понедельник, 31 декабря 2018 г.

Юныс Эмрэ



Баҡыйлыҡҡа күскән әҙәмдәрҙең тәне
Өнһөҙ-телһеҙ һәм серҙәре үҙе менән.
Өҫтәрендә күпереп үҫкән йәшел үлән
Өнһөҙ-телһеҙ һәм серҙәре үҙе менән.

Өҫтәрендә теҙелеп киткән кипаристар
Өнһөҙ-телһеҙ һәм серҙәре үҙе менән.
Фанилыҡта улар һалып киткән эҙҙәр
Өнһөҙ-телһеҙ һәм серҙәре үҙе менән.

Бәпәйҙәрҙең, егеттәрҙең үле тәне
Өнһөҙ-телһеҙ һәм серҙәре үҙе менән.
Ҡарынына, үҙ ҡуйынына алған ер ҙә
Өнһөҙ-телһеҙ һәм серҙәре үҙе менән.

Һыҙылып киткән ҡаштар һәм керпектәр
Өнһөҙ-телһеҙ һәм серҙәре үҙе менән.
Баш һөйәге уртаһында күҙ соҡоро
Өнһөҙ-телһеҙ һәм серҙәре үҙе менән.

Күр һәм аңла ҡотолғоһоҙ тәҡдиреңде,
Төшөн, зинһар, Юныс биргән нәсихәтте:
Туғанҡайым, улар һиңә һабаҡ бирә
Өнһөҙ килеш, ә серҙәре үҙе менән.







Иләҫ-миләҫ күңел биргән Раббым -
Йә кинәнеп йырлай, йә әсенеп һыҡтай,
Йә ул ҡышҡы селлә кеүек йәнде өтә,
Йә яңынан яҡтыра ул яҙҙар ише,
Йә битараф, моңһоҙ һәм өнһөҙ.
Йә сирлегә телдәренән шифа тама,
Йә күктәргә аша, йә упҡынға оса,
Йә баҫалҡы тамсы, йә ул шаулы диңгеҙ,
Йә әхлаҡтан йыраҡ шыр наҙан.
Йә ул Лоҡман йәки Гален ише даһи,
Йәки харабаға боҫҡан өкө ише,
Йәки рухы бөйөк Бәлкис ул,
 Йә Ябраил – хаҡ юламсы дуҫы,
Йә, аҙашып, ғәжәп итә мине.














Комментариев нет:

Отправить комментарий