вторник, 11 декабря 2018 г.

Ҡарағыҙ әле миңә





Ә хәҙер көҙгө янына килегеҙ ҙә йылмайығыҙ. Йылмайған кешенән дә һоҡланғысыраҡ ни бар донъяла?! Йылмайған кешенең һөйкөмлөлөгөн арттырыусы төп ағза – уның тештәре. Һеҙ бәхетле булһағыҙ, иң тәүҙә ике рәт булып теҙелгән ап-аҡ тештәрегеҙ был хаҡта хәбәр итә.

Яҡты донъяға килгән бәпәйҙәрҙең береһенең дә теше юҡ, теш ҡаҙнаһы буш. Беҙ, тештәр, йомшаҡ ҡына теш ҡаҙналарында һөйәктән дә ҡаты булып нисек барлыҡҡа киләбеҙ һуң – һеҙ был турала уйланғанығыҙ бармы? Әсә һөтө менән генә хушһынмайынса, һеҙҙә ашау ихтыяжы тыуғас сығабыҙ беҙ. Тәүҙә ризыҡты эләктереп тешләү өсөн кәрәкле алдағы ҡырҡҡыс тештәр күренә, аҙаҡ – эргәләгеләр, иң аҙаҡтан ризыҡты ваҡларға тейешле аҙау тештәр.

                       Беҙ кемдең проекты?

Кем беҙгә кәрәкле форма биргән һәм һеҙҙең ауыҙҙа урынлаштырған?  Һорауҙы аныҡлабыраҡ бирәйек: кем, ризыҡты эләктереп тешләр өсөн, ҡырҡҡыс тештәрҙе үткер иткән? Ә кем ҡаҙыҡ тештәргә һеҙ ризыҡты хатта өҙә алырлыҡ конус рәүешендәге форма биргән? Кем организмға, ризыҡты ваҡлап, уны еңел үҙләштерергә мөмкинлек биргән аҙау тештәр биргән? Ошо һорауҙар хаҡында уйланғандан һуң, һәр теш формаһының, тәғәйенләнгән урынының махсус Илаһи проект менән билдәләнгәнен аңлайһың. Тештәр – Хаҡ Тәғәләбеҙҙең оло-ғара бүләге. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле: ҡул бармаҡтарығыҙ ише нескә генә һөйәктәрҙән торһаҡ, нимә булыр ине? Был осраҡта беҙ ҡаты емеш, йәшелсәләрҙе тешләгәндә үк онталып бөтөр инек. Әммә Раббыбыҙ беҙҙе йомшаҡ теш ҡаҙналарынан ныҡ һәм ҡаты итеп сығарған, оҙаҡ йылдар ҡаты ризыҡты ашаһағыҙ ҙа, беҙгә зарар теймәй.

 Ҡарамаҡҡа беҙ йәнһеҙ аҡ таштар кеүек булһаҡ та, беҙҙең аша нервы ептәре һәм ҡан капилярҙары үтә. Нисә йәштә булһағыҙ ҙа, эргәләге тештәр ҙә, икенсе рәттәгеләр ҙә бер-береһенә ҡамасауламай.

Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ихлас яратҡан мосолмандар булыуығыҙҙы алсаҡ йылмайыуығыҙға йәм өҫтәгән ап-аҡ тештәрегеҙ күрһәтеп тора.

Аҙау тештәр һис ҡасан алдағы ҡырҡҡыс тештәр урынында үҫмәй. Аҫтағы тештәр ныҡ үҫеп, өҫтәгеләренә ҡамасауламай. Һәр тештең үҙ формаһы, үҙ урыны. Өҫтәге сәйнәй торған тештәрҙең сығынҡыһы аҫтағы тештәрҙең сығынҡы араһына тап килә һәм киреһенсә. Тештәрҙең шулай тығыҙ урынлашыуы ризыҡты яҡшылап сәйнәргә мөмкинлек бирә. Юғиһә өҫлө-аҫлы ҙур булып үҫеп киткән тештәр ауыҙҙы ябырға, ә артыҡ бәләкәй тештәр ризыҡты кәрәгенсә сәйнәргә ҡамасаулар ине. Ризыҡты сәйнәй алмаһағыҙ, нисек йәшәр инегеҙ икән?! Ә бит беребеҙҙең дә күпме үҫергә, ҡайҙа урынлашырға әмер алыр өсөн күҙе лә, ҡолағы ла юҡ. Беҙ – Раббыбыҙ мөғжизәһе… Беҙҙе барлыҡҡа килтереүсене һәм иң яҡшы сүрәттә урынлаштырыусыны данлайбыҙ. Уның Көс һәм Ҡеүәтенең иге-сиге юҡ, Ул теләгәнен ижад итә.

                          Беҙ һеҙҙән үтенәбеҙ!

Бер нәмә хаҡында уйланғанығыҙ булдымы икән: әгәр беҙ булмаһаҡ, һеҙ дөрөҫ итеп һөйләшә алмаҫ инегеҙ. Ә ни өсөн? Ҡартлыҡ сәбәпле тешһеҙ ҡалғандарҙы, яһалма теш йөрөтөргә мәжбүр булғандарҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Тешһеҙ ҡарттарҙың, протез ҡуйҙырғандарҙың һөйләшеүе һеҙгә көлкөлө күренеүе ихтимал. Теш протездары менән йөрөгәндәр, мәҫәлән, Д, Т, Ф, Ш, Ч, Ц өндәрен ҡыйынлыҡ менән әйтә. Улар урынына башҡа өндәрҙе ҡуллана. Ә матур телмәр өсөн телдең дөрөҫ артикуляцияһы һәм һау тештәр кәрәк.

Хәҙер һеҙгә бер үтенесебеҙ бар: беренсенән, беҙҙең ярҙам менән әшәке, мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтмәгеҙ; икенсенән, беҙҙең менән үҙегеҙҙеке булмаған емеш-еләк, йәшелсәләргә ҡағылмағыҙ. Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә беҙҙе тик хәләл өсөн һәм Раббыбыҙҙың Гүзәл Исемдәрен зекер итеүегеҙ өсөн бар ҡылған.

                            Иң күркәм тештәр кемдеке!

Иң күркәм һәм ап-аҡ тештәр кемдеке булыуын беләһегеҙме икән? Һис шикһеҙ, Аллаһ Илсеһенеке (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Ул йылмайғанда, ынйы кеүек күркәм тештәре күренгән. Уларҙы күргән һәр кем тештәрҙең матурлығына һәм таҙалығына хайран ҡалған. Ун дүрт быуат элек, кешеләр тештәрҙе тәрбиәләргә ғәҙәтләнмәгән осорҙа, намаҙ алдынан тәһәрәт алғанда, ул көн һайын тештәрен биш тапҡыр мисүәк менән таҙартҡан. Шуға күрә уның ауыҙынан хуш еҫтәр генә килеп торған, тешәре һәм теш ҡаҙналары ауырыуҙары менән ул һис ҡасан интекмәгән.
 Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мөьминдәргә васыят иткән:

 «Мисүәк – ауыҙ ҡыуышлығының таҙалығы һәм Аллаһу Тәғәләнең ризалығы (һеҙҙең менән).»

 «Өммәтем өсөн ауырлығы булмаһа, мин һәр намаҙ һайын теш таҙартыуҙы бойорор инем.»


Аллаһ Илсеһен (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ихлас яратҡан мосолмандың төп сифаты һау һәм ап-аҡ матур тештәр булырға тейешлеге менән килештегеҙме инде?

Комментариев нет:

Отправить комментарий