понедельник, 24 декабря 2018 г.

«Мәснәүи» баҡсаһынан. Инсан исемле Сер





Мәүләнә Йәләлетдин Руми Раббыһына зарығып һәм һөйөп уҡталған ғүмерен өс һүҙ менән тасуирлай:

«Мин сей инем, өлгөрҙөм, яндым!..

Аллаһу Тәғәләгә рухи тартылыу булмаған осорон ул «мин сей инем» тип, Раббыһына мөхәббәт уяна башлаған осорон «мин өлгөрҙөм» тип атай, ә алдында китап биттәре ише ғаләм серҙәре асыла башлаған осорон «мин яндым» тип нарыҡлай.

Был бөйөк тәҡүә әүлиә үҙ артынан барыусыларҙы, «Үлем килгәнгә ҡәҙәр үлегеҙ!..» кәлимәһенең серен асып, үлемдән ҡурҡмаҫҡа өйрәтә, йәғни әхүәле рухиәңдең ер ләззәттәрен, рәхәтлектәрен көҫәүен һүндереп, ҡотолғоһоҙ үлем ҡурҡыуынан ҡотолоу мөмкинлеген аңлата. Бына ни өсөн ул үҙенең киләсәктәге үлем көнөн «Көтөп алынған ҡауышыу көнө» тип исемләй. Йөрәген ялмап алған Хаҡ Тәғәләбеҙ менән осрашыуҙы танһыҡлауҙан ялҡынлы бәйеттәр тыуа:

 «Ҡәберемде ас һәм күр: кәфенем йөрәгемде ялмаған һөйөүҙән ялҡынлана
*
«Ҡәберемә алып киткәндә, был донъя менән айырылышыуҙан ғазаплана һәм бошона, тип уйлама

«Мин үлгәстен, күҙ-йәш түкмә! «Аһ, ҡайһылай йәл, ҡайһылай ҡыҙғаныстип һамаҡлай күрмә. Тормош көткәндә, нәфсемә эйәреп, шайтан ҡапҡанына эләкһәм, был, ысынлап та, ҡайғы булыр ине.»

«Йәнем, ҡанат киреп, Раббыһына уҡталғанда, «Аһ-аһ, ул беҙҙе ташлап китте!» тип һыҡтама. Бел: был хушлашыу мәле түгел, был – Раббым менән ҡауышыу мәле

«Мине ерләгәндә, ҡайғыға батып, «Хуш, хуш тип әйтмә. Ҡәбер – артында беҙҙе Йәннәт баҡсалары көтөп торған нескә генә ҡорған!»

«Ҡояш батышын күрһәң, тимәк һин ҡояш сығышын да күргәнһең. Улайһа, уйлап ҡара: батышы һәм сығышы араһында ҡояш тоноҡланамы әллә

«Батышын юҡҡа сығыу, тип иҫәпләүең ихтимал, әммә киреһенсә: батышы – яңы тормош башы

«Тәү ҡарамаҡҡа ҡәбер – ер ҡуйынындағы соҡор, төрмә, зиндан ғына. Асылда иһә, Раббыһына бөтә күңеле менән ынтылғандар өсөн, ҡәбер – донъя ығы-зығыһынан ҡотолоп, тыныслыҡ табыу урыны

«Ергә ташланған орлоҡ, шытып сығып, баш ҡалҡытмаймы ни? Улайһа, ер ҡуйынына тапшырылған кешенең йәнә унан баш ҡалҡытып сығыуына ни өсөн шигең бар

«Һыулы ҡоҙоҡҡа төшөрөлгән күнәктең буш сыҡҡанын күргәнең бармы ни? Ҡоҙоҡҡа эләгеүе Йософҡа зыян һалдымы, ул зарланып һыҡтарға тейеш инеме

«Мин, тәнемдең әсире булған саҡта, үле һәм бәхетһеҙ инем. Илаһи мөхәббәтте тойғас, мин мәңгелек бәхеткә эйә булдым…»



Комментариев нет:

Отправить комментарий