суббота, 9 июля 2011 г.

“Атлантис”тың һуңғы осошо.

Американың Канаверол моронона һуңғы осошоҡа әҙерләнгән “Атлантис” шатлын ҡарарға миллион тирәһе кеше йыйылды. Был ваҡиға космос караптарының 30 йыллыҡ программаһын тамамлауҙы күрһәтә.

Уңайһыҙ һауа шарттары “Атлантис”тың һуңғы осошон әҙерләүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Кисен көслө йәшендәр йәшнәне һәм корабль торған старт майҙанына яҡын ғына йәшен һуҡты. Метеорологтар уңайлы һауа шарттарының буласағын 30% менән билдәләйҙәр.

Программа тамамланғас, Америка астронавтары халыҡ- ара космик станцияға Рәсәй “Союзы”нда йөрөйәсәк- был америкалыларҙың яңы быуын космос караптары төҙөлгәнгә ҡәҙәр дауам итәсәк, ә ул эш 5 йылға һуҙылыуы мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий