четверг, 13 декабря 2018 г.

Ҡулдар бәйәне






Ә хәҙер ошо китапты ҡәҙерләп тотоп торған ҡулдарығыҙға, йомшаҡ усығыҙға ҡарағыҙ… Эйе, был беҙ – һеҙҙең ҡулығыҙ. Хәҙер уң ҡулығыҙҙың һыртына иғтибарлап ҡарағыҙ. Ҡул суғында нисә һөйәк бар икән? Һеҙҙе йоносотоп тормайыҡ, үҙебеҙ әйтәйек: һәр ҡул суғында 27 һөйәк бар, тимәк, ике ҡулда улар 54. Кеше һөлдәһендәге һөйәктәр һаны 206 …

Башығыҙға шундай уй килгәне булманымы: ни өсөн тәнегеҙ һөйәктәренең дүрттән бер өлөшөнән күберәге ике ҡул суғығыҙға тура килә? Ә быны беҙ һеҙгә хәҙер аңлатып бирәбеҙ.

Ҡулдар – көндәлек тормошта иң күп йомошоғоҙ төшкән ағзаларығыҙ. Китап биттәрен асаһығыҙ, ҡәләмегеҙ менән билдәләр ҡуяһығыҙ, ризыҡ ейәһегеҙ, йыуынаһығыҙ, сумка тотоп бараһығыҙ, ғөмүмән, шул ҡулығыҙ менән бихисап ғәмәлдәр башҡараһығыҙ. Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙҙе әйтеп бөтөргөһөҙ камил сүрәттә барлыҡҡа килтергән, шуға күрә был донъяла беҙ булдыра алмаған эш юҡ. Беҙҙең быуындарыбыҙ шул ҡәҙәр һығылмалы һәм ныҡ, һеҙ бармаҡтарығыҙ менән нәҙек кенә епте лә һәм ауыр өҫтәлде лә тота алаһығыҙ...Ә бармаҡтарҙың быуыны булмаһа һәм улар бер һөйәктән генә торһа, ни ҡылыр инегеҙ?  Ул саҡта ҡулығыҙҙа сынаяҡты тотоп тороу ҙа, матур итеп яҙыу ҙа мөмкин булмаҫ ине. Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Раббыбыҙ Үҙенең Илаһи ниәте менән беҙҙе һеҙгә уңайлы итеп, беҙҙе үҙегеҙ теләгәнсә файҙалана алырлыҡ итеп яралтҡан.

                     Роботтар кемдең сифатына эйә булмаҡсы?

Күп тиҫтә йыл инде ғалимдар һәм инженерҙар робот конструкцияһын, шул иҫәптән яһалма ҡул аналогын төҙөргә маташа. Роботтарҙы күрһәгеҙ, төшөнгәнһегеҙҙер: роботтарҙың ҡул-аяҡтары кешеләрҙекенә оҡшатып эшләнгән. Әммә кеше ҡулынан да камилыраҡ булғанды төҙөү мөмкин булмаған эш икәнлеген һәр ғалим, һәр конструктор яҡшы аңлай. Ҡул суғыбыҙ Оло аҡыл емеше булыуға шик юҡ. Әлбиттә, көс йәһәтенән әлеге роботтар беҙҙән ҡалышмай, ләкин һиҙгерлек, оҫталыҡ, етеҙлек һәм башҡа сифаттарға килгәндә, улар беҙҙең менән ярыша алмай. Күп ғалимдарҙың уртаҡ фекере буйынса, кеше ҡул суғының бөтә функцияларына ла эйә булырлыҡ роботты эшләү мөмкин түгел. «Karlsruhe» атамаһы аҫтындағы робот техникаһы ҡулын эшләп сығарған инженер Ханс Шнебели былай тип белдергән: «Ҡул-робот өҫтөндә күберәк эшләгән һайын, кешенең ҡул суғына һоҡланыуым арта ғына бара…» Ҡөҙрәтле Аллаһ иң күркәм сүрәттә бар ҡылғандың аҙашын кеше шундай уҡ күркәм итеп тимерҙән яһай аламы һуң инде?!

              Һәр кемдең ике сүкеше бар.

Беҙҙең ярҙам менән һеҙ бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған операциялар: нескә, нәзәкәтле һәм ғәләмәт ҙур көс талап иткән ғәмәлдәр ҡыла алаһығыҙ. Мәҫәлән, киндер туҡымаға, бумала менән һаҡ ҡына ҡағылып, рәсем төшөрә йәки энә күҙәүенә еп үткәрә алаһығыҙ. Беҙҙең ярҙам менән кардиохирург йөрәк ҡан тамырҙарын бик оҫта рәүештә тегеп ҡуя. Һәм тимерсе лә, беҙҙең ярҙам менән сүкешен ҡыҫып тотоп, үҙ эшен эшләй. Йоҙроҡ көсөнөң 50 килограмға еткәнен һеҙ беләһегеҙме икән, ә профессиональ боксерҙарҙа ул 200-ҙән 1 000-гә ҡәҙәр. Аллаһ Тәғәлә Дауыт пәйғәмбәргә (ғәләйһис-сәләм) тимерҙе сүкеш менән түгел, йоҙроҡ менән сүкерлек ҡул көсө биргән.

                Беҙ кемдең конструкцияһы?

Үҙегеҙҙән һорап ҡарағыҙ әле: ҡул суғығыҙҙағы 27 һөйәктең һәр береһе ниндәй оҙонлоҡта үҫергә тейешлеген ҡайҙан белгән? Ә хәҙер китабығыҙҙы ситкә ҡуйғыҙ ҙа күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ. Устарығыҙҙы берләштерегеҙ. Уң ҡул суғығыҙҙағы бармаҡтар оҙонлоғо һул яҡтағыларына тап килеп кенә тороуын һиҙәһегеҙме? Ҡапма-ҡаршы яҡтағы ҡул суҡтары нисек улай тигеҙ булып үҫкән? Ҡул суҡтарығыҙ һеҙгә 5 йәш булғанда ла, 20 йәштә лә тигеҙ ине, 30 йәштәр тирәһендә улар икеһе лә үҫеүҙән туҡтаны. Ә бит ҡул суҡтары ғүмер буйы үҫһә, олоғайған көнөгөҙҙә улар ике метрҙан да ашып китер ине. Ундай  ғәләмәт ҙур ҡулдарҙы һөйрәп йөрөү еңелдән булмаҫ ине. Нисек улар тейешле үлсәмгә ҡәҙәр үҫеп туҡтаған? Бына былар иһә Илаһи сер һәм мөғжизә. Беҙҙең конструкторыбыҙ – Аллаһу Тәғәлә Үҙе. Һәм беҙ тик Уға ғына буйһонабыҙ һәм даимән тик Уны ғына зекер итәбеҙ.

 Һәр бер бармағығыҙ осонда тырнағығыҙ бар. Шундай уй ҙа килеүе ихтимал: уларҙан ни файҙа, улар бит тәрбиәләүҙе, ваҡытында ҡырҡып тороуҙы талап итә. Ә тырнаҡтарығыҙ булмаһа, ни булыр ине?

Ул саҡта бармаҡ остарығыҙ йомшаҡ булыр, һеҙ ҡаты һәм ауыр әйберҙәрҙе тотоп ҡала алмаҫ, еп һәм бауҙар осондағы төйөндө лә сисә алмаҫ инегеҙ. Ҡысытҡан урынды тырнау, йәбешкән нәмәне алып ташлау ҙа мөмкин булмаҫ ине.

Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙҙе һеҙҙең уңайлы йәшәйешегеҙ өсөн бар ҡылған. Беҙҙең бурыс – хәләл ризыҡ табыу. Раббыбыҙ беҙгә харамға аслан тотонмаҫҡа ҡушты. Ул беҙгә гонаһ ҡылырға, әшәке ғәмәлдәргә яҡын килергә рөхсәт итмәй. Хисап көнөндә бит был донъялағы һәр ғәмәлебеҙ хаҡында Ул һораясаҡ. Һәм беҙ – һеҙҙең ҡулдарығыҙ – һеҙҙең арҡала ҡылынған барса яҡшы һәм яман эштәребеҙ хаҡында Уға һөйләйәсәкбеҙ.

Беҙ һеҙҙең Йәннәт баҡсалары гөлләмәләрен йыйыуығыҙҙы теләйбеҙ. Үтенеп һорайбыҙ: беҙҙе файҙаланғанда, Йәһәннәмдең ҡурҡыныс ут көлтәләре араһында ғазап сигерлек ғәмәлдәрҙе ҡылмағыҙсы.





Комментариев нет:

Отправить комментарий