четверг, 7 июля 2011 г.

Белорус суды журналисҡа хөкөм сығарҙы һәм иреккә ебәрҙе.

Польшаның”Выборча гәзите’’ндә эшләүсе белорус хәбәрсеһе Анджей Почобут ҡарарҙы кисектереп тороу шарты менән өс йылға хөкөм ителде. Хөкөмдө Гродно ҡалаһының район суды сығарҙы. Суд ултырышы ябыҡ булды. Почобут өс ай һаҡ аҫтында үткәрҙе һәм суд залында иреккә ебәрелде.

“Cуд был ҡарарҙы халыҡ- ара ойошмаларҙың ҡыҫымы аҫтында сығарғандыр, тип уйлайым, Лукашенко режимына ҡаршы ҡабул ителгән экономик санкцияларҙың тәүге һөҙөмтәһе ул,-”ти Анджей.

Тәнҡит мәҡәләләре яҙған журналисты Белоруссияның лидеры Александр Лукашенкоға яла яғыуҙа ғәйепләйҙәр, әммә “президентты хурлау” статьяһы буйынса аҡлайҙар.

Польшаның сит ил эштәре буйынса министрлығы был эште ғәҙел түгел, тип атаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий