ниндәй йүнәлештә үтергә тейеш? Әгәр ҙә ки Аллаһу Тәғәлә телмәр механизмының бөтә ғәмәлдәрен үҙегеҙгә иҫәпләүҙе һәм программалауҙы йөкмәтһә, был эште үтәүгә тотош көн дә етмәҫ ине, ә асылда телмәр ағзаларына уны хәл итеү өсөн секунд та кәрәкмәй.

 Мин, һеҙҙең телегеҙ, йәнә бер ғәҙәттән тыш сифатҡа эйә. Минең өҫтөмдә бер нисә йөҙ нервы епсәһе менән тоташҡан 9 000 тәм имсәһе урынлашҡан. Әйтәйек, һеҙгә ҡыҙыл, һары, йәшел, татлы, әсе, өлгөргән һәм өлгөрмәгән ун алманы тәмләп ҡарарға тәҡдим итһәләр, һеҙ ун төрлө тәмде тоясаҡһығыҙ. Һеҙ быны булдыра алаһығыҙ, сөнки тәм имсәләрҙе төрлө тәмдәрҙе тойорға һәм был мәғлүмәтте үҙәк нервы системаһына тапшырырға һәләтле. Беҙҙе яралтҡан Хаҡ Тәғәләбеҙҙең беҙҙе яратыуын һәм беҙгә сикһеҙ йомарт булыуын йәнә бер тапҡыр раҫлай был. Һеҙгә биргән бәрәкәттәргә рәхмәтле булып, Уны даимән зекер итеү өсөн был бер сәбәп түгелме ни?

Аллаһу Тәғәлә мине кешенең Йәннәт баҡсаларына инеүенең сәбәпсеһе итеп яралтҡан.

                   Алебастрмы, әллә шәкәрме?

Әгәр мин тәмде айыра алмаһам, тормошоғоҙ ниндәй булыр ине? Әйтәйек, алдығыҙҙағы ҡаптарҙа тоҙ, он, кер йыуыу порошогы, гипс, алебастр һәм шәкәр икән, ти. Ҡайҙа нимә икәнлеген асыҡлай алыр инегеҙме? Ҡайһыһы ашарға яраҡлы, ҡайһыһы юҡ икәнлеген асыҡлау өсөн, һеҙгә химик лабораторияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмаҫ ине.

Миңә тәм тойоу һәләте биргән Хаҡ Тәғәләбеҙ төрлө составлы тупраҡтан тәме буйынса айырылған төрлө йәшелсәләр, еләк-емештәр һәм башҡа үҫемлектәр үҫтерә. Әгәр кешеләр бер генә төрлө ризыҡ менән туҡланһа, мәҫәлән ер менән туҡланған ямғыр селәүсендәре кеүек, төрлө ризыҡтарҙың тәмен, хуш еҫен тойоуҙан мәхрүм ҡалыр ине. Әгәр үҙегеҙ туҡланған һәр ризыҡтың тәме өсөн Аллаһҡа рәхмәтегеҙҙе белдерергә теләһәгеҙ, быға бер нисә ай кәрәк булыр ине.

Ауыҙ ҡыуышлығындағы тамаҡ юлында мине кесе туғаным – кесе тел урынлашҡан. Ул кескәй генә, ләкин уға мөһим эш йөкмәтелгән: ул булмаһа, ҡапҡан ризығығыҙ менән сәсәп, һеҙ һәләк булыр инегеҙ. Һеҙ ашаған-эскән саҡта, кесе тел тамаҡ төбө менән бергә тын юлдарын ҡаплап тора, ризыҡтың һәм эсемлектең танау ҡыуышлығына китеүенә лә ҡамасаулай.
           
                Сәскәләр хуш еҫеме, әллә йылан ағыуымы?

Аллаһу Тәғәлә мине кешенең Йәннәт баҡсаларына инеүенең сәбәпсеһе итеп яралтҡан. Минең ярҙам менән һеҙ «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим! (Мәрхәмәтле һәм Шәфҡәтле Аллаһ исеме менән!)» һүҙҙәрен әйтәһегеҙ, Изге Ҡөрьән аяттарын уҡыйһығыҙ, салауаттар әйтәһегеҙ, намаҙ ваҡытында аяттарҙы һәм доғаларҙы ҡабатлайһығыҙ – шул рәүешле аҙым-аҙым Йәннәт ҡапҡаларына яҡынаяһығыҙ. Ошо изге ғәмәлдәрҙе ҡылғанда, йәмле һүҙҙәр ҡойолған телегеҙ, әйтерһең дә, таждарын асҡан, хуш еҫтәрен тирә-йүнгә бөрккән сәскә. Һутлы емештәрҙе ашап һеҙ ләззәтләнгән кеүек, һүҙҙәрегеҙ ҙә һеҙҙе тыңлаусыларҙың күңеленә хуш килә. Һеҙ күркәм һүҙҙәр һөйләгәндә, кешеләр һеҙгә йылмая, уларҙың һеҙгә ҡарата мөнәсәбәте яҡшыра. Әммә һеҙ мине ғәйбәт таратыу, яла яғыу, яман һүҙҙәр әйтеү өсөн файҙаланһағыҙ, Аллаһ һаҡлаһын, һеҙ Йәһәннәм упҡынына яҡынлашасаҡһығыҙ. Телегеҙ - йылан теленә, ә ауыҙығыҙҙан сыҡҡан һүҙҙәр йылан ағыуына бәрәбәр буласаҡ, һәм барса кеше һеҙҙең менән аралашыуҙан ҡасасаҡ.

Дәүмәлем буйынса бәләкәй булһам да, өҫтөндә ҙур яуаплылыҡ ятҡан уғата мөһим ағза мин, сөнки һеҙҙең Әхирәттәге тормошоғоҙ миңә бәйле.

Тәүге мосолмандарҙың береһе булған Мөғәз бин Джәбәл (раҙыйаллаһу ғәнһү) бер заман Пәйғәмбәребеҙҙән (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип һорай:

– Рәсүлуллаһ! Һөйлә әле, Йәннәткә инеү өсөн мин нимә эшләргә тейеш?
Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бармағы менән телен тотоп, шулай тигән:

 «Телеңде башҡаларҙы мыҫҡыллауҙан, ғәйбәттән, яманатын һатыуҙан, әҙәпһеҙ һүҙ һөйләүҙән, кешеләрҙе ҡыйырһыта һәм кәмһетә торған хәбәрҙәрҙән һаҡла һәм Йәннәткә инерһең.» (Тирмиҙи, Иман, 8)

Мине тыйып тороу ауыр икәнен үҙем дә беләм. Әммә Аллаһу Тәғәлә, мине барлыҡҡа килтергәндә, һеҙ ярамаған һүҙ ысҡындырмаһын өсөн, мине тышҡы донъянан ҡәлғә диуары ише ике рәт ап-аҡ тештәр артына йәшергән. Ә уларҙы, телдең ни әйтере хаҡында уйланһын өсөн, ныҡлы ҡапҡастар һымаҡ ирендәр менән ҡаплап ҡуйған. Шулай уҡ Хаҡ Тәғәләбеҙ, әйткән һүҙегеҙҙе тәүләй үҙегеҙ ишетһен өсөн, ҡолаҡтарығыҙҙы телегеҙгә яҡын урынлаштырған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий