2009 йылдың 16 майы, шәмбе көнө - башҡорт мосолмандарының беренсе тапҡыр күмәкләшеп Һөйәнтөҙгә барған көнө.
Ҡуйы урман аша ун ете саҡрым юлды йәйәү үткәс, өйлә намаҙына туҡталдыҡ. Аҙан әйтә башлаған мәлдә, күк йөҙөндә, бик бейектә бөркөт күренде. Һөйәнтөҙ фажиғәһе ҡорбандарының ерләнгән урыны ҡай тирәлә самалана, шул тапҡырҙа өйөрөлөп оса ине ул бөркөт. Был ҡәберҙә 1736 йылда меңдән ашыу үлтерелгән башҡорт ерләнгән. (Ололар һөйләй ине элек - ерләнгәнгә тиклем, шәһиттәрҙең кәүҙәләре ай ярым ер өҫтәндә ятҡан. Уларға хатта кейек-ҡош теймәгән). Был урынға беҙҙе минең дүрт туған ике ағайым алып килде.
Беҙҙең менән булған археологтар ҡәберлектең 273 йыл эсендә ергә һеңешеп бөткән таш ҡоймаларын таптылар һәм уларҙың сиктәрен билдәләнеләр.
Ҡурайсылар көй һуҙғас, мин, тулышҡан күңелде тыя алмай, ситкәрәк, урман яғына китеп торҙом. Әлхәмдүлилләһи, бала саҡтан йөрөткән хыялым тормошҡа ашты - ҡырҡ ете йәшемдә булһа ла, мин, ниһайәт, Һөйәнтөҙгә килә алдым. Ҡәберлек янына кире әйләнеп килгәс, бер нисә егет йүгереп килеп, бик ныҡ тулҡынланыу менән миңә ошоларҙы еткерҙе:
"Айҙар ағай, ышанаһыңмы, унда, ер аҫтында, төрлө ауаздар ишетелде. Ҡурай уйнай башлағас килә башланы был тауыштар. Ҡатын-ҡыҙҙар йырлауы, балаларҙың шат көлөүе ине унда..."
Айҙар Ғәййәр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий