четверг, 7 июля 2011 г.

Үҙ ирке менән үлемгә барыусыларҙың Ирактағы теракты.

Багдадтан төньяҡта урынлашҡан Таджи ҡалаһында шишәмбе көн көслө ике шартлау яңғыраны. Һаулыҡ һаҡлау министлығының күрһәткестәре буйынса 35 кеше уның ҡорбанына әйләнә, тиҫтәләгән кеше тән йәрәхәттәре ала.

Ваҡиға ҡала администрацияһы алдындағы майҙанда була. Хәбәр итеүҙәренсә, был саҡта унда мэр, ҡәбилә башлыҡтары һәм хәүефһеҙлек хеҙмәте етәкселәре ҡатнашлығында йыйылыш бара.

Полиция вәкиленең һүҙҙәре буйынса, боевик тәүҙә бинаның ишеге төбөндәге мина һалынған автомобилде шартлата. Унда халыҡ йыйыла башлағас, икенсе террорист тәненә беркетелгән тағы бер шартлатҡысты шартлата.

Июндә Ирактағы теракттар һөҙөмтәһендә 270 кеше һәләк була. Май айы менән сағыштырғанда ҡорбандар һаны өстән бергә артҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий