Башҡорттарым, айныу кәрәк, айныу кәрәк!
Арабыҙҙа айыҡ булған ирҙәр һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, сәрхүшлектән ҡурҡыу кәрәк!
Ғәзиз Башҡортом, айны, уян!
Мин – Һинең тыуған ерең – Башҡорт Илемен. Һиңә тәүге
хатым өлгәштеме-юҡмы, хәбәрҙар түгелмен. Әммә мин һинең айыҡ хәлдә тормош көтөүең
өсөн даимән доғаламын һәм артабан да доға ҡылыуымды туҡтатмаясаҡмын.
Киләсәктә лә Башҡорт Иле йәшәһен өсөн, һиңә тағы ла
ғибрәтле нәсихәт әҙерләнем. Һин, сәрхүшлек тик хәмер, иҫерткес эсемлектәрҙән генә
булалыр, тип уйлайһыңдыр. Әммә Һинең элеге дәүерҙәге сәрхүшлегеңдең сәбәптәре
тик хәмер генә түгел.
Ул сәрхүшлегең сәбәптәрен мине Бар ҡылыусы, мине
йәйеп, өҫтөмә тауҙар, далалар, урмандар Ерләштереүсе, саф һыуҙар менән йылғаларымды
һәм күлдәремде Тултырыусы, бихисап хайуандар, ҡоштар, балыҡтар, ҡорттар-бөжәктәр
Үрсетеүсе, һәм мине һәм бөтә был нигмәттәрҙе Һиңә аманат итеп Тапшырыусы Аллаһ
Субхәнәһү үә Тәғәләнең Изге Китабы – Ҡөрьән Кәримдең аяттары менән Һиңә
аңлатасаҡмын. Һәр кешегә киләсәк Ғазраил фәрештә Һиңә лә бер көн килер, Һинең
Рухыңды тәнеңдән һурып алыр. Унан һуң был донъяға кире ҡайтып, Изге Китабты –
Ҡөрьән Кәримде уҡыу мөмкинлегең булмаҫ...
Был донья һәм баҡыйлыҡ
бәхетенән мәхрүм итеүсе сәрхүшлектең туғыҙ төрө
1.
Шәһүәт (Енси тойғолар) сәрхүшлеге
Нисә
(Ҡатындар) сүрәһе, 27-се аят:
Ысындан да, Аллаһ һеҙҙең тәүбәләрегеҙҙе ҡабул итергә
теләй. Енси теләктәренә ҡол булған кешеләр иһә һеҙҙе мотлаҡ юлдан яҙҙырмаҡсы
була.
2.
Эрелек (Тәкәбберлек, Һауалылыҡ) сәрхүшлеге
Нәзиғәт
(Йолҡоп алыу) сүрәһе, 22-24-се аяттар:
Ахырҙа ул (Фирғәүен) йөҙ сөйөрөп, китеп барҙы. Унан
һуң ул халыҡ йыйып: “Һеҙҙең иң бөйөк аллағыҙ ул - мин!” - тип ҡысҡырҙы. Шуның
арҡаһында Аллаһ уны Әхирәт көнөндә лә, донъялыҡта ла язаһы менән тотто.
3.
Уйын-көлкө (Кәйеф-сафа ҡороу, Күңел асыу) сәрхүшлеге
Мөьмин
(Мөьмин) сүрәһе, 4-се аят:
Шәһәрҙәрҙәге (кәферҙәрҙең рәхәт муллыҡта) йәшәйештәре
һине ҡыҙыҡтырмаһын. (Уларҙың байлығына, сауҙалағы уңыштарына алданма).
Лоҡман
(Лоҡман) сүрәһе, 24-се аят:
Беҙ уларға (фани донъяла рәхәт сигергә) ирек ҡуйырбыҙ,
ахырҙа үҙҙәрен ауыр ғазаптарға дусар итербеҙ.
4.
Асыу (Асыу тоҡаныу) сәрхүшлеге
Ғимран
(Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе, 38-39-сы аяттар:
Шунда Зәкәрийә Раббыға доға ҡылды: “Раббым, Һин миңә
бер пак бала бир. Әлбиттә, Һин минең доғаларымды ишетәһең”. Ул, ғибәҙәт
бүлмәһендә доға уҡып ултырғанда, фәрештәләр әйтте: “Ысынлыҡта, Аллаһ Һине Йәхйә
исемле бер бала менән ҡыуандырасаҡ, ул (Йәхйә) нәфсеһенә хужа була белеүсе
(Асыуын тота белеүсе), Аллаһ әйткән һүҙҙең (Китаптың) тура икәнлеген иҫбатлаусы
Пәйғәмбәр буласаҡ, - тинеләр.
5.
Ҡурҡыу (Ҡот осоу) сәрхүшлеге
Хаҗ
(Хаж) сүрәһе, 2-се аят:
Ул Көндө күргәс, сабыйын имеҙеп ултырыусы ҡатын
сабыйын онотор, йөклө ҡатындың (ҡурҡыуҙан) балаһы төшөр. Кешеләр айныҡ булһалар
ҙа, иҫерек кеүек күренер, тик улар иҫерек түгел. Аллаһтың язаһы шулай ҡаты
буласаҡ.
Әхзәб
(Төркөмдәр) сүрәһе, 19-сы аят:
Йөрәктәренә ҡурҡыу төшһә, һин уларҙы, үлем иҫереклеге
менән, күҙ-баштары аҡайған килеш, һинән ярҙам көтөп, шашып ҡалғандарын
күрерһең.
6.
Мөхәббәт (Ғишыҡ, Яратыу, Мауығыу) сәрхүшлеге
Йософ
(Йософ) сүрәһе, 24-се аят:
Ҡатын (Зөләйха) һәр ваҡыт Йософто теләй ине. Раббының
(зина ҡылыуҙың ҙур гонаһ икәнен) дәлилен күрмәгән булһа, уны яуызлыҡ һәм нәжес
ғәмәлдәрҙән ҡотҡарырға теләүен һиҙенмәгән булһа, бәлки, Йософ та был ҡатынды
теләгән булыр ине. Шик юҡ, ул ихлас ҡолдарыбыҙҙан ине.
7.
Хыял (Уй, Буш фантазиялар) сәрхүшлеге
Баҡара
(Һыйыр) сүрәһе, 78-се аят:
Улар араһында наҙандар ҙа осрай, улар Китап уҡый
белмәй. Уларҙың бөтөн мәғлүмәте имеш-мимештән генә тора.
Хәдид
(Тимер) сүрәһе, 14-се аят:
(Ислам дине хаҡмы, ялғанмы тип) икеләнеп, шикләнеп
ҡалдығыҙ. Шул шикләнеүҙәрегеҙ һеҙҙе төп башына ултыртты. Вәсүәсәләр һеҙҙе
аҙҙырҙы, Аллаһ юлынан яҙҙырҙы. Ниһайәт, һеҙҙе Аллаһтың әмере килеп тотто.
Нәжем
(Йондоҙ) сүрәһе, 23-сө аят:
Был боттар һеҙҙең аталарығыҙ таҡҡан исемдәрҙән (уйлап
сығарған һүрәттәрҙән) башҡа бер нимә лә түгел. Улар хаҡында Аллаһ һис бер дәлил
индермәне. Улар бары тик хыялый фараз һәм нәфсегә бирелгәндәр.
8.
Ғәфләт (Ҡыҙыҡһынмаусанлыҡ, Хәстәрһеҙлек, Наҙанлыҡ) сәрхүшлеге
Әнбийә
(Пәйғәмбәрҙәр) сүрәһе, 1-2-се аяттар:
Кешеләрҙең иҫәп-хисап тотаһы көндәре яҡынлаша. Шулай
ҙа улар томаналыҡтары арҡаһында (Хаҡтан) йөҙ сөйөрә. Раббынан үҙҙәренә киҫәтеү-күрһәтмәләр
килгән һайын, улар (аяттарҙы) ысын күңелдән тыңламайынса, уйын-көлкөгә ала
килде.
Нәжем
(Йондоҙ) сүрәһе, 60-61-се аяттар:
(Ҡөрьәндән) көлөүен көләһегеҙ, (яза килер тип)
иламайһығыҙ. Һеҙ ҡара наҙанлыҡ эсендә ҡаласаҡһығыҙ.
Ғәзиз
Башҡортом, Сәрхүшлектең туғыҙынсы төрө килмәҫ борон, айны! Уян!
Ҡаф
сүрәһе, 17-19 аяттар:
Әҙәмдәрҙең уң яғында (сауаптарын) һәм һул яғында (гонаһтарын)
ғәмәлдәрен яҙып барыусы ике фәрештә бар. Кешенең ауыҙынан сыҡҡан бер генә һүҙ
ҙә күҙәтеүсе тарафынан яҙылмай ҡалмай. Көндәрҙән
бер көндө үлем сәрхүшлеге (иләҫлеге) килер. Һинең ғүмер буйы ҡасып йөрөгән
нәмәң шул (әжәл) булыр...
Яҡтылыҡ һәм иман йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулла әйткән:
Һүҙеңдең ҡәҙерен белер шундай әҙәм –
Аҡылы
– аҡылыңа тиңдәш булһа.
Салауаттар, Кинйәләр, төньяҡ амурҙары вариҫы киҫәтеүемде
дөрөҫ аңлар, иман юлына баҫып, Аллаһу Тәғәләбеҙҙең ризалығына ирешеп,
Йортобоҙҙо Раббыбыҙҙың рәхмәте төшкән күркәм төбәккә әйләндерер, тигән өмөттә
ҡалам. Мин ышанам һиңә, Башҡортом!
Һау бул! Һинең тыуған ерең –
Башҡорт Иле.
(декабрь, 2018; Айҙар Ғәййәр)
Комментариев нет:
Отправить комментарий