четверг, 6 декабря 2018 г.

Тиребеҙ бәйәне









Мин – һеҙҙең тирегеҙ. Мин, кейемегеҙ һымаҡ, тәнегеҙҙе тотош ҡаплап алғанмын. Бәрхәттәй йылы һәм йомшаҡмын… Минһеҙ һеҙ йәшәй алмаҫ инегеҙ. Ер өҫтөндәге һәм һауалағы бөтә зарарлы матдәләр һис бер ауырлыҡһыҙ тәнегеҙгә үтеп инер, йәйге эҫелә һеҙҙең мускулдарығыҙ ҡояшта яныр, ә ҡышын боҙ ҡатламы менән ҡапланыр ине.

Үҙ телегеҙҙә һеҙ мине «тире» тип атайһығыҙ. Раббым мине һеҙҙең өсөн, һеҙ күркәм ҡиәфәтле булһын өсөн барлыҡҡа килтергән … Битегеҙгә ҡулығыҙҙы тейҙереп ҡарағыҙ әле. Ул ниндәй гүзәл, нәзәкәтле һәм йомшаҡ. Әлбиттә, Хаҡ Тәғәләбеҙ мине һеҙҙе күркәм итер өсөн генә барлыҡҡа килтермәгән. Минең ярҙам менән һеҙ предметтарҙың ҡатымы, йомшаҡмы, һыуыҡмы, йылымы икәнен дә тояһығыҙ.

                   Йәнле кондиционер

Мин организмығыҙҙы артыҡ эҫенән дә, һыуыҡтан да һаҡлайым. Һеҙгә һыуыҡ булһа, минең тире ҡатламындағы ҡан тамырҙары тарая һәм мин ағарам. Ҡан тамырҙарының тарайыуы йылы бүленеп сығыуын кәметә, шунлыҡтан тән һалҡынға бирешмәй. Һәм киреһенсә, йәйге селләлә тир биҙҙәре күп итеп тир бүлеп сығара, өҫтөм дымлана. «Мин ныҡ тирләнем!»-тиһегеҙ һеҙ был осраҡта. Тирҙең парға әйләнеүе иҫәбенә тән температураһы түбәнәйә. Был процесс һыуытҡыс камераларына оҡшаш инде - тир фреон, ә тиренең өҫтө – һыуытҡыс быуландырғысының өҫтө ролендә.

Хаҡ Тәғәләбеҙ мине тышҡы мөхит температураһына һиҙгер булған рецепторҙар менән ҡоралландырған. 18-20 градуслы тышҡы мөхит – кеше өсөн иң ҡулай температура. Температураның 18 градустан түбәнәйеүе матдәләр алмашыуын көсәйтә, тиреләге ҡан тамырҙарының тарайыуына алып килә һәм һыуыҡҡа яуап рәүешендә тире рецепторҙарын ҡуҙғыта. Ә тирә-яҡ мөхит температураһы 25 градустан юғары күтәрелһә, эҫелеккә яуап биреүсе рецепторҙар ҡуҙғый, ҡан тамырҙары киңәйә, тир парға әйләнә башлай һәм  организм йылылыҡ бүлеп сығарыуҙы арттыра.
                   
               Көнгә яныу ни өсөн кәрәк?

Ә хәҙер иғтибар менән ҡулдарығыҙға ҡарағыҙ әле. Нимә күрәһегеҙ? Тире шып-шыма ғына түгел, унда ваҡ ҡына күҙәүҙәр күренә. Тиренең аҫҡы ҡатламында май һәм тир биҙҙәре урынлашҡан һәм уларҙың юлдары тире өҫтөнә сыға. Һеҙ уларҙы күҙәүҙәр рәүешендә күрәһегеҙ, шул күҙәүҙәр аша мин организмығыҙҙан тир менән зарарлы матдәләрҙе һәм шәхси кремығыҙ функцияһын үтәгән тир майын бүлеп сығарам. Әммә күҙәүҙәр аша туҙан өлөшсәләренә һәм микробтарға тәнегеҙгә үтеп инергә мөмкинлек бирмәйем –  мин шулай һеҙҙең тәнегеҙҙе һаҡлайым.

Ҡурсалаусы функциям бының менән генә бөтмәй, мин һеҙҙе Ҡояш ультрафиолет нурҙарының кире тәьҫиренән дә һаҡлайым. Һеҙ шуны беләһегеҙме икән: көнгә янған тире, ышыҡлаусы зонтик һымаҡ, организм күҙәнәктәрен ҡояштың емергес ультрафиолет нурҙары тәьҫиренән һаҡлай. Быны нисек атҡарыуымды һөйләп бирәйемме әллә?


Тирегә ультрафиолет нурҙары тәьҫир итһә, мухсус күҙәнәктәр – меланоциттар тирене буяусы, көнгә янған төҫ биреүсе «меланин» тип аталған буяғыс матдә эшләп сығара башлай. Меланин ҡатламы барлыҡҡа килмәһә, тән бешә, һәм Аллаһ һаҡлаһын, яман шеш ауырыуы барлыҡҡа килеүе мөмкин.

 Һыҙырылған һәм бешкән урындар нисек бөтәшеүен белгегеҙ киләме? Хаҡ Тәғәләмдең махсус бүләге был, шул иҫәптән һеҙҙең өсөн дә бүләк ул. Яраланһам йәки бешһәм, кисекмәҫтән һауығыу процесын башлап ебәрәм. Ул процеста тире күҙәнәктәре үҙҙәре һәм ҡан күҙәнәктәре ҡатнаша. Зарарланған урында тире күҙәнәктәренең шәп итеп үрсеүе - уңалыуҙың бер элементы. Минең өҫкө ҡатламым, йәғни эпидермис, ай һайын яңырып тора, шуға күрә мин йәш һәм матур күренәм.

Ә хәҙер күҙегеҙҙе йомоғоҙ һәм бармаҡтарығыҙ менән китап битенә ҡағылығыҙ. Нимә тояһығыҙ? Һеҙ йоҡа ҡағыҙҙың шымалығын тояһығыҙ. Ҡулығыҙҙы өҫтәлгә һалығыҙ – һеҙ уның өҫтө шыма һәм ҡаты булыуын тояһығыҙ. Был тойомлауҙарҙы һеҙгә мин тапшырам. Миндәге һиҙгер күҙәнәктәр – рецепторҙар – тойғоларҙы мейегә, мейе уларҙы мәғлүмәт рәүешендә һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшыра. Тире эсендә температураны, ҡатылыҡты, һығылмалылыҡты, дымды һ.б. тойомдарҙы билдәләүсе нервы ептәре урынлашҡан. Тәндең төрлө урындарында тире рецепторҙарының һаны һәм һиҙгерлеге төрлөсә, әйтәйек, бармаҡтарҙа тубыҡтар һәм арҡаға ҡарағанда һиҙгерерәк. Әгәр арҡағыҙ бармаҡтар һымаҡ һиҙгер булһа, ҡайһы бер кейемдәрҙе кейеү, мәҫәлән йөн кейемдәрҙе, уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыр ине. Әгәр устарығыҙ һиҙемләүе тубыҡтарҙыҡы ише булһа, һеҙ йомшаҡ предметтарҙы тоя алмаҫ инегеҙ.

                      Мин планетаға оҡшаш

Һеҙ «Ҡош юлы» тип аталған галактиканың Ҡояш системаһына ингән Ер планетаһында йәшәйһегеҙ. Икһеҙ-сикһеҙ Ғаләм киңлектәрендә ундай галактикалар бихисап… Ә мин – һеҙҙең тирегеҙ – минең өҫтөмдә йәшәгән микроорганизмдар өсөн (бактериялар, вирустар, бәшмәктәр, быуынтыҡ аяҡлылар) үҙенә күрә планета. Юҡ, һеҙ яңылыш ишетмәнегеҙ. Миндә бер триллиондан ашыу йән эйәһе йәшәй. Хаҡ Тәғәләбеҙ мине уларҙың йәшәү мөхите иткән, тик мин бәйән итәсәк нәмәләр һеҙҙе ҡурҡытмаһын, киреһенсә, ҡыуандырһын. Һеҙ һау булһын өсөн, тирегеҙ өҫтөндә микроорганизмдарҙың көн итеүе зарур.  Улар болондарҙа утлап йөрөгән һәм һеҙгә һөт биргән һыйырҙар һымаҡ файҙалы. Тиренең тәбиғи микрофлораһы ҡаты ауырыуҙарға сәбәпсе булған зарарлы микробтар эшмәкәрлеген баҫтыра. Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Ҡөҙрәтенең бер сағылышы был: ҡараңғы упҡын рәүешендәге йыһанда осҡан планетала һеҙ тыуған, үҫкән, йәшәгән кеүек, һеҙҙең тәнегеҙҙә лә миллиардтарса остоҡ ҡына йән эйәһе йәшәй һәм туҡлана.

Изге Ҡөрьән төрлө йән эйәләренең йәшәйеше хаҡында былай ти: «Кешеләрҙең бар ителеүе лә, Ер йөҙөнә таралған йән эйәләренең яратылышы ла, иман килтергән халыҡтар ғибрәт алырлыҡ кинәйәләр, ишаралар аша хәбәр ителә.» (Жәҫиә (Теҙләнеү), 4)










Комментариев нет:

Отправить комментарий