четверг, 7 июля 2011 г.

Пхёнчхан-2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы.

Был ҡарар Көньяҡ Африканың Дурбанында Халыҡ- ара олимпия комитетының 123-сө сессияһында ҡабул ителде.

МОК ағзалары тәүге турҙа уҡ күпселек менән Көньяҡ Кореяны һайланылар. Пхёнчхан файҙаһына бирелгән тауыштар һаны немецтарҙың Мюнхенын һәм француздарҙың Ансийын уҙып китте..

Көньяҡ Корея өсөнсө тапҡыр инде аҡ Олимпиада өсөн көрәшә: 2010 йыл был хоҡуҡты Ванкувер алһа, 2014 йылғы уйындар Рәсәйҙең Сочи ҡалаһында уҙасаҡ. Был юлы Пхёнчхандың теләге ҡабул булды.

Быға тиклем Көньяҡ Корея ҡышҡы Олимпиаданы бер тапҡыр ҙа ҡабул итмәгәйне. 1988 йылда Сеулда йәйге уйындар үтте.

Пхёнчхан- диңгеҙ буйындағы өйәҙ үҙәге, халҡы 46 мең. Ул Сеулдан 150 саҡрымда, көнсығыштараҡ, диңгеҙ кимәленән 700 метр бейеклектә урынлашҡан.

Пхёнчханда Олимпиада өсөн 70% ҡоролмалар сафҡа индерелгән дә инде, мәҫәлән, олимпиаданы асыу һәм ябыу тантанаһы үтәсәктрамплиндан һикереү өсөн олимпия стадионы.

Көньяҡ Корея олимпиадаһының үҙенсәлеге –энергияның ҡайтанан ҡулланыу сығанаҡтарын файҙаланып, углеводородтың зарарлы эҙемтәләрен тулыһынса юҡҡа сығарыу.

Комментариев нет:

Отправить комментарий