среда, 5 декабря 2018 г.

Танауыбыҙ бәйәне




Һеҙгә ниндәй еҫ нығыраҡ оҡшай? Раузаларҙың һоҡланғыс хуш еҫеме? Бәлки, сирендәр йәки ләләләр еҫелер? Әллә яңы ғына бешкән икмәк йәки кәтлит еҫеме? Болонда йәйге ҡояшта һутланып бешкән ер еләге хаҡында ни тиерһегеҙ? Беләм, һәр берегеҙҙең яратҡан хуш еҫе бар. Әммә мин булмаһам, һеҙ уларҙың барлығын тоя алмаҫ инегеҙ. Ә еҫтәрҙән мәхрүм донъя ни ҡәҙәр күңелһеҙ һәм эс бошорғос булыр ине…

Эйе, мин – һеҙҙең танау. Минең ярҙам менән һеҙ тын алаһығыҙ, еҫтәрҙе тояһығыҙ, шулай уҡ мин һеҙҙе ауырыуҙарҙан һаҡлайым. Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә мине иң камил сүрәттә барлыҡҡа килтергән. Өлөшләтә һөйәктән, өлөшләтә тире ҡатламы менән ҡапланған кимерсәктән торам мин. Әгәр һөйәктән генә торһам, саҡ ҡына бәрелһәм дә, һыныуым ихтимал. Әгәр, мәҫәлән, тотош тиренән генә торһам, тын алған һайын, һауа шары һымаҡ, ҡуша һылашыр инем. Әгәр ауыҙҙан аҫта булһам, һәр бер ризыҡ ейеү яфаға әйләнер ине, сөнки мин һеҙгә ҙур ҡамасау тыуҙырыр инем. Раббыбыҙ мине шулай бар ҡылып, уңайлы урынға урынлаштырып, тормошоғоҙҙо ни ҡәҙәр еңеләйтеүен хәҙер һеҙ аңлайһығыҙ инде.

                                   Һис туҙмаҫ кондиционер

Аҙыҡ-түлекте, әҙер ризыҡтарҙы еҫкәп, ашарға улар яраҡлымы, әллә һаулыҡ өсөн зыянлымы икәнен беләһегеҙ. Ризыҡ, аш һеңдереү системаһы тарафынан үҙләштерелгәс, ҡан менән ағзаларға һәм тән туҡымаһына тарала, аҙаҡ туҡлыҡлы матдәләр кислород ярҙамы менән окислана. Организмға кислород та үпкәләр аша минең ярҙам менән тула. Туҡлыҡлы матдәләрҙең окисланыу процесында организмығыҙ йәшәйеше өсөн кәрәкле энергия бүленеп сыға. Йәнә бер нәмә тураһында уйланып ҡаранығыҙмы икән: һеҙ һулауған һауала туҙан, бысраҡ киҫәксәләр, төрлө микробтар бар, ә үпкәгеҙгә һауа таҙа килеш барып етә.

Мин кондиционер функцияһын да үтәйем. Һеҙ туҙан, ҡором һәм микробтар менән бысранған һауаны һулайһығыҙ. Шул һауаны танау ҡыуышлығындағы төктәр һәм лайлалы эпителий аша үткәреп, уны, кодиционер һымаҡ, ваҡ ҡушылмаларҙан таҙартам, йылытам, дымландырам. Үпкәгеҙгә таҙа һәм йылы һауа гел килеп тора, шуға күрә ҡышҡы ҡаты һалҡындарҙа ла һеҙ ауырымайһығыҙ.

 Тәүлек эсендә үҙем аша 15 куб метр һауаны таҙартып үткәреп ебәрәм – был яҡынса һеҙҙең йоҡо бүлмәһе күләме. Бер яҡтан, кондиционер функцияһын үтәйем, икенсе яҡтан, организмдағы матдәләр алмашыныуы процесында барлыҡҡа килгән углекислый газ миҡдары юғары булған эшкәртелгән һауаны кире сығарам, шулай уҡ телмәрегеҙ өндәрен барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашҡан һауа ағымын көйләйем.
Сәскәләр һәм емештәр хуш еҫен еҫкәгеҙ! Мине һәм уларҙы барлыҡҡа килтергән Аллаһу Тәғәләгә рәхмәтегеҙҙе белдерергә онотмағыҙ!

Йоҡлағанда ла, йүгергәндә лә тын алыу менән бәйле ҡыйынлыҡтарҙы тоймайһығыҙ. Тын алыу процесын тәьмин итеү менән бергә, мин төрлө еҫтәрҙе лә тоям. Әгәр ҙә ғалимдар һәм конструкторҙар минең бөтә функцияларымды үҙенә йыйған кондиционер эшләй алһа, ул, моғайын, ҙур аппарат булып, уны һеҙгә арҡағыҙҙа йөкмәп йөрөргә тура килер ине. Ә мин – битегеҙ уртаһындағы бәләкәй генә һөйкөмлө ағза. Мин дә – ижад эшендә Үҙенә бер кем дә тиң була алмаған Аллаһу Тәғәләнең мөғжизәһе. Өҫтәүенә минең гарантия срогым бөтә ғүмерегеҙгә етерлек! Мин һис ҡасан иҫкермәйем һәм туҙмайым.

       Һеҙ кәрәкле сифаттағы һауа һулайһығыҙ

Һеҙгә борсолорға урын юҡ: ниндәй сифаттағы һауаға мохтажһығыҙ, шул һауа менән тәьмин ителәсәкһегеҙ. Һауа торошона ҡарап, йортоғоҙҙағы кондиционерҙы көйләгән кеүек, мине көйләү кәрәкмәй. Һеҙҙең шәхси «кондиционерығыҙ», йәғни мин, фильтр алмаштырыуға мохтаж түгел. Туҙыу, сафтан сығыу ҡурҡынысы ла миңә янамай. Биш ваҡыт фарыз намаҙ алдынан тәһәрәт алғанда йыуыу етә.

Мине камил рәүештә барлыҡҡа килтергән һәм үҙ-үҙемде көйләү һәләтен биргән Раббым 20 миллиард самаһы матдәне, өлөшсәне таныу, шул иҫәптән, фильтр ярҙамында тотҡарлап ҡалыу өсөн, микробтарҙы һәм сәскә һеркәләрен таныу һәләтен дә биргән.

Әгәр минең эсемдә туҙан һәм микробтар йыйылып китһә, мин сөскөрәм һәм уларҙы сығарып ташлайым. Ә һеҙ был ваҡытта Аллаһу Тәғәләгә рәхмәтегеҙҙе белдерәһегеҙ: «Әлхәмдүлилләәһ! (Аллаһҡа маҡтау булһын!)», Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тап шулай эшләгән. Мөьмин, сөскөрөп, Аллаһу Тәғәләгә «Әлхәмдүлилләәһ!» тип рәхмәтен белдерһә, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уға «Йәрхәмүкәллаһ! (Аллаһ һиңә рәхмәт итһен!)» тип бәрәкәт теләгән. Ә сөскөргән кеше яуап итеп әйткән: «Йәһдиинәә үә йәһдиикүмуллаһ! (Аллаһ беҙгә, һеҙгә лә һиҙәйәт итһен!)» (Мөслим, Зухд, 17)

 Әҙәмдәрҙең иң яҡшыһы – Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҙур ғилемгә эйә булған, ул осорҙа берәүгә лә әле мәғлүм булмаған микробтар тураһында ла белгән. Сөскөрөү – тын юлдарын микробтарҙан таҙартыусы рефлекс икәнлеге лә уға билдәле булған. Һәм ул, микробтар тирә-йүндәге һауаға таралмаһын өсөн, сөскөрөүселәргә ауыҙ һәм танауҙарын ҡаплау кәрәклеге хаҡында ла иҫкәрткән. (Әбү Дауыт, Әҙәп, 28)

Күп быуаттар үткәндән һуң, сөскөрөүҙең һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын фән дә иҫбатланы.

                                            Ә хәҙер еҫкәгеҙ

Ә еҫтәрҙе нисек һиҙеүем тураһында һеҙ беләһегеҙме икән? Хәҙер мин һеҙгә быны аңлатып бирәм. Танау ҡыуышлығының өҫкө өлөшөндә бик күп рецепторҙар – һиҙеү эпителийы менән ҡапланған йоҡа ҡатлам урынлашҡан. Һауалағы еҫле матдәләрҙең молекулалары электр импульсы ярҙамында уларҙы мейегә тапшырыусы рецептор күҙәнәктәренә тәьҫир итә, мейе тапшырылған импульстарҙы анализлай һәм еҫтәрҙе билдәләй – еҫтәрҙе һеҙ бына шулай тояһығыҙ. Әгәр минең бер нисә секунд ваҡытымды алған эшемде химия лабораторияһы коллективына тапшырһалар, кәм тигәндә, был уларҙың бер нисә сәғәт ваҡытын алыр ине. Хаҡ Тәғәләбеҙ миңә шундай камиллыҡ биргән: мейе ярҙамында мин 3 меңдән ашыу еҫте айыра алам. «Ул – Барлыҡҡа килтереүсе, Яралтыусы; хасил иткәндәргә рәүеш биреүсе - Аллаһ…» (Хәшер (Ҡыуып сығарыу), 24)


Сәскәләр һәм емештәр хуш еҫен еҫкәгеҙ! Мине һәм уларҙы барлыҡҡа килтергән Аллаһу Тәғәләгә рәхмәтегеҙҙе белдерергә онотмағыҙ! Килештекме?



Комментариев нет:

Отправить комментарий