суббота, 22 декабря 2018 г.

Йөрәктең дә теле бар





Мин – һинең йөрәк. Минең тарихым һин донъяға килерҙән байтаҡ алда, һин 22 көнлөк кескәй генә яралғы булған сағыңда башланды - мин минутына 60 тапҡыр йышлыҡ менән тибергә керештем: «Туҡ, туҡ, туҡ…». Ә инде 26 көн тигәндә, остоҡ ҡына 3 миллиметрлы тәнең буйлап ҡаныңды йөрөтә инем инде.

Әсәйең эсендәге балаятҡыға яңы ғына йәбешкән кескәй генә шарҙа минең нисек пәйҙә булыуым тураһында уйланғаның булманымы? Үҫеү һәм тамырҙар буйлап ҡанды ҡыуыу өсөн ҡайҙан энергия алған тип уйлайһың? Ә минутына даимән 60 тапҡыр йышлыҡ менән нисек тибә алам? Электр импульсын алған батарейкам ни хәл «ултырмай,» эшлектән сыҡмай?..

Ваҡыт алға саба, мин үҫәм һәм үҙгәрәм. Эргәмдәге башҡа ағзаларың да үҫә һәм үҙгәрә. Мине яралтҡан Хаҡ Тәғәләм мине барса башҡа эске ағзалар менән тоташтырҙы: үпкә, бауыр..., бөтә тән менән. Ул мине, төрлө физик тәьҫирҙән имен итеү өсөн, күкрәк ситлеге эсенә урынлаштырҙы, мин бында үҙемде, боронғо тимер һуғыш кейемендәге һымаҡ, ифрат та яҡшы тоям.
                               
                 Тылсымлы насос

Уйлап ҡара әле, әгәр мин күкрәк ситлеге эсендә түгел, ә ҡорһаҡта, мәҫәлән, ашҡаҙан урынында урынлашһам, ни булыр ине? Ҡорһағыңа нимәлер килеп бәрелһә, зыян күрер, хатта ки тибеүҙән туҡтар инем, һөҙөмтәлә һинең дә ғүмерең өҙөлөр ине. Бөтә барлыҡты иң гүзәл сүрәттә Ижад итеүсе һәм ҡарашы менән Ҡурсалап тороусы Раббым, мине бар ҡылып, тәнеңдең иң хәүефһеҙ урынына урынлаштырған.

Минең дәүмәлемде белгең киләме? Уң усыңды йомоп, йоҙроғоңдо күкрәгеңдең һул яғына терә әле. Аҙаҡ йәнә усыңды ас, йәнә йом, шулай дауам ит – тап йоҙроғоң дәүмәлендәге йөрәгең шул рәүешле тибә һәм шул рәүешле ҡан әйләнешен тәьмин итә.

Һин мине насос рәүешендә күҙ алдына килтерә алаһың. Әммә көсөм һәм һәләттәрем буйынса миңә тиңдәр юҡ, сөнки мине һәр нәмәне иң камил рәүештә бар ҡылыусы Аллаһу Тәғәлә яралтҡан.

Мин тәнеңдең йөҙҙәрсә триллион күҙәнәген, һис арымай-талмайынса, даимән таҙа ҡан менән тәьмин итеп торам.

                  Йортоғоҙға килтереп бирәләр

Хәбәремде тыңла әле. Ғәләмәт ҙур ҡаланы – йөҙҙәрсә триллион йорттан торған мегаполисты күҙ алдына килтер. Бөтә йорттарға һыу тик бер насос ярҙамында ғына оҙатыла икән, ти... Һыу бөтә йорттарға ла барып етә һәм мотлаҡан һәр йорттоң ихтыяжына ҡарап бирелә. Аҙаҡ файҙаланылған һыу йәнә шул насосҡа эләгә, таҙартыла, шунан ҡабаттан йорттарға оҙатыла. Насос бер үк эште тәүлек эсендә 100 000 самаһы тапҡыр башҡара. Тиҫтәләрсә йыл буйы өҙлөкһөҙ эшләрҙәй шундай насосты кешеләр уйлап таба аламы? Барса ғалимдар һәм конструкторҙар, бергә йыйылып баш ватһалар ҙа, ундай насосты уйлап таба алмаясаҡтар.

Ауырлығым 250-300 грамм ғына тартһа ла, үҙемә йөкмәтелгән эште өҙлөкһөҙ, туҡтауһыҙ атҡарам. Ватылмайым да! Ғүмерең буйы организмыңдағы йөҙҙәрсә триллион күҙәнәкте артерия ҡаны менән тәьмин итәм, аҙаҡ вена ҡанын һурып алам һәм, углекислый газдан таҙартып, кислород менән байытыу өсөн, үпкәләр аша үткәрәм.

                     Иҫәпләп ҡарағыҙ

Һин йоҡлағанда, йөрөгәндә, дәрестә ултырғанда минең аша нисә литр ҡан үтеүен иҫәпләп ҡараманыңмы? Әйтеп ҡара әле: көнөнә минең аша нисә литр ҡан үтә? Һинеңсә нисек, 10, 20, 30 литрмы, бәлки, 100 литрҙыр? Дөрөҫ түгел. Һин тын ғына торғанда ла, мин минут эсендә 6 литр ҡанды үҙем аша үткәрәм, ә сәғәт эсендә - 360 самаһы, тәүлек эсендә иһә - 8 000 литрҙан ашыу. Әгәр физик хеҙмәт менән шөғөлләнһәң, унан да күберәк. Күләме 200 литр булған мискәне күҙ алдына килтер әле. Мин тәүлек эсендә шундай 40 мискә ҡанды үҙем аша үткәрәм. Ә хәҙер шул һанды йыл эсендәге көндәр һанына ҡабатла һәм минең йыл эсендә атҡарған эшемде баһала.

Әйҙә, бергәләп тәжрибә үткәреп ҡарайыҡ. Йоҙроғоңдо ныҡ итеп йомарла һәм кире яҙ. Шул ғәмәлде рәттән 70 тапҡыр ҡыла алаһыңмы? Булдыра алаһың, шулай бит. Ә мин бер сәғәт эсендә атҡарған эште - йоҙроғоңдо 4 200 тапҡыр өҙлөкһөҙ йома һәм яҙа алаһыңмы? Бәлки, булдыра ла алырһың… Ә 100 800 тапҡыр? Быныһын булдыра алыуың икеле - ҡулың таласаҡ һәм һине тыңламай башлаясаҡ. Ә бит мин ул эште һин әсәң ҡарынында булған саҡтан бирле һис туҡтамай атҡарам. Әгәр, усыңа һалып, мине өҙлөкһөҙ йомоп һәм яҙып тороуҙы үҙеңә ҡушһалар? Әлбиттә, һин был осраҡта оҙаҡ йәшәй алмаҫ инең…












Комментариев нет:

Отправить комментарий