среда, 8 января 2020 г.

КЕМ ҠОТҠАРЫР




Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Недж өлкәһенә хәрби поход ойоштора. Походты тамамлаған яугирҙар бик арыған була, ә Мәҙинәгә ҡәҙәр оҙайлы юл үтәһе бар әле. Төш мәле, томра. Ҡыуаҡлыҡтар һәм ағас баҫҡан үҙәнгә еткәс, ялға туҡтайҙар. Сәхәбәләр, Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ял итһен өсөн, ағас күләгәһендә уға иң уңайлы урынды һайлай, ә үҙҙәре арыраҡ, күләгәлерәк урындарға урынлаша.
Эҫелә, юлда йонсоған яугир-мосолмандар шунда уҡ йоҡлап китә. Пәйғәмбәребеҙ ҙә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡуйы япраҡлы ағас аҫтына ята. Үҙенең ҡылысын ботаҡҡа элә лә, тиҙҙән йоҡоға тала.
Дошмандар йәшерененеп кенә мосолман ғәскәрен эҙәрлекләй. Улар өсөн уңайлы осраҡ була был. Араларынан Ғәүрәс исемле мөшрикте ебәреп, Пәйғәмбәрҙе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үлтерергә теләйҙәр. Берәү ҙә һиҙмәҫлек итеп, Ғәүрәс һөйөклө Пәйғәмбәребеҙгә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  яҡыная. Ағаста эленеп торған ҡылысты ала һәм Аллаһ Илсеһенең өҫтөнә күтәрә. Шул ваҡыт Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  мөбәрәк күҙҙәрен асҡанын күрә һәм һорай:
- Әй, Мөхәммәт! Хәҙер кем һине минән ҡотҡарыр?
Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  үҙен үлтерергә яҫҡынған дошманынан тамсы ла ҡурҡмайынса әйтә:
- Аллаһ!
Пәйғәмбәребеҙҙең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ныҡлы иманы, Аллаһҡа ҡаҡшамаҫ тәүәкәллеге мөшрикте хайран ҡалдыра. Уның ҡулынан ҡылысы төшөп китә. Төшөп барған ҡылысты эләктереп, Пәйғәмбәребеҙ ҙә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)  үҙ сиратында һорай:
- Яҡшы, ә хәҙер минән һине кем ҡотҡарыр?
Булған хәлгә шаҡ ҡатҡан кеше әйтә:
- Туҡта! Әле үк мине язалама!
Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һорай:
- Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығын һәм минең Аллаһ Рәсүле икәнемде таныйһыңмы?
- Юҡ, танымайым. Әммә мин вәғәҙә бирәм: һиңә ҡаршы һуғышмайым һәм һинең менән һуғышҡан бер ниндәй ҙә төркөмгә ҡушылмайым, - тип яуап бирә теге.
Ғүмерен ҡыйырға килгән мөшрикте Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ебәрә.
Тауышты ишетеп, сәхәбәләр килеп етә. Уларҙың аптыраулы ҡарашы аҫтында мөшрик китә һәм оҙаҡламай күҙҙән юғала. Мәрхәмәтле һәм йомшаҡ мөнәсәбәт уны тетрәндерә. Дуҫтары янына әйләнеп ҡайтҡас, уның ауыҙынан шундай һүҙҙәр сыға:
- Әле генә мин Иң Яҡшы Кешенән килдем.
(Бохари, Йыһат, 84)


Комментариев нет:

Отправить комментарий